Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
24 Ноябрь 2021, 21:50

Бишек йыры ХИКӘЙӘ

Эштән ҡайтҡанда Озода трам­вайға ултырманы, кеше мыжғып торған күләгәле урамдан атларға булды.Һауанан яҙҙың хуш еҫтәре аңҡый. Ишек алды ҡоймалары аша аҫылынып төшкән өрөк ағастары сәскәләренән аҡ мамыҡтай таж япраҡтары ҡойола, селтерәп ағыусы арыҡтарҙа күңелле йөҙә.

Озоданың бында биш йыл инде булғаны юҡ: урам да, ағастар ҙа, селтерәп ағыусы арыҡтар ҙа – уның күңеле мөхәббәт утында янған, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡан, йөрәге аҫтында беренсе тапҡыр башҡа тормошто тойған бәхетле мәлдәренең тере хәтере улар.
Юҡ, мөхәббәт тураһындағы хәтирә­ләр ҙә, яҙғы күренеш тә уны был урамдан яңынан уҙырға мәжбүр итмәне. Бында боролғанда ниндәйҙер серле көс тәьҫире аҫтында ине, үҙе лә һиҙмәҫтән, уға буйһондо. Озода ниндәй урамдан атлауы, ул үҙенә танышмы икәне хаҡында уйламаны.
Тиҙҙән өйөнә барып етер. Моғайын, ире Хәмитйән эштән ҡайтҡандыр. Һәр ваҡыттағыса ҡатынын ҡыуанып ҡар­шылар. Уның күҙҙәре шундай матур. Ошо өс йылда уларға күпме баҡты, оҙон керпектәр аша осҡондар сәсеүсе ҡара күҙҙәр күпме хозурлыҡ, бәхет бүләк итте Озодаға. Ире әле лә уның ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә.
Тап бына ошо һөйөү һәм наҙ менән мөлдөрәмә тулған ҡарашты Озода күтәрә алмай. Һуңғы көндәрҙә унда йәшерен күңел ауыртыу билдәләре барлыҡҡа килде. Озода был ауыр­тыуҙың ниҙән икәнен белә. Ләкин иренең моңһоу күҙҙәренә ҡарап, уны йыуатырлыҡ көс тапмай үҙендә. Бына биш йыл инде иҫәрлеге һәм еңел аҡыллығы арҡаһында ҡылған яҙыҡ аҙымы өсөн көн-төн интегә. Их, ул булмаһа икән... Ҡотороп йәшәргән яҙғы япраҡтарҙы, тирә-йүндәге дәртле көлөүҙәрҙе башҡаса ҡабул итер ине, бәлки.
Урам фонарҙары ҡабынды. Тро­туарҙы аҡ япма менән ҡаплап, әле тегендә, әле бында өй тәҙрәләренән яҡтылыҡ төштө. Күрше урамда шаулап уҙған трамвай дуғаһынан сағыу яҡ­тылыҡ гөлт итеп ҡабынды ла, бейек биналарҙың көмбәҙендә сағылып, шунда уҡ һүнде.
Озода өрөктөң таж япраҡтарына баҫҡанда иренең моңһоу күҙҙәрен күҙ алдына килтерҙе. Ирекһеҙҙән, тертләп, башын эйҙе... Үткәндә тороп ҡалған күңелһеҙ хәтирәләргә әйләнеп ҡайтыу ауыр һәм үкенесле икән...
Ә ул ниндәй бәхетле ине! Төнгө күккә ҡарап, Моратйән хаҡында уйланы. Уның менән осрашырға вәғәҙә иткән һәр иртәгәһе көндө түҙем­һеҙләнеп көттө. ЗАГС күтәрмәһендә тулҡынланып көтөү, туй, бокалдар сыңлауы, музыка, йыр һәм, ниһайәт, бергә булған татлы һәм ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр...
Морат тауҙарҙағы экспедициянан мыйыҡ-һаҡал үҫтереп, ҡояшта янып, ябығып ҡайтты. Иренең ҡайтыуына Озода мунса яҡты, ҙур көҙгө янына ҡырыныу әйберҙәрен ҡуйҙы, кейем­дәрен үтекләне, өҫтәл әҙерләне, зәң­гәрһыу гәлсәр графинға уның яратҡан шарабын тултырырға ла онотманы.
Ошондай көндәрҙең береһендә Морат ҡатынын кәйефһеҙ тап итте. Мунса яғылмаған, өҫтәл әҙерләнмәгән.
– Ни булды? – ул күҙҙәрен ҡаты­нының ҡыҙарған күҙ ҡабаҡтарынан алманы.
Яуап бирмәй, Озода икенсе бүлмәгә сыҡты. Морат уның артынан ашыҡты.
– Ни булды һуң?!
Озода, йәш тулы күҙҙәрен йомоп, яуапланы:
– Мин ауырлы.
Морат юғалып ҡалды.
– Дөрөҫмө был?! – ул ҡатынын ҡосағына алып, бүлмә буйлап әйләндереп йөрөттө. Шатлыҡтан күҙҙәре осҡондар сәсте, йөрәге дөп-дөп типте. – Һине нимә борсой?
Тыуасаҡ бала уны Озода менән шул тиклем яҡынлаштырҙы, әйтерһең, Озода менән Морат бер бөтөнгә әйләнде.
– Һин ниңә илайһың? Һуң...
Ҡыуанысынан ул кәрәкле һүҙҙәр таба алманы.
– Юҡ! – тине Озода, – теләмәйем. Мин әле бөтөнләй йәшмен, бала миңә нимәгә? – Илап, шым ғына өҫтәне: – Һин тауҙарҙан ҡайтып инә белмәйһең, ә мин бала менән ултырырға тейешменме?
– Теләһәң, әсәйемдең ярҙам итеүен һорарбыҙ, йә һеңлемдең, бына диссертацияны бөтәм дә...
Озода иренә һөмһөрө ҡойолоп ҡараны, был ҡараш асыу, хатта күрә алмаусанлыҡ менән тулы ине. Биҙәүестәргә, күңел асыуҙарға күнеккән ҡатын балала ҡамасау күрҙе. Һылыу, бер ҡалаҡ һыуға һалып йоторлоҡ. Модалы кейемдәр, бейеүҙәр, театр, уйын-көлкө ярата. Тыумаған бала барлыҡ ошо ләззәттәрҙән мәхрүм итер һымаҡ.
Талсыҡҡан Морат ултырғысҡа сүкәйҙе. Ҡулдары менән башын тотоп уйға батты. Шунан тороп, тәмәке ҡа­быҙҙы, ҡулдарын арҡаһына ҡаушырып, бүлмә буйлап кәләп һалырға тотондо. Диван ситендә һыңҡылдап ултырған ҡатыны янына барып, уйға ҡалып оҙаҡ баҫып торҙо. Аҙаҡ уның янына тубыҡланып ултырҙы ла, сәстәренән һыйпап, йөрәкһенеп һөйләргә кереште:
– Озода, һөйөклөм, һәйбәтләп уйла.
– Мин уйланым, ауырымды алдырам.
– Нимә?!
– Эйе!
– Был беренсе бала. Ярамай, үҙеңдең ҡалған бөтә тормошоңдо боҙаһың!
– Боҙһа ни... Ни булһа шул булыр.
– Тимәк, шулай.
Морат һикереп торҙо. Йоҙроҡлап һуғыуҙан өҫтәлдәге бокалдар зыңланы, алтын ҡул сәғәтенең быялаһы селпәрәмә килеп ватылды.
Бүлмәлә үле тынлыҡ урынлашты. Асыҡ форточканан ингән ел, тәмәке төтөнөн таратып, уйсан ғына пәрҙәне һелкетте.
Морат ҡатыны янына барып тубыҡланды:
– Озода, үтенеп һорайым, быны эшләмә. Теләһә нәмә эшләй алаһың, тик быны түгел. Ғүмер буйы алдыңда теҙләнеп торорға әҙермен, ялбарам, быны эшләмә.
– Һөйләшеү тамам. Бала ҡарап, йәш ғүмеремде һәләк иткем килмәй.
– Һин шулай хәл иттеңме?! – Мораттың күҙҙәре уҫал йылтыраны. – Тимәк, шулай, эйеме?! Улайһа... – Морат әйтеп бөтөрә алманы.
Озода иренең күҙҙәренә тәүәккәл ҡараны:
– Мин барыһын да әйттем. Оҡшамай икән, китәм.
– Һуңынан терһәгеңде тешләрҙәй булырһың, уйла, Озода!
Ул башын сайҡаны.
– Улайһа, мин һинең менән...
– Йәшәй алмайым, тип әйтмәксеһеңме? Шулаймы?
– Эйе... үҙең уйлап ҡара...
Ҡатын менән ир бер һүҙ өндәшмәй бер-береһенә оҙаҡ ҡарап торҙо. Озода торҙо ла икенсе бүлмәгә атланы. Ул кейемен алмаштырып, ҡулына юл сумкаһы тотоп сыҡҡанда Морат хәрәкәтһеҙ ултыра ине әле. Озода урамға сыҡты, ҡапҡаға боролоп ҡараны. Ҡәҙер-хөрмәт менән ингән, бәхетле ғаилә көндәре үткәргән ҡапҡаға. Шунан ашығыс аҙымдар менән алыҫлашты...
Озода киткәс, Морат уның янына өс тапҡыр барҙы, ялбарҙы. Ул баланан ҡотолғас иһә, әйтерһең, йөрәгенең бер өлөшөн тартып алдылар. Һеңлеһенә өйгә күҙ-ҡолаҡ булырға ҡушып, ул оҙайлы экспедицияға юлланды.
Табиптар Озодаға, бер ваҡытта ла ауырға ҡала алмаясаҡһың, тине. Ләкин ул быға бер ниндәй ҙә әһәмиәт бирмәне. Ике йыл уҙҙы... Ул уҡытыусы Хәмитйәнгә кейәүгә сыҡты.
Ошо яҙғы кистә, электр утында ялтыраған өрөк таж япраҡтарына ҡарап, Озода тормошо, үткәне хаҡында уйланы. Ул беренсе тапҡыр үҙенең эш-ҡылығын дөрөҫ баһаланы. Моңһоу көрһөндө. Күп һыуҙар аҡты, ағымды кирегә бороп булмай. Ирендәре ирекһеҙҙән «яуыз йән, яуыз йән» тип бышылданы. Ҡапыл ҡолағына кем­деңдер таныш түгел тауышы салынды. Озода туҡтап тирә-яғына ҡаранды. Ҡаршылағы йорттоң асыҡ тәҙрәһенән ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде, ҡатын бишек йыры йырлай ине.
Ҡасандыр был уның йорто, уның беренсе өйө ине! Ул хатта урамдың икенсе яғына нисек сыҡҡанын да һиҙмәй ҡалды. Иғтибар менән ҡараны: эйе, был уның беренсе өйө – Моратйәндең өйө. Уны ниндәйҙер сихыр көсө бында алып килде. «Бәлки, йорт кенәгәһендә минең һыҙылған исемем әле булһа торалыр», – тип уйланы ул. Тәҙрә аша бүлмәгә күҙ һалды, барыһы ла урынында. Тик түшәмгә сәңгелдәк элгәндәр. Йәп-йәш ҡатын, уны бәүелтеп, бишек йыры йырлай. Битенә әсә бәхете тулған. Әкрен генә йырланған бишек йырында хыялдар, балаға бәхет теләү, яҡты киләсәк сағыла...
Ә Морат көҙгө янында баҫып тора, Озода уны ҡасандыр үҙ ҡулдары менән ҡуйғайны.
Ул тәҙрәгә килеп, шау сәскәгә күмелгән сәрүәр сәскәләре тәлгәшен һелкетте, усын еҫкәне. Сәрүәр еҫен Озода ла тойҙо.
Өйҙөң яҡты тәҙрәһе кино экранына оҡшаған, унда бүлмәләге бөтә нәмә ап-асыҡ күренә.
«Уның сәстәре саллана башлаған», – тип уйланы ул.
Озода маңлайға төшөп торған ҡара сәстәрҙе күп һыйпаны, хәҙер уларға сал ҡунған.
Күҙҙәре йәшләнде. Ҡасандыр үҙ бәхетен аяуһыҙ ҡыуған ҡатын, үҙен орошоп, әсе күҙ йәштәре менән илай. Ул бынан биш йыл элекке Моратты иҫенә төшөрҙө.
Ул тубыҡланып ялбарҙы, иҫкәртте: ғәрип булып ҡалаһың. Хәҙер... Бәхетемде үҙем һәләк иттем. Мине ғәфү итеп булмай. Үҙемде бер ҡасан да ғәфү итмәйәсәкмен.
Морат пәрҙәне төшөрҙө.
Сағыу яҡтыртылған бүлмә селтәр артында тороп ҡалды.
Пәрҙә артында сәңгелдәктең еңелсә бәүелгәне күренә, уның шәүләһе селтәр буйлап йөрөй, ҡатындың әкрен генә бишек йыры йырлағаны ишетелә.
Озода үҙен тәҙрә янынан китергә ҙур ауырлыҡ менән мәжбүр итте. Ҡарт тирәктәр өҫтөнә мөһабәт ай күтәрелде.

Сәйет ӘХМӘТ.

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: