Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
23 Октябрь 2021, 22:10

ОЖМАХТАРҒА КЕМГӘ ЮЛ ЯБЫҠ

Атай рәнйене тисе...Юҡтыр... Атай кеше үҙ балаһына рәнйей буламы? Тубығында ғына үҫте бит ул атаһының. Ҡәҙерле булды. Үпкәләгәндер. Ғәйебен апаһы күҙгә төртөп әйтмәһә лә, ғүмер буйы тойоп йәшәй Сәбилә. Икенсе улын ни сәбәптәндер һалҡын ҡабул итте атаһы.

(хикәйә) Наилә Хәмбәлиева

“Туғандары менән бәйләнеште өҙгән кеше ожмахҡа инмәҫ” тигәнде ишеткәс, Сәбиләнең эсе бошто ла китте. Юҡ, тамуҡта яныу ҡурҡынысынан түгел.​ Апаһы менән аралары һыуынып тора. Ике йыллап булалыр, аралашыу, саҡырышыу ​ түгел, хәл белешеү ҙә юҡ. Көн һайын ​ булмаһа ла, аҙнаһына бер телефондан булһа ла хәл-әхүәлдәрҙе белеп, күңел бушатып алырға өйрәнгән Сәбиләне был хәл болоҡһота. Етмәһә, ире: “ Барып килмәйекме бажаларға?” – тип утҡа май өҫтәй. Арҡа терәгән кешеңә белгертмәй ҙә булмай, һөйләп бирергә тура килде, ҡасан, ни сәбәптән араларынан ҡара бесәй үткәнен.

- Атай һиңә рәнйеп үлеп китте. Әсәйҙе ҡарап, гонаһтарыңды юйҙым тип уйлайһыңмы? Булмай торһон әле. Атай ауырып түшәккә йығылғас, килеп күрендеңме? Мин ҡараным уны.
Ҡолағы ишеткән хәбәрҙе күпмелеп ваҡыт аңы ҡабул итә алмай аҙапланды. Айышына төшөнгәс, уйҙары буталды. Бер ҙур ҡаты йомғаҡ булып уралдылар ҙа, мейеһен быраулап, сикәһен туҡмай башланылар. Саҡ иҫен юймаған Сәбилә:
- Нисек рәнйене? Нимә һөйләйһең һин? – тип кенә өндәшә алды.
- Бына шулай. Рәнйене. Сәбилә ҡыҙым эргәмдә түгел, ризалығым юҡ уға, тине. Унан башҡа ла, һиңә һөйләмәгән хәбәрҙәрем күп әле. Һин иҫәрҙе уйлайым, ҡайғырмаһын тим. Әле лә өндәшмәҫ инем, үҙең ғәйепле. Телеңде тыя белмәйһең.

Һаҡһыҙ әйтеп ысҡындырҙы шул бер хәбәр, үткәндәрҙе иҫләп ултырған мәле:
- Миңә, минең​ балаларға бер тин ярҙамы булманы атай менән әсәйҙең. Үҙегеҙ етеш йәшәйһегеҙ тине лә торҙолар. Эш етешлектә, йә хәйерселектәме ни? Башҡа балалары күргән иғтибарҙы, бәлки, минең дә тойғом килгәндер? ​ Йыл һайын ике һуғымының береһен ​ һеҙ бүлешеп алдығыҙ. Береһенең пенсияһы һеҙҙең кеҫәгә инеп ятты. Ҡартайҙым инде тип, тракторын һатты. Аҡсаһына, әйҙә өйҙәрен йүнәтәйек, һыу үткәрәйек, тинем. Бүлеп тотторған аҡсаһынан берегеҙ баш тартманы. Кеҫәгеҙгә һалдығыҙ ҙа, вәссәләм. Минең ир һыуын индерҙе, мунсаларын бөтәйтте. Һеҙ ҙә етешһеҙ йәшәмәнегеҙ. Әллә нисек бөлөнә, йәлләтә​ беләһегеҙ ул? – тип ысҡындырған ​ һүҙҙәре этәргес булды ​ инде, күрәһең. Тағы әллә нимәләр һөйләне, ярһыны, ғәйепләне апаһы. Тыңламай сараһы ла юҡ ине Сәбиләнең. Үҙ өйөнән ҡыуып сығарып та ебәрә алмай. Ҡыҙған апаһына ҡаршы әйтеп килештерә алмаҫын белә ул. Шуға ла шымды, башын баҫты.

Ғаиләләрендә иң йомшаҡ күңеллеһе Сәбилә. Кешегә ауыр һүҙ әйтеү түгел, үҙен яҡлап тиргәшә лә белмәй. Апаһы менән һеңлеһе ҡатҡылдар. “Әйттем-бөттөм” уларҙың холоҡ-фиғелдәре. Әйткәндәренән ​ бер ваҡытта ла ҡайтмай торған туғандарынан көнләшеп тә ҡуя ул. Ирҙәрен дә әллә тәрбиәләп алдылар, әллә шундайҙары тура килде, ҡалай теләйҙәр, шулай боралар. Сәбиләне лә, йәлләтеп, албырғатып үҙ яҡтарына ауҙарыуы бер ни тормай икәнен белеп, кәрәк урында файҙалана ла беләләр . “ Ярҙам итергә тейешһең” тип талап ҡуйырға ла тартынмайҙар. Нилектән тейеш әле ул? Ҡайһы берәүҙәр һымаҡ, атай елкәһенән ир елкәһенә шыуып ҡына барып ҡунаҡламай, һәр көнөн эштә уҙғарған өсөнмө? Эйе, эшенә күрә аҡсаһы ла түләнде. Үҙенә күрә ире лә эшлекленән тап булды. Тапҡан-таянғандарын юҡ-барға, кәйеф-сафаға тәләфләмәй, күҙгә күренерҙәй донъя йыйғанғамы?
Әсәләре сирләп киткәс тә: “ Ҡарап тороғоҙ инде, мин эшләйем, ауырыу эргәһендә күҙ яҙлыҡтырмай ултырыр кәрәк” – тигән һүҙен тыңларға ла теләмәнеләр. Беҙ ҡараныҡ, еткән, һинең сират тип нөктә ҡуйҙылар. Һау кешене өйөңдә йәшәтеү​ менән сирлене бағыу бер түгел шул. Эшенән өҫтәмә ял алып, әсәһе эргәһенә дауаханаға барып ятты Сәбилә. Ике аҙнанан өйөнә алып ҡайтты ла, ​ тағы туғандарына әйтеп ҡараған булды. Яҡын да килмәнеләр. Апаһы ҡапыл ауырып китте, һеңлеһенең мәшәҡәттәре күбәйҙе, ағаһы еңгәһенән үтә алманы. Күп ҡалмаған бит әсәйгә, тигән хәбәрен дә ишетмәнеләр.
Зарланмай ул. Атаһының эргәһендә тейешенсә була алмағанға күрә, әсәһен яҡты донъяларҙан киткәнсе тәрбиәләргә мөмкинлек биргәненә Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәр әйтә хатта.
Атай рәнйене тисе...Юҡтыр... Атай кеше үҙ балаһына рәнйей буламы? Тубығында ғына үҫте бит ул атаһының. Ҡәҙерле булды. Үпкәләгәндер. Ғәйебен апаһы күҙгә төртөп әйтмәһә лә, ғүмер буйы тойоп йәшәй Сәбилә. Икенсе улын ни сәбәптәндер һалҡын ҡабул итте атаһы. Урынһыҙға әйтелгән бер ​ һүҙен күтәрә алмай, йәшлегенә барып, ҡыҫыр үпкәне бәпләне, мәңге тупһаңа баҫмам тигәндәй, атай йортона юлды онотто. Донъяһына күмелде. Йәш балаһы тынғыһыҙ ине, йоҡоһоҙ үткәргән төндәре көн менән алмашынып бөттө. Һөтө бөтөп йонсотто. Атайың сирләй тип хәбәр ҙә еткерҙеләр ул. Сирләр ҙә бөтөр, алтмышты саҡ уҙған иргә нимә булһын тигән уйының ниндәй яңылыш булғанын белһә икән. Яман сирҙе бик һуң асҡан табиптарҙы ла, бәғерһеҙмен тип, үҙенең дә тетмәһен тетеп, үлеренә бер аҙна ҡалғас барҙы барыуын. Өс ай эсендә ҡоро һөлдәгә ҡалған атаһын ҡосаҡлап иланы. Бергә илаштылар. Атаһы ҡулдарын тотоп нимәлер һөйләне. Юҡ, рәнйемәҫ ине. Рәнйеһә, төштәренә керә буламы ап-аҡ кейемдә. “ Ҡыҙым, тор” – тип уята буламы, йоҡо баҫып, уяна алмай ятҡан таңдарында. Һаҡлай бит ул уны атаһы. Күктәрҙән ҡарап тора, ҡурсалай. Киҫкен мәлдәрҙә айырыуса тоя Сәбилә уның һулышын, йылыһын, сатырын.
“Рәхмәт, атай...” ти ҙә, ​ шым ғына доғаларын уҡый. Атай, инәй рәнйеше тиҙ төшә тиҙәр. Ебәрмәҫ ине, йәшәтмәҫ ине ләһә был көнгәсә. Бер күрмәһә бер күрер ине.

Тамуҡ яҙған икән, керәбеҙ инде тамуғына ла. Ер өҫтөн тапап йөрөгәндәрҙән кем алдан белгән, ожмах көтәме , тамуҡ утымы?
Тамуҡта янырлыҡ гонаһтар ҡылманы ла. Кеше малын урламаны, кеше иренә болашманы, кеше ғүмерен ҡыйманы. Яңылыштары булды , эйе. Хаталары бер өйөм. Һаманға тиклем үкендергәндәре бар. Тере кеше хатаһыҙ булмай ҙа. Һорағандарға, һорамағандарға ла, хәленсә ярҙам итергә тырыша. Һанамай ҙа, ҡайһы берәүҙәр һымаҡ ҡысҡырып та сыҡмай. Үҙенә күрһәтелгән яҡшылыҡтың бер тинлеген ун тингә тиңләп, рәхмәттәрен дә әйтә белә. Ҡәҙерһеҙҙәрҙе лә күп күрҙе. Шундай уйҙарға бирелгән Сәбиләнең хәтеренә алыҫ баласаҡтың ​ бер хәтирәһе иҫенә төштө.
Бәрәңгә баҡсаһында бесәйҙәре сысҡан тотҡан. Бесәйҙең ғәҙәт яман бит ул, ҡорбанын этләндермәй тороп йотмай. Сысҡан менән уйнаған бесәйен тотоп , ауыҙындағы сысҡанды ҡалай ҙа ысҡындырҙы Сәбилә. Шул уҡ мәлдә “шар” итеп ҡалған ҡыҙы эргәһенә атаһы йүгереп килде. Бармағынан аҡҡан ҡанға ҡарап иҫһеҙ булып илаған ҡыҙын тынысландырып, өйгә керетеп йыуыштырған атаһының һүҙҙәре һаман иҫтә: “ Тормошта ла ошо сысҡан һымаҡ ҡәҙерһеҙҙәр күп булыр ул, балам. Тик был бер аңһыҙ мәхлүк , ә кешеләр беләгүрә хыянат итерҙәр. Әҙер бул” – тигән ине. Ул ваҡытта сабый күңелен әллә ни ҡуҙғыта алмаған был һүҙҙәр,ҙур тормошта йыш иҫенә төштө Сәбиләнең. ​ ​ “Хыянатҡа нисек итеп әҙер торорға икәнде өйрәтмәгәнһең бит, атай” - тип илаған мәлдәре күп булды.

- Әллә миңә еңел тиһеңме? Минең эсем бошмаймы? Күрешәһем килмәй тиһеңме бер туғаным менән? Ниңә мин тағы-тағы ҡул һуҙырға тейеш? Былай ҙа мине әҙәмгә һанамайҙар, бынан һуң бөтөнләй аяҡ һөртәсәктәр бит. Улайға китһә, ниңә үҙе башламай? Мин дә уның туғаны.
Ҡабат-ҡабат ара бөтәйтергә теләгән иренә Сәбилә нисәнсегә шул һүҙҙәрҙе әйтәлер.

Юҡ, тәкәббер түгел ул. Көслөләр генә башлап ҡул һуҙа икәнлеген, үҙенең кесе баш икәнлеген дә аңлай. Тик апаһының ошо һүҙҙәре... Күңеленең иң яралы ерендә ​ улар. Йөрәген тертләтеп, һиҫкәндереп торған, төн йоҡоларын ҡасырған һүҙҙәр ул. Башҡаса нимә тип битәрләһә лә, онота алыр ине. Ҡулын һуҙам ти ҙә, күңелем тоҡанмаҫ тип, төңөлә. Үҙен дә , апаһын да аяй.

Бөгөн барһың, иртәгә юҡһың. Был фани донъяларҙа, ғәйеп, үпкә һалынған үлсәү кәсәләрен, тулған күңелдәрҙе бушатырға бер осрашыу ҙа етә лә бит. Осрашыуға илткән юлдарҙың урауҙары ла бар шул.

19.10.2021

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: