– Беҙҙең ғаиләлә әҙәбиәткә һөйөү бәләкәйҙән һалынды. Әсәй-әтейем, ағайҙарым – барыбыҙ ҙа уҡырға ярата инек. Улар бик күп гәзит-журналдар алдырҙы. Эштән бушаған арала, кистәрен күмәкләп серле китап донъяһына сумабыҙ. Әсәйем ҡайҙа барһа ла, күстәнәстәр тейәп ҡайтһа, әтейем һәр саҡ китап, альбом, буяуҙар алып ҡайтыр ине. З. Биишева, Я. Хамматов, Һ. Дәүләтшинаның әҫәрҙәрен йотлоғоп уҡый торғайныҡ. Ата-әсәйем өсөн балаларының уҡыуы иң беренсе урында торҙо. Хатта имтихандарға әҙерләнгәндә артыҡ эш тә ҡушып барманылар. Йәйҙең йәмле мәлендә экзаменға әҙерләнеү һылтауы менән рәхәтләнеп әҙәби китап уҡый инем. Берәйһе инеп килһә, китапты яҫтыҡ аҫтына тиҙ генә тығып ҡуям да, дәреслекте ҡулыма алам. Хәҙер иҫкә төшһә, әлбиттә, оят, – тип хәтерләй ата-әсәй янындағы ғәмһеҙ ваҡыттарын Гөлназ. – Ата-әсәйемә рәхмәтлемен, бала күңелен үҫтерә, үҙ-үҙебеҙгә ышаныс тәрбиәләй алдылар, нимә теләйбеҙ – шуны кейеп, нимә теләйбеҙ –шуны ашап үҫтек. Бер ваҡытта ла теләгебеҙгә ҡаршы торманылар, “Һин булдыраһың, һинең ҡулыңдан килә”, – тип һәр саҡ дәртләндереп, күңел ҡанаттарын үҫтерә белделәр. Әтейем, мин һүрәт төшөрә башлаһам, эргәмә килеп ултырып, дәртләндереп, маҡтап, кәңәштәрен биреп ултырырға ярата ине. Бала күңелен ҡырырҙай бер ваҡытта ла ауыр һүҙ әйтмәҫ изге йәнле кеше булды ул. Ә әсәйем бала саҡтан серҙәшем, әхирәтем, кәңәшсем ине. “Ҡыҙ бала атай йортонда ҡунаҡ ҡына, беҙҙең ҡулда саҡта уйнап-көлөп ҡал”, – тип, хатта артыҡ эш тә ҡушып барманы. “Әсәй, икмәк бешерергә өйрәт әле, тиеүемә лә: “Нужда абзый өйрәтә ул, ваҡыты еткәс өйрәнерһең”, – тип кенә яуаплар ине.