Телгенәм – бергенәм
29 Сентября 2021, 13:50

Ҡыр ҡаҙҙары

Төркөмдәштәребеҙ ижады Моң сыңлап күктән яуа Ҡыр ҡаҙҙары осҡан саҡта. Ҡулдарыма тамып ҡала – Күҙ йәшегеҙ ямғыр микән? Ауыр юлға сыҡҡанһығыҙ – Ҡанатығыҙ талыр микән? Зиһенемде мең-мең һорау Телеп үтте һағыш булып. Айырылыу ҡыйын, минең Күңелемдә ҡалыр уйылып. Ҡыр ҡаҙҙары моң таратып Осоп күҙҙән юғалдылар. Иҫтәлеккә ҡулдарыма Аҡ ҡауырый ҡалдырҙылар. ФӘҮЗИӘ ЙОСОПОВА-ЯУБАҪАРОВА. Үтәғол ауылы.

Төркөмдәштәребеҙ ижады

Моң сыңлап күктән яуа

Ҡыр ҡаҙҙары осҡан саҡта.

Ҡулдарыма тамып ҡала –

Күҙ йәшегеҙ ямғыр микән?

Ауыр юлға сыҡҡанһығыҙ –

Ҡанатығыҙ талыр микән?

Зиһенемде мең-мең һорау

Телеп үтте һағыш булып.

Айырылыу ҡыйын, минең

Күңелемдә ҡалыр уйылып.

Ҡыр ҡаҙҙары моң таратып

Осоп күҙҙән юғалдылар.

Иҫтәлеккә ҡулдарыма

Аҡ ҡауырый ҡалдырҙылар.

ФӘҮЗИӘ ЙОСОПОВА-ЯУБАҪАРОВА.

Үтәғол ауылы.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас