Телгенәм – бергенәм
12 Февраль 2022, 06:50

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнө

Февраль. Февраль... Рәми Ғариповты доньяға алып килгән һәм донъянан алып киткән буранлы февраль.12 февралдә халҡыбыҙҙың бөйөк улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, тәржемәсе Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың тыуыуына – 90 йыл тула. Ошо уңайҙан балалар китапханаһына, “Рәми Ғарипов – йырсы шағир” исемле әҙәби сараға, китап һөйөүсе дуҫтарыбыҙ, Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбенең 7-се башҡорт класы уҡыусылары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Динара Хәмитова килде.

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөБөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнө
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнө

Сара барышында Рәми Ғариповтың бала сағынан алып үтелгән ғүмеренә, эшләнгән эштәренә байҡау яһалды. Уҡыусылар шағирҙың “Туған тел”, “Әсәм ҡулдары “, “Февраль. Буран.”, “Сыйырсыҡ” исемле шиғырҙарын, “Аманат” ҡобайырынан өҙөк уҡынылар.
Шағирҙың ижадына арналған китап күргәҙмәһендә шағирҙың шиғри йыйынтыҡтары, көндәлектәре урын алды. Бөгөн дә уның әҫәрҙәре буранлы хәтирәләрҙе иҫкә төшөрә һәм буранлы уйҙар уйлата...

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас