Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
21 Ғинуар 2022, 16:30

Бер иртәлә

Хикәйә Уны подъездан сығыу менән абайланым. Ул да, сәләмләп, эйәк ҡаҡты һәм мин уның машинаһына ултырҙым. Беҙ ҡуҙғалдыҡ.

Бына бер аҙна инде ул һәр көн иртәнсәк эшләгән еремә ҡаршы ғына туҡталышҡа тиклем оҙата. Әммә был егет әлегә бәләкәй генә серем.
Беҙ иртәнсәк сәғәт һигеҙҙә таныштыҡ. Ғәҙәти көн башланған саҡ, үҙем ултырасаҡ троллейбусты көтөп, туҡталышта торам. Шул мәл бер еңел машина килеп туҡтаны ла руль артында ултырған егет ҡул болғаны. Ҡапыл аптырап киттем, ә ул йылмая, шундай яғымлы йылмая, донъялағы иң матур егет кеүек күренде ул миңә. Әлбиттә, таныш булмаған ят кеше машинаһына ултырырға ярамай, әммә уның йылмайыуы шул хәтлем ихлас ине, бөтөн икеләнеүҙәрем һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты.
Бына хәҙер бер аҙна инде ул мине эшемә саҡлы оҙата... Зиһенемде, минең егетем бар (!) тигән шатлыҡлы тойғо биләп алды.
Ул һоро күҙле. Бер шәлкем сәсе маңлайына төшөп тора. Ә ҡул тарамыштары... Күҙ ташлау менән көслө икәнлеген шәйләп була. Шулайтып уға ҡарап барған саҡта, уның да миңә иғтибар итеүен һиҙеп ҡалдым. Уңайһыҙланыуымды һиҙҙермәҫ өсөн, ҡул сумкамда ниҙер эҙләгән булып, көҙгөмдән ҡарап алдым. Яңы алған ирен буяғысымдың ныҡ килешеүен абайлап ҡыуандым. Әлдә алған саҡта оҙаҡ һайлағанмын...
Машинала музыка уйнай. Ғәҙәтемсә, уның ритмына иғтибар иттем. Күңелле, дәртле көй.
Музыка тыңларға яратам. Айырыуса дәртлеләрен. Шунда уҡ күңел күтәрелеп китә, кемгәлер яҡшылыҡ эшләге килә; тормош та ауыр түгел, йәшәү еңел тойола башлай, йөрәкте өйкәп торған хәлдәр онотола. Әле бына ошо дәртле көйҙө икәүләшеп тыңлап барыуыбыҙ әйтеп аңлатҡыһыҙ кинәнес бирә, күңел ниндәйҙер шатлыҡҡа өмөт итеп дәртләнә...
Үҙем дә һиҙмәҫтән, тыңлап барған көй ыңғайына тубыҡтарымда бармаҡтарымды бейетә башлағанмын. Ул миңә ҡарап эйәк ҡаҡты ла йылмайҙы. Мин дә музыканы оҡшатҡанлығымды аңлатып баш һелктем. Уның йылмайыуы асыҡ, йылы ине. Шулай серле йылмайыуы оҡшаны. Йылмайыуҙың да төрлөһө була бит: мыҫҡыллы, оялсан, уҫал, баҫалҡы... Минеңсә, бөтәһенә лә йылмайып ҡарау килешмәйҙер. Ә бына уға ҡарап йылмайыу – күңел ялы. Үҙенең миңә оҡшағанлығын тойһон әйҙә. Көнө буйы бөтәһенә лә йылмайып ҡараған кешеләрҙе аңлап етмәйем. Мәҫәлән, һатыусыларҙы. Улар әйберҙәренә ҡушып йылмайыу һатҡан кеүек. Уларға бит бөтәһе лә оҡшамай ҙа инде.
Машина туҡтаны. Уға ҡараным. Ул ниҙер һораған кеүек булды. Яуап бирергә лә өлгөрмәнем, машинанан сыҡты ла киоскыға табан китте.
Бер аҙҙан туңдырма менән сигарет тотоп килде. Беҙ ҡуҙғалдыҡ. Ул шул тиклем етеҙ елә торғайны машинала, хатта ҡурҡа инем. Әле тиҙлеген яйлатты. Туңдырманы тыныс ҡына ашаһын, тигәндер.
Яйлап ҡына ашаным. Ул сәйер генә итеп ҡулдарын һелтәй-һелтәй ниҙер һөйләй башланы. Ҡайһы саҡта хатта рулде ысҡындырып болғай башлай уларҙы. Кеше ни эшләп һәр хәрәкәттең мөһимлеген, ниҙер аңлатҡанлығын аңламай икән? Ә бит бер генә хәрәкәт менән кешене үҙеңә ылыҡтырып та, йәки һыуындырып та була. Ул ниҙер аңлатырға тырыша, ниҙер һөйләй. Уның ирендәренә иғтибар итәм. Ирен хәрәкәттәре тилбер. Алға, юлға ҡарайым.
Ипле генә итеп яурыныма ҡағылды. Миңә сигарет тәҡдим итә икән. Баш тарттым. Юҡ, юҡ, бер ваҡытта ла тәмәке тартмаясаҡмын, һау-сәләмәт балалар үҫтергем килә... Тәмәке төтөнөн татып ҡына ҡараған кеше лә сәләмәт бала таба алмаясаҡ кеүек тойола.
Тәмәке ҡабыҙҙы. Бығаса минең янымда бер ваҡытта ла тәмәке тартмай инесе... Тәмәке тарталыр тигән уй башыма ла инмәне. Күҙ ҡырыйы менән генә уны күҙәтәм. Бына ул ҡулдарын болғауҙан туҡтаны. Әле генә хатта ҡыҙыу итеп ниҙер һөйләп барған кеше ни эшләп ҡапыл тынды ла ҡуйҙы? Һорағым килде. Оялдым. Мин бит уны бик аҙ беләм. Беҙ бит бер генә тапҡыр ҙа йүнләп һөйләшмәнек.
Итәгемә туңдырма тамды. Мин сумкамды асып ҡулъяулыҡ алмаҡсы булдым. Әммә ул өлгөрөрәк булып сыҡты, ҡағыҙ май яулыҡ (?) һондо. Шул арала итәгемдәге туңдырма тамсыһы йәйелеп өлгөргәйне инде. Беҙ икебеҙ ҙә хахылдап көлдөк.
Туҡталышҡа еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Һәр ваҡыттағыса машинанан йәһәт кенә сыҡтым. «Ни эшләп был юл оҙонораҡ түгел икән?» – тигән уй зиһенде ярып үтте. Уның менән алыҫҡа-алыҫҡа барыр ҙа барыр инем, ялҡмаҫ инем, музыка тыңлар, көлөшөр инек. Тик бына уның йөҙө ни эшләптер сәйерерәк...
Бәлки, ул ниҙер әйтергә уйлағандыр, ә мин иғтибар итмәгәнмендер. Мин шулайыраҡ шул, уйланып китһәм, бер нәмәгә лә иғтибар итмәйем.
Машинанан сығыр алдынан уға ҡараным да... йылмайҙым. Ул да йылмайҙы, тик ҡарашы үтә лә моңһоу ине. Ниҙер әйтергә теләне лә яңағымдан һыйпап алды.
Аҡрын ғына атлап үҙ юлым менән киттем. Һаман бер уй борсой – ни эшләп ул көн һайын көтөп алып, мине эшкә алып килә икән? Көн һайын күргеһе киләме? Ә бәлки, мин уға оҡшайымдыр? Уғамы? Минме? Уның көн һайын мине күргеһе киләме? Бәлки, ысынлап та, бер-береһен оҡшатҡан кешеләр көн һайын күрешергә тейештер? Хатта уларҙың береһе сәйерерәк булһа ла...
Яратҡан кеше менән айырым булыу холоҡто үҙгәртә. Кеше тиҙ генә асыуланып барыусан, ҡыҙып китеүсән, көйәләнгә әйләнеүсән. Был хәл уларға йәшәргә лә, эшләргә лә ҡамасаулай. Кешеләр бер-береһен тапһа, ҡалай һәйбәт. Өйләнешәләр икән – мәңгелеккә. Һәр ваҡыт бер-береһенә ярҙам итешеп, бер ваҡытта ла асыуланышмай ғына йәшәү...
Уның минең менән һәр саҡ бергә булыуын бик-бик теләр инем.
Бына мин эшләгән мәктәп. Ҡапҡанан инеүем булды, тотош класым балалары уратып алды. Һәр береһе хәрәкәттәр, ым-ишаралар менән кемуҙарҙан яңылыҡтарын һөйләй башланы...
Был балаларҙы бик яратам. Шуның өсөн бында эшкә ҡалдым да инде. Үҙем уҡып тамамлаған мәктәптә.
Һаңғырауҙар өсөн махсус мәктәптә эшләйем.

Гөлнур Бураҡаева.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: