Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
21 Февраль 2021, 12:00

#туған_тел_байрамы

21 февраль-Халыҡ–ара туған көндәр көнө һәм 2021 - Башҡорт тарихы йылына арнап,”Ейәнсура таңдары” гәзите Район үҙәк китапханаһы менән берлектә 19 февралдә ололар араһында яттан шиғыр һөйләү бәйгеһе үткәрҙе.Был мәртәбәле ярышта бөтәһе 17 ҡатнашыусы, жюри ағзаларын, тамашасыларҙы ҡыуандырып, бик матур сығыш яһаны.1-се урын лайыҡлы рәүештә, Байыш ауылынан йәш быуын вәкиле Мәҙинә Рәхимғоловаға бирелде. 2-се урында - Сирғол ауылынан Әҙинә Аҙнағолова, 3-сө урынды Бикбау ауылынан Тимерғәле Исламов яуланы. Шиғыр һөйләүселәр шулай уҡ төрлө номинацияларҙа билдәләнеп китте.Бик матур шиғриәт байрамы бүләк итеүсе дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.Тулыраҡ гәзит битендә.

21 февраль-Халыҡ–ара туған көндәр көнө һәм 2021 - Башҡорт тарихы йылына арнап,”Ейәнсура таңдары” гәзите Район үҙәк китапханаһы менән берлектә 19 февралдә ололар араһында яттан шиғыр һөйләү бәйгеһе үткәрҙе.
Был мәртәбәле ярышта бөтәһе 17 ҡатнашыусы, жюри ағзаларын,тамашасыларҙы ҡыуандырып, бик матур сығыш яһаны.
1-се урын лайыҡлы рәүештә, Байыш ауылынан йәш быуын вәкиле Мәҙинә Рәхимғоловаға бирелде. 2-се урында - Сирғол ауылынан Әҙинә Аҙнағолова, 3-сө урынды Бикбау ауылынан Тимерғәле Исламов яуланы. Шиғыр һөйләүселәр шулай уҡ төрлө номинацияларҙа билдәләнеп китте.
Бик матур шиғриәт байрамы бүләк итеүсе дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Тулыраҡ гәзит битендә.
Читайте нас: