Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, республикала сығарылыш уҡыусылары өсөн башҡорт теленән төбәк имтиханы үткәреләсәген хәбәр иткәйнек.
Әлбиттә, теләк буйынса. Быға нисек ҡарайһығыҙ? Ошо һорауға гәзит уҡыусыларыбыҙҙың яуаптарын һеҙҙең хөкөмгә лә сығарырға булдыҡ.
Салауат Ҡолтаев, Иҫәнғол ауылы:
– Берҙәм төбәк имтиханы 2009 йылдан бирле үткәрелә, шуға күрә бындай ҡарар өсөн етерлек база бар тип уйларға була. Ә сығарылыш уҡыусыларының имтиханды һайлау-һайламауы белем биреүҙе демократлаштырыуҙан тора. Әгәр уҡыусы башҡорт теленән имтиханды һайлап, уны уңышлы тапшыра икән (бында шикләнергә урын да юҡ, беҙҙең уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙың һуңғы йылдарҙағы ҡаҙаныштарына ҡарағанда), афарин тиергә ҡала һәм һеҙҙең һорауға яуап та була.
Сәүиә Дәүләтбәкова, Үтәғол ауылы:
– Уҡыусылар, әгәр ҙә башҡорт теленән имтиханды һайлай икән, мин бик шатмын, ыңғай ҡараштамын. Сөнки балалар бөтөнләй туған телен онотоп бара.
Филүзә Малабаева, Трушин ауылы:
– Башҡорт теленән имтихан булыуына ҡыуанамын. Тик был фәнде уҡытыуға сәғәттәрҙең әҙ бирелеүенә бер ҙә генә риза түгелмен. Ул дөрөҫ түгел бит инде, әҙ генә сәғәттә уҡыусылар нимә өйрәнеп, белеп өлгөрһөн. Элекке кеүек уҡытылмай инде, дәрестәр “галочка” өсөн генә үткәрелгән кеүек күрәм. Минең ейәнсәрҙәрем дә Өфөлә башҡорт телен уҡыйҙар, тик бер ҙә ныҡлап уҡытҡан кеүек түгелдәр.
Нәркәс Ҡылысбаева, Иҫәнғол ауылы:
– Әгәр мотлаҡ бирелә торған имтихандар исемлегенә индерелһә, бөтөнләй һәйбәт булыр ине. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа етдиерәк ҡарарҙар ине был предметҡа, дәрестәр һаны ла күберәк булыр ине.