Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
7 Октябрь 2021, 15:50

62 йыл бергә йәшәгән матур пар

Бергә татыу ғүмер иткән ғаилә парҙары араһында көмөш, алтын туйҙар йыш булһа ла, 62 йыл бергә йәшәүселәр һирәк. Ә бына Юнай ауылында ғүмер иткән матур ғаилә – Әхмәтшакир һәм Хәспиямал Ишкилдиндар ана шундайҙарҙан. Ишкилдиндарҙың өлгөлө ғаиләһе тураһында тулыраҡ сайтта һәм "Ейәнсура таңдары" биттәрендә уҡығыҙ.

62 йыл бергә йәшәгән матур пар
62 йыл бергә йәшәгән матур пар

Ҙур, матур өй егәрле хужаларҙың йәшәгәнен белдереп, әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Мин барғанда Хәспиямал инәй әҙерәк ауырыңҡырап тора, ә Әхмәтшакир олатай ихатаһында йорт эштәре менән булып йөрөй ине. Өйгә инеп иҫәнләшеп, ни өсөн килеүемде әйткәс, үҙҙәре тураһында бик ҡабартып яҙмауҙы һоранылар.

– Бергә ғүмер итеп ҡартайыуға ни етә! Бына быйыл бергә йәшәүебеҙгә 62 йыл да тулып уҙҙы, – тип Ишкилдиндар көлә-көлә танышыуҙары, өйләнешеүҙәре тураһында һөйләп алып киттеләр.

– Беҙ ни танышып-осрашып торманыҡ, дим менән өйләнешеп, йәшәп алдыҡ та киттек. Шөкөр матур итеп, татыу йәшәнек, биш бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Барыһы ла башлы-күҙле булдылар. Һәйбәт итеп йәшәп яталар, үҙҙәре балалар үҫтерәләр. Инде 13 ейән-ейәнсәребеҙ, бер бүләсәребеҙ бар. Уларҙың ҡыуаныстарына, изгелектәренә төрөнөп йәшәп ятабыҙ, – тиҙәр шатланып олатай менән өләсәй. Әйткәндәй, Ишкилдиндар Әхмәтшәкир олатайҙың апаһы Ғәйникамал мәрхүм булғас, етем ҡалған улы Минисламды үҙҙәренең дүрт балаһы менән тиң күреп тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ул хәҙер Әбйәлил районында йәшәй.

 Икеһенең дә хәтерҙәре бик яҡшы. Ауыл, район яңылыҡтары менән хәбәрҙар улар. “Ейәнсура таңдары”, “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзиттәренә йыл да яҙылалар, телевизорҙан ил яңылыҡтары менән танышып баралар.

Әхмәтшәкир олатай – ошо ауылдан, ә Хәспиямал инәй Аҡбулат  ауылында тыуып-үҫкән. Инәй дүрт класс бөтөп, артабан уҡырға барам тип йөрөгән була. Ә олатайҙың Аҡбулатта йәшәгән апаһы  ҡыҙҙы оҡшата һәм, ай-вайына ҡуймай, уны килен итеп алалар. 1959 йылдың декабрендә никах уҡыталар. Элек селләлә ҡыҙ оҙатырға ярамай, тигәндәр. Шуға ла киләһе йылына, 19 февралдә оҙатылып килә.

– Йәш ваҡытта паутинка бәйләй инек. Үҙемсә шуны бәйләп, аҡса эшләп, уҡырға барырмын тип уйлағайным. Бер уйлаһаң, ундай мөмкинлек тә булмағандыр инде. Ғаиләбеҙ ҙур – ете бала. Атайым менән әсәйем дә ваҡытында башлы-күҙле итергә уйлағандыр инде, – Хәспиямал Ғилметдин ҡыҙы кейәүгә сығыу тарихын бәйән итә. Өйләнешкәс, икеһе лә йәш һәм ғәйрәтле саҡ, тырышып эшләгәндәр. Хәспиямал инәй сөгөлдөр утауҙа күп йылдар звеньевой булып эшләй, сөгөлдөргә дарыу һипкәндә бер үҙе йөрөй. “15-20 га баҫыуға елдең үренә торҙом да һиптем. Бер һаҡланыу сараһы булманы. Нисек ауырымағанмындыр?!” – инәй хәҙер аптырай.

Әхмәтшәкир Моратша улы Үтәғолда имтихан биреп, 1-се класлы тракторсы-машинист таныҡлығы ала, 17 йыл механизатор, унан учетчик, фуражер, келәт мөдире, 85-86-сы йылдарҙа Йылайырҙа умартасыға уҡығас, “Салауат” колхозында ҡортсо булып та  эшләй. Һәр эште лә теләп, кәрәк тип эшләйҙәр.

Улар Әхмәтшакир олатайҙың әсәһе Шаһиҙә инәй менән бергә йәшәй. Бейеме Хәспиямал инәйҙең ҡулында йән бирә. Улай оҙаҡ бейемдәре менән тормош көткән килендәр бик һирәктер, моғайын.

– Ҡырҙа йәшәһәләр ҙә ҡыҙҙарыбыҙ Светлана, Рәсимә, улдарыбыҙ Сәлих, Фаил ярҙамдарынан ташламай. Йыш ҡына ҡайтып, хәлде белеп, ярҙам итеп торалар. Үҙебеҙҙе лә алып ҡайталар. Беҙ ҙә буш итмәйбеҙ, балаларға ярҙам кәрәк булһа, ҡулдан килгәнсә ярҙам итәбеҙ, – ти Ишкилдиндар.

Ауылда йәшәгәс, мал-тыуар аҫрамай булмай, башҡа мәшәҡәттәр ҙә етерлек. Хәспиямал инәй менән Әхмәтшәкир олатай ҙа һәр ваҡыт күпләп мал аҫраған. Малдарын бөтөргәнгә лә дүрт йыл самаһы ғына икән. Үҙ көндәрен үҙҙәре күреп, картуф һәм башҡа төрлө йәшелсә-емеш үҫтереп йәшәй улар.

– Оҙайлы ғүмер йылдарында төрлөһөн кисерҙек, төрлө ваҡыттар булды инде. Әммә икең татыу булғас, тормош ауырлығы әллә ни һиҙелмәне. Донъя көтөргә, балаларҙы кеше итергә тырышып йәшәнек. Әле, шөкөр, бер мохтажлыҡ кисермәй йәшәйбеҙ, – ти 84 йәшлек Әхмәшәкир олатай һәм 81 йәшлек Хәспиямал инәй.

Улар әле лә етеҙлектәрен, һөйкөмлөлөктәрен юғалтмаған. Бер тән, бер йән булып ғүмер иткәнгәме, күңелдәрендә кешеләргә ҡарата ла тик изгелек кенә. Шуға ла ауылдаштары араһында ла абруйлы ғаилә булып иҫәпләнә улар. Ғүмерҙең бормалы һуҡмаҡтарына, ҡаршылыҡтарына бирешмәй, үткән ҡартлыҡтарын тиң, имен ҡаршылаған Ишкилдиндар ғаиләһенә артабан да Хоҙай ныҡлы һаулыҡ, тигеҙ ғүмер насип итһен!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: