Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
3 Октябрь 2021, 21:50

ҠАРТАЙҒАН & ТЫРТАЙҒАН Хикәйә

Уны күргәс, Ҡадир артҡа сигенеп ҡуйҙы. Ҡасырға урын эҙләгән һымаҡ, ҡапҡа яғына ҡараны. Батырлығын йыйып: – Һаумыһығыҙ. Һаумы, Сафия, – тип өндәште. Метрға ике метр самаһы булыр, кәүҙә ҡатын-ҡыҙ тауышы сығарҙы: – Танымайым, быныһы кем тағы? – Ҡулдарын күрешер өсөн әҙерләне микән, эйелеп итәген алды ла һөртә башланы. – Мин был, Ҡадир. Ҡадирҙы хәтерләйһеңме? – Ниндәй Ҡадир? – Һуң, бергә уҡыныҡ бит, мине армияға оҙатып ҡалдың.

Бөтә мәшәҡәт картуфтан башланды. Ҡадирҙың Зәйнәбе ятһа ла, торһа ла картуф алыу мәсьәләһе күтәрә башланы. Быйыл ҡоролоҡ булды, картуф уңмаған, хаҡы артҡан, артҡанын да табыуы ҡыйын икән. Ҡадир ошо хаҡта дуҫы Ғатаға өндәшкәйне, уныһының баҡсаһында ун күнәк картуфы ята, әбейе менән икәүһенә һигеҙ күнәге етә, икәүһен Ғатаға һатырға риза, ҡырҡар һумдан. Тик Ҡадирҙың сығымдары бының менән генә бөтмәйәсәк, үҙе белә, Ғатаның биле ауырта, ул тоҡто күтәрә алмай, шуның өсөн уға Ғатаның машинаһына ултырып баҡсаға барырға, картуфты тейәргә һәм алып ҡайтырға тура киләсәк.   

Ҡул ҡулды йыуа, бит тә таҙа була, тигән һымаҡ, шулай хәл иттеләр. Ҡадир руль артына ултырған Ғатаны матур итеп кейенеүен, хатт ниндәйҙер хушбуй һөртөүен күҙҙән ысҡындырманы: харап, кейенгән булған, әйтерһең, картуф ташырға түгел, туйға китеп барамы ни!  

Ғата күңелле һүҙҙәр һөйләп, шатлыҡ һәм ҡыуаныс һирпеп барған һымаҡ. Уның баҡсаһына етер алдынан Ҡойон тигән ауыл бар. Мут ҡына йылмайып, водитель Ҡадирға ҡараны.

– Әйҙә, бер ергә кереп сығайыҡ. Ҡара уны, тик һин бер нәмә лә белмәнең дә, күрмәнең дә. Ғатаның машинаһы зыйылдап бейек ҡапҡа алдында туҡтаны. Уларҙы шат йөҙлө, кейенгән-яһанған бер ҡатын йылмайып ҡаршы алды. Машинанан йүгереп төшөп, Ғата ҡатынды ҡосаҡлап үпте. Күренеп тора, ҡатын да һағынған: үрелеп ирендәренән үбеп алды. Өйгә үттеләр. Йыйнаҡ, бай залда өҫтәл ҡорғандар. Ғата Ҡадирҙы ханым менән таныштырҙы: Фәриә исемле икән. Үҙенән ымһындырғыс йылы бөркөлә һымаҡ. Йөҙөнә ҡарау ҙа яҡты хис-тойғолар уята. Шулай ҙа була икән, нур һипкән һымаҡ. Ҡатын йылмайғанда сикәләрендә ике соҡор барлыҡҡа килә. Күптән осрашмағандарҙыр, өҫтәл артына етәкләшеп тигәндәй килеп ултырҙылар.

Быйыл алма күп булған икән, ҡатын, үҙем әҙерләнеп тип, шешә сығарып ултыртты. Ғата рулдә, ул эсмәй. Ҡадирға көс төштө. Ашап алғас, йоҡлай торған ғәҙәте бар. Ойоп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ә тегеләр икәүләшеп, бер-береһенә тартылып ултыра, һағынышҡандар. Ҡадир быларҙың шым ғына күрше бүлмәгә инеп китеүҙәрен күрмәне, ләкин һиҙҙе.  

Ҡадирға уларҙың йәш ҡыҙ менән егет һымаҡ бер-береһенә тартылыуы тәүҙә оҡшамағайны, аҙаҡ көнләште. Бәй, көнләшмәҫлекме ни? Икеһе лә күҙ алдында йәшәрҙе лә ҡуйҙы. Ҡадир йәш саҡтағы тойғоларҙы, хатта илерткес еҫте һиҙеп, үҙен дә йәшәргәндәй итеп тойҙо.

Ана, етәкләшеп кире инделәр. Уҡыусы балалар һымаҡ, уңайһыҙланғандай тоталар үҙҙәрен.

Ары ҡуҙғалдылар.

– Һин ғәйепләмә инде, күрше, – тине Ғата, – тәүге мөхәббәтем, институтта бергә уҡыныҡ. Ҡырҡ йылдан ашып китте.

– Ире юҡ, ахыры? – тип һораны Ҡадир.

– Нишләп булмаһын? Бар. Ҡалала йәшәй. Икенсе ҡатыны менән.

– Һине беләме?

– Әлләсе. Һорағаным юҡ, бәлки, беләлер.

– Ә белеп ҡалһа?

– Һикһәнгә етеп барған ҡарт белеп ҡалһа, нишләтер икән мине? Тотоп туҡмармы икән?

– Ә беҙҙең йәштә тормошто ошолай ҡатмарландырыу кәрәкме?
– Бына, күрше, үҙең уйлап ҡара. Ошонда уның эргәһенә килһәм, мин йәшлеккә ҡайтҡан һымаҡ булам, йәшәгеләр килә. Ул да көтә. Тимәк, ярата. Ә һинең йәшәргең килмәйме ни?

– Әллә тағы, был хаҡта уйлағаным юҡ.

Ғата һаман төпсөнә.

– Һинең нисек һуң Зәйнәп менән?

– Беҙ ни хәҙер дуҫтарса инде, – тине Ҡадир, дөрөҫөрәге, уфтанды. – Ҡартаябыҙ.

– Ҡартайырға ҡабаланма, күрше, ғүмер үтеп бара, йәшәге, яратҡы килә. Ул мине көтөп ала, күрҙеңме? Алдан әйтһәм, мунса яға.  

Ҡадир юл буйына үҙенең тормошон уйлап ҡайтты. Ә Ғата эргәлә һаман һөйләнә.

– Бер тапҡыр йәшәйбеҙ, брат. Күрҙеңме, нисек ҡаршы алды? Ә еҫе һуң, еҫе! Шул еҫ мине тоҡандырып ебәрә. Йәшәрәм дә ҡуям. Ут инде, ут. Күҙ алдында дөрләп яна. Үҙе шундай уңайһыҙлана, ҡыҙарына. Йәш саҡта ла шундай ине. Ә беҙ өйләнешергә йыйынғайныҡ. Атаһының дуҫының улы оҡшатҡан. Хәҙер килеп тә әйләнгәне юҡ, туйған.  

Ғата барғанда күңелле көйҙәр көйләй ине, әле моңло ғына итеп йырлай.  

Хәтер төбөндә соҡона торғас, Ҡадир иҫенә төшөрҙө: уның Сафияһы булды бит. Эх, Сафия, ҡарале, алда ғүмер бар әле. Ҡадирҙы армияға оҙатып ҡалды. Һуңғы төндә дуҫтары икеһен бер бүлмәгә яптылар. Үбешә торғас, ирендәре янып сыҡҡайны. Шунан арыға тәүәккәлләй алманы Ҡадир, дөрөҫөрәге, ҡулынан килмәне. Сафияһы ҡосаҡлап, эх, егет, һинеке булырға теләгәйнем, тине. Булманы. Тәүҙәрәк хатлашҡайнылар, бер йылдан хаттар өҙөлдө, ҡыҙ кейәүгә сыҡты. Ҡайтҡас та һораштырып йөрөнө. Аҙағыраҡ әйттеләр, ире эсә, туҡмай, рәнйетә икән. Аҙаҡ айырылып ҡуйған.

Бер аҙна ла үтмәне, Ҡадирға Сафияһының адресын килтереп тә бирҙеләр. Йыраҡ та түгел, ҙур ғына ауылда йәшәп ята, имеш. Күптән пенсияла икән. Ҡадир юллап барырға булды.

– Картуф эҙләп сығам, – тине ҡатынына ҡарамай ғына. Уныһы ышанмайыраҡ, артынан эйәреп үк сыҡты.

– Һин нимә, туйға йыйынған һымаҡ кейенгәнһең.

– Кеше-маҙар осраһа тигәйнем...

– Әллә хушбуй ҙа һөрткән инде?

Ҡадир, нимә әйтергә белмәй, ҡатынына боролоп ҡараны. Уныһының уңып бөткән халатын, туҙған сәсен күргәс, нимә әйтергә лә белмәне.

– Нимә, хушбуй һөртөргә ярамаймы ни?

– Әллә тағы картуф эҙләргә хушбуй һөртөп сығалармы? Ваҡ булһа, алма.

Ҡадир тыңлай һәм ҡатынының икенсе эйәк аҫтында өсөнсөһөнөң төҫмөрләнеүен күрә. Ҡатынын Фәриә менән сағыштыра. Уның өйҙән ҡасҡыһы түгел, ғөмүмән, йәшәгеһе килмәй башлай.

Ә уның Сафияһы нисек икән? Элеккесә оҙон буйлы, нескә биллеме? Юҡ, Фәриәнән кәм түгелдер. Унан яҡшыраҡ булмаһа әле. Ҡадир подъезға хушбуй еҫе тултырып алға ҡуҙғалды.

Арҡаһы менән һиҙә Ҡадир: ҡатыны тәҙрәнән дүрт күҙ менән уның ҡайһы яҡҡа йүнәлеүен күҙәтеп тора. Туҡталыш уңда булһа ла, һулға, баҙар яғына, ыңғайларға тура килә, ҡәһәрең. Байтаҡ ҡына урарға тура килде, шулай ҙа, туҡталышҡа барып етеп, тәғәйен автобусҡа ултырҙы. Ун биш минуттан автовокзал, ә Сафияның ауылы яғына автобус сәғәт һайын йөрөп тора икән. Күп тә барманылар, ауыл үҙе лә күренде. Өйҙән сығыуына сәғәт ярым да үтмәне, барып та етте. Ҡалай йәтеш, тиҙ булды.

Ҡадирҙың күңелендә үкенес моронлай башланы. Үҙенең ғүмере бушҡа үткән һымаҡ тойолдо. Сафияһы эргәлә генә йәшәп ятҡан, ә ул уны иҫкә лә төшөрмәне. Хәҙер үҙе лә һиҙә: йәшәү рәүешен ныҡ ҡына үҙгәртергә тура киләсәк. Ғата ҡарт хәйләкәр шул, ана бит, ҡайҙа эйәләшеп алған. Ҡадирҙы шулайтып донъя рәхәтен күреүҙән кем мәхрүм итә? Үҙе генә. Йәл, былтыр баҡсаларын һаттылар. Баҡсаға барам, тип сыҡ та кит бит инде. Ә бында ҡосаҡ йәйеп, Сафияһы көтөп тора. Эш бөтөргәс, кис менән баҡсаға бар ҙа ҡун инде.

Бына Урман урамы, 12-се йорт. Ҡапҡа алдындағы емерелеп барған эскәмйәлә бер иҫерек ултыра. Ире-маҙар тиһә, бик йәш күренә. Эргәһенә туҡталды, хәл белешкән булды. Теге иҫерек асыулы ғына нәмәлер мөңгөрләне.

– Эш юҡмы? – тип ныҡытты иҫеректән. Тегеһенең һөйләшкеһе килмәне, ҡул ғына һелтәне. Керһә, ишек алдындағы күләүектә береһенән-береһе ике бәләкәй малай кәмә йөҙҙөрөп уйнай.

– Хужалар өйҙәме? – тип һораны Ҡадир.

– Өләсәй, һиңә килгәндәр, – тип ҡысҡырҙы малайҙарҙың береһе. Байтаҡ көтөргә тура килде.

Шул арала Ҡадир донъяны барлап өлгөрҙө. Ай-һа-й, бында уға эш етерлек. Ҡарағура баҫҡан, болдорҙары ҡыйшайған, ир-ат ҡулы теймәгәне күренеп тора. Малайҙар тағы өндәште:

– Өләсәй, һиңә килгәндәр!

Шул ваҡыт эстән дөп-дөп атлап был яҡҡа килгәндәре ишетелде. Яп-яҡты булып үҙенә ымһындырып торған солан ишеге ҡапланды һәм унан мул кәүҙәле әллә ҡатын, әллә ир күренде.

Уны күргәс, Ҡадир артҡа сигенеп ҡуйҙы. Ҡасырға урын эҙләгән һымаҡ, ҡапҡа яғына ҡараны. Батырлығын йыйып:

– Һаумыһығыҙ. Һаумы, Сафия, – тип өндәште. Метрға ике метр самаһы булыр, кәүҙә ҡатын-ҡыҙ тауышы сығарҙы:

– Танымайым, быныһы кем тағы? – Ҡулдарын күрешер өсөн әҙерләне микән, эйелеп итәген алды ла һөртә башланы.

– Мин был, Ҡадир. Ҡадирҙы хәтерләйһеңме?

– Ниндәй Ҡадир?

– Һуң, бергә уҡыныҡ бит, мине армияға оҙатып ҡалдың.

– Ә-ә, Ҡадир? Һинме ни? Беҙ һинең менән ҡайҙа бергә уҡыныҡ әле?

– Ҡайынлыла урта мәктәпте бергә бөттөк.

– Туҡта-туҡта, мин бит һине армияға оҙатып ҡалдым. Ә нишләп армиянан ҡайтҡас миңә өйләнмәнең ул?

Метрға ике метр әллә йылмайҙы, әллә асыуланды: мул сикәләре тартышып ҡуйҙы.

– Һин бит мине көтмәнең. Бер йылдан кейәүгә сыҡтың.

– Шул Ҡадирмы? Мин көтмәгән Ҡадирмы һин?

– Эйе, тап шул үҙе.

Ҡапҡала баяғы иҫерек күренде.

– Сафия, эш эҙләп йөрөй ул. Берәй эшең юҡмы?

– Кит, бушты һөйләмә, миндә ниндәй эш булһын? Ана, утын ярһа-ярыр. Әйҙә, кер, сәй эсереп сығарам. Бына ғәжәп, Ҡадир, һин һис үҙгәрмәгәнһең. Армияға киткәндә лә ошолай инең.

Керҙеләр, сәй эсергә ултырҙылар.

Урамда уйнаған малайҙар күстәнәскә өмөт иттеләр микән, өҫтәлде һырып алдылар.

– Миңә ҡатыраҡ яһаһаң да була, – тине Ҡадир.

– Эй-й, сәйҙең хәҙер ҡатыһы бармы ни? Пакетҡа тултырып һаталар, – тип һөйләнде Сафия. – Уф, бынау малайҙар әле генә ашап сыҡтылар, ҡорт һымаҡ һырып киләләр инде.

Малайҙар өләсәй запасынан сыҡҡан тәмле кәнфиттәрҙе эләктерҙеләр ҙә урамға йүгерҙеләр.

Ҡадир осрашыуға йылыраҡ төҫ бирергә тырышты.

– Нисек йәшәйһең, Сафия? Мине онотманыңмы?

– Ә мин һине урамда күрһәм, танымаҫ инем. Онотолғанһың, – тине Сафия. – Мин мине эҙләп килгән тиһәм, һин эш эҙләп йөрөйһөң икән. Беҙҙә ҡайҙан эш булһын? Ана, бысылған утын алғайным, бәлки, шуны ярып бирерһең. Хаҡын һөйләшербеҙ.

– Ярай, ярып бирермен, – тине Ҡадир.

– Ә мин һине эш эҙләп йөрөгән кеше тип уйламаным да, берәй нәщәлник үтеп бара микән, тинем, хакимиәт тирәһенән.

– Ә был урамда кем ултыра ул? – тине Ҡадир.

Урамдағы иҫерек хаҡында һүҙ сыҡҡас, Сафия оялғандай итте.

– Эй, шунда берәү йөрөй инде. Бомж тиһәң, бомж түгел, иҫке булһа ла өйө бар. Мине йортҡа индер, өйләнәйек, ти, – тип яңғыратып көлөп ебәрҙе. – Һин мине ул тиклем бөткән ҡатын тип уйлама, ана бит, үҙемдән егерме йәшкә йәш ҡосағымды көҫәй.

Сафия яңғыратып көлгәндә иҫке сервантта ултырған һауыт-һабаға тиклем сыңлап китте хатта.

– Ә мин уны кем икән тип аптырайым, – тине Ҡадир.

– Аһ-аһ, әллә көнләштең инде? Кит, шул малайҙан көнләшеп тормаһаң.

Сафия эште ҡыҙыу тотто. Ҡадирҙың телефонын, адресын яҙып алды. Өҫтөңдө бысратырһың, тип, алам-һалам кейем сығарҙы. Ҙур мейес артынан балта алды. Шешенә торһон тип, ҡорғаҡһыған балтаны һыуға тығып ҡуйҙы.

Бә-әй, был ысынлап утын ярҙыртырға итә түгелме һуң? Ҡадир үҙен үкенә башлаған һымаҡ итеп тойҙо. Тау булып ятҡан утынды на хәл ярып бөтмәк кәрәк? Әмәлгә ҡалғандай тышта ҡойоп ямғыр яуа башланы. Ҡадир үрелеп тәҙрә аша утын өйөмөн ҡараны. Ай-һай, сей ҡайын түмәрҙәрен ярыу еңел булмаҫ. Калун менән кувалда кәрәк булмағайы.

– Ҡуй утынын, һөйләшеп ултырайыҡ, үҙеңде күргәндәй булайым, – тип яғымлы ғына өндәште Сафия. – Үҙең хаҡында һөйлә әле. Ҡатының нисек? Балаларың нисәү?

Ҡадир өҫтән-мөҫтән генә ғаилә хәлен һөйләп үтте: ҡатыны өйҙә, малайҙары башҡа сыҡты, фатирҙары бар, юҡ-юҡ, эсеп мәшәҡәтләмәйҙәр; әлбиттә, институт бөттөләр.

– Йә инде,  һиңә кейәүгә сыҡҡан булһам һуң. Ханбикә һымаҡ һинең эргәңдә генә йөрөйһөм булған икән. Анау алкаш килеп сығып, эште боҙҙо ла ҡуйҙы. Шуға юлығып харап булдым.

Ҡадир Ғата менән барған сәфәрен хәтергә төшөрҙө. Ирекһеҙҙән сағыштырып ҡараны. Әлбиттә, барыһы ла сағыштырыуҙа күренә, тигәндәй. Ләкин был осраҡта һис тә Ҡадир файҙаһына түгел.

Ямғыр тынды, түмәрҙәр елләгәндәй булды. Ҡадир, балтаһын алып, эшкә тотондо. Ю-уҡ, бында эш бер көндә бөтөрлөк түгел. Етмәһә, балтаһы бик йомшаҡ булып сыҡты, ярай йәш саҡтағы таһыллығы онотолмаған. Кискә тиклем байтаҡ өйөп һалды.

Телефонын онотҡан. Өйгә инеп, костюм кеҫәһенән алһа, ҡатыны һигеҙ тапҡыр шылтыратҡан. Бер смска һалған. Хәҙер ҙә яуап бирмәһәң, милицияға эҙләргә бирәм, тигән. Тиҙ генә кейемен алыштыра һалып, ҡайтырға йыйынды.

– Күпме түләйем? – тине Сафия уға яҡын ғына килеп.

Юҡ, был элекке Сафия түгел, тип ҡыҙғанды Ҡадир. Шунан иҫенә төштө:

– Аҡса кәрәкмәй, бер ярты тоҡ картуф булһа, еткән, – тине.

Сафия башын ситкә ҡайҡайта биреберәк, күккә ҡарап, ике күнәктең хаҡын иҫәпләп сығарҙы ла:

– Ике күнәк бирәм, – тип әйтеп һалды. Бер аҙ уйланып торғандан һуң, – утынды кем өйөп ҡуя?  – тип һораны.

– Бер аҙ тышта елләһен. Киләһе аҙнаға килһәм, яраймы? – тине Ҡадир.

– Әлбиттә, ярай. Һин килеүгә аш һалып ҡуйырмын.

– Ярай әтеү, – тип ризалашты Ҡадир.

Сафия Ҡадирға быны ҡулдан ысҡындырырғамы-юҡмы тигән ҡиәфәттә байтаҡ ҡына ҡарап торҙо.

– Һин ысынлап та, Ҡадир, эш кенә эҙләп килдеңме ул? – тип өндәште.

– Эш булмаһа, нимәгә килде тип уйлайһың һуң?

– Күҙҙәрең һағышлы һымаҡ. Әллә берәй ҡайғы-хәсрәтең бармы? Нимәлер юғалтҡан һымаҡһың.

– Юғалттым шул, – тине Ҡадир ҡайғылы ғына төҫ менән.

– Нимәңде юғалттың һуң? Бәлки, ярҙам итермен.

– Йәшлегемде юғалттым, – тип әйтеп һалды Ҡадир. – Эҙләп-эҙләп ҡараным, таба алманым.

Ҡатын шикләнгән һымаҡ артҡа сигенә биреп ҡуйҙы.

– Тапҡанһың эҙләр нәмә. Әллә бер аҙ сирләп тә тораһыңмы? Ҡиәфәтең дә йүнле түгел һымаҡ. Ҡуй, Ҡадир, мә картуфың, ҡайта һал.  Автобустар ҙа туҡтар хәҙер.

Ҡадир, тоҡто алып, иңбашына һалды ла автобус туҡталышына атланы. Кереп ултырғас, тағы телефоны шылтыраны.

– Ҡайтып киләм, – тине ул бисәһенә.

– Ҡайҙа йөрөйһөң һин? Көнө буйы шылтыратам, алмайһың. Картуф таба алмаһаң, ҡайтып йөрөйһө булма.

– Таптым, тапмай буламы һуң.

Ҡадир телефонын һүндереп ҡуйҙы.

Автор:Ф. ИЛЬЯСОВА.
Сығанаҡ: "ҺӘНӘК" 
 
 
 
Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: