Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
18 Сентябрь 2021, 21:50

Мәк сәскәһе (хикәйә).

– Һеҙҙең Гөлгөнә менән бәхетһеҙлеккә осрауығыҙҙы бик яҡшы беләм, Сабит Хәкимович, – күҙҙәрен һаман Сабиттан алмаған Фирүзә уны бүлдерҙе. – Был хаҡта һөйләмәһәгеҙ ҙә була. Минең ҡарашымды аңлағанығыҙ өсөн мең-мең рәхмәт!.. Ошондай осрашыу, һөйләшеү бер ҡасан беҙҙең арала буласағына ышандым мин...

Мәк сәскәһе (хикәйә).
Мәк сәскәһе (хикәйә).

Сәғәт төнгө икеләрҙә һаҡсының «Заключенный номер 367, на выход!» тигән бойороғона камералағы барыһы ла тиерлек уянды. «Эй, хирург, тор, һиңә килгәндәр», – тине тәмәке тартырға торған тотҡондарҙың береһе. Ҡараңғы мөйөшкә әйләнеп, ниндәйҙер төш күрә-күрә, үҙен сығырға саҡырғандарын да ишетмәй һаман йоҡлап ятҡан Сабит арҡаһына ҡаты ҡағылыуҙан уянып, тиҙ генә торҙо ла, янындағы тумбочка өҫтөндә ятҡан күк спецовкаһын алып кейә лә башланы. «Нимәһе тағы, төнө менән йоҡо бирмәйҙәр», тип бурылданы кемеһелер, артынса боросло-тоҙло һүҙҙәр ҡушып. Камеранан сыҡҡас та, ғәҙәтенсә, ҡулдарын артҡа ҡаушырып, үҙен оҙата килгән прапорщиктың алдынан китте. «Дауаханаға саҡырталар», – тине һаҡсы әкрен генә, тотҡон менән һөйләшеү ҡәтғи тыйылыуына ҡарамаҫтан. «Аңланым», – тине Сабит та тын ғына.

Төрмәгә килгән көндә үк «хирург» ҡушаматы алған Сабит бындай саҡырыуҙарға күнегеп тә бөткән инде. Күптән түгел утыҙ дүрт йәшкә аяҡ баҫҡан был тотҡон, ысынлап та, һөнәре буйынса хирург. Ул ғына ла түгел, кеше йөрәгенә һәм ҡан тамырҙарына һәр төрлө ҡатмарлы операциялар яһай торған кардиохирург. «Медицина фәндәре кандидаты» тигән фәнни дәрәжәһе лә бар ине. Уның вазифаһына инмәһә лә, төрмә дауаханаһының хирургия бүлегенә ҡайсаҡ шаҡтай ҡатмарлы имгәнеү-фәлән менән әленән-әле килеп эләккән пациенттарға консультация өсөн уны шулай саҡыртҡылайҙар. Консультациялар яһап ҡына сикләнмәй ул, күп кенә осраҡтарҙа өҫтөндәге төрмә кейемен һалып, йыуынып, аҡ халат кейеп ала ла, үҙе әүҙем эшкә керешеп китә. Рәсми рөхсәте булмаһа ла. Төрмә начальниктары ла, табибтар ҙа быға «күҙ йома» тиһәң, бигүк дөрөҫ тә булмаҫ, сөнки бындай «хазина»ға, киреһенсә, тик һөйөнәләр генә...

«Заточка» (үткерләнгән ҡорос ҡалаҡ) менән йөрәге йәрәхәтләнгән тотҡонға операция яһап бөткәндән һуң, душ аҫтында йыуынғас, һаҡсы уны ҡабаттан камераһына алып килеп япты. Ауырыу тарихына, әлбиттә, ҡул тамғаһы ҡуйырға ла хаҡы юҡ Сабиттың. Шуның өсөн дә ундай-бындай яҙыу-маҙар һымаҡ нәмәләр өсөн яуаплы түгел ул. Таңға ҡарай ғына урынына килеп ятҡан тотҡон тиҙ генә йоҡлап китә алманы. Һәр ваҡыттағыса, яҫтыҡҡа башын терәп, күҙҙәрен йомоуы була, ни өсөндөр, үҙенең матур таждарын асып, баҙыҡ ҡыҙыл төҫтәге мәк сәскәһе килә уның күҙ алдына. Һылыуҙарҙан һылыу мәк сәскәһе...

* * *

Университеттың лекция залында тәүге тапҡыр осратты уны Сабит. Ҡараштары осрашыу менән, әкиәттәгесә сибәр был ҡыҙ төҫлө фильмдарҙағы зәңгәр диңгеҙҙе хәтерләткән күҙҙәре менән уның үҙен «өтә һалып» алғайны. Ысынлап та, бындай гүзәл заттың матурлығын бер нисек тә һөйләп килештерерлек түгел. Бөгөлөп торған оҙон керпектәр аҫтынан баҡҡан мөләйем был ҡарашҡа сихырланғандай булып, хатта залдағы студенттар менән иҫәнләшергә асҡан ауыҙын да япмай, бер нисә секундҡа «ҡатып ҡалды». Ҡыҙҙың ынйылай тештәрен бер аҙ ғына күрһәтеп, еңелсә йылмайған ирендәренә ҡарап, йәйге эҫе селләлә ифрат та ныҡ сарсап, көтмәгәндә һалҡын шишмә янына килеп сыҡҡан мосафирҙай тамшанып ҡуйҙы. Нәфис яурынбашына тулҡынланып таралған алтындай һары сәстәренә хәтле, ысынлап та, был гүзәл затҡа бигерәк килешә. Башҡаларҙыҡынан ҡырҡа айырылып торған сағыу ал төҫтәге күлдәге лә ниндәйҙер бер сәскә тажын хәтерләтә. Буйы-һынында һис бер етешһеҙлеге булмаған идеаль тип әйтерлек был ҡыҙ, ысынлап та, торғаны менән бер тере сәскә ине. Әле генә бөрө эсенән сыҡҡан йәш, күҙҙәрҙе ҡамаштырырлыҡ мәк сәскәһе! Матур ҡыҙҙарҙы күп күргәне бар Сабиттың. Әммә, бындайын да һылыу ҡыҙҙы ул ғүмерендә тәүге тапҡыр күрә. Алтын сәсле, ҙур зәңгәр күҙле булыуына ҡарамаҫтан, ыҡсым ғына бер аҙ ҡалҡып торған бит остарына ҡарап, мәрйә ҡыҙы тип тә әйтеп булмай уның хаҡта ҡапылда...

«Сәскә»нең тылсымынан көскә айырылып, студенттар менән иҫәнләште лә, трибунаға үтте. Үткән йыл ғына кандидиатлыҡ диссертацияһын яҡлаған, егерме һигеҙенсе йәш менән барған Сабит тышҡы ҡиәфәте менән өлкән курс студентын хәтерләтә. Уның ошоғаса буйҙаҡ икәне лә, студент халҡына, әлбиттә, мәғлүм. Әллә шуғамылыр, студенттар араһындағы ҡайһы бер ҡыйыуыраҡ ҡыҙҙар уға һәр төрлө серле ҡараш та «бүләк иткеләй». Айырыуса ҡала ҡыҙҙары. Йәнәһе, һинең уҡытыусы булыуыңа беҙҙең иҫебеҙ китеп бармай әле... Эх, замана ҡыҙҙары... Оператив хирургия предметынан өсөнсө курс студенттарына уҡылған тәүге лекция тамамланғансы, теге «хан ҡыҙы» унан күҙен дә алманы. Буласаҡ табибә уның лекцияһын айырыуса иғтибар менән тыңлап ултырғандай тойолдо...

Йәйге сессия килеп еткәнсе, фәҡәт лекция ваҡыттарында ғына, ҡараштары менән генә осрашты улар. Тәүге ҡарауҙа уҡ һушын алған зәңгәр күҙҙәрҙе күреү теләге менән янды егет һәр саҡ. Үҙенең сираттағы лекцияһын түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Тик ни өсөндөр һуңғы осорҙа, айырыуса икенсе ярты йыллыҡ башланғас, лекцияларға йөрөүен һирәгәйтте ҡыҙый. Уға үҙе уҡытҡан фән буйынса семинар дәрестәрен үткәреү өсөн бөтөнләй башҡа төркөмдө бирҙеләр. Шуға күрә, Сабит үҙенсә «мәк сәскәһе» ҡушаматын биргән был сибәркәй менән бер йыл тиерлек ваҡыт үткәс кенә, имтихан ваҡытында тәүге тапҡыр һөйләшеү бәхетенә иреште.

Ул имтихан алыу бүлмәһенә ингәндә, биш-алты студент үҙҙәренең алған билеттарына яуап әҙерләп ултыра ине инде. Сабит инеү менән иң алғы партала ултырған әлеге ҡыҙ уға тағы утлы ҡарашын ташланы. Бәлки, уның был ҡарашы бик тә ябай, тәбиғиҙер ҙә. Әммә йәш ассистентты был зәңгәр күҙҙәр тағы ла әсир итте.

– Кемегеҙ яуап бирергә әҙер? – тине Сабит Хәкимович бер аҙҙан ҡулындағы сәғәтенә ҡарап. Тик ул ошо мәлдә, үҙе имтихан бирергә әҙерләнгән студенттай, бер аҙ тулҡынлана башлағанын тойҙо. Шул ғына етмәгәйне, ауыҙыңа май туңғыры. Бүлмәлә һалҡынса булыуға ҡарамаҫтан, маңлайынан тир бәреп сыҡты. Уның был хәлен имтиханға килеүселәр һиҙмәһә генә ярар ине.

– Мөмкинме? – тине был юлы ла ҡыҫҡа аҡ халаты эсенән ни өсөндөр әлеге баҙыҡ ал төҫтәге күлдәген кейгән ҡыҙ. «Мөмкин, әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ». Нишләптер, сибек кенә әйтелгән һымаҡ тойолдо имтихан алыусының яуабы. Бәлки, Сабиттың үҙенә генә шулай тойолғандыр. Биленең аҫҡы яртыһын артистарса бик килештереп, сайҡай-сайҡай атлап, ҡыҙ уның ҡаршыһына килеп ултырҙы. Тырыша-тырыша билеттарының һорауҙарына яуап әҙерләгән башҡаларҙа, әлбиттә, улар ҡайғыһы юҡ ине.

Ғалимдар иҫбатлауынса, хатта сәскәләр ҙә, һеркәләнер мәлдә үҙҙәренә ҡунырға тейешле бал ҡорттарын йәлеп итеү өсөн, нәҡ тере йән эйәләре һымаҡ, шул бөжәктәр алдында матурланыу һәләтенә эйә икән. Тәбиғәттең Аллаһ ҡушҡан законы буйынса, бындай күренеш, әлбиттә, кешеләргә уғата ла хас була торғандыр. Әллә шуға, әллә ни, һәр хәлдә, Сабит өсөн был ҡыҙ бөгөн айырыуса матур һымаҡ тойолдо. Хәйер, һәр күргән һайын ҡыҙ тағы ла һылыуыраҡ була бара. Аҡ целлофанға төрөп, тере сәскә алып килеп ултырттылармы ни уның алдына.

– Тә-ә-әк, – тине Сабит Хәкимович тулҡынланыуын һиҙҙермәҫкә тырышып, бер аҙ тамаҡ ҡырып алды, – фамилияғыҙ нисек? – Алдында ятҡан исемлеккә ҡараны.

– Ишбулдина Гөлгөнә, – тине ҡыҙ сылтырап торған, көмөштәй матур тауышы менән. – Можно просто Гуля...

– Билетығыҙҙың тәүге һорауын уҡығыҙ, – тине Сабит өҫкө керпектәре аҫтынан һаман да уға серле итеп ҡарап, еңелсә йылмайып ултырған ҡыҙға. Студенттар менән аралашыуҙа инде байтаҡ тәжрибә туплап өлгөргән мөғәллим шулай ҙа үҙен тиҙ ҡулға алды. Әлбиттә, студент алдында ебеп ултырмаҫ бит инде ул.

– Йөрәктең анатомик төҙөлөшө. Уның функцияһы... – тип үҙенең билетындағы һорауҙарҙы уҡый башланы ҡыҙ.

– Тыңлайым.

– Кеше йөрәге дүрт камеранан тора, – тип башлап алып китте Гөлгөнә. Әммә теманы мәктәптәге биология дәресе программаһы кимәлендә лә асып бирә алмайынса, бер-ике һөйләм әйткәндән һуң, тынып ҡалды.

– Артабан, – тине студенттың яуабын бик иғтибар менән тыңлағандай, уның күҙҙәренә ҡарап ултырған Сабит.

– Йөрәк – кеше организмын ҡан менән тәьмин итеүсе насос...

– Шунан...

– А вообще, иптәш преподаватель, йөрәктең мөхәббәт органы икәнлеге хаҡында фекер йөрөй...

Бына һиңә – мә!.. Әйтте лә һалды бит ҡыҙыйың... Башҡалар ишетмәнеме, тигәндәй, был ҡыҙҙың әрһеҙлегенә шаҡ ҡатҡан Сабит Хәкимович тирә-яғына ҡаранып алды.

– Тағы нимә әйтә алаһығыҙ йөрәк тураһында, Ишбулдина? – имтихан алыусы көлөмһөрәне.

Икенсе һорау буйынса ла был ҡыҙҙың белеме юҡ кимәлендә ине, әйтерһең дә, ул өсөнсө курс студенты түгел, ә урамдан ингән осраҡлы ғына кеше. Ә инде өсөнсө һорауға яуап, барлыҡ медицина юғары уҡыу йорттарындағы ҡанун буйынса, кеше мәйетендә күрһәтеп һөйләп бирелергә тейеш. Формалин аңҡып торған мәйеттең асылған эсендә соҡсоноп, кеше эсәгенең һәр бүлеген резина перчатка кейгән ҡулдары менән тотҡолап күрһәтә-күрһәтә, шул турала һөйләп сығырға тейеш ине ҡыҙ.

– Сабит Хәкимович, мин вообще мәйеттән ҡурҡам, – тине буласаҡ табибә.

– Ә семинар дәрестәрендә нисек уҡынығыҙ һуң? Анатомия предметынан нисек «дүртле» алыуға өлгәштегеҙ? – тип ғәжәпләнеп һораны мөғәллим ҡыҙҙың зачеткаһын асып ҡарай-ҡарай. Ишбулди-наның өс йыл буйына йыйылып килгән башҡа билдәләре лә яҡшы ғына ине.

Был студенттың медицина институтында етди фәндәрҙең береһе булған оператив хирургия буйынса белеме юҡ кимәлендә булыуы аптыратты Сабитты. Хатта бер аҙ «өслө»гә тартырлыҡ өҫтәмә һорау биреүҙән дә файҙа юҡ ине. Инде башҡа студенттар билеттарына яуап әҙерләп бөтөп, имтихан алыусы бушағанын көтә башланы.

– Иптәш Ишбулдина, – тине Сабит, алдында ятҡан журналға ниҙер яҙғандан һуң – яҡшылап әҙерләнеп, имтиханға ҡабаттан килергә тура килер һеҙгә. Ә хәҙергә һеҙҙең яуабығыҙ өсөн «икеле»нән дә артыҡ билдә ҡуя алмайым... Хушығыҙ.

Ҡыҙҙын әллә ни кәйәфе төшкәндәй ҙә күренмәне. Үҙенең тылсымлы ҡарашы менән йәш уҡытыусыны сираттағы мәртәбә «сәнсеп» алғандан һуң, зачет кенәгәһен алып, баяғы һымаҡ уҡ ифрат та килештереп атлап, бер ни ҙә өндәшмәй сығып китте. Үҙенең артынан имтихан алыусының мотлаҡ рәүештә ҡарап ултырып ҡалырына шиге юҡ ине буғай үҙ баһаһын белгән был ҡыҙҙың. Предмет буйынса белеме нулгә тиң булған студенттың ҡарашында «Ҡуйырһың билдәңде, нисегерәк ҡуйырһын...» тигәнде уҡырға булыр ине...

Шундайын да матур ҡыҙҙы һис бер сәбәпһеҙгә ҡыйырһытҡандай тойҙо үҙен Сабир Хәкимович. Әйтерһең, лайыҡ булмаған «икеле»не ҡуйҙы уға. Уның шул һылыулығы өсөн генә лә ыңғай билдә ҡуйып сығарыуы бер ни ҙә түгел ине лә бит. Әммә, ниндәйҙер эске тауыш: «Ашыҡма, егет. Бындайын да гүзәл затты башҡаса күрген килмәйме ни?..» – тигәндәй булды. Ысынлап та, затлы гәүһәр ташты хәтерләткән, үҙен һуштан яҙҙырған шул күҙҙәргә тағы һәм тағы ҡарап һөйөнгөһө килде егеттең. Киләһе осраҡта, әлбиттә, һис шикһеҙ ҡыҙға «өслө» билдәһе булһа ла ҡуясаҡ ул...

– ...Ниндәй «өслө» һөйләйһегеҙ, – тине уға проректор, иртәгәһен эшкә килеү менән уны үҙенең бүлмәһенә ашығыс рәүештә саҡыртып, бер аҙ һөйләшеп алғандан һуң. – Ишбулдинаның зачет кенәгәһендә кәмендә «дүртле» торорға тейеш! Ҡала хакимиәтендәге «ҙур» кешенән шылтыратыу булды. Был студенттың әсәһе ана шул кешенең яҡыны икәне әллә ҡасандан уҡ беҙгә мәғлүм...

– Тәүге мәртәбә ишетәм, Израил Исаевич.

– Һеҙ мине дөрөҫ аңланығыҙ, тип ышанам, Сабит Хәкимович...

Уҡыуҙа шундай насар өлгәшкән Гөлгөнәнең университетҡа уҡырға инеп, өсөнсө курстың аҙағына ҡәҙәр нисегерәк килеп етә алғанын аңланы инде хәҙер Сабит. Әлбиттә, матур күҙҙәре өсөн генә түгел. Фәҡәт ана шундай көслө «этәреүсе»һе булған өсөн дә был ҡыҙҙың ҙур уҡыу йортона инеп, хәҙергәсә «батмай» барыуына шиге ҡалманы Сабиттың. Ҡайҙалыр ишеткән мәҙәк кенә бер таҡмаҡты иҫләп алды.

Һин дә булдың көтөүсе,

Мин дә булдым көтөүсе.

Беҙ ҙә айға менер инек

Арттан булһа этеүсе...

Ҡуйҙы Сабит, ҡуйҙы билдәне. Хөрмәтле Исаевич әйтмешләй, «өслө»нө генә лә түгел, ә күпкә юғарыраҡты. Был юлы ла студенттың яуабының рәте юҡ ине. Әммә... Киләсәктә кеше ғүмере өсөн яуаплы кадр – буласаҡ табиб ифрат та белемле булырға тейешлеген үҙенең начальнигына иҫбат итеп маташыуҙан фәтеүә булмағас, ахырҙа, артабан «елгә ҡаршы борсаҡ һипмәҫкә» булды Сабит Хәкимович. Үҙенә үҙе дошман түгел дә ул... Өҫтәүенә, әлеге мәк гөлләмәһе... «Буйҙаҡ егет Сабит» был юлы «принципиаль преподаватель Сабит Хәкимович»тан өҫтөнлөк итте. Төҫкә-башҡа үҙе лә насар булмаған был егет, бар донъяһына төкөрөп, ана шул ҡыҙ менән яҡындан танышып алыу маҡсатын ҡуйҙы үҙенә хатта. Бәлки, унан башҡа ла тап шундай ниәтле егеттәр етерлектер. Һис шикһеҙ. Әммә Сабиттың башҡаларҙан өҫтөнлөгө бар ине шул. Медицина фәндәре кандидаты тигән исеме генә ни тора! Шуғалыр ҙа, егет был ҡыҙыйҙы үҙенә ҡаратып алырына бөтөнләйгә ышана ине тиерлек. Тик нисегерәк уңайлы мәл табырға? Ҡыҙ үҙе лә уға битараф түгел, буғай... Әле ҡабаттан имтиханға килгән Гөлгөнә, үҙенең зачеткаһы ндағы лайыҡ булмаған «бишле»не күргәс, Сабитты әләкләгән һымаҡ итеп, шаян йылмайып, уға телен күрһәтте лә, күптәнге яҡын танышы менән хушлашҡандай, йәтеш кенә итеп ҡул болғап, «Чао!» тип аудиториянан осоп сығып китте. «Беҙҙең әле тағы ла осрашыуыбыҙ мөмкин», тигәнде уҡырға булыр ине сираттағы был ялҡынлы ҡарашта.

Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, көндәрҙән бер көндө гөлдәй Гөлгөнә уға үҙе килде. Йәйге сессия тамамланғас, университеттағы эше буйына ялға сыҡҡан Сабит Хәкимович, дауаханалағы төп эш көнөнән һун ҡайтырға йыйынып, тышҡа сыҡты. Сабиттың еүеш асфальт төҫөндәге «десятка»һы янында көтөп тора ине уны һылыуҡай.

– Һаумыһығыҙ, Сабит Хәкимович, – тине ҡыҙ йылмайып.

– Һеҙ – миңәме?.. – тип һораны көтөлмәгән осрашыуҙан бер аҙ албырғап ҡалған егет ҡыҙара биреп.

– Мин һеҙҙе бер сәғәт көтәм инде, – тине Гөлгөнә.

– Берәй йомошоғоҙ бар инеме әллә?.. – тине Сабит кеҫәһенән асҡыс бәйләмен сығара-сығара. Асҡыстарға тағылған «пульт»ы менән тиҙ генә машинаһын асты. – Әйҙәгеҙ, ултырығыҙ, бер юлы өйөгөҙгә лә илтеп ҡуйырмын.

– Юҡ, рәхмәт, – тине ҡыҙ йәнәшәлә торған асыҡ ҡыҙыл төҫтәге «Део-Матиз» автомобиленә күрһәтеп, – мин үҙем рулдә.

– Улайһа, йомошоғоҙҙо әйтегеҙ, – тине Сабит.

– Иртәгә шәмбе көн буш булаһығыҙмы?

– Иртәгә?.. – егет бер-ике секунд уйланып алды. – Төштән һун бушмын.

– Иртәгә минең тыуған көнөм, Сабит Хәкимович. Килә алмаҫһығыҙмы?..

Ҡатмарлы бер йөкләмә алған студенттай, егет тағы ла бер аҙ ҡаушай төштө, әммә үҙен-үҙе тиҙ ҡулға алды. Ул ғына ла түгел, хатта «егетлек» роленә лә инә башланы.

– Бындай һылыу ҡыҙҙың саҡырыуын кире ҡағыу – оло гонаһ... Һис һүҙһеҙ, киләсәкмен. Тик адресығыҙҙы онотҡанмын... – егет шаярыуға күсте.

Ҡыҙ адресын әйткәс, Сабит уның телефон номерын да һорашып, үҙенекенә яҙып алды. Сәғәт киске алтыға килергә икәнен әйтте лә, Гөлгөнә үҙенең ҡояшҡа йылтырап, мәк сәскәһе төҫөндәге өр-яңы машинаһына ултырып, етеҙ генә китеп барҙы. Мәк сәскәһе...

Тыуған көн мәжлесенә ун бишләп кеше килгәйне. Барыһы ла йәштәр. Сабит ишектән килеп ингәс тә барыһының иғтибары уға йүнәлде. «Са-бит Ха-ки-мо-вич, доб-ро по-жа-ло-вать!» тип хор менән сәләмләп ҡаршы алды студенттар алдан репетиция яһап, өйрәнеп ҡуйған буйынса. Унан гөж килеп ҡул саптылар, әйтерһең дә улар Гөлгөнәнең түгел, ә Сабиттың тыуған көнөнә йыйылған. Егеттәр барыһы ла тиерлек аҡ күлдәкле, галстуктан, ыҡсым ғына кейенешкән. Ҡыҙҙарҙың һәр береһен ниндәйҙер гүзәл сәскәгә тиңләрлек. Күҙ-баштарын биҙәп, сәстәрен төрлөсә бөҙрәләтеп, өҫтәренә күҙҙең яуын алып торған күлдәктәр кейгән был ҡыҙҙар барыһы бергә йыйылғанда ифрат та матур бер сәскә түтәлен хәтерләтә, һәр төрлө тәмле хушбуй еҫтәре сыҡҡан «түтәл»дең ҡап уртаһында – күҙҙәрҙе ҡамаштырырлыҡ «мәк сәскәһе»! Сабит үҙен ошондай ғәжәп гөл баҡсаһы эсенә ингәндәй тойҙо. Мәжлескә килгән башҡа егеттәр кеүек үк, галстуклы, аҡ күлдәктә, ялтлап торған ҡара костюмдан булған Сабит тәүҙәрәк бер аҙ ҡаушай биреп тә ҡуйҙы, әммә үҙен тиҙ ҡулға алды. Йылмайған саҡта бер аҙ маңлайына күтәрелә биреп йәйелгән киң ҡара ҡаштары аҫтындағы һорғолт күҙҙәренән сабыйҙарса ихласлыҡ, эскерһеҙлек билдәләрен хаталанмай ғына уҡып булырҙай үҙенсәлекле йөҙ кешеләргә ифрат та тиҙ ышанып барыусан башҡорт кешеһенә генә хастыр. Йөҙөндә тап ана шундай йылмайыу балҡыған Сабит алып килгән гөлләмәне ҡыҙға тапшырҙы. Тағы ҡул сабыуҙар. Аш бүлмәһенән бер аҙ тулыраҡ кәүҙәле ҡырҡ биш-илле йәштәрҙәге ханым сығып, Сабитҡа ҡулын бирҙе.

– Ольга Николаевна, – тине ҡатын йылмайып. – Гуляның әсәһе.

– Сабит Хәкимович, – тине егет һәм еңелсә эйелеп, ҡатындың ҡул һыртына ирендәрен тейҙерҙе. – Можно просто Сабит...

Сабитҡа Гөлгөнә менән йәнәшәлә урын тәҡдим иттеләр. Ольга Николаевна ҡыҙының икенсе яғынан урын алды. Һәр төрлө тәм-том, затлы-затлы эсемлектәр менән һығылып торған өҫтәл тирәләй башҡалар ҙа теҙелеште. Ҡасандыр ярайһы ғына һылыу булған битен мөмкин тиклем йәш итеп күрһәтергә тырышып «штукатурлаған» Ольга Николаевна, әсә кеше булараҡ, иң тәүҙә һүҙ алды. Ошондай һәр мәжлестә ғәҙәттә әйтелә торған һүҙҙәр менән ҡыҙын ҡотланы ла, уға ниндәйҙер ҡыйбатлы биҙәнеү әйбере бүләк итте. Тәүге фужерҙы Гөлгөнәнең һаулығына күтәргәндән һуң, Сабит Хәкимович аяғөҫтө тороп баҫты.

– Уважаемая Гульгина, – тип башланы ҡыҙҙың исемен русса дөрөҫ әйттемме икән, тип бер аҙ уңайһыҙланғандай. Тамаҡ ҡырып алды ла, йәнәшәһендә ал сәскәләй балҡып ултырған Гөлгөнәнең күҙҙәренә ҡарап дауам итте. – Ысын йөрәктән һине тыуған көнөң менән ҡотлайым. Бар эштәрендә, уҡыуында уңыштар теләйем...

Тағын да бер нисә теләк әйткәндән һуң, ҡаршы стенала элеүле торған гитараны алып биреүҙәрен һораны. Ҡулына алып, ҡылдарын бер-икене сиртеп, көйләп алғас, һүҙен дауам итте.

– Ҡәҙерле Гөлгөнә. Әле һиңә бүләк итәсәк йыр әллә ҡасан уҡ сығарылған. Хәҙер уны йырлаусы ла юҡ, тиерлек. Башҡорт телендә яңғыраясаҡ был йырҙың һүҙҙәрен күптәр, бәлки, аңламаҫтыр ҙа. Әммә бала саҡта ишетеп, яратып, отоп алған шул йырҙың моңо һаман да минең күңелемдә. Бәлки, һиңә лә оҡшар, тигән өмөттәмен һәм ошо йырымды һиңә бүләк итәм. – Гөлгөнәнең матур күҙҙәренә ҡараны. Үҙенде һәр саҡ һушһыҙ иткән шул күҙҙәр менән һөйөнөү бәхете тағы ла ҡасан эләгер һиңә, Сабит...

Студенттар араһында башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары ла байтаҡ ине, буғай. Гитараға ҡушылып, саф башҡорт телендә ифрат та моңло тауыш менән яңғыраған был йырға барыһы ла тынып ҡалды.

Ниндәй матур оҙон юлға сыҡтым,

Янар сәсәҡ ине юл башым.

Сәсәк тулған һинең йөрәгеңә,

Ниҙәр булыр, йәшлек юлдашым?..

Гитара ҡылдарын талғын ғына сирттереп, йыр көйөнөң аҙаҡҡы өлөшөн ҡабатлаған арала, ҡарашын бер-ике секундҡа Гөлгөнәнән алып, башҡаларҙың моңайып ҡалған йөҙҙәренә иғтибар итте. Тимәк, йыр күптәргә оҡшай, айырыуса, ҡаршы рәттә ултырған ҡараҡас ҡыҙҙың күҙҙәре һағышлы тойолдо. Тик Ольга Николаевна ғына уның йырына битараф ҡарағандай. Йыр дауам итте.

Ул сәсәкте өҙөп ҡарар өсөн

Эҙләп туғайҙарға барма һин.

Һин эҙләмә, уның үҙ йөрәге

Янар сәсәк булып ҡабынһын...

Йырын тамамлап, Сабит ҡыҙға махсус сумаҙан эсенә һалынған ҡыйбатлы ноутбук бүләк иткәс, шау-гөр килеп ҡул сабыуҙарға ҡушылып, хатта кемдер әсе иттереп һыҙғырып та ебәрҙе.

– Рәхмәт, Сабит Хәкимович, – тине Гөлгөнә шат йылмайып. –Только жаль, что я башкирский язык не понимаю...

– Ә был йырҙы аңларға түгел, тойорға кәрәк, – тине ҡаршыла ултырған баяғы «ҡараҡас» сөм-ҡара күҙҙәренән ташып сыҡҡан йәштәрен ҡул яулығы менән ҡоротоп. – Йөрәктәргә үтеп инерҙәй йырығыҙ өсөн рәхмәт, Сабит Хәкимович...

* * *

Ошо кисәнән һуң Сабит менән Гөлгөнә йыш ҡына осраша ла башланы. Йә циркҡа, йә булмаһа берәй яңы фильмдың премьераһына барҙылар. Үҙе нисек кенә яратһа ла, Башҡорт драма театрына Гөл-гөнәне алып бара алманы Сабит, сөнки тегеһе, башҡортса белмәү сәбәпле, унда йөрөүҙән ҡырҡа баш тартты. Ул ғына ла түгел, ғәжәпкә, был сибәркәй башҡорт көйөн дә, хатта иҫ киткес матур ҡурай моңон да нишләптер үҙһенмәне... Үҙенең исемен дә «Гуля» тип атауҙы хуп күрҙе. Әммә ошо «мәк сәскәһе»нең матурлығынан тамам башы әйләнгән Сабит уның был «мәрйә»легенә бөтөнләйгә күҙ йомдо.

– Атайың башҡорт инеме? -тип һораны бер мәл Сабит ҡыҙҙан.

– Нишләп инеме? – тип һорауға һорау менән яуапланы ҡыҙ. – Хәҙер ҙә башҡорт ул.

Гөлгөнә атаһының әсәһе менән әллә ҡасан уҡ айырылышыуын әйтте. Әсәһе уны яңғыҙы тәрбиәләп үҫтергән. Үҙен урыҫ ҡыҙы тип һанап йөрөй ул. Тик фамилия һәм исеме генә «боҙа»... Үҙ милләтен нисек кенә һөймәһен, Сабиттың мөхәббәт менән томаланған күҙҙәре ошо «сәскәләрҙең дә сәскәһе»нән ары бер ни ҙә күрмәне. Яңғыҙ ҡалған саҡтарында һөйгәнен тағы-тағы ла күрергә зар-интизар булып, йыш ҡына үҙ алдына һәр төрлө һағышлы йырҙар йырлар булып китте.

...Болондарҙа йөрөгәнемдә

Гөлгә ғашиҡ булманым.

Сәскәләрҙең дә сәскәһен

Һиндер ул, тип уйланым...

Уйҙар, уйҙар... Үҙенә йоҡларға бирмәгән икһеҙ-сикһеҙ уйҙарының ошо урынына килеп еткәс, ни өсөндөр, Сабит Хәкимович Гөлгөнәнең тыуған көн мәжлесендә күргән әлеге «ҡараҡас» ҡыҙҙы ҡабаттан иҫләне. Университет коридорҙарында һирәк-һаяҡ осраҡлы ғына күренеп ҡалған муйыл күҙле был ҡыҙҙың үҙенә һәр саҡ иғтибар иткән сырайын тағы күҙ алдына килтерҙе. Ир-егет затының йөрәк ҡылдарын тибрәтерҙәй, күңелен иретерҙәй, саф һөйөү хистәре тулы ҡараш... Әле генә аңлағандай булды был ҡыҙҙың үҙенә ҡарата булған һүҙһеҙ мөхәббәтен...

Әммә уйҙары уны яңынан әлеге «үҙенең тиңе булмаған мәк сәскәһе»нә алып килде. Уларҙың үҙ-ара булған мөнәсәбәтенә әсәһе ҡаршы түгелме икән, тигән уй ҙа борсой ине Сабитты. Сөнки бер бөртөк кенә ҡыҙының яҙмышына әсә кешенең һис тә битараф булмаҫын белә бит ул. Яңғыҙы өс бүлмәле ҙур ғына йортта йәшәй Ольга Николаевна. Ҡыҙына ла ике бүлмәле фатир, машина алып биреүгә өлгәшкән йүнсел был әсә, уңайы тура килгән һайын Сабиттың эш хаҡы, матди хәле хаҡында уратып-уратып ҡыҙыҡһынғыланы. Бындай «ваҡ-төйәк»кә егет уғата ла әһәмиәт бирмәне. Студенттар дөйөм ятағының бер бүлмәһендә йәшәгән Сабит үҙенең тормошона һис тә зарланмай ине. Барына шөкөр итеп йәшәне ошоғаса. Утыҙ йәшкә етеп килеүенә ҡарамаҫтан, күңеле менән ябай ауыл малайынан әллә ни алыҫ китмәгәйне шул Сабит.

Көндәрҙән бер көндө егет ҡыҙға өйләнешергә тәҡдим яһаны. Ҡапылда уға бер ни ҙә яуап бирмәгән ҡыҙ, әлбиттә, өйөнә ҡайтыу менән был хаҡта әсәһенә әйтте. Ҡыҙына яһаласаҡ бындай тәҡдимде әллә ҡасан уҡ көткән Ольга Николаевна, ни өсөндөр, тағы үҙенсә һығымта яһап ҡуйҙы. Был хаҡта ҡыҙына ла әйтмәй ҡалманы.

– Дөйөм ятаҡта йәшәп ялҡҡан, күрәһең, был башҡорт...

– Ну и что, зато ул – кандидат наук! – тип үҙ яғын ҡайырҙы Гуля. – Икенсенән, беләһеңме, әсәй, мине күрһә, аҡылын юя бит ул. Фатирым булмаһа ла миңә тәҡдим яһар ине ул, моғайын...

Үҙ баһаһын белә ине шул Гөлгөнә. Шунын өсөн дә әсәһенең «Сабит фатирыңа ҡыҙыға», тигән фекерен әллә ни оҡшатып етмәне.

– Эш хаҡы ла «ташҡа үлсәйем» генә бит...

– Уныһы ғына поправимо. Уға ҡалһа, курстағы барлыҡ ҡыҙҙар «үлеп» көнләшәсәктәр... Әсәй, минең уға кейәүгә сығыуымды үҙең дә теләйһең бит, так что... Ғөмүмән, мин иртәгә үк үҙемдең ризалығымды белгертәсәкмен.

– Әллә, үҙең ҡара...

Был диалог хаҡында, әлбиттә, Сабит Хәкимович белмәне, һәм бер ҡасан да белә алмаҫ ине. Әсә менән ҡыҙ араһындағы тәү ҡарауға бик тәбиғи булған бындай һөйләшеүҙең әллә ни яҡшы киләсәк тә вәғәҙә итмәгәнен белеү мөмкин түгел ине шул. Хатта һөйләшеүҙе ишетеп торған хәлдә лә эскерһеҙ һөйөү хистәре менән янған егет әһәмиәт бирмәҫ ине һымаҡ...

Никах туйы ҡуртымға алған кафела үтте. Башҡа кешеләрҙекенән бер нәмәһе менән дә айырылмаған ғәҙәти туй. Ҡыҙҙың атаһы һәм уның туғандарының булмауын иҫәпкә алмағанда. Әсәһенең яҡындары, уның эш урынынан бер-нисә пар, Сабиттың ауылдан килгән ата-әсәһе, кардиохирургия бүлегендә бергә эшләгән коллегалары һәм иң күбеһе – Гөлгөнәнең курсташтары йыйылышҡас, кафеның ҙур залы ҡунаҡтар менән тулды ла ҡуйҙы.

Ольга Николаевна йәштәргә Гөлгөнә йәшәгән фатирҙы бүләк итте. Ҡыҙының исеменә яҙҙырылған таныҡлыҡты Гөлгөнәнең ҡулына тапшырҙы. «Йәштәргә беҙҙән бер һыйыр», тип кенә әйтергә хәленән килгән Сабиттын ата-әсәләре алдында төп ҡоҙағый «бер башҡа» юғарыраҡ ине. Бигүк ҙур урын биләмәһә лә, уның ҡала хакимиәтендә эшләгән оло бер түрәнең сәркәтибе булыуы үҙе ни тора! Хатта университет етәкселәрен дә тыңлата ала бит ана шул начальнигы аша. Тамада мәжлесте фәҡәт урыҫ телендә генә алып барғас, туйҙың башынан аҙағына ҡәҙәр Хәким ағай менән Зөлхизә апай тамаша ҡарарға килгән сит кешеләрҙәй тик ултырҙы. Етмәһә, ялланып килгән оркестр ҡолаҡ тондорғос барабанға ҡушылып, һүҙҙәре, көйө лә таныш булмаған ниндәйҙер йырҙарҙы туҡтауһыҙ йырланы, дөрөҫөрәге, аҡырҙы. Туй аҙағына еткәндә, был мәжлес ҡасан тамамланыуын түҙемһеҙлек менән көтөп ултырған ата-әсәһенең генә түгел, хатта Сабиттың үҙенең башы шаулай ине. Төрлө төҫтәге шарҙар менән биҙәлгән оҙон аҡ «лимузин» йәштәрҙе Гөлгөнәнең фатирына алып килде.

Тәүге никах төнөндә ошо гүзәлдәрҙән гүзәл «мәк сәскәһе»нең нисек «асылғанын» иҫләгәс, Сабиттың тәндәре сымырҙап китте. Таң атҡансыға ҡәҙәр «аҡылынан шашырға» мәжбүр иткән кәләшенең тылсымлы тәненән сихыр хәлендә ине ул. Ошоғаса ҡатын-ҡыҙҙар менән һирәкләштереп булһа ла осрашырға тура килеүенә ҡарамаҫтан, бындайын да ләззәтле төндө үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр татыны ул.

Ғаилә ҡорған йәштәр башҡа кешеләр һымаҡ уҡ йәшәп алып китттеләр. Артыҡ ҙур булмаһа ла, эш хаҡын ваҡытында алып, һәр саҡ йәш кәләшенә биреп торған Сабит Хәкимович, хәләл ефетен кейендерә һәм туйындыра алырлыҡ эшләйем, тип һананы үҙен. Кардиохирургия бүлегенең ординаторы булараҡ, үҙенең уйынса, бигүк әҙ ҙә алманы ул эш хаҡын. Өҫтәүенә, университетта лекциялар уҡыны, семинар дәрестәр алып барҙы. Әммә ай аҙағына ҡәҙәре бер-ике аҙна ҡаламы-юҡмы, Гөлгөнә аҡса бөтәүенә зарлана ла башлай. Шуға Сабит өҫтәмә төнгө дежурҙарға ла йыш йөрөй башланы. Үҙең яратып, йән атып алған сәскән өсөн ниҙәр генә эшләмәҫһең. Өйләнешкәндәренә бер йыл тигәндә, улдары тыуҙы. Сабит уға Сәлим тигән башҡорт исемен ҡушырға иткәйне, Гөлгөнә ҡырҡа ҡаршы торҙо. «Минен ғүмер буйы Гульгинья тигән телде һындырырлыҡ исем тағып йөрөүем етмәгән, һин тағы балаға шундай әллә ҡасан уҡ иҫкереп бөткән исемде бирмәксеһеңме? Короче, баланың исеме Слава буласаҡ. Вячеслав, и точка!» Быға ла әллә ни ҡаршылашманы Сабит. Гөлгөнәнең артабан уҡыуына ҡамасаулай, тип биш айы тулғас, баланы Сабиттың ата-әсәһенә ауылға алып ҡайтып ҡалдырҙы. Үҙҙәренең һөйләшеү диалекты менән әйтмешләй, «тас атаһы...» булған ҡара ҡашлы, ҡара сәсле, һоро күҙле ейәнен Хәким ағай менән Зөлхизә апай яратып, Сәлим тип йөрөттө барыбер...

Тормош тигән нәмә бер урында тормай, һәр ваҡыт ҡына һин теләгәнсә лә бармай икән шул. Һис аямай күтәреп тә һуғып ҡуя ҡайсаҡ. Ольга Николаевна көтмәгәндә эшенән бушатылды. Ни өсөн икәнлеге Сабит өсөн сер булып ҡалды. Быға әллә уның һәр саҡ таянысы булып торған ҙур начальнигының урынынан шылыуы сәбәпсе булды, әллә ни. Шул ваҡытҡа тиклем инде бишенсе курсҡа йөрөй башлаған (дөрөҫөрәге, йөрөмәй башлаған) Гөлгөнә ханым үҙен һис ел-ямғыр теймәҫтәй итеп тоя ине. Әммә уның әсәһе эштән бушатылыуын белгән факультет деканы ялҡау студентты уҡыуҙан ҡыуырға тигән ҡарарға килде. Зачеттарын йыйып ала алмау сәбәпле, сираттағы сессияның имтихандарына индерелмәгән Ишбулдинаның (ул үҙ фамилияһында ҡалғайны) артабан да студент булып ҡалыуына юл ҡуйманылыр. Университетта һәм дауаханала абруйы артҡандан-арта барған Сабит Хәкимович та быға ҡаршы йоғонто яһай алманы хатта. Тик һуңынан ректорҙың бойороғондағы «исключить...» тигән пунктты «предоставить академический отпуск...» тип алыштырыуҙарына ғына өлгәште. Шуға ҡарамаҫтан, университетта уҡыуын дауам иттерергә Гөлгөнәнең үҙенең дә әллә ни теләге булманы. Китергә икән – китергә... «Дүрт курс уҡыны, шәфҡәт туташы булып эшләргә хоҡуҡлы» тигән танытма бирҙеләр уға. Сабит ярҙамында дауахана бүлектәренең береһенә төнгөлөккә дежурға эшкә лә урынлашты.

Ваҡыт тигәнең үтә торҙо. Гөлгөнәнең ике бүлмәле фатирында икәүҙән-икәү йәшәй бирҙеләр. Инде дүртенсе йәш менән барған Славик-Сәлимде ауылдан алып ҡайтырға, нишләптер, Гөлгөнәнең уйына ла килмәне. Был хаҡта Сабит уға бер нисә тапҡыр әйтеп ҡараны ла, ҡул ғына һелтәне. Ярай әле, ата-әсәһе ҡарамағында малай, һирәгерәк булһа ла ҡайтҡылап, күрешеп торалар. Сабит күбеһенсә яңғыҙ ҡайта ауылға. Сөнки ҡәйнә йортона бер-ике тапҡыр ғына килгән Гөлгөнәгә «ауыл һауаһы» оҡшаманы. Ғүмере буйы ҡалала йәшәгән наҙлы килендең мал һарайы еҫенә «аллергия» ине. Ольга Николаевна «сей башҡорт» йөҙлө ейәнен тәүге көндән үк оҡшатманы. Сәлимде ауылға алып ҡайтып киткәне бирле, уны күрергә лә ынтылманы. Кейәүен дә өнәп етмәгән ҡәйнәһе уларға ҡыҙы яңғыҙы саҡтарҙа ғына килергә тырыша ине.

Сабит Хәкимовичты өлкән ординатор дәрәжәһенә үрләттеләр. Аҙнаһына өсәр көн кеше йөрәгенә ҡатмарлы операциялар яһаны ул. Ауырыуҙар уға эләгергә тырыша. Тап шул осорҙа Гөлгөнәлә сәйер үҙгәреш һиҙә башланы Сабит. Ғәжәпкә, элек Сабит алып ҡайтҡан эш хаҡын аҙаҡҡы тиндәренә тиерлек һалдырып алған ҡатыны һуңғы осорҙа уның аҡсаһына битараф ҡалды. «Үҙеңә кеҫә расходтарыңа ҡалдыр...» – ти башланы ул эш хаҡы алып ҡайтҡан иренә. Сәйер...

Ул көндө Сабит Хәкимович үҙенең эш бүлмәһендә ауырыу тарихы яҙып ултыра ине.

– Мөмкинме? – тине ҡыйыуһыҙ ғына шаҡып ишек асҡан ҡатын. Кейеме, ҡиәфәтенә ҡарағанда уҡ ауыл еренән килгән икәнлеге күренеп торған был ҡатын үҙен бүлексәлә операция яһатырға көтөп яткан Хәйбуллин Рәсимдең хәләл ефете тип танытты.

– Әйҙә, үтегеҙ, – тине Сабит Хәкимович яҙыуынан айырылып. Моғайын, «минең иремә операцияны фәҡәт үҙегеҙ яһауығыҙҙы үтенәм», тип әйтергә килгәндер. Ундай мөрәжәғәт менән йыш ҡына килгеләйҙәр шул...

Сабит Хәкимович хаталанманы. Ауылдан килгән был ҡатын тап ана шундай үтенес менән ингәйне. Әммә уның тағы бер йомошо бар ине.

– Сабит Хәкимович, – тине ҡатын ояла-ояла, – бына һеҙгә ошо конвертты алып килгәйнем...

– Ниндәй конверт? – башта аңламайыраҡ торҙо Сабит. Ярайһы ғына тос конвертты ҡулына алды һәм эсен асып ҡараны. Конвертта – аҡса!

– Был нимә? – Сабит ҡатындың күҙҙәренә текәлде.

– Бында илле мең, – тине ҡатын уңайһыҙланыуынан тағы ла ҡыҙара биреп. – Аҙыраҡ, тиһәгеҙ, бер аҙҙан тағы ла килтерермен. Хәҙергә аҡса яғы...

– Кире алығыҙ конвертығыҙҙы, ханым, – тине Сабит сыҙамай урынынан тороп. Миңә операция өсөн эш хаҡы түләйҙәр. Һеҙҙең бер тинегеҙ кәрәкмәй. Минең өсөн һеҙҙең ирегеҙҙең тик һауығып сығыуы мотлаҡ... Ә миңә аҡса алып килергә кем ҡушты һеҙгә?

– Әллә... Ошонда операция яһатып сыҡҡан кешеләр менән кәңәшләшкеләгәйнек...

– Бынан ары бер ҡасан да бындай мәсьәлә менән миңә яҡынламағыҙ, – тине Сабит Хәкимович бер аҙ ҡатырғанып. – Хушығыҙ.

– Ә минең иремә операцияны үҙегеҙ яһағыҙ инде, зинһар...

– Ә был үтенесегеҙҙе кире ҡаға алмайым. Ирегеҙҙең исем-фамилияһы кем тинегеҙ әле? – өҫтәлдә яткан ручкаһына үрелде...

Кәйефе тамам боҙолоп эштән ҡайтып ингәндә Гөлгөнә сираттағы өр-яңы костюмын кейеп, көҙгө алдында әйләнгеләй ине.

– Килешәме? – тине ҡатын ҡояштай балҡып.

– Килешә, – тине Сабит ҡоро ғына. Йәһәт кенә сисенеп, ванна бүлмәһенә инде. Һалҡын душ аҫтында ҡойоноп алғас, бер аҙ еңеләйгәндәй булды.

Киске аштан һуң Гөлгөнәгә әлеге ҡатындың аҡса менән тулы конверт алып килеүен һөйләне.

– Илле мең! Минең айлыҡ эш хаҡымдан ике мәртәбәгә тиерлек артыҡ...

– Подумаешь, илле мең... – тине бер аҙ ғына тулылана башлаған ҡатыны бер ҙә иҫе китмәгәндәй. – Хәҙерге ваҡытта илле мең – ерунда ғына бит ул. Алырға кәрәк ине... Кеҫәңде йыртыр, тип ҡурҡтыңмы әллә?.. – Йөҙөнә ғәжәпләнеү билдәһе сығарып, ҡулдарын йәйеп ебәрҙе хатта.

– Мине кемгә һанайһың?.. – тип тәүге мәртәбә асыуланды ул хәләл ефетенә. – Дауалаған өсөн бер ҡасан да кешенән аҡса алғаным юҡ һәм алмаясаҡмын!

– Әллә, үҙең ҡара... – Бер аҙ йомшарғандай булды Гөлгөнә. – Күпме нервыларыңды бөтөрөп, кешеләргә ғүмер биреп тә, ниндәйҙер «тинлектәр» генә алып йөрөгәнең өсөн үҙеңде йәлләп кенә әйтәм...

– Күпме алһам да, улар минен намыҫ менән эшләп тапҡан хәләл аҡсаларым. Ә харам миңә кәрәкмәй! Кешеләргә ғүмерҙе... мин бирмәйем, ә Аллаһ бирә. Операциялар яһау – минең һөнәрем генә...

Башҡаса был хаҡта һүҙ ҡуҙғатманылар. Сабитҡа тағы бер-нисә мәртәбә «аҡса төртөргә» маташыусылар булды. Әммә үҙ эшен намыҫ менән үтәргә ғәҙәтләнгән хирург уларҙың «бүләгенән» һәр саҡ ҡырҡа баш тартты...

Гөлгөнә кескәй «Део Матиз»ын йылтырап торған өр-яңы «Шевроле»ға алыштырҙы. Әлбиттә, уның өсөн әллә күпме аҡса өҫтәп түләгәндер. «Әсәйем бирҙе», тип кенә яуапланы ул был хаҡта ҡыҙыҡһынған иренә. Әлбиттә, хәҙер бөтөнләйгә икенсе урында – йорттар идараһында эшләгән әсәһенең эш хаҡы әллә ни ҙур ҙа түгел ине. Әммә бер ҡатлы «ауыл малайы» үҙенең һөйөклөһөнә тағы ла ышанды. Ул-былды, ваҡ-төйәкте тикшеренеп йөрөргә ваҡыты ла юҡ ине көнө-төнө тигәндәй эшкә сумған Сабиттың.

Кейәү булараҡ, Сабит үҙенең ҡайныһы Рәхимйән ағай менән танышып алырға хыялланды. Заманында Гөлгөнәне тәрбиәләп үҫтермәүенә, ҡәйнәһе менән бергә йәшәмәүҙәренә ҡарамаҫтан. Был хаҡта хәләл ефетенә лә әйтте.

– Бысағыма кәрәкме ул миңә?.. Минен өсөн донъяла юҡ ул... – тип кенә яуап бирҙе Гөлгөнә. Сабит башҡа был хаҡта һүҙ ҡуҙғатып торманы. Рәхимйән ағайҙың адресын белешмәләр бюроһы аша тапты. Яҡындағы район үҙәгендә йәшәй икән. Ял көндәренең береһендә, яңғыҙы ғына булһа ла барып, уның менән танышып алырға булды.

Сабит ингәндә, ҡайныһы диванда «Киске Өфө» гәзитен ҡараштырып ултыра ине. Гәзитен һалды ла, урынынан етеҙ генә тороп, әлегә таныш булмауҙарына ҡарамаҫтан, инеүсе менән йылмайып килеп ҡул биреп күрешеп алды.

– Әйҙә, үтегеҙ, ултырығыҙ... Сабит үҙе менән таныштырғас, бер аҙ яҫыраҡ битле, ҡалын ҡара ҡашлы был Бөрйән кешеһенең унһыҙ ҙа алсаҡ йөҙө тағы ла яҡтырып китте.

– Кейәү булаһың, тимәк, – тип ҡуйҙы Рәхимйән Рәүеф улы. –һөйәрбикә, сыҡ әле был яҡҡа, кейәү килгән, – бер аҙ тауышын көсәйтә биреп ҡатынын әйҙәне.

– Кейәү?.. – аш бүлмәһендә ниҙер эшләп йөрөгән ҡатыны алъяпҡысына ҡулын һөртә-һөртә килеп сыҡты.

Эйе, Өфөлә йәшәгән Гөлгөнә исемле ҡыҙым барлығы хаҡында әйтә торғайным бит. Ана шул ҡыҙым үҫеп, кейәүгә сыҡҡан.

– Ә-ә-әй, арыумы, кейәү, – тип ҡатын Сабитҡа бер аҙ еүеш ҡулдарын һондо.

«Нәҡ беҙҙең райондағы һымаҡ башҡортса тап-таҙа итеп һөйләшәләр», тип уйлап алды Сабит. Уларҙан ошондай бер-ике генә ябай һүҙ ишетеү менән күңелгә нисектер рәхәт булып китте.

Ҡыҙҙары Гөлгөнә тыуып, бер аҙ үткәс тә мәрйә ҡатыны менән айырылышыуы, ҡыҙын башҡаса бер ҡасан да күрмәүе хаҡында ҡыҫҡаса һөйләп алды Рәхимйән ағай.

– Гөлгөнәне күрергә бер-нисә мәртәбә барып та, әсәһе уны күрһәтеүҙән ҡырҡа баш тартҡас, нисек кенә ауыр булмаһын, башҡаса көсләшеп торманым, – тип һүҙен ослап ҡуйҙы ул, Гөлгөнәнең Сабит алып килгән фотоһын ҡарай-ҡарай. – Ҡалай әсәһенә ныҡ оҡшаған... Тик йөҙөндәге аҙ ғына булған башҡортлоҡ һыҙаттары уны тағы ла матурлай...

Ә инде Сабит улының фотоһүрәтен күрһәткәс. Рәхимйән ағай бигерәк йәнләнеп китте.

– Быныһы – минең копиям да баһа! Настоящий башҡорт малайы. Тик әсәһе урыҫса ғына һөйләшәлер инде уның менән?..

– Минең әсәйемдәрҙә, йәғни ауылда ул, – тине Сабит. – Тап-таҙа башҡортса ғына һөйләшеп йөрөй малай...

Рәхимйән ағай тынысланғандай булды. Ҡатыны һөйәрбикә аш бүлмәһенә йәнә инеп киткән саҡты файҙаланыпмы, бер аҙ күңел нескәлектәренә бирелеп алды.

– Матурлығына ҡыҙығып, заманында мәрйәгә барып юлығылғайны шул, кем, Сабит кейәү. – Рәхимйән ағай тамағын ҡырып алды ла, артабан дауам итте. – Уның менән нисек йәшәүемде бәйән итеп тороуҙың кәрәге лә юҡтыр, тип уйлайым. Әммә үҙемдең киләсәк быуындарыма васыят итеп ҡалдырырлыҡ һүҙем бар. Әле бына һин дә минең йәш саҡтағы хатамды ҡабатлағанһың һымаҡ тойола...

– Бәй, Рәхимйән ағай... ғәфү итегеҙ, ҡайным, – Сабит бер аҙ тулҡынланды, – һәр милләттең яҡшылары, ямандары ла була... һеҙҙең ҡыҙығыҙ – үҙебеҙең милләттән дә инде. Исеме лә – Гөлгөнә...

– Бик тә дөрөҫ әйтәһең, кейәү, төрлө кешеләр була. Мин башҡа милләт кешеләрен һис тә яманларға йыйынмайым. Әммә ниндәй генә яҡшы кеше булыуҙарына ҡарамаҫтан, бергә тормош ҡорған ике милләт кешеһе араһында һәр төрлө аңлашылмаусанлыҡтар йыш килеп сы-ғыусан була. Әлбиттә, ҡыҙым хаҡында бер ни тип тә әйтә алмайым, кейәү. Әсәһенең тәрбиәһендә нисек үҫкәндер инде ул бала? Һәр хәлдә, үҙебеҙҙең башҡорт рухында түгелдер инде. Ҡатнаш никахтар милләтебеҙҙе әкренләп тарҡата, бөтөрә бара һымаҡ тойола миңә. Хәйер, башҡа милләт кешеләрен дә тап ана шул һорау борсойҙор. Шулай ҙа, Сабит кейәү, улыңды, йәғни минең ейәнемде ауылға алып ҡайтып, бик тә дөрөҫ эшләгәнһең...

– Алып барырға мәжбүр булдым инде. Хәҙер инде өйрәнеп тә алдыҡ. Атайым менән әсәйемде Сәлим үҙ ата-әсәһе, ә мине һәм Гөлгөнәне ағаһы менән еңгәһе итеп күргән һымаҡ та тойола ҡайсаҡ...

– Шулай була шул. Кем тәрбиәләй, бала ана шуға яҡыныраҡ була инде. Ә беләһеңме, Оля менән, йәғни һинең ҡәйнәң менән минең арала ни өсөн ин тәүге ығы-зығы килеп сыҡҡанын? – тип тағы ниҙер әйтмәк булды ҡайныһы. – Гөлгөнә тыуыр алдынан уға исем эҙләй башлағас та ныҡ ҡына итеп талашып алғайныҡ. Ул саҡта УЗИ тигән нәмәне әллә ни ҡулланмайҙар ине. Тыуасаҡ баланың малаймы, ҡыҙмы икәнен дә белмәй тороп, ниндәй исем ҡушыу мәсьәләһе буйынса бәхәсләшеп киттек. Оля, ни өсөндөр, малай тыуасаҡ, тип ышанып йөрөнө. Бер күрәҙәсе уға шулай тип әйткән ине, буғай. Ул, әлбиттә, тик урыҫ исеме ҡушыу яғында. Ҡыҙ исемен хатта эҙләп тә маташмай. Мин «Малай булһа, үҙең теләгән исемде ҡушырһың, ә ҡыҙ тыуа ҡалһа, мин башҡортса Гөлгөнә тип ҡушам», тигәс, шундуҡ риза булды. Ә инде ҡыҙыбыҙ тыуғас, боланың иң олоһо башланды ла инде. Мин дә ҡаты торҙом. Барыбер ҡыҙға тап шул исемде ҡушыуға ирештем. Йәш бала тәрбиәләп йөрөгән ҡатындың артабан бәхәсләшергә, бәлки, көсө лә етмәгәндер... Әммә ул Гөлгөнә тигән исемде бер ваҡытта ла әйтмәне, ә фәҡәт «Гуля» тип кенә атаны ҡыҙҙы. Баланан арынып, бер аҙ шәбәйеп алғас, Оляның ысын асылы беленә башланы ла инде. Һис юҡҡа дау ҡуптарып, гел генә әрләшә торған булып китте. Уның ошо ғәҙәте тора-бара бөтә һылыулығын юйып ташлағандай булды. Иң йәнемә тейгәне мине «башкиренок» тип әләкләүе ине. Сығышы буйынса үҙен кәмендә бер башҡа юғарыраҡ тойҙо. Русса һөйләшкән саҡтағы акценттарым, бер аҙ яңылышыуҙарым өсөн мине мыҫҡылларға әҙер ине. Йәш саҡта ярайһы ғына ғорур тәбиғәтле, һәүетемсә тәүәккәл генә лә инем шул үҙем дә. Шундай бөйөк тип һанап, ғорурланып йөрөгән үҙемдең яратҡан милләтем өсөн ғүмерем буйы кемдәндер кәмһетелеп йәшәргә риза булманым. Көндәрҙән бер көндө донъяһына төкөрөп сыҡтым да киттем. Үҙ милләтеңә берәү ҙә етмәй, тигән һығымтаға килдем. Күпмелер ваҡыттан бына ошо Һөйәрбикә апайығыҙ менән таныштым. Өйләнештек. Хәҙер инде егерме йылға яҡын һин дә мин гөрләтеп тормош көтөп ятабыҙ. Ике улыбыҙ бар. Урал менән Салауат. Олоһо инде БДУ-ның филология бүлегендә белем ала, ә кесеһе башҡорт гимназияһында уҡый...

Һөйәрбикә апай ҙа бик алсаҡ булып сыҡты. Ҡайныһы менән Сабит ул-былды һөйләшеп бөтөүгә, бишбармаҡ та өлгөрҙө.

– Минең яратҡан ашым, – тине Рәхимйән ағай ҡатыны тәрилкәләргә һалып биргәс. – Бишбармаҡҡа ни етә! Әйҙә, кейәү, башҡортсалап, ҡутара итеп ашап ултыр. – Сабитҡа ҙур ғына итле һөйәк тотторҙо...

Күңеленә хуш килеп, яратып өлгөргән ҡайныһы менән йылы ғына хушлашты Сабит. Бынан ары осрашып торорға һүҙ ҡуйыштылар. Киләһе килгәндә, бәлки, Гөлгөнәһен дә килергә күндерер әле. Өҫтәүенә, атаһының да уны бик-бик күргеһе килә...

* * *

Көндәрҙән бер көндө Сабит Хәкимовичҡа прокуратуранан танышы шылтыратты. Оҙаҡламай хаҡлы ялға сығырға йыйынған прокурор ярҙамсыһына ярты йыл элек кенә Сабит операция яһағайны.

– Сабит Хәкимович, ваҡытығыҙ булһа, минең янға инеп сығығыҙ әле, – тине Зәбир Мәхмүтович арыған тауыш менән. – Бер аҙ һөйләшәһе һүҙ бар. Үҙем үк һеҙгә килеп сығыр инем дә, ошо арала эштәр күбәйеп китте. Пенсия алдынан бар эштәремде ослап ҡуяйым, тип тырышып яткан көн...

– Телефон аша ғына әйтергә булмаймы ни? – тине Сабит. – Әллә йөрәгегеҙ тағы ла тынысһыҙландыра башланымы?

– Юҡ, доктор, йөрәк, Аллаға шөкөр, ауыртмай. Хатта хәҙер уның ҡайһы урында торғанын да оноттом, – Зәбир Мәхмүтович үҙенең еңелсә ҡарлыҡҡан тауышы менән йүткерә-йүткерә көлөп алды.

– Тәмәкене тәки ташлай алмағанһығыҙ шикелле, Зәбир ағай, – тине Сабит.

– Что верно – то верно, – тине Зәбир Мәхмүтович ни өсөндөр урыҫсалай. – Беҙҙең эштә тәмәке тартыуҙы ташлауҙары, ай-һай... Әммә, һүҙ минең һаулыҡ тураһында түгел, доктор. Ғөмүмән, телефон аша һөйләшә торған хәбәр түгел. Инеп сыҡ.

– Ярар, бөгөн үк төштән һуң килеп етермен, – тине лә күңеле ниндәйҙер насар нәмә һиҙенгән Сабит телефонын һүндерҙе. Прокурор менән буласаҡ һөйләшеү бигүк яҡшы нәмә вәғәҙә итмәгәнен тойҙо ул. Хәйер, хирургтарҙың эш буйынса прокуратура менән йыш ҡына бәйлә-нешеүҙәре бер ҙә яңылыҡ түгел дә...

Сабит бүлмәгә ингәндә сәстәре яртылаш салланған, маңлайҙарын, сикәләрен «бураҙналар» биҙәй башлаған Зәбир Мәхмүтович, сираттағы «торбаһын» көйрәтә-көйрәтә, ҡулына тотҡан ҡағыҙҙағы яҙыуҙы инде әллә нисәнсе ҡат уҡый ине. Инеүсене күреп, алтмыш йәшлек был кеше егеттәрсә еңел генә урынынан торҙо ла, үҙенең хөрмәт иткән докторы менән ике ҡуллап күреште.

– Әйҙә, доктор, үтеп ултыр, – тине ул йылмайып. Өҫтәле янындағы ултырғысҡа күрһәтте. Унан баянан бирле ҡулында тотоп ултырған ҡағыҙҙы Сабит Хәкимовичҡа һондо.

– Был нимә? – тине Сабит, ҡағыҙға ҡарамайынса.

– Анонимка, – тине Зәбир Мәхмүтович етди төҫ алып. – Анонимка булғаны өсөн дә рәсми саҡыртманым инде мин. Бындай нәмәләрҙе беҙ хатта тикшереп торорға ла тейеш түгелбеҙ. Кеше балаһы шулай, күрәһең, – прокурор бер аҙ фәлсәфәгә төшөп китте. – Башына бәлә килгән саҡта бар донъяһын бирергә әҙер. Әммә ана шул бәлә-ҡаза үҙен ситләтеп үтеп китеүе була, был хаҡта бик тиҙ онотоусан. Ана шундай пациенттарыңдың береһе яҙған, буғай...

Аҫтында бер ниндәй ҙә ҡултамға булмаған был ҡағыҙҙа кардиохирург Хәтмуллин Сабит Хәкимовичтың йөрәккә яһаған операция өсөн унан йөҙ мең һум аҡса алыуы хаҡында яҙылғайны. «Минең генә түгел, палатала бергә ятҡан башҡа намыҫлы граждандарҙың да һуңғы аҡсаларын һалдырып алыуҙан тартынмаған был оятһыҙ әҙәмгә кеше ғүмерен ышанып тапшырыу дөрөҫ түгел...» – тиелгәйне.

– Бындай хаттар буйынса, әлбиттә, прокуратураның бер ниндәй ҙә «эш» ҡуҙғатырға хаҡы юҡ. Һеҙҙең намыҫлы хирург икәнегеҙгә лә шикләнмәйем. Шулай ҙа, Сабит Хәкимович, мин һеҙгә, яҡын күргән кешемә, быны күрһәтмәй булдыра алманым... – Зәбир Мәхмүтович тағы бер сигарет алып ҡабыҙҙы ла, төтөнөн ауыҙы һәм танауынан бер юлы сығара-сығара дауам итте. – Бына ни әйтмәксемен, доктор. Утһыҙ төтөн сыҡмай, тигәндәй...

– Аңламаным... – тип бүлдерҙе Сабит түҙемлеген юғалтып, урынынан ҡалҡып торҙо. – Һеҙ әллә мине...

– Юҡ, юҡ, доктор, мин һеҙҙе бер ниҙә лә ғәйепләргә йыйынмайым. Бергә эшләгән коллегаларың һинең исемдән берәй мутлыҡ ҡылып йөрөмәгәйҙәре... Ярар, ошоноң менән беҙҙең был һөйләшеүҙе тамам, тип һанайыҡ. Анонимка – анонимка ғына булып ҡалһын...

Был хәлдән һуң ярты йыл самаһы уны бер кем дә бимазаламаны. Ул үҙ эше менән булды. Ә күрше бүлектә Гөлгөнәһе төнгө дежурҙарҙа шәфҡәт туташы вазифаһын башҡарыуын дауам итте. Бер генә нәмә һаман күңелен ҡырҙы Сабиттың: хәләл ефете йыш ҡына береһенән-береһе затлы әйберҙәр һатып ала, улар ябай медсестраның айлыҡ эш хаҡына ҡарағанда күпкә ҡыйбатыраҡ, етмәһә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә инде өсөнсө машинаһын алыштырҙы. Ялтлап торған ҡыҙыл төҫтәге «Шкода» машинаһында ғына елдерә хәҙер унын хәләл ефете.

Шунса ҙур аҡсаны ҡайҙан алып йөрөүе хаҡында һорашырға теле барманы, әллә ҡыйыулығы етмәне Сабиттың. Был хаҡта һүҙ башларға бер-нисә мәртәбә уҡталып та ҡуйҙы ҡуйыуын, әммә ир кешенең психологияһын яҡшы белгән ҡатыны уны шунда уҡ нисектер тиҙ генә карауатҡа «йығып һала» ла, бар донъяһын оноттора...

Бер кис «Закондан тыш» тип аталған сираттағы телетапшырыуҙа көньяҡ илдәрҙең береһендә тракторҙар менән һөрөп, күҙҙең яуын алып торған мәк сәскәле икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙы аяуһыҙ юҡ итеүҙәрен күрһәтәләр ине. Ҙур экранлы төҫлө телевизорҙа уғата ла матур булып күренә шул сәскәләр...

– Ҡара әле, Гөлгөнә, бигерәк тә йәл шул сәскәләр, – тине Сабит, ир затынан булыуына ҡарамаҫтан, нишләптер күңел нескәлегенә бирелеп. – Матурҙар бит...

– Эйе шул, – тине ҡатыны. – Уларҙан опиум алалар бит...

– Шулайын шулай... Әммә бындай гүзәл үҫемлектән кешелектең үлемесле дошманы – ҡәһәрле наркотик килеп сыға икәненә хатта ышанғы ла килмәй...

* * *

Был юлы прокуратураға уны повестка менән саҡыртып алдылар. Бер түгел, хатта өс пациенты бергәләшеп яҙған ялыу буйынса. Анонимка түгел, ә рәсми яҙылған ҡағыҙ.

– Һеҙҙең ҡушыуығыҙ буйынса, ҡатынығыҙ Гөлгөнә Рәхимйән ҡыҙы әйтеп үтелгән өс пациентығыҙҙан һикһәнешәр мен аҡса алған. Был аҡса, беҙҙең телдә, ришүәт, тип атала, – тине прокурор урынбаҫары. Хаҡлы ялға киткән Зәбир Мәхмүтовичтың урынында күптән түгел генә эшләй ине етди йөҙлө был йәш кеше.

– Ҡатыным?.. Минең ҡушыуым буйынса?.. – Үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанмағандай ҡабатлап һораны Сабит Хәкимович. Кинәт кенә шыбыр тиргә батты. Ҡатмарлы операцияларҙа ла шулай тирләмәйҙер ул. Асыуҙан ҡалтырана башлаған ҡулдары менән өҫтәл ситенә таянып, урынынан ҡалҡына башланы.

– Һеҙ нимә һөйләйһегеҙ!.. – тауышын күтәрә төштө. – Яла яғыу бит был!

– Ултырығыҙ, тынысланығыҙ, – тине закон кешеһе ярайһы ғына ҡырҡа итеп. – Ҡайҙа икәнегеҙҙе онотмағыҙ. Был эмоцияларға ирек бирә торған урын түгел. – Күк төҫтәге формаһының яурындарына кескәй өс йондоҙло погон таҡҡан ситтәрәк ултырған йәш кешегә күрһәтте. – Тикшерерҙәр, асыҡларҙар. Әгәр ғәйебегеҙ булыуы иҫбатланмаһа, башҡаса борсоп та тормаҫтар. Яҡлашырға адвокат бирербеҙ.

– Адвокатҡа мохтаж түгелмен. – Улайһа, рәхим итеп, Георгий Иванович, эшегеҙгә тотоноғоҙ, – ул йәш тәфтишсегә бойорҙо...

Өйгә һуңлап ҡына ҡайтып инде. Көн дә эштән ҡайтыу менән иң тәүҙә Гөлгөнәһен сикәһенән үбеп ала торған Сабит был юлы беренсе мәртәбә үҙ ғәҙәтен үтәмәне.

– Гөлггөнә, – тине ул ишектән инеү менән ярайһы ғына асыулы итеп, кейемен сисә-сисә, – минең ни өсөн оҙаҡлағанымды беләһеңме?

– Юҡ, ҡайҙан беләйем мин?

– Прокуратурала!

– Прокуратурала?..

– Эйе, тап шунда! Ә ни өсөн, беләһеңме?

– Ифрат та дөрөҫ, минең операция яһаған пациенттарымдан ришүәт алып йөрөгәнең өсөн... Минең исемдән!.. – Сабит ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. – Нисек ҡулың барҙы ауырыу кешеләрҙән аҡса алырға? Ҡайҙа һинең намыҫың? Әллә бер ҡасан да булманымы?..

– Юҡ, Сабитка, мин...

– Ниндәй аҡсаға машиналарыңды күлдәк һымаҡ алыштыраһың, әйт, зинһар?..

– Әсәйем...

– Етте! – Сабит хәләл ефетенең йылҡылдап торған затлы халатынан ныҡ ҡына итеп тотоп, елтерәтеп алып килеп, диванға ултыртты. – һөйләмә миңә башҡа әкиәттәреңде! Беләһеңме, минең абруйға балта сапҡаныңды? – ҡатынына эйелә биреп, ярһығандан-ярһый барҙы. – Ярай, минең репутация... Черт с ней! Үҙеңдең башың төрмәгә китәсәк бит! Әле прокуратураға өс кенә кеше яҙған. Әммә бер башлағас, улар минең барлыҡ пациенттарымдың «аҫтын өҫкә әйләндерәсәк». Аҡсаны нисек иркен тотоноуыңа ҡарағанда, һин ришүәт алған кешеләрҙең һаны күпкә күберәк, әлбиттә!..

Бер ҡасан да бындай уҡ асыулы булмаған Сабит, сисенеп ташлап, ванна бүлмәһенә инде һәм һалҡын һыу менән ҡойонорға тотондо...

Душтан сыҡҡас, ҡатынына башҡаса бер ни ҙә өндәшеп тормаҫтан, йоҡо бүлмәһенә инде лә, гөрһөлдәп, карауатҡа йөҙ түбән ауҙы. Ғәрлегенән ни эшләргә лә белмәй ине ул. Гөлгөнәһе лә уны борсоманы, һәр төрлө уйҙарға башы буталған Сабит күпмелер ваҡыттан һуң онотолоп, ойоп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды...

...Сибек кенә янған ҡыҙғылт төҫтәге төнгө лампаның яҡтылығы төшкән йоҡо бүлмәһендә ишетелер-ишетелмәҫ кенә уйнаған сәйер көйгә күҙҙәрен асты. Тәүҙәрәк, төш күрәмдер, тип уйлай биреп тә ҡуйҙы. Әммә ошо ярым ҡараңғылыҡта, уның янында өҫтөндә кейем заты булмаған Гөлгөнәһе нәфис тәндәре менән уға тейгеләй-тейгеләй, гүзәлдәрҙән гүзәл һыны менән йылан һымаҡ борғолана ине.

– Сабит, мин һине үҙ йәнемдән артыҡ күреп яратам, – тип шыбырланы ҡатыны ҡолағына. – Һинһеҙ йәшәй алмайым... Ал, мине...

Тәүҙәрәк әлеге прокуратуралағы допростар һаман ҡолағында сыңлап торған Сабит икенсе яғына әйләнеп ятырға иткәйне, әммә ул әйләнеүгә Гөлгөнәһе тағы уның ҡаршыһында ине инде... Ул бер туҡтауһыҙ иренең ҡолағына береһенән береһе яғымлы, «ҡорос иретерҙәй эҫе» һүҙҙәр шыбырланы. Утыҙ өсөнсө йәш менән барған, көс-ғәйрәте ташып торған ир, әлбиттә, тимер түгел...

– Мине төрмәгә ябырға ирек ҡуймаҫһың бит, йәнем?.. – тип шыбырланы ҡатын таңға яҡын. – Мин ҡурҡам... Зинһар өсөн, йәнем, бирмә мине уларҙың ҡулына. Ғүмерем буйы ҡолоң булырға ризамын, йәнем...

Ир заты артабан ирене. Домна мейесендәге металдай, бөтөнләйгә һынын юғалтып, иреп аҡты...

Яҡындары, дуҫтары ғына түгел, хатта прокуратура хеҙмәткәрҙәре лә ғәжәпләнде Сабит Хәкимовичтың был ҡылығына.

– Доктор, – тине уны яҡларға тәғәйенләнгән адвокат, – ни эшең был? Һинең бер ғәйебең дә юҡлығын хатта баш прокурор үҙе белә лә баһа! Ни өсөн ҡатыныңдың ғәйебен үҙ әҫтәңә алаһың? Төрмә курорт түгел икәне үҙеңә лә мәғлүмдер бит?..

– Юҡ, гражданин адвокат, ришүәт алырға ҡатыныма үҙем ҡуштым. Ул тик минең бойороҡтарымды ғына үтәүсе. Шулай тип яҙығыҙ документҡа. Судта ла тап ана шулай тип әйтәсәкмен...

Йәш тәфтишсе ярайһы ғына ныҡыш булып сыҡты. Уның тырышлығы менән тәүҙә ялыу яҙып биргән өсәүҙән тыш, Гөлгөнәнең тағы әллә күпме кешенән ришүәт алғанлығы фашланды. Әммә, алдан килешеп ҡуйған буйынса, ул үҙе лә, ире лә «бер ауыҙлы – бер һүҙле» булғанға күрә, суд Сабитты күпмелер ваҡытҡа иркенән мәхрүм итергә ҡарар сығарҙы. Ә «тик табип бойороғон ғына үтәп йөрөргә мәжбүр булған шәфҡәт туташы» Гөлгөнәне ғәйепһеҙ тип таптылар...

* * *

«Новичокты аҡылға ултыртып алыу» тотҡондар араһында ғәҙәти хәл. Ҡайһы берәүҙәр шундай теләк менән янһалар ҙа, уның абруйлы хирург икәнлеге тиҙ генә төрмә эсенә таралды. Ҙурыраҡ «стаж»лы башҡалар менән бер рәттән, Сабитты ла ярайһы ғына тиҙ арала үҙҙәренсә хөрмәт итә башланылар. «Доктор – он и в Африке доктор», тине оло ғына йәштәге бер «авторитет». Айырыуса, етди йөрәк сире менән яфаланған бер тотҡондоң сираттағы амнистияға эләгеүенә булышлыҡ иткән докторға «хирург» тип кенә өндәшә башланылар. Йыш ҡына төрмә больницаһына операцияларға саҡырыуҙарын да яҡшы беләләр...

Баш ҡаланан әллә ни алыҫ булмаған «зона»ға Гөлгөнәһе тәү осорҙары йыш килгеләне. Ул алып килгән һәр төрлө тәм-том, әлбиттә, башҡа тотҡондар менән бергәләп ашалды. Төрмәлә шундай ғәҙел йола бар. Ауылда тороуына ҡарамаҫтан, әсәһе Зөлхизә апай ҙа унда-бында булһа ла килеп етергә ваҡыт таба. Тик һуңғы ярты йыл тирәһе Гөлгөнәһе, ни өсөндөр, килеүен һирәкләтте. Элегерәк «яратам», «һағындым» тигән ялҡынлы хаттары менән күмә ине, әммә тора-бара ундай «мөхәббәтле» хәбәрҙәр һиҙелерлек кенә һирәгәйә барып, бына инде ике ай тирәһе бөтөнләйгә килгәне юҡ. Дауаханала төнгө дежурҙарға йөрөгән һөйөклөһө эштән бушай алмайҙыр, йә иһә ныҡ ҡына арыйҙыр инде. Бөгөн яҙмаһа ла, бәлки, иртәгә яҙыр, тип, Сабит ҡатынынан хат алыуҙан өмөтөн өҙмәне. Йә, үкенескә, кеҫә телефоны тоторға рөхсәт итмәйҙәр, һөйләшеп торорҙар ине, исмаһам...

Ә әсәһе Зөлхизә апай бер хәлдән һуң килененең өйөнә башҡаса аяҡ баҫмаҫ булды. Ул көндө, Сабитына китеп барышлай, баш ҡалаға һуғылып китергә булды. Бәлки, уның аша берәй нәмә биреп ебәрер, тигән уй менән килененең өйөнә килгәйне. Ишекте ҡоҙағыйы асты. Килене өйҙә юҡ ине. Ҡоро ғына иҫәнләштеләр. Ауылдан дүрт-биш сәғәтлек юлдан арып килгән Зөлхизә апайға сәй эсергә лә тәҡдим итмәне Ольга Николаевна.

– Сабитҡа китеп бара инем. Бәлки, килендең биреп ебәрә торған нәмәһе лә барҙыр, тип ингәйнем. Улдары Сәлимдең фотокарточкаларын да күрһәтергә алып килдем...

– Какой Салим еще? Беренсенән, беҙҙең ейәнебеҙ Сәлим түгел, ә – Славик, Вячеслав! Ә икенсенән, сколько можно его кормить, твоего дармоеда? – тип һалды кинәт Ольга Николаевна. – И вообще, тюремщиктың әсәһе менән беҙҙең арала уртаҡлыҡ юҡ!.. – Ә инде өс-дүрт йылдай күрмәгән ейәненең фотоларына ары-бире күҙ йөрөтөп кенә сыҡты ла, бер ни ҙә өндәшмәне. «Сей башҡорт» йөҙлө ейәнен күргеһе килмәгәне һиҙелеп тора ине.

Шул саҡ үҙенең асҡысы менән ишекте асып, өйгә Гөлгөнә килеп инде. Ольга Николаевнаның ярайһы ғына юғары тонда һөйләшкән сағыу тауышын ишетеп тә өлгөрҙө булһа кәрәк. Эштең ниҙә икәненә тиҙ төшөндө ул. Иҫәнләшкәндән һуң өҫ кейемен сисә-сисә, әсәһенә:

– Ну, мам, енәйәтсе булһа ла, минең ирем бит ул, ҡыҙма инде... Ана, һыуытҡыста апельсин, алма кеүек нәмәлер етерлек, һалып биреп ебәрәйем, барыусы булғанда. Үҙем ҡасан барам әле... – тине.

Гөлгөнә, ҡәйнәһе алдында алсағыраҡ булып күренергә тырышты, әммә Сабитын яҡлап, үҙенең әсәһенә бер ни ҙә өндәшмәүҙе хуп күрҙе...

Әлбиттә, ни өсөн төрмәгә эләгеүенең ысын сәбәбен Сабит әсәһенә әйтмәгәйне шул. Уның алдында ла «үҙ ғәйәбен танығайны». Ата-әсәһе, туғандары тарафынан үҙенең Гөлгөнәһенә һүҙ тейгеҙҙермәҫ бит инде. Шуға күрәлер ҙә, улының адресына төбәлеп әйтелгән бындай ауыр һүҙҙәрҙе Зөлхизә апай «йоторға» мәжбүр булды. Гөлгөнә лә үҙенең әсәһенән ысынбарлыҡты йәшергәндер шул...

Килен йортона инеп сығыуы, унда ҡоҙағыйы менән ни һөйләшеүҙәре хаҡында күрешеүгә килгән әсәһе, әлбиттә, улына һөйләп бирҙе. Әммә шул хәлдән һуң да улы әсәһенә иң мөһим серҙе сисмәне. Сөнки килене өсөн улы төрмәлә интеккәнен белеп ҡалған ата-әсәһенең Гөлгөнәһенә ҡарата нәфрәте уяныуынан ҡурҡты ул. Бер ҡасан «ултырыу» срогы тулыр, үҙенең «мәк сәскәһе»нең янына ҡабаттан ҡайтыр... Барыһы ла онотолор... Бәхетле итеп йәшәй ҙә башларҙар... Үлеп һағынды ул Гөлгөнәһен... Татлы төштәр күрә-күрә, Сабит «подъем» алдынан ғына йоҡоға китте.

* * *

Амнистия иғлан ителеп, төрмә начальнигының «Срогынан ярты йыл алдараҡ азат итергә...» тигән ҡарарын көтмәгәйне лә Сабит. Ата-әсәһе, Гөлгөнәһе лә белмәне был хаҡта. Көтмәгәндә өйөнә ҡайтып төшөп, шундай «сюрприз» менән ҡатынын шатландырырға булды Сабит. Сығыр алдынан байтаҡ ҡына аҡса ла бирҙеләр. Хатта һөйөклөһөнә бүләккә алтын һырға алырға ла етте.

Баш ҡалаға төн уртаһы ауышҡас ҡына килеп етә торған киске поезға ултырҙы. Иртәгәһе көнгә ҡалырға ла булыр ине, әммә йәш ҡатынын тиҙерәк күреү теләге менән янған ирҙең түҙемлеге етмәне. Килеп төшкәс тә, тимер юл вокзалынан дауахананың Гөлгөнә эшләгән бүлегенә шылтыратып, уның бөгөн ял көнө икәнен белеште. Такси яллап, туп-тура өйөнә ҡайтты. Үҙенең асҡысы менән шым ғына ишекте асты... Әммә... Сабитҡа үтә лә таныш, баҙлап ҡына янған ҡыҙыл төҫтәге лампа менән ярым яҡтыртылған йоҡо бүлмәһенең асыҡ ишегенән Гөлгөнәһенең, һәм тағы бер ир затының гөрләшкән тауыштарын ишетеп, шаңҡып туҡтап ҡалды...

...Алдан хәбәр итмәйенсә, ҡатыны янына ҡайтып төшөүенә үкенергә лә, үкенмәҫкә лә белмәй, шәп-шәп атлап буш урам буйлап атланы ул. Ҡайһы йүнәлештә барһа ла барыбер һымаҡ ине уға. Шундай ныҡ тетрәнеүҙән башы ни уйларға ла белмәне. Әммә бер ҡәтғи ҡарарға килде: башҡаса был өйгә бер ваҡытта ла аяҡ баҫмаҫҡа! Ишек төбөнә килеп, уның аяҡ аҫтына йығылып, илай-илай ятып ҡалған ярым шәрә Гөлгөнәһе һаман күҙ алдында торҙо. «Китмә инде, йәнем, бәғрем, мөхәббәтем!..» тип тағы ниҙер әйтеп ялбарған ҡатынының һүҙҙәре уға ерәнес булып тойолдо хатта. Бер ваҡыт «Мине төрмәгә ябырға ирек ҡуймаҫһың бит, бәғрем... Ғүмерем буйы ҡолоң булырға ризамын, йәнем...» тип ялбарған Гөлгөнәһенең үҙенә хыянат итеүен ғәфү итә алманы ул. Ҡасандыр уны һушынан яҙҙырған «сәскәләрҙең дә сәскәһе» ошо мәлдә таждарын ҡойған мәктең орлоҡ биҫтәһен генә хәтерләтте...

* * *

Хикәйә ошоноң менән тамамланырға ла тейеш ине. Әммә хөрмәтле уҡыусыларымдың бик күптәре бының менән ҡәнәғәт булмаясағын күҙаллап, уларҙың яратып өлгөргән геройы Сабит менән артабан ни булғанын бер аҙ ғына һөйләп китмәк булдым. Ярайһы йәш булыуына ҡарамаҫтан, тормош усағында бешеп, бер аҙ нужа ҡаласы кимереп өлгөргән, сикә сәстәренә ваҡытынан алдараҡ «ҡырау» ҡуна башлаған Сабиттың артабанғы яҙмышына, әлбиттә, битараф булып ҡалыусылар юҡтыр...

Улдарының ваҡытынан алда азат ителеп сығыуына Хәким ағай менән Зөлхизә апайҙың шатлыҡтарының иге-сиге булманы. Инде етенсе йәш менән барған кескәй Сәлим тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Үҙенә әллә нисә төрлө матур-матур уйынсыҡтар алып ҡайтҡан атаһының алдынан да төшмәй, тиерлек. Беҙ ҡапсыҡта ятмағандай, хәләл ефетенең ғәйебен үҙ өҫтөнә алыуы арҡаһында иркенән мәхрүм ителеүе хаҡында Сабиттың ата-әсәһе лә, коллегалары ла хәбәрҙар ине. Шуға күрә лә ул үҙенә ҡарата һәр ерҙә яҡшы мөнәсәбәт тойҙо. Элекке һөнәре буйынса яңынан эшкә урынлашты. Тик башҡа дауаханаға. Ҡан тамырҙары хирургияһы бүлегенең өлкән ординатор вазифаһына ҡуйҙылар уны. «Алтын ҡуллы» хирургтар һәр ҡайҙа ла кәрәк. Тәүге эшләгән еренә лә саҡыралар ине. Әммә башҡаса Гөлгөнә төнгө дежурға йөрөгән больницаға барырға күңеле тартманы. Дөрөҫөрәк итеп әйткәндә, ҡурҡты. Инде утыҙ дүрт йәшен тултырған, бер аҙ зиндан һурпаһын һемергән Сабитҡа, әлбиттә, буйҙаҡ тормошҡа күнәһе лә юҡ. Дауахананың дөйөм ятағынан бүлмә лә бирҙеләр. Яңы урында тиҙ генә үҙләшеп, элеккесә эшләп алды ла китте. Иң мөһиме – ул хәҙер тыныс. Күңелең тыныслығында яратҡан шөғөлөң менән булыуы үҙе бер бәхет бит ул.

Көндәрҙән бер көндө операцияға тәғәйенләнгән сираттағы пациентҡа консультация үткәрергә тип, бүлеккә йәш табибә-психолог килде. Үҙенә бик тә килешеп торған зәңгәр төҫтәге медицина костюмы кейгән. Бер аҙ тулҡынланып торған ҡара сәсле, ҡыйғас ҡара ҡашлы был ханымды Сабит Хәкимович шундуҡ таныны. Уның элекке студенты – «Ҡараҡас» та баһа! Бер нисә йыл элек Гөлгөнәнең тыуған көнөнә килгәйне бит ул.

– Һаумыһығыҙ, Сабит Хәкимович! -тине‚ «Ҡараҡас» тулҡынланып.

– Һаумыһығыҙ, – тине яҙышып ултырған Сабит. – Ә мин һеҙҙе беләм бит...

Сабит тағы серле күҙҙәр менән осрашты. Шул уҡ мөхәббәтле ҡараш... Әммә был сибәркәй үҙенең иғтибарын Сабиттан тиҙ генә айырып алды ла, күрше өҫтәл артына ултырып, ауырыу тарихына ниҙер яҙа башланы. Алдында ултырған был һылыуға ҡарап, Сабит Хәкимович һәр төрлө күңел хистәренә, өмөтләнеү ҡатыш икеләнеүле уйҙарына бирелде. Яратҡан йыры тағы ҡолаҡ төбөндә сыңлағандай булды.

...Ул сәсәкте өҙөп ҡарар өсөн

Эҙләп туғайҙарға барма һин.

Һин эҙләмә, уның уҙ йөрәге

Янар сәсәк булып ҡабынһын...

Бер ваҡыт ошо йырҙы йырлаған сағыңда үҙеңә шундай һағышлы итеп баҡҡан ине бит был муйыл күҙҙәр, Сабит. Һуңыраҡ та был ҡараш менән осрашҡылағайның. Тик... ул саҡта һинең күңел күҙҙәрең уны күрмәне. Сөнки күңелеңде башҡа сәскә арбағайны. Бөтөнләйгә башҡа төр сәскә... Ә хәҙер һуңлағанһыңдыр инде. Бәлки, ҡасандыр был һылыуҡайҙың йөрәге, ысынлап та, һиңә ҡарата «янар сәсәк булып ҡабынған» да булғандыр... Тик хәҙер уның йөрәгендә һинең өсөн урын бармы икән?.. Ә бәлки, ул бер ҡасан да ҡабынмағандыр, тик һиңә шулай тойолған ғыналыр. Ә шулай ҙа... һинең ысын бәхетең, бер ҡасан да шиңмәҫ «янар сәсәгең», бәлки, ошолор?.. Ҡайһылайыраҡ итеп белергә?.. Оҙаҡ уйланырға әллә ни ваҡытың да ҡалмағандыр бит инде, Сабит. Хәҙер үк, һис кисекмәҫтән йөрәгеңде асып һал һин был сибәркәйгә! Ошонан да уңай башҡа ваҡыт таба алмаясаҡһың һин! Бәлки, һиңә Аллаһ фәҡәт бөгөнгө көн уны алдыңа килтереп ҡуйғандыр. Оҙаҡ икеләнмә! Был бүлмәлә һеҙ икәүҙән башҡа бер кем дә юҡ!

– Фирүзә Таһировна... – Ниһайәт, Сабит бүлмәләге тынлыҡты боҙҙо. Тамаҡ ҡырып алды.

– Тыңлайым, Сабит Хәкимович, – ҡыҙ күтәрелеп уға ҡараны.

– Фирүзә!.. – ҡыҙҙың исемен ни өсөндөр икенсе тапҡыр ҡабатлаған Сабит тағы туҡталды. Артабан ни әйтерен бөтөнләйгә онотто, булһа кәрәк.

– «Әле булһа яңғыҙһыңмы?» – тип һорамаҡсы булаһығыҙмы, Сабит Хәкимович? – тине яҙыуынан айырылып, һағыш тулы күҙҙәре менән уға баҡҡан Фирүзә көтмәгәндә. Әллә психолог булараҡ, әллә ни, үҙе лә һиҙмәй ҡалды ул нисек ошо һүҙҙәрҙе әйткәнен.

Бына һиңә – мә! Ун дүрт-ун биш йәшлек малайҙай, бөтөнләйгә ҡаушап төштө «көслө зат». «Тап шулай, Фирүзә», тип әйтеү урынына, ни өсөндөр, был гүзәл заттан тағы ниҙер ишетерен көттө. Тегеһе оҙаҡ көттөрмәне, үҙенең һорауына үҙе үк яуап бирҙе.

– Яңғыҙмын, Сабит Хәкимович. Һаман да яңғыҙмын... Һеҙ ҙә һуңламанығыҙ...

Сабит инде бөтөнләйгә «телен йотто».

– Ғәфү итегеҙ, зинһар өсөн, – башлаған фекерен артабан дауам иткән ҡыҙҙың күҙҙәре йәшләнде. – Әммә...

– Бер ни ҙә өндәшмә, Фирүзә, – Сабит, ахырҙа, телгә килде. Ҡыҙҙың алдына уҡ килеп баҫты ла, бер аҙ эйелә биреп, уның биттәрен сылатып тәгәрәп барған йәш тамсыларын баш бармаҡтарының ҡырыйы менән һыпырып алды. – Башҡа бер ни ҙә өндәшмә... Һинең алдында мең мәртәбә ғәйеплемен... Тик минең...

– Һеҙҙең Гөлгөнә менән бәхетһеҙлеккә осрауығыҙҙы бик яҡшы беләм, Сабит Хәкимович, – күҙҙәрен һаман Сабиттан алмаған Фирүзә уны бүлдерҙе. – Был хаҡта һөйләмәһәгеҙ ҙә була. Минең ҡарашымды аңлағанығыҙ өсөн мең-мең рәхмәт!.. Ошондай осрашыу, һөйләшеү бер ҡасан беҙҙең арала буласағына ышандым мин...

– Сәскәләрҙең дә сәскәһе – һин, Фирүзә!..

Хәлил Һөйөндөков.

Читайте нас