Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
31 Октябрь 2021, 21:50

Һуңлап килгән һөйөү

Гүзәл яңы тәпәй баҫып атлай башлаған ҡыҙына ҡарап бәхетле йылмайҙы. Бәхетем минең... Йәшәү йәмем... Рәхмәт, Хоҙайым, ошо ҡошсоғом өсөн тип һөйөндө Гүзәл эстән генә. Рәхмәт Заһитыма, мөхәббәтемә...

Һуңлап килгән һөйөү
Һуңлап килгән һөйөү

Әле ҡасан ғына былар береһе лә юҡ ине, хатта бишенсе йыл бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгән Заһитына мөхәббәт хистәре лә булманы бит. Барыһы ла ошо сабый менән килде, бәпес менән бергә үҙе лә донъяға яңынан тыуғандай булды Гүзәл...

Ул әллә ни сибәр ҡыҙ булмаһа ла, үҙенең асыҡ йөҙө, һөйкөмлө шаян күңеле менән гел генә егеттәрҙе әсир итер булды. Уның моңайып, һағышланып, юҡ-барға көйөп йөрөгән сағы булманы тиерлек. Һуңғы курста уҡығанда үҙенең ауырлы икәнен белгәс тә оҙаҡ уйлап тормай тиҙ генә алдырыу яғын ҡараны, ниндәй бала, ниндәй кейәүгә сығыу тей, уҡып бөтөргә лә эшкә төшөргә кәрәк, бала күтәреп яңғыҙ әсәһенә ҡайтып ултырмаҫ бит инде, ғаилә ҡороу әле планда юҡ, иң тәүҙә карьера тип уйланы ул. Дуҫлашып йөрөгән егет был хәл тураһында белмәй ҙә ҡалды, һуңынан белгәс ғәфү итмәне, юлдар айырылды. Әллә мөхәббәт булманымы икән, Гүзәл артыҡ бошоноп та торманы, уҡып бөтөп эшкә төштө, баш көллө эшкә сумды ҡыҙ...

Үткән тормошона бер әйләнеп ҡарап уйға ҡалды. 27 йәш булып киткән, эше, өйө,ябай ғына булһа ла машинаһы ла бар, ә бәхете? Бәхете бармы??

Эш,аҡса, байлыҡ бәхетме?.... Көндөҙ эштә онотолоп йөрөп, кистәрен һалҡын, ҡотһоҙ өйөнә ҡайтып ул ошо хаҡта көндән көн нығыраҡ уйлана башланы. Һинең эштән ҡайтыуыңды берәү көтмәй, "әсәйем ҡайтты" тип берәү ҡаршы йүгереп сыҡмай, аш-һыу бүлмәһенән тәмле еҫтәр килмәй, "арыныңмы, һөйөклөм, ял ит әҙ генә"тип берәү хәстәрләп тормай. Ошондай минуттарҙа уның берәүҙең күкрәгенә башын терәп илағыһы, ҡулына бала күтәреп һөйгөһө, кемдер өсөн тәмле итеп ашарға бешергеһе килә ине. Тик уның бар бешергән тамағы - ҡаты ҡара кофе булды иртәнсәк тә кистә, тик үҙе өсөн генә...

Эштә осраҡлы ғына танышты ул Заһит менән. Икенсе ҡаланан эш буйынса килгән, бер ҡасан да өйләнмәгән 41 йәшлек Заһит Гүзәлде тәү күреүҙән оҡшатты, һәр ваҡыттағыса алсаҡлығы менән ҡаратты үҙенә. Бер аҙна улар бергә эшләп, төшкө мәлдә бергә ашарға йөрөнөләр яҡындағы кафеға, бер-береһенә өйрәнеп тә бөттөләр. Гүзәл Заһит менән ваҡытлыса үҙенең яңғыҙлығын онотто. Иртәгә ҡайтам тигән көнө Заһит шаяртып, әллә һине урларға инде Гүзәл, айырылғым килмәй һинән, тигәс Гүзәл оҙаҡ уйламаны, ысын күңелдән, "Урла мине, Заһит! Алып кит үҙең менән!" тине.

Был төндө улар бергә үткәрҙе. иртәгеһен эшенән шул уҡ организациянын икенсе ҡалалағы бүлегенә күсте Гүзәл, Заһит менән бергә юлға сыҡты, тормошон ҡапыл ҡырҡа үҙгәртте, шулай яңғыҙлыҡтан ҡотолоу сараһы табылыуға һөйөндө, яңы тормошҡа аяҡ баҫты. "Минең дә яратҡан йәрем, бөтә ҡайғы шатлыҡтарымды уртаҡлашыр, тормош юлын ҡулға ҡул тотоноп үтер үҙ ғаиләм була" тип ҡыуанды.

Йәш айырмаһы арыу ғына улар араһында, икәүһе бер урында эшләйҙәр, бергә йәшәйҙәр. Иртә таңдан өйҙән бергә сығып китеп, кис бергә ҡайталар. Әллә шулай көнө-төнө бергә булыу ялҡыттымы, әллә ысынлап йәш айырмаһы һиҙҙерә микән, күпмелер ваҡыттан Гүзәл үҙенең көндәлек тормоштан арыуын аңланы, күңелһеҙ ине уға. Уйлап сығарылған мөхәббәт көндән көн юҡҡа сыға барҙы. Әллә йәшлектәге аборт шауҡымы, әллә хоҙай бирмәйме, балаға ла уҙманы ул йылдан артыҡ ир менән ҡатын булып йәшәһәләр ҙә.

Бер көн Вк селтәрендә "Сәләм һылыу, танышайыҡ" тип, өс кенә һүҙҙән торған хат килеп төштө уға. Тәүҙәрәк иғтибар бирмәй яуапһыҙ ҡалдырҙы хатты, ике өс көн үткәс, ваҡыт табып, яуап хаты яҙҙы, шуның менән башланып китте интернет һөйөүө Гүзәлдә. Тәүҙә хәл әхүәл белешеп кенә аралаштылар, тора бара был аралашыу мөхәббәткә әүерелде, номерҙар менән алышып, әҙ генә аулаҡ ваҡыт табылыу менән шылтыратышыр булып киттеләр, фотолар менән алыштылар, Русландың яғымлы тауышы, иркә һүҙҙәре утыҙға етеп барған ҡатынды әсир итте, һүрелеп барған усаҡҡа ут өҫтәгән һымаҡ уның дә көндәлек күңелһеҙ тормошона йән инде. Үҙендәге кәйеф үҙгәрешен Заһитҡа һиҙҙермәҫкә тырышып Руслан менән осрашыуға йыйынды.

Беренсе осрашыу яҡындан танышып, һөйләшеп ултырып, танышыу хөрмәтенә күтәрелгән ҡыҙыл шарап менән үтһә, икенсе өсөнсө дүртенсе осрашыуҙар улай ҡоро ғына үтмәне, һәр осрашыуҙан Гүзәл үҙенә йәшәргә дәрт алып, ҡанатланып ҡайтты, көндәр түгел сәғәттәр һанап киләһе осрашыуҙы көттө. Заһиты һүҙгә лә һараныраҡ, әллә ни иркәләү һүҙҙәре лә әйтеп бармай, түшәктә лә Руслан кеүек ҡыҙыу түгел шул. Ә бына Руслаан... Тип уның менән үткәргән сәғәттәрен иҫләп йылмайып ҡуйҙы...

Эйе, Руслан белә ине ҡатын-ҡыҙҙарҙы яратырға. Ул һәр осрашыуҙа үҙен һәр төрлө тотто. Гүзәл көндән көн ғашиҡ була барҙы, алдағы тормошон һөйгәне менән бергә үтергә тип хыялға сумды. Күпмелер ваҡыттан Руслан ҡапыл юҡҡа сыҡты. Уға яҙған смстар уҡылманы, шылтыратыуҙарға ҡыҫҡа гудоктар яуап булды... Көндәр үтеп тора, Гүзәл уның менән бергә үткән бәхетле минуттарын иҫләп һағына, янып бөтөп барған шәм хәлендә көндән көн һүнә бара...

Бер көн килеп үҙенең ауырлы икәнен аңлап, Руслан белергә тейеш тип таныш адрес буйынса юллана. Килеп еттем тигәндә подьездан сығып килгән бәхетле ғаилә Гүзәлдең иғтибарын йәлеп итә, атай кеше - Руслан бер ҡулына ҡыҙын етәкләгән, икенсе ҡулы менән ярайһы ғына ҙур ҡорһаклы, ауырлы йәш ҡатынды ҡосаҡлаған. Уларҙың йөҙҙәрендә бәхетле йылмайыу, бөтәһе лә көлә-көлә нимәлер һөйләшә. Ара-тирә ҡатынды ҡосаҡлап сикәһенән үбеп алған Русландың күптән инде ғаилә башлығы, атай икәнен аңлаған Гүзәл машинаһынан төшмәй, ҡараштары менән уларҙы күҙәтә...

Тамағына килеп тығылған төйөрҙө йота алмай аҙапланып күҙ йәштәренә ирек бирә. Көтмәгәйне ул бындай алданыуҙы, Заһиттан китергә, Руслан менән яратышып бергә ғүмер кисерергә тип өмөтләнеп бөткәйне бит инде. Үҙенең алданыуын, уны ваҡытлыса ҡулланып, кәрәге бөткәс сығарып ташланған әйбер хәлендә ҡалыуын аңлап әсенде ул, үҙенең бер ҡатлы булыуына, ете ят кешегә ышанып йәне тәне менән бирелеүенә йәне көйҙө...

Күпме ваҡыт үткәндер ҙә, күпме күҙ йәше түгелгәндер, оҙаҡ ултырҙымы ул ошолай күҙ йәштәрен тыя алмай, йән яраһын баҫа алмай, билдәһеҙ. Телефон шылтырауы уны уятты. Заһит. Юғалтҡандыр инде тип, бар хәленсә тынысыраҡ булырға тырышып телефонын алды.

-Гүзәл, ҡайҙа юғалдығыҙ, мин көтәм һеҙҙе...

Оҙаҡламай ҡайтып етеүен әйтеп ул телефонды һүндереп көҙгөгә күҙ һалды, әҙ-мәҙ үҙен тәртипкә килтереп, ҡайтыр юлға ынтылды... Туҡта... Нимә тине Заһит? Һеҙ ҡайҙа? Юғалдығыҙ?...

Тимәк бөтәһен дә белә, ул аңлаған мин йөклө икәнде... Бөттө... Бөтәһе лә бөттө... Бөттө бәхетле ғаиләле тормош... Мин хәҙер буласаҡ яңғыҙ әсә.... Ярай әле ҡайтып баш терәр өйөм бар... Ә бала? Атайһыҙ үҫерме минең балам... Үҫеп аңлай башлағас атайым кем, ҡайҙа тип һораһа ни әйтермен... Башындағы мең һорауҙың береһенә лә яуап юҡ...

Ҡайтып әйберҙәрен йыйыр ҙа сығып китер Заһиттан, аңлатып тороу кәрәкмәй, бөтәһен дә үҙе аңлаған, белә, тип уйланы ул. Әллә артыҡ тулҡынланыуҙан, әллә машинала хәрәкәтһеҙ оҙаҡ илап ултырыуҙан дер ҡалтырап өшөй Гүзәл, ҡалтыранган ҡулдары менән ишек асып үтеүенә Заһит ҡаршы алды.

- Ээй, өшөп бөткән, ҡайҙа юғалып йөрөнөң инде бәләкәсем, мин бит һеҙҙе юғалтып борсолоп бөттөм.

- Заһит! Һин белергә тейеш...

- Тщщ, өндәшмә бер нимә лә, мин беләм... Ҡурҡма Гүзәлем... Беҙ бәхетле булабыҙ, бала атай-әсәйле булырға тейеш... Әйҙә, ашарға күптән бешкән, инде икенсегә кире йылыттым һеҙҙе көтөп...

Шунда ғына Гүзәл үҙенең бөгөнгө көндә тәғәм ризыҡ ҡапмауын,ныҡ асығыуын аңланы, аш-һыу бүлмәһенән килгән тәмле аш еҫен һиҙҙе. Бына ҡайҙа икән ул бәхет! Һауалағы торнаға ышанып ҡулымдағы ҡошсоғомдо юғалта яҙҙым. Мин бит ошондай тормош теләгәйнем дә инде, мине яратып көткән тормош иптәше, "әсәйем" тип өндәшер, бәхетле ғаиләлә тыуып үҫкән бала... Иншаллаһ бөтәһе лә һәйбәт булыр, күҙ генә теймәһен тип теләне Гүзәл.

Уларҙың тормошона йәм өҫтәп, бар донъяға ауаз һалып ҡыҙҙары Гөлсибәр тыуҙы, ҡыҙына исемде атаһы Заһит үҙе һайланы. Ә Гүзәлдә Заһитҡа ҡарата яңы хистәр, ысын мөхәббәт уянды. Әлбиттә үткәндәре өсөн Гүзәлгә оят ине, бер нисә тапҡыр уҡталып та иренә дөрөҫөн һөйләргә батырсылыҡ тапманы ул. Ире лә бер ҡасан да ул турала һүҙ ҡуҙғатманы, бәлки беләлер ҙә...

Гүзәлгә тормош шундай һынау бирҙе, был һынауҙы улар бергә үттеләр. Ул хәҙер Заһитының һәр теләген үтәп, табанын үбеп йәшәргә лә риза... Тып-тып баҫып ҡыҙым килә... Ул яңы атларға ғына өйрәнә әле. Ҡурҡма балам, ышаныслы булһын аҙымың, тура ғына атла, яңылышма... 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: