Гонаһлы булмайым тип, мулла ҡыҙы булған әсәйем өйрәткәнсә, сусҡалар һәм мәрйәләр эргәһенән “бисмиллаһир рахманир рахим”ымды әйтмәйенсә үтмәй инем әле. Әллә Хоҙай мине яңылыш аңланы, әллә шайтан бутаны, бер сусҡа көткән урыҫтың Даша тигән сибәр генә ҡыҙына үлеп ғашиҡ булдым да ҡуйҙым. Сибәр тип кенә әйтерлекме һуң – күҙҙең яуын алырлыҡ! Конкурстарҙа еңгән һылыуҡайҙарың ары торһон...
- Бөгөн Дашаның ата-әсәһе ҡалаға ҡунаҡҡа китә, - тигән хәбәр еткерҙе Тимерйән дуҫым. – Әллә, мәйтәм. Аулаҡ йортҡа күҙ һалабыҙмы? Даша үҙенең Люба әхирәтен саҡырған икән...
Атайым менән Фирғәнәгә барғанда һатып алған аҡ салбар менән аҡ күлдәкте кейеп көҙгө алдына баҫҡанда ауыл тәҙрәләрендә һуҡыр шәм яҡтылары күренә башлағайны.
Шорник Кирюха исемен йөрөткән Дашаның атаһы бер саҡрым самаһы ерҙә, йылға аръяғында урынлашҡан. Уға был исемде ат егеү кәрәк-ярағы яһап, дегеткә майлап, эштән сыҡҡандарын төҙәткәне өсөн биргәндәр.
- Фу, ошо сусҡа еҫен яратмайым, - тине Тимерйән, шорниктың өйөнә яҡынлашҡас. Ә миңә, һөйгән ҡыҙым йәшәгән йорт булғанға, ул хушбуйҙан да еҫлерәк тойолдо.
Солан ишеген тартып ҡараһаҡ, эстән бикле. Шаҡылдатһаҡ та, берәү ҙә тауыш бирмәй. Тимерйән тәҙрә яғына барып ҡараны ла, “Әйҙә, солан башынан төшәйек”, – тип ҡотортто. Солан тигәне талдан үрелгән, һыйыр тиҙәге менән һыланған, түбәһе һалам менән ябылған нәмә ине.
Бер минут үтеүгә мин, ап-аҡ кейемдәге кеше, солан башындағы саңлы һаламды аҡтара инем инде. Түбә урҙаһына тотонған килеш бер килке эленеп торҙом да ике ҡулымды ла бушаттым. Төҙ генә аяҡтарға төшөүен төштөм дә, тик тәнем нисектер эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Тирә-яҡ ҡап-ҡараңғы. Бер нәмә лә күренмәй. Тиҙерәк был урындан китәйем тип аяҡты ҡуҙғатһам, нимәгәлер төртөлдөм дә ҡуша ҡолап киттем. Тышта түҙемһеҙләнгән дуҫымдың тауышы буйынса ишекте һәрмәп табып асһам, Тимерйән миңә ҡараны ла, күҙҙәрен тулған айҙай аҡайтты, ниндәйҙер сәйер тауыш сығарҙы һәм, ситән аша һикереп төшөп, картуф баҡсаһы аша һыпыртты. Уның артынан бер-ике аҙым атлағайным, төн ҡараңғыһында ла салбарымды ҡап-ҡара икәнлеген аңғарҙым. Шыйыҡ, йәбешкәк нәмә ҡойолоп торған балаҡтарҙы һәрмәгәс кенә мин шорниктың дегет мискәһенә ҡолап төшөүемде аңланым. Хатта битем дә, сәстәрем дә ҡап-ҡара булып буялған. Шунан Тимерйәндең нисек ҡото осмаһын? Ҡот ҡойҙороп та бөттөләр һуңынан, иреткән ҡурғаштары гел сусҡа башы рәүешендә төшөп тик торған.
Ә мин ситәнде буяй-буяй аша һикереп йылғаға табан йүгерҙем. Йыуып алырлыҡмы һуң? Кейемдәрҙе һыуға ағыҙҙым да ҡара шайтан ҡиәфәтендә өйгә табан йүгерҙем. Тәндәге дегетте таҙалап алыр өсөн аҙна самаһы ваҡыт китте.
... Ә Даша бик уңған, тоғро ҡатын булып сыҡты. Икәүләп дегет кеүек ҡап-ҡара ул, сусҡа бәрәстәрендәй ап-аҡ ике ҡыҙ үҫтерҙек. Дегеттең ул бер ҡалағы ғына эште болғай тиҙәр. Ә бер мискәһе файҙаға ғына икән – уныһын һеҙ ҙә белдегеҙ инде.
Роберт ҒИМРАНОВ,
Әбйәлил ҡасабаһы.