Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
19 Февраль 2021, 00:00

СӘНСЕК ҺӨЙӘГЕ (хикәйә)

-Шыңшыма! Ҡулды ҡыбырлатыр алдынан баш менән уйлар инең. Мин һиңә ҡолаҡ һурпаһын ғына бирергә ҡуштым кисә. Итен бөгөн бирер инең. Ишетһен ҡолағың – ашатманың бер нәмә лә.Әйтелгәндең үҙенә лә ҡағылғанын аңлаған Хатмулла ҡарт, яланаяҡ Фәүҡинурҙы етәкләп, сығып китеү яғын ҡараны.-Һөйәгем, һөйәгем ҡалды! – Юрғанға урап, һаламға төрөлгән ҡыҙҙың илауын ҡарт үҙенсә аңланы:-Һөйәк кенә түгел, ҡан да уртаҡ ине шул. Ай, бала! – Был тирәнән китә һалһа, күргән михнәттәре кәмер ине тигәндәй, юртып барған атының арҡаһына сыбыртҡыһын тамыҙҙы ҡарт.

Ажарланып килеп ингән Ирғәлене күргәс тә, торомбаш болғап ултырған Фәхринисаның сипсыһы ҡулынан төшөп китте.
-Ике аҙна эсендә улыңды табып килтерергә ҡуштылар райондан. – Хәбәргә ҡушылыусы булмағас, дауам итте. - Тағы өндәшмәйһең, килен.
Мейес башында ятҡан ҡайныһы ҡажҡылдап йүткерә башлағас, шыпа яңғыҙ түгеллеген иҫләгән Фәхриниса, иҙәндә баҙлап ятҡан ҡуҙҙы үксәһе менән иҙә тапаны ла, ыштан бөрмәһенә тыҡҡан күлдәк итәген тартып төшөргәс, турайып баҫты:
-Һин, ҡайнаға, аҡсаһын талап алып, үҙен бер ергә тығып киткәнһеңдер. Шәп булған берәү, мындайымса! Ҡайҙа иттең баламды?
-Телең һөйләгәнде ҡолағың ишетәме? Милиция минең ише генә ҡыланмаҫ. – Ирғәле сыбыртҡыһын урап тотоп алды.
-Үтә һөйҙәшмә, килен! Юлданмаһаң, булмаҫтыр. - Эштең айышына төшөнгән ҡайныһы башын инеүсе яғына борҙо. – Ҡырып алғанмы?
-Артель кассаһы буш. Тиненә тиклем ҡырған. – Һаулыҡ та һорашмай килеп ингәнен яңы аңғарған Ирғәле, яҡын килеп, тома һуҡыр Йәноҙаҡ ҡарттың ҡулдарын ҡыҫты.
-Ишкә-ән, тиген ишәк суҡмарын. Үҙ хәлемде хәлләрҙән үткәнмен. Ҡыҙҙарҙы …– бер миҙгелгә тынып ҡалды – урынлаштырырһың инде. Бәләкәсе әсәһенең күкрәгенән дә айырылмаған бит әле. – Тамағына тығылған төйөрҙө көскә йотоп ебәрҙе.
Олатаһының сит кешегә үҙен һөйләгәнен ишеткән Фәүҡинур, ауыҙын турһайтып, урындыҡ аҫтына инеп китте. Фәриә әле әсәһенә, әле ҡурҡыныс хәбәр һалып сығып барыусыға аңшайып ҡарап ултырып ҡалды.
-Буйҙаттың шул, буйҙатты-ың, килен. Ҡыҫтырманың мине, һүҙ ҙә әйттермәнең. Эҙ яҙлыҡтырғандыр бығаса. Мулдан төйнәнгән. Таба ла, бында ҡала ла алмаҫһың. Эх-х! Кисә тыныс ҡына үткән булһамсы, был хәтте лә хурлыҡты күтәрмәҫ инем. – Ирғәле артынан ишек ябылғас ҡына әйтә ҡуйҙы ҡарт.
-Олатай! Үлмәй тор. Әсәмде анау апа әпкитһә, беҙ төндә ҡурҡабыҙ. – Фәриә олатаһы янына менеп китте.
“Үлһен! Минең имгәнде икенсе кешегә һөйҙәп ултырғас, уға шул кәрәк!” – Урындыҡ аҫтында боҫоп ятҡан Фәүҡинур үсәне генә.
Сараһыҙҙан көпөһөн кейеп, ҡулына төйөнсөк элгән Фәхринисаны танырлыҡ та түгел. Әле генә сәсрәтә һуғып йөрөгән ҡатындың аяҡтары, таш таҡҡандай, ырая ғына баҫа, яуырындары шөмрәйгән, үҙе туҡтауһыҙ көрһөнә. Ете ят кеше йортона ингәндәй, урындыҡ йөҙлөгөнә осаһын терәп, өлкәнен алдына ултыртып яратып алды ла, соборлап аҡҡан йәштәрен һөртөп тә тормай, урын аҫтына эйелде:
-Фәүҡинур бәпесем, кил. – Ауыҙын бер бешерем итеп һәлендереп ултырған ҡыҙы артынан үҙе имгәкләп инеп китте. Инде тотоп һөйәм тиһә, балыҡ һымаҡ шыуып ҡасып киткән кинйәкәүе артынан байтаҡ йөрөнө күҙе аларып. Ярыға ҡалған түшенә алдаштырып та ҡараны – олатаһының хәбәренә үсеккән Фәүҡинур киреләнеүен белде. Биш йәшлек сабыйына хәтере ҡалған әсә, артына боролоп ҡарамай ғына сығып китте.
-Бәхил бул, килен! – Ирендәрен ҡаната тешләгән ҡарттың башҡаса үҙен тыйыр хәле ҡалманы – күкрәген яндырған ҡайғыһы иңрәү булып урғыны.
***
-Олатай, олатай, һин үлмәй тор, йәме. Һәҙер кәйелтмәк бешәрәм. – Һыуыҡтан ҡалтырап уянған Фәриә, эргәһендә ятҡан олатаһының ҡулын тотоп ҡараны. Көлдөксәлә ятҡан балта менән кистән әҙерләп ҡуйған урындыҡ таҡтаһын өтәләнеп сира башланы. Ярай әле балта бар. Промартель кассаһынан аҡса урлап сығып киткән хисапсы ағаһының расходын ҡышлыҡ ашлыҡ, һарайҙағы быҙаулы һыйыр, иҙән аҫтындағы картуф менән дә ҡаплап бөтөрә алманылар. Нигеҙ буйында йәшенеп ятып ҡалған картуфты тәгәрмәсләп турап, мейестең ҡыҙыу ҡабырғаһына йәбештереп, ике яғын киптереп, көнөнә берҙе үҙәк ялғайҙар. Олаталары күптән инде һыу менән генә ята – Фәриә биргән өлөштө танауына яҡын килтереп, оҙаҡ итеп еҫкәп ала ла, уртаға бүлеп, ҡыҙҙарға кире тоттора. Үҙе көн оҙоно алдындағы баҙыян сәүетәнән һыу эсә.
Әле лә эскә үркәшкән эсе тапҡырын һыйпап ята бирҙе лә, көл өҫтөнә һалған таҡта сыраларының сыртлап тоҡанған тауышын ишеткәс, ейәнсәрен янына саҡырып алды.
-Әсәң Әүжән-Ҡағынан ары ер белмәй, шул ике арала йөрөйҙөр ҡаңғырып. Бында ҡайтып йәшәргә лә хут булмаҫ, тегенеһен тапмайса. Ҙурһың, балам. Урын таҡтаһын самалап ҡына яҡһаң, тағы бер аҙнаға етер. Силсәүит Ирғәле детдомға апарыр ул. Ҡар иретеп, емшегән һыу эсеп булһа ла торорһоғоҙ шуғаса. Исемеңде онотма, һеңдеңде ташлама. – Ҡапыл ғына тороп ултырған олатаһына ҡарап, ҡыуанысынан ҡысҡырып ебәрә яҙған Фәриәнең бер бармағынан тотоп алды. – Тышҡа сығар әле мине.
Әүәлгесә еңел генә мейес башынан шыуып төшөп килгәненә һөйөнөп баҡҡан ейәнсәре, әллә ниндәй татлы уйҙарға бирелеп, етәккә алды олатаһын. Соланһыҙ өйҙөң тупһаһын ашатлап сыҡҡан ҡарт, һәрмәләнә-һәрмәләнә эйелеп, һикәлтәгә сүкәйҙе. Тынын ҡурып барған һыуыҡтан быуылып-быуылып бер тына сәсәп алғас, йәпһеҙ генә ултырып, эйәк атып ҡына өлгөрҙө.
***
-Апай, тор, тор инде! - Ҡыҙыл эңерҙән бирле ҡаты йоҡлаған Фәриәне төртөп-төртөп тә уята алмаған Фәүҡинур, буҙлап иларға тотондо. Бер килке һулҡылдап ята биргәс, аҫтындағы һаламын ситкә шыуҙыра биреп, сепрәккә төрөп һалынған болан ботоноң сәнсеген тартып сығарҙы. Шәлкемләнеп бешкән итте кисәге һоғаланып ашауҙарын күҙ алдына килтереүҙән теленең осона шайыҡ йыйылып, тәҡәтен алды. Мөнйөлгән сәнсек һөйәген әйләндереп-тулғандырып еҫкәп ултыра бирҙе лә, апаһы яғына бер ҡараш ташлап, мүлкелдәп торған һеңергә тешен батырҙы. Уртында нимәлер “сем-м” иткәнгә тешләмен кире тартып алды - һеңергә ҡаҙалып сыҡҡан һөт тешен йәлләпме, ризығынан ит тәме сыҡмауҙан хәтере ҡалыпмы, тағы ҡысҡырып илап ебәрҙе.
-Торҙоңмо, балам? – Селлә боҫоратып килеп ингән Ирғәле түргә үтте лә, ҡуйынынан килтереп сығарған мисәтте тыны менән йылытып өрә-өрә, өҫтәлдәге ҡағыҙҙарға шапылдатып һуғып сыҡты.
-Кем әлеү? Фәриәме өлкәне? Килеп, ҡултамғаңды ҡуй кисәге өлөш итеңә.
Стена янлатып урындыҡ яһалған мейес артынан тауыш биреүсе булманы. Ҡолағы ир тауышын онотҡан Фәүҡинур, ҡурҡышынан, мөйөшкә һырыҡты. Һонтор Ирғәле, йоҡлап ятҡан Фәриәгә ҡағылмаҫҡа тырышып, бәләкәсте ҡулына алды, күгәреп ҡатҡан тәпәйҙәрен бушлаты эсенә тыҡты.
-Ит тәмле булдымы кисә? Улайһа, ошо бармаҡ йөҙөн матур итеп буяйбыҙ ҙа, ҡағыҙға төшөрәбеҙ. - Үҙе атып алған болан итен тараттылар кисә. Әлегәсә биләмәһендәге ауылдарҙа астан үлеүсе булманы. Йәүкәләүсе табылып, райондан килеп төшөүе бар тикшереүселәрҙең– артын нығытыуы Ирғәленең.
…Ике аҙна эсендә табып ҡайтара алманы Фәхриниса артель кассаһынан аҡса урлап сығып киткән улын. “Малайым башлы” тиер ҙә ҡупайыр ине. Ул баш фронттағы атаһын да, йорттағы ике бәләкәс һеңлеһен дә уйлап тормаған шул нәфсеһе уйнағанында. Ауылдаштарына дошман яһаны ла ҡуйҙы. Юлайҡан һуғылып ҡына хәлдәрен белешергә уйлағайны Бирғәле ауыл ашаһында ятҡан Йәноҙаҡ ҡарттың. Саналағы көрәге менән ишек алдындағы ҡарҙы көрәп, өйөнә инәйем тигәнсә, һикәлтәлә үлеп, ҡатып ултырған кәүҙәгә юлыҡты. Асы һыҡра еҫе аңҡыған өйҙәге хәлдәр тағы ла хәтәрерәк – урҙаһы ғына ҡалған урындыҡ таҡталары яғып күпме йәшәгәндер ҡыҙҙар – уларының да сыҡмаған йәндәре генә ҡалған. Ингән-сыҡҡан, хәл белгән кеше лә булмаған ошоғаса.
Үҙҙәренең алам-һаламына төрҙө лә, егерме саҡырымды үтеп, кәнсәләргә һалып торҙо. Көн дә әҙләп кенә ашатһалар, бирешмәҫтәр.
Уйҙарын бүлеп, тышта һажлап килеп туҡтаған сана тауышы ишетелде.
-Һауҙармыһығыҙ әле! – Шәплеген көр тауышы менән булһа ла белдерергә теләгән Хатмулла ҡарт, инеп килешләй, сыбырҡыһының осона яҙа баҫып, тайып китте.
-Ауыҙыңассайым! – Мах бирмәҫкә була иғтибарҙы ситкә йүнәлтеүе. - Ҡыҙҙарға дүкәмит бирергә онотма, Ирғәле! Һис юғы ла исемдәрен, фамилияларын белһендәр.
Ирғәле яуап ҡайтарыуҙы кәрәк тип тапманы. Ишектән инеп килгән йомошсо ҡатынға йәтимәләрҙе йәһәт кенә урап, санаға сығарып һалырға ҡушты.
Һаман һуйҙайып ятҡан Фәриәнең өҫтөндәге ҡоршаулы-ямаулы ҡорама түшәген тартып асҡан ҡатын асырғанып ҡысҡырып ебәрҙе:
- Шытҡан бит, шытып ята. Эй, Раббым! Ҡайҙан ғына бирҙем өлөшөмдө. Бер туйһындар тип, үҙ балаларымдың ауыҙынан тартып алып ашаттым кисә. Ас ҡарынға күп кәрәкме ни? Бөткәнсе ашаған. Гөнаһтарымды ҡалайтып ҡына йыуырмын? Баструкта серерме был башым? Минекеләр ҙә ошолар хәленә ҡалырмы?
Ишеткәненән хайран булып торған Ирғәленең башы шаулап китте – контузия касафаты. Аҙна буйы ризыҡ төҫө күрмәй һыуыҡ өйҙә бирешмәгән йәтимәләрҙе детдомға алып барып та еткермәй, кәнсәләрҙә үлтереп һалып ҡуй әле. Теленә ирек ҡуйған ҡатындың һүҙҙәре маҙаһына ғына тейҙе:
-Шыңшыма! Ҡулды ҡыбырлатыр алдынан баш менән уйлар инең.Мин һиңә ҡолаҡ һурпаһын ғына бирергә ҡуштым кисә. Итен бөгөн бирер инең. Ишетһен ҡолағың – ашатманың бер нәмә лә.
Әйтелгәндең үҙенә лә ҡағылғанын аңлаған Хатмулла ҡарт, яланаяҡ Фәүҡинурҙы етәкләп, сығып китеү яғын ҡараны.
-Һөйәгем, һөйәгем ҡалды! – Юрғанға урап, һаламға төрөлгән ҡыҙҙың илауын ҡарт үҙенсә аңланы:
-Һөйәк кенә түгел, ҡан да уртаҡ ине шул. Ай, бала! – Был тирәнән китә һалһа, күргән михнәттәре кәмер ине тигәндәй, юртып барған атының арҡаһына сыбыртҡыһын тамыҙҙы ҡарт.
***
Иҙел башынан орлоҡ тейәп ҡайтып килеүсе Ирғәле атын ҡыуаланы ғына – йылға асылғансы үтеп ҡалыр кәрәк. Урыҫ ауылында һыу тартылғанын көтөү түгел, бер кис йоҡлап сығырлыҡ та өй тапмаҫһың – эңер төшөр-төшмәҫтән ҡапҡаларына бик һалалар бындағы староверҙар. Оҙон уйға төшөп килгән Ирғәле, ағас аяғын йәтешләп һалайым тигәнсе, туңмай ятҡан Ҡағы быуаһы өҫтөндә берсә ҡалҡып, берсә батып барған берәүҙе шәйләне.
–Бал-рым, бал-рым…Алла хаҡына…Ғәйебем юҡ. Мин ул аҡсаһына ҡыҫылманым. Тәртә… - ауыҙына тулған һыуҙан сәсәй-сәсәй урыҡ-һурыҡ әйтелгән хәбәрҙе тыңлар әмәле юҡ ине Ирғәленең - көпөһөнә күпсеп быуа төбөнә китмәгән ҡатынды тәртә ярҙамында ярға тартып сығарғас, Фәхриниса икәнен күреп, шаңҡып ҡалды. Теше-тешкә теймәгән бисараны санаға тейәп, Ҡағыға сапты. Мунсаһынан пар сығып торған өйҙөң асыҡ ихатаһына барып ингәс, сана төбөнә йәшереп һалған илек итен йөкмәп килеп ингән ирҙе берәү ҙә кире бороп сығарманы. “Ах” та “ух” килгән мәрйәнең Фәхринисаны ҡул санаһына һалып, мунсаға ыңғайлағанын күргән Ирғәле, тоҡтарын барлап алғандан һуң, ҡайтыу яғына боролдо.
***
Балалары эйәле-башлы булып, ҡарты үлеп киткәс, телевизорға әүрәр булып китте Тинуша әбей. Ун ике-ун өс бәрәсле сусҡа торған аҙбарҙарын күптән ҡырып йыуып ҡуйған, ҡасандыр ихата тултырып ҡытҡылдашып тауыҡтар йөрөгән ерҙәргә әрһеҙ сәскәләр ултыртҡан, тәгәрәшеп ятҡан ҡыярҙарын мискәләп-мискәләп тоҙлаған – мал тотмағас, башҡа эш тә юҡ. Әл дә ошо ҡара ҡумтаны алып биреп китте улдары – үткән дүшәмбе “Һине эҙләйем” тигән тапшырыуҙы күреп ҡалды ла, бөгөн көнө буйы шуны ҡарауыллап тик ултырҙы.
-Тинушка, Вая! Мин дә бөгөн һинең менән телевизор ҡарайым. – Күршеләге Маруся, алдан иларға әҙерләнеп, оҙон таҫтамал тотоп килеп инеп тә ултырҙы янына.
…Тыныс ҡарар әмәл бирмәне Маруся. Былай ҙа шырылдап ҡына торған телевизорҙың тауышын уның үкһеп-үкһеп илауы күмде. Әле һөйләшә-һөйләшә щи ашап ултырыуҙары.
-Тинуш! Һин үпкәләмә мин әйткәнгә: нишләп һинең фамилияң Вая булған да, исемең дә был яҡтарға ят исем – Тинушка? Ҡаның бөтөнләй беҙҙекеләргә оҡшамаған? – Марусяның һорауынан сәйнәп ултырған икмәге тамағына тора яҙҙы Тинуша әбейҙең.
-Һин нисек шулай тип әйтә алаһың? Малайҙар ишетһә, ғәрләнер. Тағы улар ҙа ят ҡан, тип әйт. Нимә, улар ҙа башҡа милләттән тимәксеһеңме?
-Улар, ярар инде, Иванға оҡшап арыш башлылар. Әйткәндәй, Иван күрмәгәндә һин тәреңде лә сисә инең бит.
-Һин Алла ла, судья ла түгел миңә. – Табындың йәме китте. Тинуша ҡалағын һалып, тороп уҡ китте.
-Үпкәләмә. Иван үлгәндә лә башҡалар һымаҡ ҡысҡырып иламаның, шым ғына торҙоң. – Тороп, оҙон юбкаһын рәтләп алды Маруся әбей. – Ғүмер үтеп бара бит, табыр кәрәк үҙеңдекеләрҙе. Малайҙарың урында эшләйҙәр, тотоноп ҡараһындар. Тағы…Төндәр оҙон бит. Бәләкәй сағыңды иҫеңә төшөрөп ҡара, бәлки, бер-ике эпизодын күҙалларһың. Олоғая килә төптәге аң уянып, ҡан хәтере көслөрәк тибә кешелә. Йә, ярай. Уйлан. – Ғүмер буйы биология уҡытыусыһы булып эшләгән күршеһе әллә ниҙәр һөйләп сығып китте.
… Телевизорҙы бөгөн бер үҙе генә ҡарап ултыра. Өҙөп-өҙөп телефоны шылтырай ҙа, күтәрһә, тауыш өҙөлә.
-Әсәкәй! Переговорныйҙан борам. Андрей һиңә “Һине эҙләйем” тапшырыуын ҡарарға ҡушты. Тик һин бик тыныс ҡына бул, хәҙер яныңа теть Марусь инер. – Мәскәүҙәге өлкән килененең тауышы өҙөлдө.
-Тинушка! Алтынҡайым! – Үҙенән алда валерьян шешәһе менән таҫтамалы күренгән Маруся шаулап килеп тә инде.
-Былай итәбеҙ, Маруся! Ҡысҡырып илағың килһә, хәҙер үк ҡайтып китәһең, ҡарайһың килһә, шым ултыр. – Йыуаш Тинушаның әйткәненән артына ҡолап китә яҙҙы күршеһе, шулай ҙа диванға йәйелеп ултырып алды. Алып барыусы тандыр ғына һүҙ башланы:
- …Был хатты 1998 йылдың февралендә Мәскәүҙә йәшәүсе Гиндулла Ташбулатов яҙған ине. Яҙмыш елдәре уны, ун алты йәшлек егетте, һуғыш йылдарында башҡалаға ташлай. Ошонда ҙур заводтың директоры булып эшләй, өйләнә, ике ул үҫтерә. Хәҙер ул һикһәнде үткән. Олоғайған көнөндә ҡасандыр үҙе йәшәгән Башҡортостандағы иҫән ҡалған туғандарын күргеһе килә. Адреста туғандарының исеме лә күрһәтелгән – Ташбулатова Фария һәм Ташбулатова Файтинур. Беҙ был хат буйынса ярты йыл эҙләнеү эштәре алып барҙыҡ һәм төрлө урындарға запростар ебәрҙек. Бөгөнгө көндә бындай фамилиялы һәм исемле берәү ҙә юҡ Башҡортостанда. Ә бына бер ай элек беҙгә бәйләнешкә сыҡҡан Андрей исемле егет Вая фамилиялы Тинуша исемле әсәһенең нәҡ Ташбулатова Фаукинур булыуын иҫбатлай. Һуғыш мәле бит, бәлки, ул хаҡлылыр. Бөгөн сәхнә артында - Гиндулла Ташбулатов. Ә залда Андрей Иванов та бар. – Уртын сәйнәп ултыра бирҙе Тинуша яттан тетеп һалып улын әрләп - бөтә мирға ыстырам яһаны. Инженерға түгел яҙыусыға уҡыр кәрәк булған уға.
Ул арала төҙ генә һынлы түңәрәк йөҙлө бабай менән Андрей сығып күреште. Микрофон Андрейға күсте:
-Әсәй! Һинең хәҙер нимә уйлағаныңды ла, нимә әйтереңде лә беләм. Был, ысынлап та шулай. Һинең әсәйең, минең өләсәйем Фахриниса Ҡағы һыуында батҡандан шәбәйә алмай, үлеп ҡала. Үлер алдынан үҙен ҡараған Мария өләсәйгә ҡыҙҙарын алып көтөүен үтенә. Ни өсөндөр ул ваҡытта ҡыҙҙарҙан һин генә тере ҡалғанһың. Мария өләсәй Бөрйән детдомынан һине, Ташбулатова Фаукинурҙы, барып ала, исемеңде әйтмәй “доченька” тип кенә йөрөтәләр. Ул да оҙаҡ йәшәмәй – ике йылдан һине Белорет детдомына күсерәләр. Белоретта һинең фамилияң Вая, исемең Тинуша тип яҙыла. Сәбәбен берәү ҙә белмәй. Әсәй. Был – һинең ағайың. Ысынлап та шулай. Ҡалғанын ҡайтҡас һөйләшербеҙ. Һин Бөрйән районында тыуғанһың. Ҡайтып еткәс, һине тыуған яҡтарыңа алып барырмын.
-Фәүҡинур! Кисер мине. Барғас, барыһын да аңлатырмын. Беҙ бына бер аҙнанан поезға ултырабыҙ. Башҡортса туҡмаслап тороп аш бешер. – Күркәм ҡарт күҙ йәштәрен тыя алмай экранға ҡарап һөйләүен белде.
Башы шыҡ итеп ҡалды Тинуша әбейҙең. Ҡапыл хәтеренә оҙон итәкле ҡатынға эйәреп баҙарлы ауылға барғаны, үҙҙәрен уратып алып:
-Это твоя сиротинушка? – тип һорағандары күҙ алдына килеп баҫты. Бала хәтере “твоя сиротинушка”ны Вая Тинуша тип ишеткәндер. Асыҡ ҡына булып сыбыртҡылы ҡарттың ниндәйҙер бер өй алдында “Фәүҡинур” тигәне иҫенә төштө. Тар мейес башындағы бабай, йыбырлашып йөрөгән беттәрҙе күргәндәй булды. Иҫен йыя алмай ултыра бирҙе лә Марусяға:
-Бараһыңмы иртәгә минең менән? – тип һораны.
… Өс көн үтеүгә, арманһыҙ булып ҡайтып йығылдылар Маруся менән Тинуша әбейҙәр. Башҡортса һөйләшә алмаһа ла, үҙе тыуған ауылды күрҙе, Ғиндулла ағаһының Мәскәүгә китеү сәбәбен шул саҡта силсәүит булып эшләүсенең улынан һорашты, атаһының исемен обелисктан табып уҡыны.
…Ғиндулла менән Андрей автобустан төшөп ҡалғанда Маруся менән Тинушаның туҡмасы әҙер ине. Һурпаһы – йылҡының сәнсеге ине.
Читайте нас: