Саҡ таң аттырҙы Сергей. Любаһы ла булмағас, ауыҙ асып һүҙ һөйләшер кешеһе юҡ. Ҡыҙҙарын юғалтҡас, ҡатынының был ҡалала ҡалғыһы килмәне, тыуған яғына ҡайтырға булды. Ҡаршы төшмәне уға Сергей, әүрәтер, йыуатыр әмәл тапманы. Яратышып өйләнешкән инеләр, балалары араларындағы бар йылы тойғоларҙы ла үҙе менән ҡуша алып киткәндәй булып ҡалды. Уртаҡ хистәре лә ҡалмағандай. Ҡатыны китте, ире тотманы.
Сиратта тороусыларҙы күрмәҫтән, хирургтың кабинет ишеген ҡайыра тартып асып килеп инде ул. Табип ҡаршыһында ултырған ауырыу тертләп китте. Тик ул ризаһыҙлығын белдерергә ауыҙын асып өлгөрмәне, Сергей врачтың алдына килеп тә баҫты.
– Богдан Родионович, аңлатығыҙ!
Табип тыныс ҡалды. Ҡаршыһындағы клиентынан кеселекле ғәфү үтенде лә, Сергейға ултырырға иҙәп, урын күрһәтте.
– Беренсенән, һаумыһығыҙ. Хәтерем яңылышмаһа, Колесников бит әле?
– Эйе, Богдан Родионович, мин кисә Савичев фамилиялы врач менән һөйләшкәйнем, саҡыртығыҙ әле уны.
– Һеҙҙең теләкте үтәй алмайым шул, үкенескә ҡаршы, ундай табип беҙҙә эшләмәй.
– Ул кисә эштән бушатыуҙы һорап, ғариза ҡалдырған, мин ҡул ҡуйҙым, юҡ ул бында.
– Кисә?.. Кисә киске унда мин уға шылтыраттым бит һуң.
– Теләһәгеҙ, ғаризаһын күрһәтә алам, кисә көндөҙгө икелә документтарын алып киткән. Һорауығыҙ шул ғына инеме?
– Һорауым… Ул миңә беҙгә тейешле донор булған тигәйне, – Сергей әйтергә теләгәнен нисек аңлатырға белмәне, буталды.
– Ҡәҙерлем, тәжрибәһеҙ йәш табиптың һеҙгә нимәләр һөйләп башығыҙҙы бутағанын белмәйем, әммә тағы ла бер тапҡыр ҡабатлайым: һеҙҙең өсөн хәлебеҙҙән килгәндең барыһын да эшләнек. Аңлайым, бындай ваҡытта күп нәмәләр шулай буталырға, онотолорға мөмкин. Теләһәгеҙ, дауаланыу курсы яҙып бирәм.
Богдан Родионович тағы оҙаҡ ҡына йыуатты Сергейҙы, стрестан хәлен артыҡ ҡатмарлаштырып ебәреүен аңлатырға тырышты, тынысландырыу дарыуҙарына рецептар яҙып бирҙе. Тик баҫылманы күңеле Сергейҙың, киреһенсә, ниндәйҙер шом инеп ятты. Һөнәри тәжрибәһе лә, тәбиғи тойомлау һәләте лә бында ниндәйҙер бер йомаҡ барлығын аңғартты. Күнгәнлеген белдереп, өндәшмәй генә сығып китһә лә, кинәт аңы асылып, нисә айҙар буйына башын томалаған томан таралып киткәндәй булды. Ошо көндән башлап ул клиниканың тормошо менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланы. Тапты теге Савичевты ла. Йәш табип тәфтишсенең баҫымы аҫтында бик оло сер итеп кенә ҡыҙыҡһыныуын еңә алмайынса үҙенең ҡулы аҫтына инмәгән документтарҙа ҡутарынғаны һәм ситкә мәғлүмәт сығарғаны өсөн эштән ебәрелеүе хаҡында һөйләне. Ярай әле, ғариза менән ебәргәндәр, юғиһә, статьяла оса яҙған. Ә инде документтарҙағы “Диана Колесниковаға донор тотонолдо” тигән юлдарҙы үҙ күҙҙәре менән күргән. Белгәндәрен ҡалтырана-ҡалтырана һөйләп бөткәндән һуң, әле ярты сәғәттәй был хаҡта берәүгә лә әйтмәүҙе, серҙе үҙендә генә ҡалдырыуҙы ялбарҙы табип. Ул да һиҙә, күрәһең, эштең ниндәйҙер ҡара тәрәнлектән килгәнлеген, был хәлдең артында аңлайышһыҙ оло ҡурҡыныс барлығын. Сергей Савичевҡа бәйләнеште өҙмәҫкә һәм хәбәрһеҙ юғалмаҫҡа бойороп, егеттең инде үҙенең һағы аҫтында буласағын әйтеп китте. Ҡайтып, шул төндө керпек тә ҡаҡмайынса план төҙөнө ул. Бер ятты, бер ултырҙы, әле бүлмәһендә кәлеп һуҡты, әле балконға сығып, тәмәке көйрәтте. Әллә нисә шәшке ҡәһүә артында башында өйрөлткәндәрен блокнотына төшөрҙө. Ҡыҙы менән башланған бәләләр барышында табип менән булған һәр һөйләшеүен, үҙенең ниндәй һорауҙар биреп, уның нисек яуаплағанына тиклем хәтерендә яңыртырға тырышты. Һәр иҫләгәнен ентекләп анализланы, уйланды, һығымталар яһаны. Эйе, енәйәт бар ине был хәлдәрҙең артында. Тәжрибәле тәфтишсе быны аңы-ҡаны менән тойҙо, тик төйөндө тартып, тағатып ебәреү өсөн еп осон ғына таба алманы. Әммә ул табырға тейеш, тағатырға тейеш был йомғаҡты. Юғиһә, үҙен бер ваҡытта ла ғәфү итә алмаҫ.
Көҙгө ҡояш һуң ғына уянып, инде күптән шау-шыулы тормош башлаған оло ҡала өҫтөнә күтәрелгән мәлде – таңды ошондай ғазаплы уйҙар менән ҡаршыланы Сергей Колесников.
Водителен ебәрҙе Богдан, руль артында үҙе хәҙер шуға. «Ял ит», – тигән булһа ла, уның арыуында эше юҡ, бары ҡайҙа һәм кем янына барыуын ғына күрһәткеһе килмәй. Ә инде кемгә барғанын уйлаһа, үҙенә көлкө. Тик нисек кенә булғанда ла, әлеге ваҡытта ошо теләгенән ҡаса ла, ҡотола ла алмай. Ана шул теләк ҡоллоғонда йәшәп ятыуы һуңғы көндәрҙә. Бер йәш ҡыҙҙы күреү өсөн китеп бара ул. Уйламағанда, көтмәгәндә, ир уртаһы ҡорона инеп барғанда танау аҫты ла кибеп етмәгән студенткаға күҙ һалды. «Һалды» тиеү генә дөрөҫ булмаҫ, «төштө» уның күҙе. Операция бүлмәһенә ҡаҙ көтөүе итеп килтереп индерелгән студенттар төркөмөнән әллә нишләп ана шул сибек кенә һынды айырып шәйләп алды ла, ҡурҡыуынан сынаяҡ аҫтындай булып түңәрәкләнгән аҡ маска өҫтөндәге күҙҙәр сихырынан арбалды. Ысынлап арбалды, китаптарҙа яҙылғанса, ҡапыл ҡаушап, ҡулындағы скальпелде төшөрөп ебәрә яҙҙы. Ә ҡыҙҙың унда эше лә юҡ, алдындағы уларға асыҡ дәрес биреүсе хирургты ул һуйыусы, ә операция өҫтәлендә ятҡанды ҡорбан итеп кенә күрә. Ана ҡолайым, бына ҡолайым, тип сайҡала биреп торҙо ла янындағы хәле үҙенекенән саҡ ҡына ирәберәк булған иптәшенең беләгенә аҫылынды.
Операциянан һуң, табип кабинетындағы һөйләшеүҙә, тыныслығын боҙоусының исемен белде – Альбина икән. Ни өсөн хирургия бүлегенә барғандыр, ғәҙәттә, ҡыҙҙар был һөнәрҙе һайламай.
Шунан һуң тағы ла бер-ике асыҡ дәрестә күрештеләр, ҡыҙ ниндәйҙер һорауҙар менән янына ла килеп китте. Буласаҡ докторҙың һайлаған һөнәрен әллә ни төшөнөп етмәгәнен аңлаған Богдан, ҡотҡоло теләктәренә баш була алмай, уны айырым практик шөғөлгә саҡырҙы. Студентка, бер аҙ ҡаушаһа ла, риза булды.
Ҡатмарлы булмаған йөрәк операцияһын күҙәтеп торған ҡыҙҙың әленән-әле ҡарашын тотто Богдан. Хайран булып баҡҡан был күҙҙәрҙең һоро бәрхәтендә ирене, бығаса бер ваҡытта ла кисерелмәгән ниндәйҙер рәхәтлек, ирәбелек тойғоһона солғанды. Ҡулдары үҙҙәренән-үҙҙәре белгәнен башҡарҙы, ә башын бөтөнләй икенсе уйҙар биләне. “Ниңә әле аҡылы ла етлегеп етмәгән сәпсектәй ҡыҙыҡайға күңеле тартыла? Уның һайлағаны ошо булырға тейешме ни? Диңгеҙ ярындағы виллаһына алып барасаҡ ҡатынын һис юғы баш әйләндерер төҫ-ҡиәфәттә итеп күҙ алдына килтерә ине бит. Уға башҡалар ҡарарға ла һуштан яҙырға тейеш ине. Банктарҙа ятҡан иҫәпһеҙ аҡсаларын, сейфтарындағы аҫылташ-мәрйендәрен ошо ҡыҙыҡай менән бүлешергә тейешме? Был нимә, мыҫҡыл итеүеме яҙмыштың? Уҫал шаяртыуымы? Ә ҡалай рәхәт… Ошо кешенең эргәңдә йөрөүе, һүҙ ҡушыуы, күҙ һалыуы аҡылды юйҙырта… Ну, ҡаптың, Богдан, ҡаптың…”
Эштән һуң, ни булһа ла булыр, тип, “Әйҙә, ял көнө берәй ергә барайыҡ”, - тигәйне, Альбина бер аҙ уйланып торғас, тура ҡарап:
– Ә һеҙҙең ҡатынығыҙ юҡмы ни? – тип һораны.
Уйынлы-ысынлы яуапланы Богдан:
– Әллә… Һинең кеүекте осратмағанмын, күрәһең.
Театрҙан сыҡҡас, оҙаҡ ҡына һөйләшеп йөрөнөләр. Альбина уҡытыусылар ғаиләһендә үҫкән, врач буласағын үҙе хәл иткән. Уның балаларса бер ҡатлылыҡ менән “Кешеләргә ярҙам итергә теләйем” тигәненә Богдан иларға ла, көлөргә лә белмәне. Үҙенең бындай эскерһеҙ саф теләктәр кисермәгәненә бик күп йылдар үткәндер кеүек тойолдо. Бик ҡарт итеп тойҙо шул саҡ үҙен, эске донъяһы таушалып, ҡаҡшап бөткәндәй булды. Янындағы хисләнеп һөйләгән ҡыҙ баланы тыңланы ла, уның кеүек мәлдәрен ҡайтарғыһы килде. Тик булдымы икән уның ошондай сағы? Уның да шулай донъяға яратып, кешеләргә һоҡланып ҡараған саҡтары бар инеме һуң? Әллә йәне баштан ағыуланғайнымы?
Альбина менән аралашҡан, уны яҡшыраҡ белгән һайын, Богдан нығыраҡ әсирләнә, ҡыҙ ҡоллоғона тарый барҙы. Башта ҡабул итмәгән эскерһеҙлек, ябайлыҡ яйлап уның да йөрәк ҡалҡанын тишеп инде. “Һәр нәмәнең үҙ урыны” тигән булып, һалҡын аҡыл менән уйларға тырышһа ла, эсендә ике төрлө донъя төшөнсәләре айҡашты. Береһе “Әүәлгесә йәшә” тип баҫһа, икенсеһе “Улай бармай – үҙгәр” тип, тызып, бимазалап торҙо.
Шул мәлдәрҙә үҙенең бығаса яңғыҙ булыуын, дуҫтарһыҙ, яҡындарһыҙ икәнлеген аңланы ҡарт егет. Туғандары менән дә йылына бер тапҡыр атай йортонда ғына күрешеүен иҫәпкә алмағанда, шылтыратып хәлдәрен белергә лә ваҡыты юҡ. Уны барыһы ла онотҡан, әллә үҙе онотторған, һыуытҡан араларҙы – аңламаҫһың. Әле килеп бынауы тәтелдәк ҡыҙ бығаса кәрәге булмаған тойғоларҙы уятып, намыҫын семетмәксе әллә? “Китсәле, минең идеялар шул бер бала-сағаның етлекмәгән теләктәренә лә ҡаршы тора алмаймы ни?” – тип, ҡәнәғәтһеҙ баш сайҡаһа ла, шул мәл балаларының әсәһе итеп тап ошо ябай, алсаҡ, йомшаҡ күңелле ҡыҙҙы күрергә теләгәнен аңланы. Аҡылы ҡаршылашһа ла, йөрәге шулай хәл итте: ул өйләнергә тейеш. Ошо арала эштәрен ослаясаҡ та, йәш кәләше менән диңгеҙ аръяғына күсеп китәсәк. Төпләнәсәк шул яҡта, онотасаҡ барыһын да, бәхетле, тыныс тормош менән йәшәп китәсәк. Ҡасандыр үҙенең бала сағындағы кеүек, өй тулы балалары булыр, муллыҡта, байманлыҡта көн итерҙәр.
Богдан ябай ғаиләлә үҫте. Уның күҙлегенән хатта хәйерсе. Атаһы ғүмере буйы завод тимерлегендә туҡылдап, байҙарға семәрле ҡоймалар ҡойоп, рәшәткәләр нағышлаһа ла, үҙенең донъяһына ундайҙы рөхсәт итә алманы. Әсәһе балалар дауаханаһында иҙән йыуҙы. Тапҡан ғыналары алты баланы ашатып-кейендереүҙән уҙманы. Шунлыҡтан, хәлле тиҫтерҙәре ҡулында йәки өҫтөндә булған күп нәмәләр Богдандың төшөнә генә инде. Көнсөллөк менән бәләкәйҙән таныш. Хәтерендә, ихатала сәпиткә атланған малайҙар һаны көндән-көн арта барып, бер мәл Богдандан башҡалар бөтәһе лә һыбай атланып бөттө.
– Әсәй, ҡасан сәпит алабыҙ? – тип, кис һайын аш артында һүҙ ҡуҙғатты малай, ата-әсәһенә алмаш-тилмәш ҡарап.
– Алырбыҙ, башта Викаға куртка алайыҡ та, – тип тынысландырҙы уны әсәһе.
Бер аҙнанан Богдан был һорауын тағы ла был юлы инде инәлеслерәк итеп ҡабатланы.
– Түҙеп тор, йәме? Зинаның итектәре туҙған, – әсә улының таҡыр башын дымлы алъяпҡысына ҡыҫып һөйҙө лә, эйелеп, түбәһенән үпте. – Һин бит аҡыллыһың, балам.
Атлана алманы тәки үҙ сәпитенә Богдан, ала алманы уны әсәһе, аҡсаһы артманы. Тиҫтерҙәренең һыбай елгәнен тәҙрә аша күҙәтеп, ҡара янды малай. Урамдағыларға ла, өйҙәгеләргә лә булған асыуы алҡымынан ашып, күҙ йәштәре булып түгелде.
Ярай әле, яҡшы уҡыны. Артыҡ тырышмаһа ла, уҡығанын, һөйләгән-аңлатҡандарын шунда уҡ башына һалды, белде, төшөндө. Шул һәләте күҙҙән төшөрөп ҡалдырманы үҙен. Хатта күтәрҙе лә әле. Мәсьәлә эшләтеп алыусылар ҙа, шыпырт ҡына контроль эш вариантын ебәреүселәр ҙә булып торҙо. Һәр береһенең айырым хаҡы бар, әлбиттә. Мәктәптә был түләүҙәр туңдырма, һағыҙ, туп хаҡы булһа, медицина институтында уҡығанда кроссовки, куртка кимәленә күтәрелде. Тик былар ғына аҙ ине уға. Уның байығыһы, аҡсаны усында йомарлап тотоп, иркен һелтәнеп йәшәгеһе килде. Был теләк шул тиклем көслө ине һәм ул, уҡыуын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла, институт ятаҡтарына тыйылған тауарҙар индереп, сауҙа ойошторҙо. Йәшерен араҡы эшләгән урындарҙан был ағыуҙы оло һауыттар менән барып алды ла һәр ятаҡта нөктәһен булдырҙы. Ул ғына ла түгел, үҙәк баҙарҙа емеш-еләк менән тәьмин итеүселәргә яҡынлап алып, улар аша төрөп тарта торғандарын да сығарта башланы. Бына был сауҙа, исмаһам, килем килтерә ине. Юлы ҡиммәт булыуға ҡарамаҫтан, хаҡын бишләтә ҡаплай. Ҡуласа эсендәге тейен кеүек, алһыҙ-ялһыҙ ошо бизнеста әйләнде егет. Башҡалар кеүек ялдарын төшкәсө йоҡлап ятманы, ҡыҙҙар артынан сапманы, хатта гүзәл заттың барлығын да аңғарманы, буғай. Һәр тапҡан тинен икеләтә, өсләтә арттырырға тырышты, ҡулына ингәндәрен һаҡлап, ҡәҙерләп һала барҙы. Күп тә үтмәй, машиналы булды. Уға бурыслылар, көнө ҡалыусылар, инәлеп килеүселәр күбәйҙе. Шулай хан дәрәжәһендә ине ул һуңғы курстарында.
Микрохирург һөнәре алып сыҡҡас, үҙ өлкәһе дауаханаһына ҡайтарҙылар. Шунан йүнәлтмә менән уҡығайны бит. Бурысын тапшырырға кәрәк. Эшләй башланы. Иртәнән ҡара кискәсә, унан ҡалһа, төндәрен дә шул операция өҫтәле, бөткөһөҙ ауырыуҙар, ҡағыҙҙар, йоҡоһоҙлоҡ, яуаплылыҡ тиҙ ялҡытты Богданды. Фатир менән ашауға ла етмәгән эш хаҡына ла риза түгел. Тик нишләйһең, ул бында ун йыллыҡ «ҡоллоҡҡа» килешеү төҙөгән, уны ошо дауаханаға кәрәкле табип итеп уҡытып алғандар.
Бер көн ҡапыл операция алдынан баш табип ҡыҫҡаса ғына итеп ауырыуҙың йәшәүгә шансы юҡлығын һәм туғандарының рөхсәте менән йөрәге донорлыҡҡа алына икәнлекте аңлатты. Артыҡ иҫе китмәне быға йәш хирургтың: төрлө сәбәп менән операция өҫтәленә килеп тарығандарҙың яҡты донъя менән хушлашҡандары ла, ағзаларын күсертеүгә ризалашҡандары ла, үлгән хәлдән терелеп киткәндәре лә етерлек. Ә бына ул йөрәкте һатып алырға теләгәндәрҙең тәҡдим иткән суммаһын ишетеүгә телһеҙ ҡалды. Был бит… байлыҡ! Бер йоҙроҡтай ғына ағзаны шундай хаҡҡа алсәле?! Әллә ҡайҙағы ғәрәпкә шул хаҡҡа беҙҙәге урыҫтың йөрәге кәрәк микән ни? Ағзаны тамырҙары менән күкрәк ҡыуышлығынан ысҡындырып алғанда ла, махсус һыуытҡысҡа урынлаштырғанда ла ҡиммәтле аҫылташ менән эш иткән оҫта итеп хис итте ул үҙен. Һәм башында бер уй яралды. Ҡырағай, әммә татлы, арбағыс уй. Ул хыял ятҡанда-торғанда ла егеттең баш мейеһен быраулап, сығыу юлын эҙләп кенә торҙо.