Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
27 Февраль 2021, 00:00

Яҙмыш һуҡмағы

Төндә тулғаҡ тотоп ауырып киткән Әминә таңға малай тапты, хәл кергәс бәпесен түшенә ҡыҫып йоҡлап киткән Әминә, уянғанда бәпес юҡ ине, табып юғалтты улын... Илап һораһа ла әбей өндәшмәне бер һүҙ. Ике көндән атаһы килеп Әминәне алып ҡайтып китте.

Табыр көндә етеп килә күрәһең, көндән көн нығыраҡ тулай, кем генә тыуыр икән, ҡыҙмы, малаймы? Кем тип исем ҡушырбыҙ бәләкәсемә? Гонаһыҙ сабыйымды күргәс атайым да йомшарыр, ҡайтайыҡ ҡыҙым тип алып ҡайтыр үҙе менән, әсәйем ни хәл икән, көтөп арығандыр инде беҙҙе күптән....
Әминә инде арыу ғына ҙур ҡорһағын ҡосаҡлап, уйы менән эсендәге бәпесенә өндәште. Уның бында һөйләшер, кәңәш һорар кешеһе лә юҡ шул. Йә бынауы ҡарт ҡорҡа ла һөйләшмәй исмаһам. Белгән һүҙе: – Тышҡа сығып, кеше күҙенә күренеп йөрөмә!
Әминә, күҙенә төшөрөп бәйләп ябынған яулыҡлы, зәңгәр күҙле, йөҙөн һырҙар баҫҡан әбейҙең кем икәнен дә белмәй. Ҡарт әбейҙәр аҡ яулыҡ ябынып, йөҙҙәрен һырҙар баҫһа ла матур күренә торғайнылар, был инде бигерәк ҡурҡыныс, уның ут янған зәңгәр күҙҙәре шул тиклем уҫал, ҡарашынан һалҡынлыҡ бәрелә. Уларға бер кем килмәй, үҙҙәре лә сығып бер ҡайҙа йөрөмәйҙәр. Бында ул инде нисә көн, нисә ай йәшәйҙер, билдәһеҙ, көнө менән төнө буталды, иҫәп-хисап тигән нимәне юғалтты. Тәүҙәрәк бигерәк ауыр булды, һөйгәненең үлеме, атаһының ҡотороноп күн ҡайыш менән уны ярыуы, ҡыҙыңа өйрәтмәгәнһең, ғәрлек, кейәүгә сыҡмаған 17 йәшлек ҡыҙың ауырлы, ояты ней тора, ғиверәт тип, әсәһен иҙәндә сәсенән һөйрәкләп йөрөтөп туҡмауҙары иҫенә төшөп йонсотто, мәрхүм булған Әхәтен һағынып төндәрен йоҡламаны. Ваҡыт үтеү менән барыһына ла күнде, Әхәттең кире ҡайтмаҫын аңлап, сабый тыуһа, атайымдың да күңеле йомшарып, ҡартатай булдым тип ҡыуаныр, ғәфү итер бер бөртөк ҡыҙын тип өмөтләнде....
– Әхәт, атайым белһә үлтерер инде, беҙҙе лә, һине лә, – тип Әминә күҙ йәштәре аша һөйгәненә ҡараны, уның күҙҙәрендә ышаныс, яҡлау эҙләне ул.
– Әҙ генә түҙ, Әминә. Мин барып ҡалала йәшәр өсөн фатир табып эшкә урынлашам да һине ҡайтып алам, атайың менән әсәйеңдән һинең ҡулыңды һорайым, әгәр фатиха бирмәһәләр урлап алып китәм. Беҙ бергә булабыҙ. Ишетәһеңме бәләкәс, беҙ бергә булырға тейешбеҙ, беҙҙең бәпес тыуа, беҙ бәхетле булырбыҙ.
Был һөйләшеү, был осрашыу уларҙың һуңғы төнө, һуңғы бәхетле минуттары ине. Хыялдар тормошҡа ашманы... Ҡайтыр юлда билдәһеҙ кеше Әхәтте машина менән төкөп китә, Әхәт атай булып өлгөрмәй, был донъянан мәңгелеккә китеп бара....
Был хәбәрҙе ишетеп Әминә иҫһеҙ ҡолай, ашауҙан яҙа. Бер аҙ хәл кергәс, үҙенә яҡлау эҙләп, ҡурҡа-ҡурҡа ғына әсәһенә үҙенең ауырлы икәнен һөйләй. Әсә кеше аңлай ҙа ул ҡыҙының хәлен, тик иренә әйтмәйенсә бер нимә эшләй алмағанын белә, иренә инәлеп-ялбарып илап үтенһә лә, ҡаты ҡуллы уҫал ир тыныс ҡала алмай, иң тәүҙә ул ажғырып ҡатынына өлөш сығара, сәсенән һөйрәп иҙәндә типкеләй, әлһерәп ҡанға батҡан ҡатынын аша атлап сөйҙәге ҡайышты алып ҡыҙы бүлмәһенә үтә. Был минуттарҙа ул ҡыҙыл сепрәк күреп ярһыған үгеҙ хәлендә ине...
Өйҙә мәйет тынлығы. Үҙ-ара бер кем һөйләшмәй, атай кеше ҡыҙы ҡатыны менән бер өҫтәл артына ултырып тамаҡ та ашамай, әллә ғәрләнә бер бөртөк ҡыҙының шундай хәлдә ҡалыуына, әллә ерәнә. Ул төндәрен йоҡламай йөрөп сыға.
Бер көн таң атыр атмаҫтан Әминәне төртөп уятты: – Тор, юлға йыйын, тиҙерәк ҡылан, тип. Әминәнең: – Ҡайҙа? – тигән һорауына яуап биреп торманы. Күҙ йәштәрен һөртә-һөртә әсә юлға әҙерләште, йылы ойоҡбаштар, дебет шәл бирҙе: – Балам, түҙ, сабыр бул, үтер барыһы ла, үҙеңде һаҡла, үҙ атайың насарлыҡ теләмәйҙер әле, быныһы юлға, асыҡҡанда ашап алырһығыҙ. Мин белмәйем барыр юлығыҙ оҙонмо юҡмы, әммә кире ҡайтырыңа ышанам, – тип тамаҡ һалынған айырым төйөнсөгөн һуҙҙы.
Таң һыҙылғанда улар юлда инеләр. Тау-таш араһынан арба юлынан улар оҙаҡ барҙылар, юл буйына Бер-береһенә һүҙ өндәшеүсе булманы, арба тәгәрмәстәре генә туҡтауһыҙ шығырланы Әминәнең йәненә тейеп. Ҡараңғы төшөп бер аҙ ваҡыт үткәс кенә улар бер ауылға туҡтанылар, ауыл да түгел инде, ташландыҡ бер нисә генә өй.
Уларҙы башына ҡара яулыҡ ябынған ҡарт ҡына әбекәй ҡаршы алды, әбей менән атаһы оҙаҡ ҡына һөйләштеләр пыш-пыш килеп. Нимә тураһында һөйләшкәндәрҙер Әминәгә ҡараңғы. Хушлашып та тормай атай кеше ҡайтыр юлға ҡабаланды, шул көндән алып Әминә ошо әбей ҡулында, артабанғы яҙмышы нисек хәл ителер...
Төндә тулғаҡ тотоп ауырып киткән Әминә таңға малай тапты, хәл кергәс бәпесен түшенә ҡыҫып йоҡлап киткән Әминә, уянғанда бәпес юҡ ине, табып юғалтты улын...
Илап һораһа ла әбей өндәшмәне бер һүҙ. Ике көндән атаһы килеп Әминәне алып ҡайтып китте.
Йылдар үтһә лә был булған хәлдәр онотолманы,улының тере икәненә, ҡасанда булһа бер осрашырҙарына өмөт өҙөлмәне Әминәнең. Таба ул улғынаһын. Эҙләп табып тағы юғалта. Был юлы инде мәңгелеккә.
Бай ғына иргә кейәүгә сыҡҡан Әминә бәхетһеҙ. Ирҙең балаһы булмай. Уллыҡҡа ете ят баланы алырға теләмәй,дауаланыу файҙаһыҙ. Сит баланы алып үҫтерергә теләмәгән иргә ҡасандыр булған хәлде, юғалтҡан улы тураһында һөйләү мөмкин түгел икәне көн кеүек асыҡ. Улар шулай бай етеш тормошта егерме йылға яҡын ғүмер кисереп өлгөрәләр. Ҡапыл ғына йөрәк сиренән ире вафат булғас Әминә эҙләй башлай улын. Хәҙер инде өлкәнәйгән атаһы ейәнен нисек, ҡайһы балалар йортона ҡалдырыуын һөйләп бирә. Ҡайҙа хәйлә менән, ҡайҙа аҡса төртөп Әминә улының эҙенә төшә.
Тәү күргәс тә таный ул уны,Әхәтенең тере сағымы ней, һуйған да ҡаплаған тиерһең, улай ҙа кеше оҡшар атаһына... Әммә яҡын барырға, башлап һүҙ ҡушырға ҡыймай.
Улынын йөрөгән юлдарын,өйөнә илткән һуҡмағын әҙ тапаламай Әминә. Ситтән күҙәтеп, улында урам тәрбиәһе икәнен аңлай, тиҙ генә ҡыҙып барыусан, эсергә һуғышырға ярата икәнен белеп тә яҡынлаша алмай, ҡурҡа ул. Урам һуғышының береһенән һуң улы төрмәгә эләгә. Ул ваҡытта ла Әминә яҡын бармай, танытмай үҙен, ултырып сыҡһа аңлашырбыҙ, тип үҙенсә уйлай. Төпсөнөп, тикшеренеп йөрөй торғас, улының үҙе кеүек етем ҡыҙ менән йәшәүен, уға йыш ҡына ҡул күтәреүен, хәҙерге көндә ҡыҙҙың ауырлы, баланы табып дауаханала ҡалдырырға теләүен белә. Үҙенең кем икәнлеген әйтмәй, ысын йөҙөн асмай ғына ҡыҙ менән дуҫлаша, иң яҡшы табиптарға йөрөтә, аҡса менән ярҙам итә. Ҡыҙ баланы тапҡан саҡта ла янында була, атаһына оҡшап торған ейәнен нисек инде яҙмыш юлында ҡалдырһын, әлбиттә, үҙенә уллыҡҡа ала, шуның өсөн генә бит ул етем ҡыҙ менән дуҫлаша ла инде. Ҡыҙға ҙур ғына күләмдә аҡса биреп алыҫыраҡ ҡасырға өндәй.
Бала табып та әсәй булып өлгөрмәгән Әминә бәләкәс ейәненә әсәй була. Йылдар үткәс балаға дөрөҫөн һөйләргә ҡатындың батырсылығы етерме, юҡмы, билдәһеҙ.
Улы төрмәнән сыҡмай, әллә үҙе үлә, әллә үлтерәләр. Бер кемдә дөрөҫлөк эҙләп тикшеренеп тә йөрөмәй.
https://vk.com/public183747604
Читайте нас: