Әлиә Саматова
-Хазина! Хазина таптым!- һыңар ҡулы менән тотҡан итәген гөптәйтеп әллә нәмә тултырған, уныһы йүгереүгә ҡамасаулағандан , аяҡтарын тарбайта баҫып йән-фарман сабырға маташҡан Нәбирә үҙ алдына бер генә һүҙҙе ҡабатланы -Хазина...хазина. Себешләнеп бөткән аяҡтарын ташҡа бәрә-бәрә, артына ла ҡарамай әхирәте Рәмилә йәшәгән өйгә тиҙерәк килеп етеү ине уның теләге. Әйтерһең кемдер баҫтыра, әленән-әле артына ҡарап ала, ауыҙы йырыҡ.
-Рәмиләүүүүү, тиҙерәк тышҡа сыҡ әле... уфффф, хәл бөттө. -Бөрөп тотҡан итәген бер ҙә бушатырға теләмәне, сәскәле эске кейеменең да һатлыҡ йән кеүек күренеп ҡалыуына иғтибар итмәне мәктәп йәшенә етеп өлгөрмәгән ҡыҙыҡай. Хазина ҡәҙерлерәк ине шул.
Нәбирә былай сәрелдәк тауыҡ кеүек бер туҡтауһыҙ ҡысҡырһа,бер ғилләһе бар-тимәк, ысынлап та, эш йә бик хөрт, йә үтә шәп. Ихатаға йүгереп сығыу менән күҙ алдына баҫҡан күренештән шарҡылдап көлөргә тотондо Рәмилә. Бите бысрап бөткән, күҙе таҫырайған, итәгенең аҫҡы өлөшө эсенә тиклем күтәрелгәнсе нәмәлер тултырған,ике-өс көн элек үрелгән сәсе һүтелеп туҙып бөткән был ҡыҙ йораты цирктағы клоунға оҡшап тора ине шул.
-Йә, көлөп торма, хазина таптым! Әйҙә мыныһын бушатайыҡ та, йүгерҙек ҡалғанына. Сәриәләр күрмәҫ элек,-тип итәген асып ебәргәйне, Рәмилә был тиклем дә байлыҡты тәү күргәнгәме тәүҙә ҡурҡып китте, шунан һөйөнөп ҡуйҙы, тотоп ҡарарға уйлағайны ла, йә, аҙаҡ ҡарарың, унда ишеү ҙә матурыраҡтары күп,-тип Нәбирә итәгендәгеһен нигеҙ буйына бушатып та ҡуйҙы. Ҡыҙҙарҙың итәгенә ут тоҡанғанмы ни, урам буйына сығыу менән таллыҡҡа остолар. Нәбирә үҙе бышлыҡҡан, үҙе бер туҡтауһыҙ тәтелдәй:
-Уууу, һин унта күрһәәәәң... нинтәй генә төҫлөһө юҡ: сәскәлеһе, ҡошлоһо, биҙәклеһе... Сәриәләр генә алдараҡ өлгөрмәһеннәр...вәт әй, кеше шулай матур нәмәләрҙе ырғыта микән. Ялан табандарын итәк остарына тейҙереп ялтырата-ялтырата килеп тә етте етеҙбикәләр.Аһаллаға төшөп тубыҡтарына устарын ҡуйып тын алдылар ҙа тал араһында күҙҙе ҡыҙҙырып ятҡан өйөмгә яҡынлаштылар. “Ысынлап та хазина тапҡан шул Нәбирә. Мынта нинтәй генә сынаяҡ, ҡоштабаҡ, ваза ярсыҡтары юҡ! Иҫ киткес бит ә!!! Бына байлыҡ исмаһам!” Юғиһә, сүп-сар араһынан иҫкереп бөткән берәй ярсыҡ тапһаң, әллә нәмәләй күрәһең, йыуып алып, танауҙы үрә сөйөп маҡтанып йөрөйһөң әле ул. Ә мынта!!! Йыуаһы ла юҡ, тап-таҙа. Ә матурлығы...
-Рәмилә, әйҙә иң матурҙарын ғына йыяйыҡ,сәскәлекәйен, мына мин күбәләклеһен таптым, хәҙер һиңә лә шунтайын табышам. Ҡалғантары Сәриәләргә ҡалһын.
-Шайтатайыҡ. Йыйып апҡайтайыҡ та шан ҡылъяранан бүлешербеҙ ивет, ә. Миңә апайым ҡылъяранан нисек бүлешергә өйрәтте у.
Тәтелдәй-тәтелдәй ҡыҙҙар итәктәрен тыңҡыслап тултырып та ҡуйҙы. “Эх, ошонтағы бөтә ватыҡ сынаяҡтарҙы ла алып ҡайтып булһын ине. Тәтәй йыйыйштырып уйнағанда, иң матуры уларҙыҡы буласаҡ”. Бөгөнгө табыштарына ҡәнәғәт балалар яйлап ҡына ҡайтыу яғына ыңғайланылар. Уйынсыҡ өйҙәрен нисек биҙәйәсәктәрен күҙ алдына килтереп, хыялланып, маһая биреп баяғы өй нигеҙендәге өйкөмгә килтереп ауҙарғас, ысынлап та донъялағы иң бай һәм бәхетле кеше итеп тойоп ярсыҡтарҙан тишкесләнеп бөткән итәктәрен ҡаҡҡылап нигеҙ буйына аяҡтарын һалындырҙылар. Хәҙер көн дә була торған кәсептәрен башлаясаҡтар, бөгөн был кәсеп үтә лә ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс буласаҡ.
-Рәмилә, мин үҙемтең иҫке ярсыҡтарымты теге илаҡ Нәжиәгә бирәм, үҙе бер нәмә тапмай, арттан ҡалмай мыжый ҙа йөрөй бит, йәнте көйҙөрөп.
-Мин тә уға бирәм тә ҡуям, әйҙә шатланһын ивет. Әтеү , береһе лә уны уйнатмай, ҡунаҡҡа ла саҡырмай. Өләсәйем әйтә: “Бер етемде һөйөндөрһәң, сауап була”-ти.
Ҡыҙҙар уйынсыҡ өйҙәрендәге бөтә иҫке-моҫҡоно һыпырып бер ҡумтаға тултырып, бөгөнгө табылған хазинаның бөртөктәрен теҙә башлауға, Сәриәләр ҙә килеп етте, уларға мыжыҡ Нәжиә лә эйәргәйне. Төрлө сағыу сәскәле сынаяҡ ярсыҡтарынан ҡыҙҙарҙың күҙҙәре ҡамашты, ә Нәжиә ҡулына ҡумта тотторғастар, ни тип әйтергә лә белмәй, йәй буйына күлдәксән һыу инеүҙән төҫө уңалып таушалып бөткән күлдәген ялпылдатып йорто яғына йүгерҙе. Сәриәләр бындай хазинаның тал араһындалығын белеү менән, табандарын ялтыраттылар.
Рәмилә менән Нәбирә уйынсыҡ өйҙәрендә сөкөрләшеп сәй эскәндә башҡа ҡыҙҙарҙың да тулы итәктәре урам аша күренеп ҡалды.
-Иртә торорға кәрәк ине ивет, Рәмилә, мына беҙ иртә торғас, сынаяҡ ярсыҡларының иң матурҙарына үҙебеҙ өлгөрҙөк,-тип тел сыртлатып ҡуйҙы тәтелдәк Нәбирә.
-Өләсәйем гел әйтә: Алла бауай бәхетте иртәнсаҡ өләшә ти.
-Эйе, минең өләсәйем тә шунтай ҡыҙыҡ хәбәрҙәр һөйләп ҡуя ул. Аҡ менән ҡара, шатлыҡ менән ҡайғы, мөхәббәт менән нәфрәт гел бергә йөрөйҙәр ти. Әле беҙҙең эргәлә тик бәхет тә шатлыҡ ҡына ивет.
-Эйеее.
-Ҡарале, Рәмилә, кем шундай матур сынаяҡтарҙы селпәрәмә килтерҙе икән ул әй? Беҙ өйөбөҙҙәге төҫө һарғайып бөткән эстәкәнде лә хатта ташламайбыҙ. Әсәйем кәрәк булыр ти.
-Була инде шундай кешеләр, олатайым ундайҙарҙы туйып ҡоторалар ти. Ана бит, беҙ ҙә бөгөн туйып ҡотороп алдыҡ. Яңы ярсыҡтар тапғайныҡ, иҫкеләренән һә тигәнсе ҡотолдоҡ-мыжыҡҡа тоттороп ҡайтарҙыҡ. Ҡыҙҙар үләндә тәгәрәп-тәгәрәп көлөштөләр.
Шулай балалар шатлығы менән тыуҙы бөгөнгө таң ауылдың Таллы урамында. Таң-яңы көн, яңы ваҡиғалар теҙмәһе булғанғамы, күңелгә өмөт үрә бит ул. Ә төн? Төнөн бик күп ҡоштар хатта тынып ҡала. Төн үҙенең шомлолоғо менән йөрәктәрҙе болоҡһотһа, серлелеге менән ылыҡтыра ла. Таллы урамында бөгөнгө төн дә башҡаларына оҡшаманы ...
Ирзат Гөлнурҙы күрше ауылдан һоратты. Район үҙәгенә барғанда автобуста осратып оҡшатҡайны, ғүмерлеккә ғашиҡ булды ла ҡуйҙы. Аҙ һүҙле, оялсан Гөлнурҙың сихри ҡарашы Ирзатты һәр кис ауылына әйҙәп тороусы көскә әүерелде.Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға өйрәнгән зат булғанғамы, ағаһы менән еңгәһе балаҡтарын ҡыҫтырып яусылап алып та ҡайттылар. Гөлнурҙың әрмегә киткән класташы барлығы ла туҡтатманы Ирзатты, киреһенсә, этәргес булды ла, шикелле. Оҙатып, вәғәҙә биреп ҡалмаһа ла, Рәфис әллә ҡасан Гөлнурға күҙ ташлап ҡуйғайны инде. Ҡыҙлы йортҡа ҡырҡ ат бәйләнер, тип хаҡ бесеп ҡараған атаһы ла әллә ни ҡаршылашманы, Гөлнур үҙе лә риза ғына булғас, тәүәкәлләнеләр. Теге юлы Ирзаттың сая ҡараштары уның да йөрәгенең сәбенә тейгәйне. Әрменән ҡайтып, өй күтәреп, донъя көтөргә маһир, буйға-һынға ҡарағайҙай Ирзатҡа ауылдаш ҡыҙҙарҙан да күҙ ташлаусылар аҙ булманы. Ә ул бына шулай ҡап-ҡара күҙле, асыҡ һор төҫлө оҙон сәсле, һығылып торған билле Гөлнурын ғүмерлек юлдаш итте. Шулай тиҙ арала никахлашыуҙарында Ирзаттың тәүәкәллеге, тотҡан ерҙән һындыра торған саялығы, ниндәйҙер кимәлдә ҡыҙыу ҡанлылығы ла булышлыҡ иткәндер. Исеменә күрә есеме, ата-әсәһе лә ана ниндәй исем менән бүләкләгәндәр бит тыумыштан. Мөхәббәт утында бергә дөрләп, бик күптәрҙе һөйөндөрөп йәшәп китте ике йөрәк. Туй үткәс, һап-һары бүрәнәләре менән әллә ҡайҙан саҡырып торған йорттарына йыһаз алып та ултыртҡас, мөхәббәт оялары йәм биреп, йылмайып, бәхет бөркөп торҙо. “Берегеҙ ут булғанда, икенсегеҙ һыу булығыҙ!”-тигән теләктәр тап Ирзат менән Гөлнур өсөн әйтелде. Һөйгәненең эштән ҡайтыуына өйөн ялт итеп йыйыштырып, тәмле аштар, яҡты йөҙ менән ҡаршылаған Гөлнурына көндән-көн нығыраҡ ғашиҡ булды Ирзат. Йөрәге һис кенә лә яңылышмаған икән, бер күреүҙән үк бына һинең бәхетең тип, күкрәген йыртырҙай булып типкәйне бит. Көндәлек тормош, ваҡ мәшәҡәт ундай хистәрҙе һүрелдерәлер ул тигәндәргә, был ике йөрәктең һөйөүе яуап булып һайраны. Ир менән ҡатын бер-береһеҙ донъяны күҙ алдына ла килтермәйҙәр ине инде. Йәшәүҙәренә йыл ғына булыуына ҡарамаҫтан, ҡура тулы мал-тыуар, ихата тулы ҡош-ҡорт, баҡса тулы йәшелсә-емеш.
-Гөлнурым, һин Рәфисте әрмегә киткәнендә оҙатып, көтөргә вәғәҙәләп ҡалғайныңмы?- инде йылдан ашыу йөрәген өйкәгән һорауын ярып һалды тура һүҙле Ирзат.
-Юҡсы, Беҙ уның менән класташтар булдыҡ бит, бер партала ултырҙыҡ. Әрмегә киткәндә ул мине оҙатырға өгөтләгәйне, мин риза булманым. Ул минең өсөн бары тик дуҫ ҡына бит ул,- тип хихылдап эсендәгеһен тышҡа сығарып түкте һөйгәне лә.
-Мин һине бер кемгә лә бирмәйем, Гөлнурым!-тип ҡосағына ҡыҫты бәһлеүән.
-Миңә һинән башҡа бер кем дә кәрәкмәй,-тип наҙланып һыйынды нескәбил.
“Ул минең өсөн бары тик дуҫ ҡына... дуҫ ҡына...”
Оло һыйырҙары февралдә үк быҙауланы йәштәрҙең, ә бына тусалары ниңәлер һуңланы. Әллә йәш мал булғанғамы, майҙа саҡ быҙауларға йыйына. Инде йәшел үлән төртөп, башҡа малдар йәш үләндән ауыҙ иткәндә, Сыбарҡай аҙбарҙа тора. Йәлләп ҡуя малҡайын Гөлнур, иғтибарһыҙ ҡалдырмай бер ҙә. Көн тип тормай, төн тип тормай, һә тигәнсе эргәһенә сығып әйләнә. Харап булып ҡуймаһын һәүкәшкәйе. Бөгәсә лә күҙенә йоҡо инмәне. Етмәһә, йөрәккә шом һалып, эргәләге урманда бүреләр олой, төн еткәнен көтөп кенә торалар. Быйылғы ҡыш ныҡ һыуыҡ булып оҙаҡҡа һуҙылғанға, улары ла аслыҡтан тилмерә. Ҡасан ғына туйырҙар ҙа, ҡасан ғына өндәре тығылыр инде шул йәшәмәгерҙәрҙең. Ана тағы башланылар. Эштән арып ҡайтып бер нәмә белмәй йоҡлаған иренең эргәһенән шым ғына тороп китте Гөлнур. Сыбарҡайын ҡарап инһен. Кистән ауырып торғандай ине. Бүре тауыштарын ишетеп тә ҡурҡып тормаһын, йәш мал бит. Ҡулына фонарен тотҡан ҡатын тышҡа сығыу менән яҙғы һалҡын һауа килеп бәрелде, тын алыуҙары киңәйеп, кәйефе күтәрелеп китте.
Рәхәтләнеп кирелеп алғас, тәндең һәр күҙәнәге тын алып киткәндәй булды, бүре олоуҙары түгел, тартай тауышы һәм яңы уяна башлаған һандуғас һайрауы ишетелде уға. Көйләй-көйләй һарайға яҡынлашҡас, оя эсендә өзләгән тауыш ишетте. Йөрәге һиҙеп сыҡҡан икән шул – Сыбарҡайының күҙҙәре атылып сығырҙай булған, быҙау тыуымға килгән. Малҡай әллә кеше килеп ингәнгәме, әллә фонарь яҡтыһынамы ризаһыҙлыҡ белдереп оя буйлап шәп-шәп атлап йөрөй башланы. Был күренешкә аптырап ҡалған тәжрибәһеҙ Гөлнур тиҙ генә ике өй аша йәшәгән Фәрхинур әбейгә йүгерҙе. Оло кешенең йоҡоһо һаҡ булһа ла, кейенеп тышҡа сыҡҡансы бер быуат үткәндәй тойолдо Гөлнурға. Көтһәң, ваҡыт оҙаҡ үтә бит. Фәрхинур әбей ояға һаҡ ҡына инергә бойорҙо, үҙе доғаларын уҡый-уҡый һәүкәште тынысландырырға тырышты. Ҡоро бесән килтереп һалғас, еңен беләгенә тиклем төрөп ипләп кенә быҙауҡайға ярҙам ҡулын һуҙҙы.
-Тыуымға дөрөҫ килмәгән быҙауҡайыбыҙ, килен. Өркөткәнһең һәүкәште. Йәш мал шулай үрәпсей ҙә китә ул, алай ҙа бергәләп сыҡмағанһығыҙ. Ир кешене күрһә, бигерәк яратмай улар. Йә, ярай, хәҙер бер әмәлен табырбыҙ,- тип бисмиллалап белгән эшен башҡарҙы оло кеше.
-Гөлнур, Гөлнур!!!- тертләп уянған Ирзат эргәһендә ҡатыны булмағас, аптырап китһә лә тиҙ тынысланды. Сыбарҡайын ҡарайҙыр. Ошо арала гел шулайта. Бигерәк мал йәнле инде һөйгәне. Уф, әллә ниндәй төш күрҙесе... Бына ғәжәп. Ҡайһы бер төштәрҙе ғүмер буйы онотмайһың, ә быныһы хатта уянғас та иҫләп булмай. Йә, ярай әллә ни мөһим түгелдер әле төшө. Бынау бүреләре ялҡытты. Әллә ниңә ауыл эргәһенән китмәйҙәр. Тамаҡ тамуҡҡа алып килә тигәндәй инде. Бәй, ҡайҙа оҙаҡлай Гөлнуры? Урыны ла һыуынып бөткән, тимәк сығыуына ла апаруҡ ваҡыт үткән. Башына ҡылт итеп төрлө уйҙар төштө Ирзаттың. “Беҙ уның менән дуҫтар...дуҫтар...” Һы, ул тиклем оҙаҡлап нимә эшләмәк кәрәк? Әллә?
-Гөлнур! Гөлнур!- ишекте асып ҡысҡырып та яуап алмағас, Ирзат кейенеп ихатаға сыҡты. Туҡта, ниндәй тауыштар сыға һарай яғынан? Ҡан баҫымы күтәрелеп күҙе күсәренән осорҙай булып ҡыҙып китте йәш ир. Ни ғәләмәт!? Төн уртаһында ояла ниндәй сөкөрләшеүҙәр ти ул? Әллә? Үҙ уйҙарынан үҙе уйылып китерҙәй булып аҙбар ҡапҡаһы яғына яҡынлашты ул. Шик-шөбһәләр ағымы йөрәген ярһытып, ысынбарлыҡты ҡабул итмәҫлек хәлгә еткерҙе. Сөкөрләшәләр... Икәү...Моғайын, класташы...дуҫы...һы...
-Хәҙер мин һеҙҙе...
Ярһыған, күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән Ирзат ҡорал һаҡлағысының асҡысын серванттағы һауыт-һаба эсенән эҙләй башланы. Бер ҡайҙа ла тапмағас, асыу-ярһыу, бөтә сынаяҡтарҙы һыпырып төшөрҙө. Әрнеү -сыңлауҙар сығарып иҙәнгә төшөп берәм-берәм ярылған сынаяҡ-ҡоштабаҡтар араһынан, ауыр тимер тауышы ишеттереп килеп сыҡҡан асҡысты ала һалып сығып та китте. Ҡушкөбәген яһаулы ғына тота ошо арала. Бүре-фәлән ауыл малына баҫышһа, әҙер торһон. Оҙон-оҙон баҫып һарай эргәһенә килеп туҡтаған, ҡыҙыулыҡтан сикә тамырҙары ярылырҙай булып типкән Ирзат, оя эсендәге наҙлы сөкөрләшеүҙе ишетеү менән : “Әле эшегеҙ шулаймы!!!” тигән тауыш менән ишекте асып та ебәрҙе, һарай эсендәге күренеште лә аңланы, әммә... Әммә тәтеләге бармаҡ аң менән ҡараш , йөрәк менән мейе арауығын һанап тормағайны инде. Мылтыҡтағы патрон Ирзаттың ҡан һауған күҙҙәре менән томаланған аңына ҡарағанда етеҙерәк булып сыҡты. Мылтыҡ атылды...
Бер мәлгә бөтә донъя йәһәннәмгә осҡандай булды. Күҙҙәр инде ҡан менән түгел төтөн менән томаланғайны. Ҡолаҡтар сыңлай, бер нәмә лә ишетелмәй. Күпме ваҡыт үткәндер, һарай бүрәнәләре буйлап бөгөлөп төшкән Ирзаттың күҙ алдында төтөн таралғас шундай ҡот осҡос күренеш асылды: Гөлнур фонарын ҡосаҡлаған да ҡатып ҡалған, Фәрхинур әбей өйөлгән бесән өҫтөнә тәгәрләгән, ә Сыбарҡай... аҡ елендәренән һөт урынына ҡан ағыҙып, һарай
мөйөшөндә ята. Ике алғы тояғы менән мороно ғына күренеп өлгөргән быҙау йәнһеҙ ҡатып ҡалған.
Ауылға таралманы был хәбәр. Фәрхинур әбей ҙә бик аҡыллы, донъяны күргән оло кеше булғанғамы, ауыртҡан аяғында аҡһап, өнһөҙ генә ҡайтып ятты. Ирзат үҙ ҡылығына үҙе ышанмай таң атҡансы бер туҡтауһыҙ йөрөнө. Гөлнур һәүкәшенең йәнһеҙ кәүҙәһенә илауҙан шешенгән күҙҙәрен йыуып өйгә ингәндә иҙән тулып ятҡан сынаяҡ ярсыҡтары биҙрәгә тултырған һайын уға ҡушылып илағандай сеңләштеләр.
Ә Ирзат үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, лапаҫҡа, унан мунсаға инеп һыуыҡ һыу менән битен йыуҙы, таң атмаҫ элек был эштең эҙҙәрен йыуырға кәрәк тигән фекергә килде. Бер тамсы ҡаны ла ҡалмаһын. Гөлнуры һарайға сыҡҡанда күреп йөрәгенә ауыр алмаһын. Вәт диуана!!! Дуҫы менән имеш... Уның Гөлнуры- күҙ нуры шулай хыянат итә аламы һуң! Вәт диуана! Атын егеп, Сыбарҡайҙы арбаға тейәп, урманға йәһәтләне. Юл ыңғайы ике биҙрә ватыҡ сынаяҡтарҙы ла талдар араһына бушатып ҡайтты. Уларына ғына ҡалһа, алыр, һатып алыр. Унан да матурыраҡтарын, сағыуыраҡтарын һатып алыр. Баш һау булһа, мал табылыр. Тик бына Гөлнуры ғына ғәфү итә күрһен.
Тып-тын ҡалған өйөнә ҡайтҡанда таң һыҙылып, ҡояштың тәүге нурҙары буш серванттың быялалары менән уйнай ине. Бөтә донъя тынып ҡалған, хатта нисә көн маҙаны китәргән бүре олоуы ла бөткән-Сыбарҡай бик мул ғына һый булды инде асҡарғаларға. Башлап һүҙ ҡушыусы булманы бөгөнгө иртәлә, тын ғына ултырып сәй эстеләр. Һәр ҡайһыһы ни турала уйланғандыр...Сәрелдәп ирешеп, тәмһеҙләшкәнсе, был осраҡта шымып ҡалыуҙы өҫтөнөрәк күрҙе Гөлнур. Их, исмаһам, туҙҙырып ирешеп, һыпыртып әрләп ташлаһа, күңелгә рәхәтерәк булыр ине лә бит, тип фекерләне Ирзат. Ошондай мәлдәр теге баяғы төш кеүек күҙ асып йомғансы онотолһон да ҡуйһын ине лә ул...Күрәһең, кеше шундай ғазаплы саҡтарҙы тәрәнерәк кисерһен өсөн, кисерһен дә башҡаса ҡабатламаһын өсөн ошондай тынлыҡтар кәрәктер ҙә инде.
-1 °С
Болотло