Халҡыбыҙҙың милли байрамдарының береһе "Ҡарға бутҡаһы" Иҫәнғол ауылының "Ләйсән" балалар баҡсаһының уртансы башҡорт "Бал ҡорттары" төркөмөндә үткәрелде. Балаларҙы халыҡтың боронғо йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу, ҡыҙыҡһыныу уятыу, тирә-яҡ мөхиткә һөйөү һәм һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү был сараның маҡсаты булып торҙо.
"Ҡар-ҡарр! Туйым етте, бар!" – тип ҡарғалар үҙҙәренең йылы яҡтан ҡайтып етеүҙәрен белгертеүҙәренән һәм балаларҙы яланға байрамға саҡырыуҙан башланып китте байрам. Ул саф һауала, уйын майҙансығында уҙғарылды. Балалар ҡоштарға арнап шиғырҙар һөйләне, яҙғы тәбиғәткә, яҡты ҡояш нурҙарына ҡайнар сәләмдәрен моңло йырҙар, тыуған иленә һөйөү тойғоларын дәртле бейеүҙәре аша еткерҙе. Рәғинә инәй (тәрбиәсе ярҙамсыһы Регина Шәһит ҡыҙы) балаларҙы: "Ҡарғалар ҡайтыу хөрмәтенә байрам үткәрәйек, бутҡа бешерәйек, уларҙы ла бутҡа менән һыйлайыҡ, ҡарға бутҡаһына һый-хөрмәт йыяйыҡ һәм башҡа дуҫтарыбыҙҙы ла байрамға саҡырайыҡ", – тип дәртләндереп ебәрҙе. Ҡаҙанда бутҡа бешеп сыҡҡансы тәрбиәсе Рәсилә Минислам ҡыҙы менән музыка етәксеһе Светлана Миҙхәт ҡыҙы уйындар ойошторҙо, йомаҡтар ҡойҙо. "Түбәтәй ", " Аҡ тирәк, күк тирәк ", "Ҡурай" исемле халыҡ уйындарын бигерәк тә яратып уйнаны балалар. Улар бутҡаны тәмләп ашанылар. Бына шулай яланда, ҡырҙа бутҡа тәмлерәк тә була икән. Ҡалған бутҡаны Рәғинә инәй ҡарғаларға тип ағас, ҡыуаҡ төптәренә һалып сыҡты. Ашап көс-хәл йыйғас, арҡан тартышып көс һынаштылар. Саф һауала ойошторолоп үткәрелгән байрам сараһы балаларҙың һаулығы өсөн бик файҙалы булды.