Ауылым мәҙәктәре

"Иштубы"Һайлау алдынан агитаторҙар йөрөп сыға бит инде өй буйлап. Элегерәк бигерәк әүҙем була торғайнылар.Шулай бер таныштарҙың ишеген ике йәш агитатор ҡыҙ шаҡый.

"Иштубы"
Һайлау алдынан агитаторҙар йөрөп сыға бит инде өй буйлап. Элегерәк бигерәк әүҙем була торғайнылар.
Шулай бер таныштарҙың ишеген ике йәш агитатор ҡыҙ шаҡый. Өй хужаһы сыға, ҡыҙҙар уның исем-фамилияһын һорай. “И что будет?” – тип һорай хужа. “Тәк, исеме – Иштубы”, – тип яҙып ҡуя ла агитатор, – ә фамилияғыҙ?” – тип һорай.
Хәҙер ошо ваҡиғаны һайлау осоро еткән һайын һөйләп көлөшөп алабыҙ. Бәлки, был таныш асыҡ итеп әйтмәгәнме, әллә ҡыҙыҡай ишетмәй ҡалғанмы инде, бәлки, икеһе лә бергәлер – беҙгә бер лаҡап ҡына булып ҡалды.
Читайте нас