Телгенәм – бергенәм
15 Ғинуар 2022, 03:50

Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шиғыры Хәсән Назарға - 80 йәш

Хөрмәтле Хәсән Мөҙәрис улы! "Ейәнсура таңдары" гәзите коллективы Һеҙҙе ысын күңелдән 80 йәшлек юбилейығыҙ менән ҡайнар ҡотлай. Беҙ Һеҙҙең менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ. Тырышлығығыҙ, һәләтегеҙ, оло илһөйәрлек тойғоһо ярҙамында Һеҙ сағыу тормош юлы үттегеҙ, республикабыҙ әҙәбиәтенең сағыу йондоҙо булып ҡалаһығыҙ. Артабан да шиғриәткә тоғро ҡалып, беҙҙе яңынан-яңы ижад емештәрегеҙ менән ҡыуандырып, "Ейәнсура таңдары" гәзитенең тоғро дуҫы булып ҡалығыҙ! Һеҙгә сәләмәтлек, күңел тыныслығы, бәхетле ғүмер насип булыуын, ижад ҡомарығыҙҙың һүнмәүен теләп ҡалабыҙ. "Ейәнсура таңдары" коллективы.

Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шиғыры Хәсән Назарға - 80 йәшЯҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шиғыры Хәсән Назарға - 80 йәш
Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шиғыры Хәсән Назарға - 80 йәш

 

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас