"Үҙенеке ызлаған"

Гәзит уҡыусыларыбыҙ ижады. Был юлы Юлдаш ауылынан Ф. Ишеғолованың мәҙәген бирәбеҙ.

“Һыйыр тулаһа– аттан яман була” тигәндәренә беҙ ҙә шаһит булдыҡ. Хәл түбәндәгесә булды: 1944 йыл, Тәкә ҡыуағы тигән аҡланда бесән эшләйбеҙ. Беҙ, ҡыҙҙар, һөйрәгә бесән тейәйбеҙ, малайҙар үгеҙ менеп һөйрә ташып йөрөйҙәр. Бер малайыбыҙ: “Ҡатыҡ ойоғандыр әле, ҡайтып ҡатыҡ алып киләм”, – тип һөйрәле килеш үгеҙ менеп ҡайтып китте. Ҡатыҡ алып күнәсеге менән тәртәгә бәйләп һыртҡы юлдан килә ята икән, ә аҫҡы юлдан – туғай ҡырынан кәбән һалыусы бабайыбыҙ әҙерәк утын (сытыр) тейәп”Шәрбутдин” ҡушаматлы үгеҙ менән ҡайтып килә. Малайыбыҙ ҡыҙыҡ яһамаҡсы булып бабайҙың үгеҙен ызлатырға уйлай. “Ыззз” тип әйтеүе була, үҙенең менеп килгән үгеҙе сабып ызлай ҙа китә. Был хәлде көтмәгән малайтәртә араһына ҡолап та төшә. Ыштан балағынан һөйрә ағасына эләгеп һөйрәлеп бара торғас, балағы буйҙан-буй йыртылып малайыбыҙ ысҡынып ятып ҡала, үгеҙе станға еткәнсе сабып шырлыҡҡа килеп туҡтай. Ә малайыбыҙ ыштан балағын бөрөп тороп, сатанлай-сатанлай килеп етеп, үгеҙе артынан шырлыҡҡа инеп ҡатығын алайым тиһә – бер тамсы ла ҡалмай түгелеп бөткән була. Шулай итеп, кешегә соҡор ҡаҙыйым тип, ҡатыҡһыҙ, ыштанһыҙ ҡала малай. Ә иптәштәре уны һәр йылда ла: “Ҡатыҡҡа ҡайтып килмәйһеңме”, – тип үсектерәләр ине. Быйыл Үгеҙ йылы булғанға шул хәлде иҫләп көлөшөп алдыҡ. Үгеҙ малайға бик шәп һабаҡ бирҙе. Теге Шәрбутдин исемле үгеҙҙең ҡойроғо өҙөлгән булғанға бик ныҡ ызлай торғайны, ә үҙенең ҡойроҡло үгеҙе ызламаҫ, тип уйлағандыр инде. Булған хәл, малай ҙурайғас ҡына онотолоп торҙо.
Ф. Ишеғолова. Юлдаш ауылы.
Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас