Бөтә яңылыҡтар

Беренсе һәм һуңғы мөхәббәт

Иртәгәһен Илдар көндөҙ килде, Гөлназ сыҡманы ла, һөйләшмәне лә, кис тағы шул уҡ хәл, өс төн ҡапҡа төбөндә Гөлназды көтөп, һөйләшеп аңлаша алмаған Илдар ҡалаға ҡайтып китте, юлдары айырылды йәштәрҙең...

Эээй ошо район үҙәгенә, эш менән килһәң бер нимәгә өлгөрөп булмай. Нисек өлгөрәһең инде, автобус төш етеүгә барып етә саҡ, төштән һуң сәғәт биш булһа кире ҡайтырға сыға. Өлгөрһәң эшеңде эш итеп, өлгөрәһең, өлгөрмәһәң ике көндән тағы киләһең инде.
Нисә килһәң дә ошо нотариусҡа һыу буйындай сират, теге көн дә килеп, сират көтөп ала алмай ҡайтып киткәйне Гөлназ, бөгөн нисек тә эшемде бөтөп ҡайтыр кәрәк, ҡырҡмаһа ҡырҡ тапҡыр йөрөп булмаҫ, тип үҙ сираты тиҙ етмәҫ икәнен белгәс, эргәләге бәләкәй генә кафеға инеп сәй эсеп алырға уйланы.
Нисектер ваҡыт үткәрергә кәрәк бит, бер стакан сәй менән бер кәбеҫтәле пирәжки алып, бәләкәй сумкаһынан юл ыңғайы һатып алған төҫлө журналды сығарып уҡырға кереште. Ҡаршылағы өҫтәлдә бер ғаилә әбит ашай, 30-35 йәштәр тирәһендәге ир менән ҡатын, бер-береһенә һыу тамсыһы кеүек оҡшаған ике игеҙәк ҡыҙҙары туҡтауһыҙ хәбәр һөйләйҙәр, сырҡылдағы сығып көләләр. Гөлназ юҡ-юҡта улар яғына күҙ ташлап ала, атай, ә һин беләһеңме, әсәй, һин күрҙеңме кеүегерәк һорауҙарына ҡыҙҙарҙың, ата-әсәһе телефондан айырылмай ғына, эйе йәки юҡ тигән һорауҙар менән генә яуап биреүҙәре йәненә тейә уның. – Иих минең улым йәки шундай көләккәс ҡыҙҙарым булһа, булған эшемде ташлап һөйләшер, кәрәк икән улар менән бергә уйнар ҙа, уларҙың һәр ҡыуанысын уртаҡлашыр, яңылыш ҡолап илаһалар йыуатыр ҙа инеем. Юҡ шул, хыялымда ғына әсәй булырға яҙған миңә күрәһең, тип тағы уфтанды ул.Шулай әҙме күпме ваҡыт үткәс, тағы бер тегеләр яғына күҙ һалды. Ҡулына телефонын тотоп, атай кеше тишерҙәй булып Гөлназға текәлгән. Ҡараштар осрашҡас Гөлназ үҙ-үҙенә урын тапмай, ни эшләргә белмәй тағы журналына төбәлде, ҡул сәғәтенә күҙ һалып алды. Ваҡыттың үтмәүе йәнде көйҙөрә, теге ир һаман күҙен алмай текләй. Гөлназ үҙен нисектер уңайһыҙ тойоп, сығырға тип йыйына башлағас, ир кеше урынынан тороп уның яғына ыңғайланы. Туҡтап тормай ғына өҫтәлдә бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәге ҡалдырып, артабан атланы, ул арала ҡатын кеше: – Ҡыҙҙар, йыйынығыҙ, беҙгә ҡуҙғалырға ваҡыт, – тип ашыҡ-бошоҡ әйберҙәрен йыйып урынынан торҙо. Ҡағыҙ киҫәгендә ни бары өс һүҙ, өс кенә һүҙ йәш ҡатынды үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп йәшлек йылдарына әйҙәне: "шылтырат, көтәм. Илдар" Һәм телефон номеры".....
Ах, бына кем миңә шулай, ҡарашы менән өтөп алырҙай итеп текәлгән.... Илдар... Нисә йылдар үткәс... Хәҙер, бөгөн килеп тағы нимәгә шылтыратырға һорай, юҡ бер тырмаға ике тапҡыр баҫырға башыма тай типмәгән әле... Инде нисә йыл үтте, нисәмә бәхетһеҙ йылдар, йоҡоһоҙ төндәр... Йөрәгемдә мөхәббәттән ҡалған ҡуҙлы эҙҙәр бөтәшеп барғанда нимәгә яраларын тағы яңыртырға...
Гөлназға 17 йәш, күҙҙәренән нур һибеп торған, шишмә тауышындай селтерләтеп кенә көлгән, алсаҡ күңелсәк, һәр ваҡыт уйындың уртаһында йөрөгән ҡыҙҙы ҡаланан ялға килгән Илдар киске уйындан һуң оҙатырға тәҡдим итә. Ауыл урамынан йәштәр тарала, кемдәр парлашып, кемдәр төнгө тынлыҡты боҙоп шаярып көлөп, кемдәр яңғыҙ ғына ҡайтыу яғына ыңғайлай. Бер аҙ шау-гөр килеп торған урам тағы тынып ҡала. Беренсе кис танышып, кем ҡайҙа уҡый, киләсәккә ниндәй өмөттәр менән йәшәү тураһында һөйләшеп, иртәгә тағы осрашырға һүҙ бирешеп Гөлназ менән Илдар ҙа хушлаша. Йәштәр араһында мөхәббәт уты тоҡана, улар ҡосаҡлашып таң ҡаршылап ҡына түгел, әҙ генә ваҡыттары булһа көндөҙ ҙә осрашып өлгөрәләр. Ваҡыт тигәнең елеп үтеп бара, бигерәк тә ғашиҡтар өсөн. Таң атҡанда: – Әсәйем әрләшер, ҡайтайым, – тигән Гөлназды, “тағы биш кенә минут” тип Илдар үҙ ҡосағына тарта, уларҙың һөйләшер һүҙҙәре лә юҡ, ғашиҡтарға һүҙҙәр кәрәкме ней, ике йөрәк бергә типһә, ирендәр бер-береһен табышһа, башҡаса бер ни кәрәк түгел...
Бөгөн Илдар нисектер үҙен айырыуса иркен тотто, юҡ-барға тауышланып, башҡа егеттәргә ҡыҙғанып Гөлназдың кәйефен бөтөнләй юҡҡа сығарҙы. Ваҡыт әле иртә булһа ла, башым ауырта тигән һылтау менән өйгә табан ыңғайланы Гөлназ яңғыҙы. Ярты юлда ҡыуып еткән Илдар башта, кем менән осрашырға һөйләшеп, миңә әйтмәй яңғыҙ ҡайтып бараһың тип бәйләнде, аҙаҡ "ғәфү ит, Гөлназ, башҡаса улай ҡыланмам, ҡабаланма, йөрөп киләйек"тип инәлде. Көндәгесә йәштәр етәкләшеп ауыл осона, ҡайынлыҡҡа ҡарай атланылар.
Бөгөн бер Гөлназ ғына түгел, әйтерһең бөтә ауыл кәйефһеҙ, тып-тыныс. Илдар ҙа ниңәлер тынып ҡалды, көндәгесә көләмәстәр һөйләп көлдөрөп, минут һайын "яратам һине"тип үбешергә ынтылмай,
Ҡайынлыҡҡа барып етеп, "Бәләкәсем, яратам һине, башҡаларға күҙ һирпеп кенә ҡараһаң да көнләшәм бит"тип ҡосаҡлағас ҡына Гөлназ унан килгән араҡы еҫен һиҙеп ҡалды."Һин эскәнһең, ҡайтырға кәрәк" тип ул ашыға башланы, әллә күңеле менән һиҙҙе насар хәл булырын, әллә ысынлап ҡурҡты һуҡмыш Илдарҙан.
Ҡала егете тиҙ генә бирешеп бара торғандарҙан түгел шул,"мин һине яратам, һин минеке булырға тейеш"тип һығып ҡосаҡлап Гөлназды үбергә кереште, әрһеҙләшеп ҡулдарына ирек бирҙе. Ни тиклем күҙ йәштәре аша инәлеп, ялбарып,"теймә миңә, Илдар"тигән Гөлназды ул ишетергә теләмәне, көсләшеп, ун ете йәшлек ҡыҙ баланы үҙенеке итте."Илама, мин бит һине яратам, һиңә булған хистәремде тыйып тота алманым, ғәфү ит. Беҙ бергә булабыҙ барыбер, мин һиңә өйләнәм, илама һылыу", – тип йыуатты... Гөлназ уның һүҙҙәрен ишетмәне, ишетергә лә теләмәне, мөхәббәтем тип йөрөгән Илдарҙың, уның теләгенән, рөхсәтенән тыш шулай ҡыланыуы рәнйетте Гөлназды. Ул бер һүҙ әйтмәй, ҡайнар күҙ йәштәрен терһәге менән һөртә-һөртә ауылға, өйөнә ҡарай йүгерҙе." Гөлназ, туҡта, тыңла мине"тип артынан килгән Илдарҙы ул тыңларлыҡ, ишетерлек хәлдә түгел ине. Өс ай ғына дауам итеп өлгөргән ҡайнар мөхәббәт шулай юҡҡа сыҡты...
Иртәгәһен Илдар көндөҙ килде, Гөлназ сыҡманы ла, һөйләшмәне лә, кис тағы шул уҡ хәл, өс төн ҡапҡа төбөндә Гөлназды көтөп, һөйләшеп аңлаша алмаған Илдар ҡалаға ҡайтып китте, юлдары айырылды йәштәрҙең...
Гөлназ яйлап һыуынды, бөтә булған хәлдәрҙе оноторға тырышып, күңел төбөндә һаман яратыуын, мөхәббәтен көтөүен аңланы, тик бушҡа ғына, Илдар башҡаса килеп, инәлеп йөрөмәне, Гөлназдың тормошонан юғалды, бөтөнләйгә....
Үткәндәрҙе иҫләп моңайып ултырып, ваҡыттың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалған, ууй, сиратымды үткәреп ебәрҙем микән, тип ҡабаланып нотариусҡа йүгерҙе. Сират тигәне үтеп китеү түгел, әле етмәгән икән, әллә сәпсим ҡуҙғалмай ул урынынан, Гөлназға тиклем сиратта тағы ике кеше, көтһәм, автобусҡа һуңлайым инде, көтмәһәм, тағы килер кәрәк була, ҡайтырмын әле нисек тә, килеп еткән сиратымды үткәреп ебәреп булмаҫ. Мөмкинселек булғанда эшемде эш итеп ҡайтайым, көн дә иҫерек ир "ҡайҙа йөрөнөң, уйнаш итеп туйып ҡайттыңмы"тип тағы бер туҡмар инде, ярай беренсе тапҡыр түгел бит уның ҡул күтәреүе, түҙермен тағы бер юлға, тип уйлап сәғәтенә ҡарай-ҡарай түҙемһеҙләнеп сират көттө.
Теге хәлдән һуң Илдарын көтөп төңөлгәс башҡаса егеттәргә ышанмаҫ булдымы ул, берәү менән дә ысын күңелдән аралашманы. Уҡыуын бөтөп ауылға эшкә ҡайтты, кейәүгә сығыу тураһында уйлап та ҡараманы. Инде утыҙға еткәс еңгәләре, “бикәс, Һиңә кейәүгә сығырға, бала табырға кәрәк"тип көсләшеп тигәндәй уны күрше ауылдың берҙә өйләнмәгән Мансур тигән ҡырҡты уҙған ире менән таныштырып кейәүгә бирҙеләр. Тапты бала тапмай ҙа, инде нисә йыл бергәләр, ә балаға уҙманы Гөлназ. Ҡайһы ғына дауахананың ишеген шаҡыманы, анализдарҙың ниндәй генә төрөн бирмәне, "бөтәһе лә һәйбәт, ирегеҙ менән бергә килегеҙ" тинеләр.Ә Мансур,"миндә ғәйеп юҡ, фәлән ерҙә фәлән йәшлек малайым бар, һин үҙең ҡыһыр бисә" тип кәмһетеп Гөлназды бер ҡайҙа ла барырға, дауахана юлын тапаларға теләмәне, "һин миңә бала табырға теләмәйһең, мин шуға ҡайғымдан эсәм", тип һылтау итеп эсергә лә өйрәнеп алды. Эсеп ҡайтҡан Мансурға бер нисек тә ярап булмай, барыбер кәмһетеп, ҡул менән булмаһа тел менән булһа ла йәберләп ҡуя, уға ярайым тип йылмайып йөрөһә, кем күрҙе күңелеңде, нимә шатлыҡ күкәйе йоттоңмо,тип бәйләнде, өндәшмәй ҡаршы алһа, һин иреңде иртән йылмайып оҙатып, кис йылмайып ҡаршы алырға тейеш, тип тағы тауыш ҡуптарҙы. Ярай алманы Гөлназ уға, ҡаршы һүҙ әйтһә туҡмалыры көн кеүек асыҡ бит... Ундай ваҡыттарҙа йәй көнө юҡ эшен бар итеп, нисек тә шуның күҙенә күренмәҫкә тырышып ете төн уртаһына тиклем, Мансур йоҡлап киткәнсе ихатала йә баҡса ла соҡондо, ҡыш көндәре күршеләге әхирәтенә инеп төн еткерә, йәки һыуыҡ мунсала таң аттыра ине.
Гөлназдың сираты ла етте, эш сәғәте лә бөттө. Шул бер нисә бөртөк ҡағыҙға ҡул ҡуйырға була көнө буйы көтөп, автобустан тороп ҡалып та эше эш булмауына йәне көйөп ул, үткән-һүткән машинаға эләгеп булһа ла ҡайтырмын инде тип юлға сығырға ыңғайланы. Оло юлға килеп тә етте, бер машина һажлап килеп тә туҡтаны, Гөлназ хатта ҡул күтәреп өлгөрмәне. Кире уйлап ҡуҙғалып китмәһен тигән кеүек ҡабаланып машина ишегенә үрелеп рулдә Илдар икәнен күреп кире артҡа сигенде.
Илдар машинаһынан төшөп, Гөлназ ултыр әйҙә, ауылыңа илтеп ҡуям, бер бәләкәй бала-саға һымаҡ ҡыланма, инде күпме йылдар үтте, һөйләшәйек аңлашайыҡ, тип инәлде. Гөлназға һүҙһеҙ генә машинаға инеп ултырыуҙан башҡа сара ҡалманы. Күберәген Илдар һөйләне инде, тағы шул йәшлек йүләрлеге менән үҙенән дүрт йәшкә өлкән ҡыҙҙы ауырға ҡалдырып, теләмәһә лә ата-әсә һүҙен йыға алмай уға өйләнеүен, йылдар үткәс, беренсе бала үҙенеке түгеллеген, аҙаҡ үҙенең игеҙәк ҡыҙҙары тыуыуын, хәҙер шул алма кеүек ике ҡыҙы өсөн генә бергә йәшәүен һөйләне."Беҙ инде күптән Миләүшә менән күршеләр кеүек кенә йәшәйбеҙ, бары балалар өсөн "бәхетле ғаилә" булып ҡалдыҡ. Юҡ, ҡатыным насар кеше түгел, ул шул тиклем уңған хужабикә, ҡулы белмәгән эше юҡ, балаларға яғымлы әсәй, тик мин уны барыбер һине яратҡан кеүек ярата алманым. Ул хаҡта Миләүшә лә белә, бер ҡасан да мине ғәйепләп, үҙенә һөйөү талап итеп тауыш сығарып ултырманы, ә төндәрен уның тауышһыҙ ғына һығылып илауынан үҙемдең йөрәгем әрнегән саҡтар әҙ булманы инде. Айырылайыҡ, һин бәхетле булырға тейеш, тип күпме генә әйтһәм дә үҙе риза түгел”, тип ғүмер йомғағын һүтте Илдар Гөлназға. Ауылға етер-етмәҫ: – Илдар, туҡта ошонда, ауылға тиклем барып, кеше күҙенә күренеп йөрөмә. Әллә ниндәй ғәйбәт сығыр, – тине. Илдарҙың, йәшлек хатаһы менән юғалтҡан мөхәббәттенән, хәҙер инде нисә йылдар аша табып, үҙенең янында ғына, ҡул һуҙһаң буй етерлек бәхетенән айырылғыһы килмәй ине тиҙ генә. – Тағы әҙ генә һөйләшеп ултырайык, үҙең тураһында бер нимә һөйләмәнең, һинең тормошоң нисек, бәхетлеме һин бөгөн? – кеүек һорауҙарына,–Оҙаҡ булып китте, ҡайтыр кәрәк, минең турала икенсе юлы һөйләшербеҙ, – тип машинан төштө Гөлназ. Бер яҡтан эше эш булмауына борсолһа, Илдар менән осрашыуы, уның менән булған минуттар, үкенесле үткәндәр күңелен иләҫ-миләҫ килтерҙе....
Район үҙәгенә барған һайын шылтыратышып, осрашып күрештеләр ике ғашиҡ йән. Уларҙың Бер-береһенә булған мөхәббәте йылдар үткәс тә һүрелмәгән, бөгөнгө осрашыуҙар уларҙың һөйөүенә ҡанат ҡуйҙы, йәшәүгә йәм өҫтәне.”Юҡ, ярамай, мин ир ҡатыны, һинең үҙ ғаиләң”, тип Гөлназ тәүҙә үҙен тыйырға көс тапһа, Илдарҙың: “Беҙ бер-беребеҙ өсөн тыуғанбыҙ, һөйөү гонаһ түгел, йүләрлек менән юғалтҡан йылдарыбыҙ ғына үкенесле, беҙ бергә булырға тейеш”, – тип иркәләүенә ҡаршы торор көс тапманы. Һағынышып осрашыуҙар, йоҡоһоҙ төндәр йышыраҡ ҡабатлана башланы. Илдарҙың ҡатыны Миләүшә, уның төндәрен юғалыуы сәбәбен аңлаһа, Гөлназ өсөн Мансурҙың нимә уйлауы барыбер ине, сөнки ул үҙе өсөн күптән ҡарар ҡабул итте инде китергә унан, туҡмалып йәшәүгә ҡарағанда, һөйөп-һөйөлөп йәшәү ҡәҙерлерәк, ғүмер бер генә, уны һәр кем бәхетле итеп йәшәргә тырыша, Гөлназға ла бәхет йылмайҙы...
Илдарҙың: " Ғаиләнән китәм, әммә һеҙҙе ташламайым, бар хәлемсә ярҙам итермен, Миләүшә, зинһар тауыш-тынһыҙ ғына айырылышып һәр кемебеҙ бәхетле йәшәргә тырышайыҡ. Һин – һәйбәт ҡатын, табырһың үҙ бәхетеңде", – тигән һүҙҙәрен Миләүшә тыныс ҡабул итте. Көсләп асылған күҙҙәрҙең нуры булмай инде, ҡасандыр хәйлә менән үҙенә өйләндерә алһа ла үҙен яраттырыр хәйлә тапманы шул. Әллә ҡасан билдәле ине бит Илдарҙың сығып китере, тик был көн шулай тиҙ килер тип көтмәгәйне ул. Илдар ғаиләнән киткәс, ул оҙаҡ уйламай бөтә йорт-ҡаралтыны һатып, алыҫ ҡына бер ҡалаға күсеп китте. Балалар атайҙары менән телефон аша аралашып торҙолар, Миләүшә телефондан да һөйләшергә теләмәне уның менән, юҡ, асыу һаҡлап түгел, уға шулай еңелерәк ине.
Гөлназ китергә тип әйберҙәрен йыйнаған арала, "кит, кемгә кәрәк һин, кем һиңә ҡараһын, ишеү килеп ғәфү ит тип аяғым аҫтына йығылырһың, ғәфү итмәм", тип ҡысҡырған иренә өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе.
Йылдар аша табылған беренсе мөхәббәт, ике ғашиҡ йән өр-яңы тормошҡа аяҡ баҫтылар.
Гөлназ менән Илдар бөгөн бәхетле, бәпес көтәләр...
Уйламағанда, Гөлназ бер балаға ғына түгел биш балаға әсәй булды, үҙенең игеҙәк ҡыҙҙары тыуҙы, Илдарҙың улы менән ҡыҙҙары ла уға хәҙерге көндә "әсәй"тип өндәшәләр.
Миләүшә үҙенең ауырыуын алдан белһә лә, ул хаҡта бер кемгә һөйләмәне, ҡыҙҙарын алдан хафаламай торайым тиһә, Илдарҙа йәлләү тойғоһо уятырмын, мине йәлләп тағы ташлар Гөлназды тип ҡурҡты. Үҙе хәлен үҙе белеп, был донъянан китер алдынан Гөлназға шылтыратып ғәфү үтенде,"балаларҙы берҙәй тигеҙ ҡара, үҙеңдеке кеүек күреп ярат ҡыҙҙарымды, йәтимлекте һиҙмәһендәр, ғәфү ит мине һинең бәхетле йәшәй торған йылдарыңды үҙләштергән өсөн," тип кенә инәлде. Улына ла, ҡыҙҙарға ла атайҙы ихтирам итеп йәшәргә өйрәтте.
Ҙур ҡыҙҙар Гөлназға хәҙер өй тирәһендә ярҙамсы ла, бәләкәс серҙәштәр ҙә. Ул бер ҡасан да береһенә лә ҡаты бәрелеп, уҫал ҡағылып өндәшмәне, бөтәһе лә уға берҙәй ҡәҙерле, һәр береһе үҙ балаһы кеүек яҡын.
ЯҘМЫШ ҺУҠМАҒЫ
Читайте нас: