Халыҡ-ара балалар китабы көнөнә ҡарата 29 марттан – 2 апрелгә тиклем беҙҙең район балалар китапханаһында китап аҙналығы ойошторолдо.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре, уҡыусыларҙың ялдары файҙалы һәм күңелле үтһен өсөн, аҙнаның һәр көнөнә ҡыҙыҡлы уйын саралары ойошторҙо.
Төрлө йәштәге балалар өсөн был сара күңелле аралашыу, яңы дуҫтар табыу аҙналығы ла булды.
Тәүге көндө әлбиттә китапҡа бағышлап, балалар китабы көнөн тантаналы асыу булһа, икенсе көн “.....Сәләмәтлегеңде йәштән үк хәстәрлә» исемле сарабыҙ, Башҡортостанда үткән Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына бағышланды. (Береги платье снову, а здоровье - смолоду).
«Фольклор иленә сәйәхәт” исемле сараға ағинәйҙәребеҙ Мөрсәлимова Ғәлиәбаныу һәм Теләүберҙина Хәмдиә апайҙар саҡырылды. Улар үҙ сиратында уҡыусыларҙа башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәренә, халыҡ әкиәттәренә һөйөү һәм ихтирам уяттылар.
Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылы булараҡ, Михаил Ломоносов, Дмитрий Менделеев кеүек бөйөк ғалимдар һәм төрлө асыштар менән дан ҡаҙанған балалар һөм үҫмерҙәр тураһында видео яҙма аша таныштыҡ.
Халыҡ-ара балалар китабы көнөң һуңғы көнөлә килеп етте.
Бер балала ситтә тороп ҡалманы: әүҙем ҡатнашҡан, әүҙем йөрөгән, күп уҡыған уҡыусылар һумаҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр алып ҡыуанды, сара аҙағында иҫтәлеккә фотоға ла төштөләр.
Илтенбаева Г.Х. Балалар китапханаһы мөдире