Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
14 Апрель 2022, 13:50

Әсе йыуа татлы булған саҡта

Ә яҙғыһын тау биттәре ҡарҙан әрселеү менән, Рәшит ҡартайым рюкзагын аҫып, Олотау башына менеп йыуа йыйырға яратты. Ҡайтышлай, беҙгә лә һуғылып, күстәнәс ҡалдыра ине.

Әсе йыуа татлы булған саҡ
Әсе йыуа татлы булған саҡ

Әсе йыуа татлы булған саҡта

Минең әсәйем бәләкәйҙән генә әсәйһеҙ ҡалған. Ике йәш ярымлыҡ әсәйемде ҡәрсәһе тәрбиәләһә, алты айлыҡ ҡустыһын өләсәләре үҫтергән. Ҡартайыбыҙ яңы ғаилә ҡороп йәшәй башлаған.

Ҡартайыбыҙҙың беҙгә хәл белергә килеүе гел ҙур байрам булды. Һағындырып ҡына, һирәкләп кенә килер ине. Ҡыш көндәре бындай бәхет йышыраҡ тәтене, йәйгеһен ҡайһы саҡта айлап та күрешмәй инек. Сөнки ул ғүмере буйы колхозда мал ҡараусы булып эшләне, йәйгеһен ҡырҙа аҙналап ятып, көтөү көттө. Ҡышҡыһын ферманан мал ҡарап ҡайтҡан ваҡытта аҙнаһына бер-ике инеп сыға торғайны.

Ә яҙғыһын, тау биттәре ҡарҙан әрселеү менән, Рәшит ҡартайым рюкзагын аҫып, Олотау башына менеп йыуа йыйырға яратты. Ҡайтышлай, беҙгә лә һуғылып, күстәнәс ҡалдыра ине. Ишек алдын һеперерһегеҙ тип тәпсирләп, ҡупшы ғына итеп бәйләнгән 5-6 селек һепертке, байтаҡ ҡына йыуа ла бирә.  Ғәҙәттә, ҡартайым тау йыуаһын беҙгә үҙе әрсеп бирә торғайны. Ауыр эштән, ғүмер буйы һәнәк тотоп,  кәкерәйеберәк ҡатып бөткән бармаҡтары менән йәтеш кенә итеп, тиҙ арала әллә күпме йыуаны әрсеп һалып ҡуйыр ине мәрхүмкәй. Беҙ ике мыртыйым менән уны уратып ултырып алабыҙ ҙа, йыуаны тоҙға тығып, ҡомалаҡ сүпрәһенән генә әсетелгән күпереп бешкән икмәк менән ашайбыҙ.

-“Иһаа-һаа, иҫке ауыҙға – яңы аш, ауырыуым минән ҡас” тип әйтергә кәрәк, балалар. Тәбиғәт биргән һәр бер ашарға яраҡлы үҫемлекте ашағанда шулай тип әйтегеҙ, шифаһы тейер, - тип өйрәтә торғайны.

Хәҙер үҙем күптән әсәй булып, яҙ һайын йыуа ашаһам да, йыуаларҙың тәме ҡартайлы бала саҡтағы йыуаның тәме кеүек татлы түгел. Әйтерһең дә,  ҡартайым булғанға ғына йыуа ла тәмле булған.

Зәлиә Байғусҡарова.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: