Башҡорт теле - ТОП-10 иҫәбендә

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу медиаүҙәге илебеҙҙәге халыҡтарҙың туған телен белеү кимәле хаҡында мәғлүмәт менән таныштырҙы. 2010 йыл күрһәткесе буйынса башҡорт телен 1,15 миллион кеше белә.   

Әсәм теле - сәсән телеӘсәм теле - сәсән теле
Әсәм теле - сәсән теле

Бынан алдағы халыҡ иҫәбен алыуҙа телдәр буйынса беренсе урында рус теле торған. Был телде 85,7 процент, йәғни 137,5 миллион кеше белгән. Икенсе урында инглиз теле - 7,6 млн, өсөнсө баҫҡыста татар теле - 4,3 млн. Уларҙан ҡала немец теле - 2,07 млн, чечен теле - 1,4 млн һәм башҡорт теле - 1,15 млн.

Рәсәйҙә бөтәһе 1,6 млн башҡорт йәшәһә, шуларҙың 1,2 миллионы - республикала.

Был 2010 йылғы мәғлүмәттәр.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас