Ауыр күңел менән ҡайтып кергән Нәсимә инәй стенала эленеп торған ҡәҙерле кешеһенең фотоһүрәтенә тағы берҙе иғтибар менән ҡарап торҙо ла, түҙмәйенсә, уны ҡулына алып күкрәгенә ҡыҫты. ,,Ғиниәтем минең, һөйгәнем, иҫән булһаң, бөгөнгө көндә һин дә ветерандар араһында күкрәгеңә миҙалдар тағып ултырыр инең,” - тип шыбырлаған инәй фотоны һырлы ҡулдары менән һыйпап алды. Ғиниәтенең бөркөттәй осҡонло ҡарашына, ҡуйы ҡара сәстәренә, ябығыраҡ һылыу йөҙөнә ҡарап, уны сал сәсле, йыйырсыҡлы маңлайлы итеп күҙ алдына килтерергә тырышты. Ләкин ни тиклем көсөргәнеп уйлаһа ла, мөһабәт кәүҙәле Ғиниәтен ҡарт итеп алдына килтерә алманы. Ирекһеҙҙән, яратҡан йырының һүҙҙәре иҫкә төштө: ,,Каким ты был, таким ты и остался, орел степной, казак лихой, зачем, зачем мне в жизни повстречался, зачем нарушил мой покой...”