Үҙенең алты балаһы янына тағы ла ике етемде һыйындырған ҡоҙағый һәр саҡ юҡтан бар яһап, берҙе ике итеп өйрәнгән.Олоғайғансы бер ваҡытта ла ҡулынан эш төшмәне, аяғы ялды белмәне, һарайынан ишле малы, ҡош-ҡорто өҙөлмәнҽ. Уның үҙ өйөндә телевизор ҡарап, йәки ял итеп ултырырға ваҡыты булмай ҙа.
Еңгәй ҡоҙағыйҙы бҽр аҙ үҙендә ял итеп, йәшәп ҡайтырға саҡыра. Әммә эшһеҙ өйрәнмәгән ҡоҙағый бында ла тик кенә ултырып телевизор ҡарап ҡына ял итергә теләмәй. Йөн тетеп иләргә тотона, иҫкҽ тундарҙан йомшаҡ түшәктәр һырый, юрғандар күбей.
Уға күңелһеҙ булмаһын өсөн еңгәй йыш телевизорын ҡабыҙа, үҙе һәр саҡ эргәһендә була алмай ҙа...
Янында уйнаған дүрт ейәндәре менән бергәләп эш араһында телевизор ҡараған ҡоҙағый, еңгәйгә уны һүндереүен һорай.
- Һеҙҙең телевизорығыҙ гел оятһыҙ программалар күрһәтә, ейәндәр алдында оят, беҙҙең телевизор улай күрһәтмәй.
Ул заманда хәҙерге кеүек спутник каналдары, интернет юҡ, бары беренсе, икенсе каналды, республика тапшырыуҙарын ғына ҡарарға мөмкин ине.
Еңгәйем уға ике районда ла бер үк программа буйынса ҡарауҙарын аңлатырға тырыша.
-Юҡ, - тип еңешә ҡоҙағый. - Һеҙҙең программа “Һаҡмар” гәзитендә килә, ә беҙҙеке “Таң” гәзитендә. Һеҙҙекҽн ҡараһам, мин оялып ҡуям үбҽшһәләр, беҙҙә улай үбешмәйҙәр.
Еңгәй уның хәлен аңлап күҙе йәшләнә, өйөндә бер ваҡытта ла эштән бушап оҙаҡлап телевизор ҡарай алмаған ҡоҙағыйға ни әйтәһең инде.
Гөлдәр әбей.