Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
19 Октябрь 2021, 21:45

Батимаҡайҙың бер көнө

- Оло, йәмһеҙ булып ултыраһың, тинеме шу?.. Бында ней мин һуғыштан һуң төшкәнмендер, бар әле, килен, куйкамда күҙелдерегем ята, апсыҡ әле.Батимаҡай күҙлеген кейҙе, тәҙрәгә яҡыныраҡ барып, оҙаҡ ҡарап торҙо фотоларға, сырыш ҡулдары менән бабайын һыйпаны.

Йәш килен балаһын имеҙеп бөттө лә, сәңгелдәккә һалып, бәүетә башланы:
Әлли, бәлли, бәү-бәү-бәү...
Төпкө яҡтан ,төшкө намаҙын тамамлап,оло ҡәйнәһе Батимаҡай килеп сыҡты:
-Ҡуй,килен,ҡана үҙем йоҡлатайым балаңды.Теге ғазраил ҡайтып инмәҫ элек,тас һөткә генә туҡып,ҡоймаҡ ҡойоп ашап алайыҡ әле.Ләз генә асмын.
Иртәнге сәйҙе әрләй-әрләй эсерҙе ҡәйнәң.Аш ашатманы,таш ашатты.
-Хәҙер ,сәй ҡуйып ебәрәйем һуң,-килене осоп сығып китте.
Батимаҡай сәңгелдәктәге улын яратып һөйҙө:
-Һалдатымды минең!!!Һинең әрмейәгә киткәнеңде генә күрә алмаҫмын шул-ер ҡуйындарында ғына ятырмын инде...
Килене он иләп индерҙе,ҡоймаҡ туҡып,һаж да һож итеп ҡоймаҡ ҡоя башланы.Оло ҡәйнәһе диванға аяҡтарын һуҙып ултырып,сәңгелдәкте бәүетте:
-Һәпүтиктең балаһын
ҡарға һуғып алмаһын.
Ҡарға һуғып алып китеп
Ҡаны сәсрәп ҡалмаһын.
Инәһе илап ҡалмаһын,
Атаһы илап ҡалмаһын!-моңло ғына итеп Батимаҡай һамаҡланы,бала йоҡлап китте.
-Һалдатты әүәй иттек!-
әбейем ҡулдарын сайҙы, жилетының кеҫәһенән тештәрен алып ,,кейҙе"
-Иртәнсәк тешемде сисеп һалдым ҡурҡыштан, ҡәйнәң шаҡылдап ултырма, тигәс...Бисмилла рахман рәхим, - тип, ҡоймаҡҡа үрелеүе булды, ике-өс урам аша торған ҡыҙы килеп инде.
-Тушны ғына инеп киләм сәйгә.
-Маҡтап йөрөйһөң икән, әйҙә, яҡындан ҡатнаш.
-Эсеп тормайым, әсәй, кейәүең машинала көтөп ултыра. Оҙаҡтаһам, үсегеп китә торған. Бына, әсәй, кейәүең атай менән һинең кәртишкәгеҙҙе ҙурайттырып алып килде.Шуны юлыңғай индереп китәйем ,тинем.Күлгә һыу инергә китеп барабыҙ.Баллар менән.Ике фотоны ҡушҡандар.Бергәләп фотоға төшмәгәнһегеҙ икән берҙе лә. Ҡарале, атайым йәш кенә, матур ғына булып ултыра.
-Шулайтып ултыра икән шул. Иииий,мәрхүм... Йәш кенә. Бында мине һоратмаған да булғандыр. Һуғыш бөткәндең өсөнсө яҙында өйләнештек. Мирауай егет ине...
-Алай ҙа ғына мин атама оҡшағанмын, тип ҡарап килдем әле, - ҡыҙы шулай тигән хәбәр һалды.
-Аһ, аһ, ә нимә, миңә оҡшаған булһаң ней... Ямаҡай булыр инеңме?
-Атайым эргәһендә оло, йәмһеҙ булып ултыраһың, йонсоп ҡына...
-Ярай, кейәүең көтәлер, - шулай туҙға яҙмағаныраҡ хәбәр әйтеп, яһаған сәйҙе лә эсмәй, сығып китте ҡыҙы.
-Оло, йәмһеҙ булып ултыраһың, тинеме шу?.. Бында ней мин һуғыштан һуң төшкәнмендер, бар әле, килен, куйкамда күҙелдерегем ята, апсыҡ әле.
Батимаҡай күҙлеген кейҙе, тәҙрәгә яҡыныраҡ барып, оҙаҡ ҡарап торҙо фотоларға, сырыш ҡулдары менән бабайын һыйпаны.
-Был кәртишкәне ней, Баймаҡта төшкәнмен. Торф сығарған мәлдәрҙер.
Алла!Минең һымаҡ көнө-төнө бил яҙмай эшләһендәр ине әле...
Шунан һыпа һылыу булып кәртишкәгә төш, имеш...
Сәйе лә,ҡоймағы ла һыуынып бөттө.
-Ҡуй, өләсәй, бушҡа көймә әле, сәйең һыуынып бара, -килене тағы сәйнүген газға ҡуйҙы.
-Аһ, аһ, нисек көймәйһең... Ниндәй көн булды ул бөгөн? Иртән килен йөрәкте боҙғайны, хәҙер килеп, ҡыҙым мыҫҡыл итеп сығып китте,
йөрәгемә беҙ ҡаҙаған һымаҡ... Килен, дарыу бир әле, йөрәгем һулыыып киттесе...
Батимаҡай фотоны ҡосаҡлап, диванға инеп ятты ла, шым ғына итеп иланы: йәмһеҙ булырһың да...
Мәрхүм бабайын уйланы, иртәнге сәй ҙә, ҡыҙының ,,йәмһеҙһең"тигәне лә-бөтәһе бергә өйөлдө.
Ҡапҡа алдына геүләп машина килеп туҡтаны.Килене ҡайтты
Сәңгелдәктәге ,,һалдат" уянды.
-Һәпүтиктең балаһын
Сәүкә һуғып алмаһын...
Атаһы илап ҡалмаһын
Әсәһе илап ҡалмаһын...
Әллә ней көн булды бөгөн?-
Батимаҡай һамаҡлай, үҙе һаман илай.

С.Тамимдар.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: