Матбуғат байрамына Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов килде. 92 йәш менән барһа ла, һаман да шуҡлығын, йәшәү дәртен ташламаған ағайыбыҙ. Уның менән аралашыуы күңелле. Бер аҙ әңгәмәләшеп алдыҡ. Беҙҙең арала шундай һөйләшеү булды:
-Марат ағай, ижад итеп буламы, яҙыламы?
-Тән яҙыла...
-Өйҙә генә ултыраһығыҙмы, тышҡа сығып йөрөйһөгөҙмө?
-Ниңә тышҡа сығырға, бәҙрәф өйҙә бит...
-Марат ағай, һеҙҙең һәр һүҙегеҙ китапҡа яҙырлыҡ, шуны беләһегеҙме?
-Беләм, Михаил Светловтың да артынан ике ҡыҙ блокнот тотоп әйткәндәрен ҡағыҙға теркәп эйәреп йөрөгән...
-Светловты бик оптимист булған тиҙәр шул. Дөрөҫ икән...
-Уның тағы бер мәҙәген беләм. Ул ҡартайып яман шеш менән ауырый башлағас, бер дуҫы шылтыратып, осрашып һыра эсергә тәҡдим иткәс, Михаил Светлов: "Һыра ал да миңә кил, миндә закускаға ҡыҫала (рак) бар", — тип тегене һыра эсергә ҡунаҡҡа саҡырған...
-Үҙенең сирен дә шундай юморға бора алған икән, Светлов. Марат ағай, һеҙ бына 91 йәшкә еттегеҙ. Ғүмерегеҙҙең шул бейеклегенән хәҙерге тормош, донъя, кешеләр нисек күренә?
-Насар күренә? Дөрөҫөрәге, күҙем насар күрә...
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
460-сы күҙәтеү.