Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
25 Апрель 2022, 21:50

Бары шул ғына...

Уларға ышанғанға һалышып ɵйɵнə инеп киткəн Ғəзизə барыһын да аңланы. Исмаһам, арттарынан йыймай ҙа киткəндəр. Затлы кəнфит алған булған. Ана, ҡағыҙҙары ɵҫтəл ɵҫтɵндə туҙрап ята. Колбасаларын ашап та бɵтə алмағандар. Уныһының да ҡайһылай ҡиммəтлеһе. Һыҡмыр ғына ҡартының шул тиклем туғарылып китеүенəн үк аңланы ҡатын. Сираттағы мɵхəббəтлəнеүе биғəлəштең. Ə шарап... Шешəһе генə лə ни тора.

Ɵлкəнəйгəс, сəлəмəтлеге үтə ныҡ ҡаҡшаны Ғəзизəнең. Йылына бер тапҡыр дауаланып алмаһа, башынан түҙмəй. Шуға күрə дауаханаға сираты килеп еткəс, кɵҙгɵ эштəрҙең тығыҙ мəле булыуға ҡарамаҫтан, барырға тура килде.

Баҡсала йəшелсə-емеш аҡтарылып ятҡан, ҡышҡылыҡҡа ҡайтанма-маҙарын əҙерлəй торған ваҡыт та бит, ҡалайтаһың. Ғəҙəтенсə, иренең аҙғын күңелен, үҙенең тынғыһыҙ йəнен əрлəй-əрлəй булһа ла инеп китте.

Аҙғынлыҡты ҡарғауының сəбəбе шул, ҡарты ғүмер буйы йɵрɵмтəл булды. Һɵйкɵмлɵрəк йɵҙ күрһə, яғымлыраҡ тауыш ишетһə, күҙенə аҡ-ҡара күренмəй, нəҫел үгеҙелəй ер тырнай башлай, йəки тороҡҡан мал кеүек, донъяһын онотоп, ҡайҙа булһа ла сыға ла китə. Аша ауылдарҙан да, яҡын ҡалаларҙан да юллап, тɵрлɵ ҡуйындарҙан йолҡоп алып ҡайтҡаны аҙ булманы Ғəзизəнең. Үҙе тағын ɵгɵткə бирешə, эйəреүгə килə торғайны. Тик бер тапҡыр ғына ҡарышты: “юҡ” тип тартҡылашты. Тартҡылашты ғынамы, ҡыр талашты. Ғəзизə лə əле ɵйҙəге ɵс балаһын, əле юлға түккəн аҡсаһын йəллəп, һис кенə лə бирешергə телəмəне. Белəгенə сытырман йəбеште. Уныһы ҡатыны аҫылынған ҡулын һелкетə тартып алырға маташып, быны стенаға ялпаштырғансы бəрҙе. Ҡатын иҫен юйып, баш мейеһе һелкенеп, дауаханаға элəгеп, врачтар милицияға əйтеп, эш судҡа барып етте.

Ирен тɵрмəнəн йолоп алып ҡалырға тура килде Ғəзизəгə. Гел ирҙəр араһында биш-алты йыл ултырып, күҙе ташбайып сыҡһынмы əллə тип бер килке ҡəһəтлəнеп тə алғайны. Тик тормош бит ул телəк-тойғоларҙан ғына тормай. Ғəҙеллек бизмəненең матди яғы баҫып китə. Күҙеңə мɵлдɵрəп ҡарап кɵнɵнə кəмендə ɵс тапҡыр ашарға һораған балалар бар. Йəнə кейем-һалымы, ятыр түшəге, яҫтар яҫтығы, ул түшəкте йəйеп һалыр урыны кəрəк. Ашатыуын ɵс урында эшлəп күнеккəн Ғəзизə ашатыр ҙа, йəндəй күргəн сабыйҙарын ас итмəҫ ине. Тик донъяла квадрат метр тигəн ҡиммəтерəк нəмə лə бар. Абышҡаһының фатирға сираты етеп килə ине. Ə тɵрмəгə ултырһа, дүрт бүлмəле фатирҙы Ғəзизəгə кем тоттора? Шуға күрə кире уйларға, хатта ирен закон ҡыпһыуырынан əрсəлəп алыр ɵсɵн шаҡтай мəшəҡəтлəнергə тура килде. Рəхмəт йɵҙɵнəн бер аҙ тартылыр, бəлки, тигəн бəлəкəс ɵмɵткенəһе лə бар ине лə, тик ҡайҙа?! Зəбихулланың күңел аҙғынлығы ла, Ғəзизəнең баш ɵйəнəге лə ғүмерлеккə ҡалды. Тик аҙ ғына айырмаһы бар ине: ɵлкəнəйə тɵшə аҙғынлыҡ кəмеү яғына иңкəйһə, ɵйəнəк буйтым кɵсəйҙе.

Дɵрɵҫ, һуңғы осорҙағы күҙəтеүҙəргə ҡарағанда, аҙғынлыҡты хатта бɵтɵнлəй бɵттɵ тиергə лə булыр ине. Тик Ғəзизə ғəҙеллек ɵсɵн, аҙғынлығы түгел, кəре бɵткəндер, тип иҫəплəй. Биле ауырта ҡартының хəҙер, ҡайһы бер тɵндəрҙə олоп тигəндəй сыға. Һыуыҡҡа сыҙамай. Хет һалҡын миҙгелдə ɵйҙə генə тот. Тик ҡыбырҙамай ҙа булмай хəҙерге заманда. Элек ɵс бɵртɵк булған бала буйтым ишəйҙе бит. Һəр береһе ғаилə ҡороп, балалы булып – унауға етте. Бала-сағаға башлы-күҙле булғас та ярҙам кəрəк. Ана Ғəзизə үҙе лə, илле йəштəн пенсияға сығыуына ҡарамаҫтан, инде нисəмə йыл һаман эшлəп йɵрɵй. Ике ерҙə, етмəһə.

Шулай тип уйлана-уйлана инде, уйлана-уйлана ятты, дауаланды. Ике-ɵс кɵнгə бер тигəндəй – ҡайтып та əйлəнгелəне. Кɵн йылды туйҙыра торған муллыҡ осоронда нисек сыҙамаҡ кəрəк.

Бер кɵн шулай ҡайтып ингəйне, бергə йəшəгəн тɵпсɵк улы менəн килененең ҡобараһы осҡан. Һүҙгə килештелəрме тиһəң, оҡшамаған. Күҙ тейə күрмəһен, үҙҙəренсə татыу ғына йəшəп ятҡан булалар.

– Атам берəй ергə китəм-бəлəн тимəгəйнеме, əсəй? – Улы иплəп кенə һорай ҡуйҙы бер аҙ түҙгəс.

– Юҡсы, – тине Ғəзизə аптырай тɵшɵп. – Нишлəп?

– Икенсе кɵн инде ҡайтмағанына, – тине килене. – Эшендə лə белмəйҙəр.

Ундай хəлдə башҡа иң яманы килə бит ул. Йɵрəге жыу итеп китте Ғəзизəнең. Ҡурҡыныс бит хəҙер. Эшенə киткəн дə əйлəнеп ҡайтмаған икəн, тигəн кеүек хəбəрҙəр ишетелгелəп тора. Тɵрлɵ хəлдəр күп. Бер йылды анау күрше йорттағы Атау ҡартты күпме эҙлəнелəр. Баҡсаға юлланған еренəн, урам аша ғына сығып барғанында, машина бəреп киткəн. Балаларының һорамаған урыны ҡалманы, ул милиция, ул дауаханалар. Саҡ донъяның аҫтын-ɵҫкə килтермəнелəр. Аҙна тигəндə генə таптылар, БОМЖ тип дɵйɵм ҡəбергə күмергə əҙерлəп бɵткəн булғандар. Ə пенсия кенəгəһе кеҫəһендə ятҡан. Бер кемдең дə ҡарттың кеҫəлəрен аҡтарып ҡарарға башы етмəгəнен əйт тигəн əле. Əҙəм балаһының ҡəҙере бɵттɵ шул хəҙер.

Күҙ асып йомған арала Ғəзизəнең күҙ алдынан ошондай береһенəн береһе фажиғəлерəк хəлдəр үтеп китте. Етмəһə, килен:

– Эҙлəмəгəн ер ҡалманы, – тип əйтеп ысҡындырҙы.

Ɵсəүлəшеп ултырып, ҡайҙа булырға мɵмкин икəнен йəнə бер тапҡыр барланылар. Тик балаларының, ысынлап та, һорашмаған урыны ҡалмаған. Йəнə тағы, ике кɵн ҡайтманы, тиеүҙəренең дə алдаҡ булыуы асыҡланды. Дүртенсе кɵнгə киткəн.

– Ə шулай ҙа баҡсала ятмаймы икəн? – тип ҡабат һораны Ғəзизə.

– Хəтмулла ағайҙан ике-ɵс тапҡыр тɵпсɵштɵк. Ул кɵн һайын барып əйлəнə бит. Инеп ҡарап та сыҡҡан хатта. Юҡ унда, юҡ, – тиештелəр.

Шулайҙыр. Бабай ул баҡсаға былай ҙа бик барырға атлығып торған кеше түгел. Ауыр күтəрергə, эйелергə, бɵгɵлɵргə, ер ҡаҙырға ярамағанлыҡтан, Ғəзизə уны бына ун йылға яҡын иптəш булһын тип кенə эйəртеп йɵрɵтə.

Балалар тағы дауаханаларҙы йɵрɵп сығырға, моргҡа барып белешергə тип киткəс, ɵйҙə яңғыҙы ҡалған Ғəзизəне шом баҫты. Телефон һəр шылтыраған һайын, йɵрəге һертелдəп ултыра бирҙе лə, йыйына башланы. Ниндəйҙер бер эске һиҙемлəү баҡсаға ɵҫтɵрəгəн кеүек булып тик тора.

Бɵкɵрɵнɵ ҡəбер тɵҙəтə. Аҙғын ир-ат йəне сығып барғанда ла ҡыж-ҡыж тип ята, ти. Шиген тикшерергə булды. Балалар ҡайтып ингелəгəнсе, тип йəһəтлəне: йə кɵлɵрҙəр. Йəштəр бит кеше пенсия йəшенə еткəс тə əжəл кɵтə башлай, тормош туҡтала, хис-тойғо үлеп бɵтə, тип уйлай. Кɵлɵп кенə ҡалһалар ярай, һантыйға һанарҙар.

Ғүмер буйы йүгереп йɵрɵп тормош тəгəрмəсен алға эткəн Ғəзизə ниəтенəн рухланып китте. Билдəһеҙлектəн ɵшəнеп тик ултырыу түгел бит. Анекдоттағы, ҡыуып етə алмаһам, исмаһам, йылынырмын, тип тауыҡ баҫтырған əтəс кеүек, алма булһа ла йыйып алып ҡайтырға кəрзинен дə ҡалдырманы.

Кɵн шул тиклем матур. Тəбиғəт иллеһен саҡ тултырып килгəн һылыу ҡатын кеүек. Сикəлəрендə сал күренə, əммə күңеле кɵр, зиһене ҡеүəтле, тɵҫ ташлау түгел, яңыса балҡыған мəле. Шуның кеүек, ҡайһы бер ағастар һарғайыңҡырай башлаған, тик был һулыу түгел, тɵҫтəр балҡышы ғына.

Дауаханала ятып ялҡып кителгəн икəн, рəхəтлəнеп, ялпылдата баҫып атланы ҡатын. Донъя йəме лə, ҡыҙыу-ҡыҙыу атлау ҙа, күңелендəге шик-шɵбһəлəрен кɵшкɵлдəтеп ҡыуалай. Хəрəкəттə – бəрəкəт, тип бушҡа əйтмəгəн боронғолар. Шунан тағы, донъя ошондай балҡып торғанда, эсендə йəне бар əҙəм үлеп ятмаҫ. Һис тə булмаһа, береһендə йə эсеп аунайҙыр.

Баҡсала кемдəрҙеңдер булып киткəнен ҡапҡа бигенең сынйырын күреү менəн үк абайланы Ғəзизə. Йоҙаҡты илəмһеҙ итеп, шаҡара биреп биклəгəндəр. Шиген арттырған тағы бер ваҡиға булды: башҡа ваҡытта уны абайлау менəн, хəбəр һɵйлəргə ҡыуанып, шарылдап килеп сыға торған шаталаҡ күршеһе Серафима был юлы ҡарағат тɵбɵнə сүгə һалды. Ҡапҡа асып ингəн Ғəзизə үҙе ɵндəшкəс кенə, яңы күргəн кешелəй тороп баҫҡан булды шунан. Емеше күптəн йыйып алынған ҡыуаҡ тɵбɵндə шул сама нисек түҙеп ултырғандыр инде бисара. Ул арала ире Николай эсен кəпəйтеп тупһаға сығып баҫа һалды. Ҡатынына мəғəнəле итеп тɵбəп-тɵбəп ҡарай. Тыя теге. Юҡ, тиген түгел был.

Ғəзизə туранан-тура һораны: əллə нисə кɵн ҡайтманы, ҡурҡып бɵттɵк, эҙлəмəгəн ер ҡалманы, борсолабыҙ, фəлəн дə фəсмəтəн. Тик былар күҙ йəшерə. Яһалма һɵйлəшəлəр. Күрмəнектəн һалдыралар. Бɵгɵн генə килдек, имештер. Ысынында оҙон йəй буйы ошонан ҡайтмай яталар бит инде.

Уларға ышанғанға һалышып ɵйɵнə инеп киткəн Ғəзизə барыһын да аңланы. Исмаһам, арттарынан йыймай ҙа киткəндəр. Затлы кəнфит алған булған. Ана, ҡағыҙҙары ɵҫтəл ɵҫтɵндə туҙрап ята. Колбасаларын ашап та бɵтə алмағандар. Уныһының да ҡайһылай ҡиммəтлеһе. Һыҡмыр ғына ҡартының шул тиклем туғарылып китеүенəн үк аңланы ҡатын. Сираттағы мɵхəббəтлəнеүе биғəлəштең. Ə шарап... Шешəһе генə лə ни тора.

Ярһыуҙан күҙ алдары ҡараңғылана башлағанын тойған Ғəзизə тəҙрəне асып, йəллəүес тауыш менəн Серафиманы саҡырып алды. Күңелендəге ғəрəсəтте тышҡа сығара һалырға кəрəк. Йүғиһə шартларға мɵмкин был тиклем ғəҙелһеҙлектəн.

Килеп инеү менəн мəрйəнең күҙенə туп-тура ҡарап һораны:

– Əйт, – тине. – Кем менəн килде, нимə эшлəне? Мин бит иҫəр түгел. Ана, еҫкəп ҡара, мендəргə хушбуй еҫе һеңгəн.

Шунан башҡа матди дəлилдəрҙе күрһəтте.

– Ул эҙен юйырға уйламаған да. Ə һеҙ шуны ҡурсалап маташҡан булаһығыҙ, – тип үпкəлəне.

Серафиманың үҙенең дə эсе ҡыжмырап һɵйлəгеһе килеп кенə торған, күрəһең. Тоҡтоң ауыҙы шунда уҡ сиселде – хəбəре ҡойолдо ғына. Һɵйлəге килмəй ни, Ғəзизə, мəҫəлəн, үҙе лə был хəҙəрлем серҙе эсендə һаҡлап сыҙай алмаҫ ине.

– Кесе йомала тɵш ауғас та килеп тɵштɵлəр. Бик тə һылыу бер ҡатын ине. Йəш кенə, – тип теҙеп китте. Ғəзизəнең һɵмһɵрɵ ҡойолғанын абайлап, – Уның йəшендə беҙ тағы ла сибəрерəк инек, – тип ɵҫтəй һалды. – Һыйыныша-кɵлɵшə килделəр ҙə биклəнделəр. Ҡараңғы тɵшкəнсə күренмəнелəр.

Əйкəйем, бабайыңды юҡҡа ауырый тип ɵпəйлəп кенə тораһың, тип уйланым. Йəш тай кеүек уйнаҡлап ҡына йɵрɵй. Бер ҙə бирешкəнгə оҡшамай. Ə һин уны ҡыҙғанып, бер кило əйбер күтəртмəгəн булаһың. Үҙең үңəсең ɵҙɵлɵрҙəй булып əйҙə ташыйһың, – тип битəрлəргə лə онотманы.

Ғəзизəнең үпкəһе боғаҙына килеп тығылды, тын юлын ҡапланы. Башы шаулап китте. Хəбəренə мауығып уға иғтибарын юғалтыңҡыраған Серафима Ғəзизəнең ҡолап барғанын абайлағас ҡына сарылдап ҡысҡырып ебəрҙе. Врач булып эшлəгəн арғы күршелəрен саҡырттылар.

Валериан дарыуы эсеп, аҙыраҡ баш-күҙ алғас, баҡсаһы буйлап экскурсия яһап сыҡты Ғəзизə. Балаһылай күреп баплап тəрбиəлəгəн гɵлдəрен барламаһа йəне тынғылыҡ тапмаҫ ине. Арғы мɵйɵштə уны йəнə бер тетрəнеү кɵткəн икəн: күҙ алмаһылай күреп, ɵф итеп үҫтергəн ныҡ ҡиммəтле, сортлы гладиолустарын ɵҙɵп биргəн был абышҡа һɵйəркəһенə. Быныһы бигерəк тə ауыр булды. Күршелəре янында тормаһа, үкереп илап ебəрер ине, биллəһи.

Ул арала əсəлəренең яҙып ҡалдырған ҡағыҙын уҡып, артынан балалары юллап килеп етте. Шатлыҡлы хəбəр ҙə килтергəндəр: атай иҫəн-аман, ҡайтты.

Элеккелəй ҡурҡып торған заманалар үткəйне. Ғəзизə, ҡайтып инеү менəн, бабайының битенəн алды. Улынан да, килененəн дə тартынманы. Белһендəр əйҙə. Əммə абышҡаның тартынырға бер ҙə уйында юҡ ине. Аҡланып та торманы. Сытайманы ла. Кинəнесен дə йəшермəй, ауыҙын йырып, балҡып тик тора. Нəфрəттəн күҙе томаланған Ғəзизə, аңды-тоңдо абайларлыҡ хəлгə килгəс, аптырап китте. Ике-ɵс кɵн эсендə шул тиклем дə үҙгəрə икəн дə кеше: бабайы кɵмрəйгəн яуырындарынан, таушалған йɵҙɵнəн кəмендə ун йылын һыпырып алып ырғытҡан.

Уңайһыҙланған балалар үҙ бүлмəлəренə инеп биклəнде. Ярһып ҡысҡырыуҙан тамағы ҡарлығып, хəле бɵткəн Ғəзизə кухняға сəй эсергə сыҡты. Бер аҙҙан бесəй кеүек кенə баҫып, артынан ҡарты ла сығып ултырҙы. Шатлығы эсенə һыймай оятһыҙҙың.

– Мин шиғыр сығарҙым, – тип əйтеп һалды.

“Əллə диуаналанған инде был? – тип ҡурҡып китте Ғəзизə. – Əйтеп тораһың, ə был тартына ғына ла белмəй. Ҡайһы бер кеше климакс ваҡытында аҡылдан яҙа, тиҙəр бит”. Шуға бер һүҙ ҙə ɵндəшмəй, шикле генə ҡарап ҡуйҙы.

– Һин уның бешеп ɵлгɵрɵп, инде һытылам, инде һытылам тип торған тулы ирендəренең татын тойһаң! – тип дауам итте Зəбихулла. Был мəжнүнде инде ҡарт тип тə, бабай тип тə əйтергə тел үҙе əйлəнмəй ине. – Тиреһе ебəк кеүек тигəнде мин быға тиклем шиғри сағыштырыу, метафоралыр, тип уйлай торғайным. Затлы Ҡытай ебəгелəй ҡояшта янған матур тəне, үҙе шыма, үҙе йылы. Һɵтлɵ шоколад кеүек тɵҫтəге тиреһендə йɵндəре алтынланып йылҡылдап тора, ысын. Үҙе йылыҡай, белһəң.

Зəбихулла лəззəттəн күҙҙəрен йомған, ауыҙы остайып һуҙылған. Ə Ғəзизə ҡулына яңы ҡайнап сыҡҡан сəйгүнде тотҡан килеш стенаға һɵйəлгəн дə һушы китеп ҡарап тора.

– Һин уны аңламайһың инде, һин бит баҡа тəн. Ғүмер буйы һыуыҡ булдың. Юрған аҫтында ла аяғың боҙ булып ята торғайны, ə был – яндыра-а-ай...

Ҡулындағы сəйгүнде шым ғына плитаға кире алып барып ултыртты ла, тиҙерəк сығып тайыу яғын ҡараны ҡатын. Ҡурҡты, бəлəһенəн баш-аяҡ, тине. Сɵнки ҡайнап торған эҫе һыуҙы абышҡаның башына шаптырҙатып ҡына ағыҙыуҙан саҡ тыйылды. Тыйылыуға ни тиклем кɵс сарыф иткəнен бары үҙе генə белде. Ҡабат бындай ҡеүəт таба алмаҫ та күңелендəге асыу, рəнйеү, ғəр, сəм һəм башҡа ағыулы тойғолар ғəрəсəтенə буйһонор, эш бɵҙɵп ташлар. Шунан шыртланы. Элгестəге плащын үрелеп алырға ла онотоп, кɵҙгɵ кистең һалҡын ҡосағына сумды. Əл дə генə барыр ере барлығына һɵйɵнɵп дауаханаға юлланды.

Палатаға килеп инеү менəн эргəһендə ятҡан ҡатын янына килеп ҡулын һондо:

– Тотоп ҡара əле, – тине. – Мин шул тиклем һыуыҡмы?

– Эйе, – тип яраһына тоҙ һалды тегеһе. – Ныҡ һыуыҡһың. Нишлəп бынау һалҡында кейемһеҙ йɵрɵп ятаһың һуң?

Ғəзизə ɵндəшмəне. Шым ғына юрған аҫтына инеп ятты. Ул арала уколға саҡырттылар.

– Минең тəнем һыуыҡмы əллə ул? – тип һораны сиратта торған арала күрше бүлмəлə ятҡан илгəҙəк ҡатындан.

– Юҡсы, – тине тегеһе.

– Минең тəнем һыуыҡмы ул? Тотоп ҡара əле, һеңлекəш, – тине Ғəзизə шəфҡəт туташына ла.

– Юҡ, – тине тегеһе, уның укол ɵсɵн асылған янбашына ҡағылып. – Йып-йылы ғына. Нишлəп? Əллə ɵшəнəһеңме? Һалҡын алдырып ҡуйма тағы, апай.

Əллə шəфҡəт туташының хəстəрлəп тороуынан, əллə тулышыуҙың сигенə етеүҙəн, иланы ла ебəрҙе шунда Ғəзизə. Тормошта тɵрлɵһɵн күреп, ɵйрəнеп бɵткəн тəжрибəле шəфҡəт туташы уны был килеш сығарып ебəрмəне. Кушеткаға ятҡырып торҙо. Тынысландырғыс дарыу бирҙе. Башҡа ауырыуҙарҙы тəрбиəлəп бɵткəстен:

– Эсеңдəген бушат, апай, йыйма хəсрəтте, күңелеңə тəҫлəп һалып ҡалдырһаң, ята-ята сиргə əйлəнə ул, – тине.

Бɵтə ғүмерен бəйнə-бəйнə һɵйлəп биргəнсе, тɵн уртаһын еткерҙелəр. Тɵнгɵлɵк дежурҙа булған шəфҡəт туташын əллə нисəмə тапҡыр тынғыһыҙ ауырыуҙар саҡыртып алды. Ғəзизə сабыр ғына кɵтɵп алды ла йəнə һɵйлəне. Таңға табан бɵтɵн хəсрəтен түгеп бɵткəйне. Йəнə ҡулын һоноп:

– Һыуыҡмынмы? – тип һораны.

Тегенеһе:

– Эй апай-апай, һуң һəр кешенең дə температураһы 36, 5 градус тирəһе булғанын белмəйһеңме ни? – тип кɵлɵп ебəргəс:

– Ысын əле ул, – тип йылмайҙы ла рəхəт булып китте.

– Һеңлекəш, – тип теге шəфҡəт туташы янына килде Ғəзизə дауахананан сығыр мəл еткəс. – Бигерəк аҡыллыһың. Бер кəңəш бир əле миңə. Шул бабайҙан ҡайһылайтып үс алайым? Элек ашарына бешермəй йонсота торғайным. Əле килен бешеренə. Ул ашата. Ɵҫ-башын да мин бында ятҡанда ул йыуған. Нишлəйем икəн?

Тегеһе бер килке ɵндəшмəй торҙо ла:

– Отпускы аҡсама аҙыраҡ йыйған пенсияны ла ҡушып бабайға тире тун алырмын тип йɵрɵгəйнем, ярар ɵлгɵрмəгəнмен, тип ҡыуанғайның бит.

– Шулай тигəйнем шул, – тине Ғəзизə һүҙҙең əрəсəһенə тɵшɵнмəйрəк. Ҡайһы яҡҡа ҡыялата был?.

– Кассанан аҡсаңды ал. Берəй шифаханаға бар. Врач та кəңəш итə. Сəлəмəтлегеңде нығытырға, үҙеңде ҡайғыртырға кəрəк, тип тора. Рəхəтлəнеп ял ит. Тормоштоң рəхəтен таты. Үҙеңде эшкə һанамаған ҡарт алашанан үсте һин бəхетле булып ҡына ала алаһың.

Ғүмер буйы үҙенəн бɵтɵн яҡшы нəмəне ҡыҙғанып, иргə, балаларға, тип йəшəгəн Ғəзизəгə был тикле аҡсаны түгеү йəлкерəк булһа ла, шул хəҙəрлем ғəрлəнгəйне, кəңəште тотто.

***

Шифаханала үҙен ɵйҙəгенəн дə ҡыйыныраҡ һиҙҙе. Эргəлə гел ят кешелəр. Эсеңде ɵтɵп алып барған рəнйешеңде һɵйлəп бушанып алыр əҙəм заты юҡ.

Ашханала ла үҙҙəрен əллə кемгə ҡуйып, теш араһынан ғына һɵйлəшкəн ике кɵйəҙ бисə менəн бер ɵҫтəл артына тура килде.

Кешелəр таныша, аралаша, гɵж килəлəр. Аралашыу яғына Ғəзизəнең ғүмер буйы оҫталығы булманы. Сɵнки сама тигəнде онотоп ебəрə. Күңеле тартҡанға сат йəбешһə, йəнен бирерҙəй була. Ɵнəмəгəненə асыулы терпе кеүек һыртын ҡуя. Бына əле лə шулай ултыра.

Ашағыһы килмəһə лə, исмаһам, бер шɵғɵл булһын тип тəғəмгə йомолдо. Үҙе ҡаш аҫтынан ғына тирə-яғын күҙəтте. Күрше ɵҫтəл артында ултырған ɵлкəн генə берəүгə иртəнсəк үк иғтибар иткəйне. Оҙон буйлы, мɵһабəт кəүҙəле, матур кеше. Ҡарт тип əйтергə тел дə əйлəнмəй. Ҡайһы ере менəндер Ғəзизəнең яратҡан артисы Лановойға оҡшап тора. Һəр кешегə бары тик кеше булған ɵсɵн генə лə хɵрмəтлəп һəм яратып ҡараған кеүек. Шуны əҙəм балаһы һүҙһеҙ ҙə тоя, ахырыһы. Сɵнки эргəһенə халыҡ йыйыла ла китə, йыйыла ла. Ғəзизəнең дə шул ɵҫтəл артында ултырғыһы, шулай уҡ ихлас ҡыуанып, кɵлɵшɵп йɵрɵгɵһɵ килде. Былай ҙа ғүмер буйы тормоштоң ысыны, мауыҡтырғысы гел үҙенə ҡағылмай, ситтəн урап уҙа кеүек тоя торғайны.

Етмəһə, бүлмəлə лə бер үҙе. Барған кɵндɵ телевизорға теклəп яңғыҙы кис үткəрҙе. Бүлмəлəше икенсе кɵндɵ лə күренмəне. Бер нəмəгə лə күңеле тɵшмəгəс, нишлəһен Ғəзизə?! Барып дауаһын ала ла, карауатына ҡырын ятып күңелендə аҡтарынырға тотона. Йəнə бабайының:

– Ə уның ɵрɵлɵп торған ирендəре, аҡ томбойоҡ сəскəһелəй күкрəктəре, – тигəн тауышы мыҫҡыллы итеп ҡолаҡ тɵбɵндə яңғырай. Ɵйɵндə йүгереп йɵрɵп кɵйə ине, бында иһə карауатҡа һуҙылып ятып яна. Бɵтə айырма шул ғына. Ҡайҙа барһаң да, ҡара һаҡалың артыңдан ҡалмай инде ул, тигəн əйтемдең асылын бына ҡасан аңланы. Ер сигенə китһəң дə, ошо уҡ һɵҙɵмтə булыр ине, тип шифаханаға барырға кəңəш иткəн врачына ла элəкте. Путевкаға түккəн аҡсаһын да йəллəне. Ошондай хəлдə дауа килешə буламы? Хəле шɵйлə хɵртəйҙе.

Əжəл дарыуылай кɵтɵп алған бүлмəлəше лə əллə ниндəй бер сəйер бəндə булып сыҡты. Икенсе кɵндɵ иртəнге аштан ҡайтып инһə, бығаса буш торған карауатта йəш кенə бер ҡатын ҡолас ташлап йоҡлап ята. Дауа алып ҡайтты, ə теге һаман йоҡлауын белə. Тɵшкɵ ашҡа уянғас, илгəҙəк кенə күренгəйне. Мəфтүхамын тип танышты, ауыл советы рəйесемен, тине, ихлас ҡына һɵйлəшеп тə киткəйнелəр, тик Ғəзизəнең күңеле кителде. Һүҙҙəн һүҙ сығып, бабайының һуңғы хыянаты тураһында һɵйлəй башлағайны, тегеһе кəрəкле урында, тейешле миҡдарҙа: “Аста, оятһыҙ”, – тигəн ымлыҡтарҙы ҡыҫтыра-ҡыҫтыра тыңлап ята ине. Бер ваҡыт ҡарашын түшəмгə теклəп, күҙенə йəш алып һɵйлəгəн Ғəзизə ике сикəһенəн ағып тɵшкəн ике бɵртɵк йəшен һирпеп ташлап, бүлмəлəше яғына һирпелеп кенə ҡарап алһа, шартлай яҙҙы. Тегенеһе кеше хəсрəтенə тɵкɵрɵп тə бирмəй, йəнə танау һыҙғырта.

“Ҡайһылай бер бошмаҫ нəмə”, – тип үртəлде Ғəзизə. Үҙен эшкə һанамаған бабайының ғүмер буйы кəмһетеүенə ят бисəнең битарафлығы һуңғы тамсы булып ɵҫтəлгəс, байтаҡ ҡына һыңҡылдап илап ятты. Шунан үҙе лə һиҙмəй əүен баҙарына олаҡҡан.

Киске ашҡа ла торманы йоҡосо бисə.

“Ашағым килмəй”ҙəн һалдырып, стенаға боролоп ҡына ятты ла ҡуйҙы. Шулай ҙа əҙəм балаһы бит. Ашхананан əйбер алып сығырға рɵхсəт итмəһəлəр ҙə ҡағыҙ тəрилкəгə картуфы менəн тауыҡ ботон һалдырып, компотын тотоп алып сығырға тура килде Ғəзизəгə.

Тɵнɵн байтаҡ боршаланып, ул яҡҡа ла, был яҡҡа ла əйлəнеп ятышлай был йоҡо мискəһенə кɵнлəшеп тə алды. Ҡайғыһы юҡтыр. “Əллə йəшлек тигəнең шул микəн?” – тип башы мендəргə тейеү менəн ҡап-ҡараңғы упҡынға ҡолап тɵшкəндəй онотолған саҡтарын иҫенə тɵшɵрҙɵ. Ɵс бала, етмəһə ɵс урында эшлəп йɵрɵй. Ун йыл буйы етмеш йəшендə ҡапыл һуҡырайған əсəһен ҡараны. Уныһы кɵн менəн тɵндɵ бутар ҙа тɵн оҙоно йɵрɵп сығыр ине. Уның режимына күнегеп бɵткəн Ғəзизə эше ни тиклем генə күп булһа ла ун берҙə булһа ла ятырға тырыша торғайны. Сɵнки тɵнгɵ ун ике тулыу менəн əсəһе тора, Унда-бында тɵртɵлɵп тəһəрəт алырға сыға. Ҡомғанын шалтырлата, һыу-мыуын түгə башлай. Уны йыуындырып, намаҙлығына ултырта һала ла йəнə ҡолай Ғəзизə. Инде əсəһе иртəнге биштə тағы ҡуҙғаласаҡ. Унда инде таң һыҙылған була, ҡабат ятып тормайһың. Арлы-бирле иртəнге тамаҡ бешереп, ваҡ-тɵйəк эшлəйһең дə, балаларҙы уята башлайһың. Бына шулай йəшəлде. Ғəзизəнең йəнə үҙ-үҙен йəллəүҙəн күңеле тула. Йəнə ысыҡҡа битен йыуған тулған ай кеүек, күңелен йəшкə ҡойондорған килеш йоҡоға тала.

– Ғəзизə апай! Уян... Апаҡай тием! – Ғəзизə һаҡ ҡына ҡағылғанға тертлəп күҙен асһа, Мəфтүха ɵндəшə.

– Ай, Алла, ҡалай оҙаҡ йоҡлағанмын! – Иртəнге тамаҡҡа һуңлайым икəн, тип ҡарһаланып һикереп торған Ғəзизəнең күҙе сəғəткə тɵштɵ. Бүлмəлəшенə аптырап ҡараны. – Таң һарыһылаһаң?

– Бассейнға барабыҙ, Ғəзизə апай, – тине тегеһе күҙен ялтыратып. Кисəге аушанлығының əҫəре лə ҡалман. Хəрəкəттəре тилбер, хатта киҫкен. – Купальнигыңды ал, халатыңды кей.

Ғəзизəнең һаман һеңгəҙəп торғанын үҙенсə юрап:

– Əллə купальник алып килмəнеңме? – тип борсолоп китте. – Минеке тарыраҡ булыр микəн, – тип сумаҙанында аҡтарына ла башланы. Ул арала Ғəзизə килененең:

– Ал əле, бейем, кəрəге тейеп ҡуйыр, – тип нимəлер һалып йɵрɵгəнен иҫенə тɵшɵрҙɵ.

– Минең йəй буйы йыйылған йоҡо туйҙы, Ғəзизə апай, – тине Мəфтүха оҙон коридорҙан йүгерə-атлай юрғалаған ыңғайға. Ул нисектер дəртле лə, иркə лə итеп əйтə, шуға мəрəкə булып "Ғəзизəаппой" булып ишетелə. – Хəҙер түҙеп кенə тор. Бер ниндəй мəҙəни сараны, конкурсты ҡалдырмай ҡатнашабыҙ. Саунаға барабыҙ, бассейнында йɵҙəбеҙ, саф һауаһын еҫкəйбеҙ, минераль һыуын эсəбеҙ. Шул хəҙəрлем аҡса түгеп килгəстен карауатта туңҡайып ятыу бɵттɵ, – тип кɵлдɵ.

Кеше ихтыярына буйһоноп ɵйрəнгəн Ғəзизə уға ҡаршы яуап та биреп ɵлгɵрə алмай, бер һүҙһеҙ артынан туйтаңланы. “Һорағаным алдыма килде”, – тип эстəн генə ҡыуанды

Йəшкелт зəңгəр һыуы менəн күҙ яуҙарын алып ятҡан бассейнға һоҡланыуҙан да, шыртлауҙан да ɵнһɵҙ булып туҡтап ҡалғайны, Мəфтүха бында ла артыҡ икелəнеп торорға ирек бирмəне. Биш-алты кеше сыр-сыу килеп шаптырҙай ине, һɵйрəклəп тиерлек буп-буш ятҡан юлға алып тɵштɵ. Үҙе иһə ырғыған ыңғайға сумып та китте.

Ирекһеҙҙəн сырылдап ебəргəн Ғəзизəне күрше юлдан ҡолас ташлап йɵҙɵп барған мɵлйем йɵҙлɵ бер абзый йылмайып дəртлəндерҙе. Тəн онотмай бит ул. Инде ун йыллап һыу инмəгəн ҡатын, ҡапыл талпынып, ҡəҙимге оҫта ғына ишеп алды ла киттесе. Күл буйында үҫкəн ҡыҙ бит əле ул да, тɵшɵп ҡалғандарҙан түгел..

Һыу рəхəт итеп хəлде ала. Тик оҙаҡ баҫып тороп булмай, ҡыбырҙамаһаң ɵшɵттɵрɵңкɵрəй. Шуға ирҙəр кеүек сума-сума бассейндың əле был, əле теге яғына йɵҙɵп мəш килгəн Мəфтүхаға еткерə алмаһа ла, Ғəзизə лə əүҙем шаптырланы.

– Кɵнɵнə ике тапҡыр һыу инəбеҙ, саунала битлек яғабыҙ, матурланабыҙ, гимнастикаға йɵрɵйбɵҙ, кискеһен бейейбеҙ: артыҡ майҙы юҡ итəбеҙ, үҙ күңелебеҙҙе үҙебеҙ күтəрəбеҙ – артабанғы кɵн тəртибе шулай. – тип ҡабатланы Мəфтүха иртəнге ашҡа барышлай. Ғəзизəнең яуабын да кɵтмəй: – Бер тауыштан хупланды, – тип һығымта ла сығарып ҡуйҙы.

– Был йоҡо сүлмəге менəн күңелһеҙ булыр инде, тип ҡурҡҡайның кисə. Шуның ɵсɵн бɵгɵн һиңə яза: тɵштəн һуң йоҡо юҡ. Анау ҡаяға менеп тɵшəбеҙ, – тип тə ҡотто алды. Был дыуамаллыҡтан ямғыр яуып ҡына ҡотҡарҙы.

 

***

Кискеһен Мəфтүха Ғəзизəне ай-вайына ҡуймай тансаға алып китте. Ярар, кешене ҡарап ҡына торормон да, ялҡһам ҡайтып ятырмын, тип килгəйне, инеү менəн кемдеңдер мɵлəйем ҡарашын осратты.

Ашханала рəтлəш ултырған, бассейнда йылмайған матур абзый булып сыҡты. Бик тə бɵхтə кейенгəн, кəүҙəһен туп-тура тота.

“Был берəй хəрбиҙер инде, – тип һоҡланып уйланы Ғəзизə, тəүге кɵндɵ үк күҙенə салынған кешеһенең ғəм халыҡ араһында танып, һаулашып тороуына күңеле булды. Шундай уҙамандың бəлəкəс кенə булһа ла иғтибарынан, етмəһə, ут сəсеп торған Мəфтүха янында, “бəлки, миндə үтə хɵртɵмшəлəрҙəн түгелмендер” тип уйланы. Ə инде абзый туп-тура килеп вальсҡа саҡырғас, тубыҡтары ҡалтырап китһə лə, тɵшɵргə баҙнаты етте. Оҙаҡ йылдар кластан тыш эштəр буйынса урынбаҫар ҙа, пионервожатый ҙа булып эшлəгəс, нимə-нимə бейей белə Ғəзизə.

Абзый ҙа тəжрибəле кавалер, олпат, мɵһабəт кəүҙəһен музыка ыңғайны ифрат та матур йɵрɵтə. Ҡулы кɵслɵ. Уның янында Ғəзизə үҙен күбəлəктəй еңел, ҡоралайҙай һомғол, йəп-йəш итеп тойҙо. Етмəһə, һүҙ аралаш ҡартлыҡ тураһында ниҙер əйтеп ысҡындырғайны, абзый ирен сите менəн генə йылмайып "Бала-саға", – тип ҡуйҙы.

– Ҡайһы яғың менəндер минең йəшлек мɵхəббəтемə тартҡанһың, һылыу, – тине ул үҙен: “Хɵрмəт.ағайың булам”, – тип таныштырғас. – Беҙҙең яҡта һеңлекəштəргə “һылыу” тиҙəр,  тип аныҡланы. – Уныҡылай түп-түңəрəк ҡара күҙҙəр. Балаларса ихласлыҡ, хəйлəһеҙлек. Йəшлектə лə шулай ине, был оҙон ғүмерҙе нисек булмышын тапламай, сафлығын исрафламай үтə алды икəн, тигəн һорауым тынғы бирмəй, шунлыҡтан һинең яҡҡа боролоп ҡарағы килеп тик тора.

Бынан бер аҙна элек кенə яҡты донъяла барлығын да белмəгəн ете ят кеше менəн күңелгə күңел яғылып һɵйлəшеп була икəн дə! Ғəзизə үҙен билəп алған яңы халəтенə аптыраны. Бер яҡтан тартынды, икенсе яҡтан ҡыйынһынды, үҙе ҡыуанды йəнə. Ə Хɵрмəт абзый, уның уйҙарын аңлағандай тынысландыра:

– Бер кешегə генə мɵкиббəн булып ғүмер итеү ɵсɵн тормош ғəйəт оҙон бит ул, һылыу, – ти. .– Иң ҙур талант – яныңдағыларҙы интектермəй, рəнйетмəй йəшəү.

Һиңə һоҡланыуҙан ғына мин бит үҙемдең Гɵлзəминəмə хыянат итмəйем. Иңгə иң терəшеп матур йəшəгəн тормош юлдашымды хурламайым, яманламайым. Хəлəлеңдең кемгəлер һоҡланыуына үпкəлəү бик үк аҡыллы түгел, минеңсə. Ул һиңə, һин уға мəңгелеккə ҡол итеп бирелмəгəн дəбаһа. Хəйер, хатта ҡолдоң да күңеленə, уйҙарына хаким булып булмай.

Унан тағы тормош һəм кешелəр араһындағы мɵнəсəбəт түшəктəн, шифаханаларҙа əйтелгəнсə, “ҡыуаҡ терапияһынан”, енси мɵнəсəбəттəрҙəн генə тормай.

– Хəҙерге заманда шуға əйлəнде түгелме һуң? – тип баҙнатһыҙ ғына ҡаршы тɵштɵ Ғəзизə.

– Əйлəнмəне, ə əйлəндерергə бик телəрҙəр ине. Сɵнки кешенең ана шул тɵп инстинкттарын эшкə егеп бик күп аҡса эшлəп була.

Мин иһə дəрт-дарманым ташып торғанда ла күҙем тɵшкəн ҡатын-ҡыҙҙы түш аҫтыма һалырға ынтылманым. Тормошто түшəк мɵнəсəбəттəренə генə ҡайтарып ҡалдырыу бер яҡлы һəм күңелһеҙ булыр ине.

Ғəзизəгə уны тыңлау, үҙен матур, аҡыллы, ылҡтырғыс тойоу ниндəйҙер яңы, бəлки, тулыһынса онотолған, əммə бик тə рəхəт тойғо ине. Һап-һары япраҡтар түшəлгəн тɵҙ аллеялар буйлап яй ғына йɵрɵп əйлəнгəндə ул аптырап:

“Шундай ҙа рəхəтлек була икəн?” – тип уйланды. Йəндə ошондай ҙа кинəнес булырға мɵмкин икəн дə. Үҙеңде тулыһынса яҡлаулы, тыныс итеп хис итəһең. Иң яҡын кешеһенəн рəнйетелеүҙəн екһенеп бɵткəн күңеле бигерəк тə имшеп, йылынып китте. Уйҙары менəн уртаҡлашҡас, Мəфтүха:

– Шулай-шулай, – тип башын артҡа ташлап рəхəтлəнеп кɵлдɵ. – Беҙ ғашиҡ булһаҡ – ул мɵхəббəт, ə ирҙəрҙең мауығыуы – уйнаш...

Юҡ, ғишыҡ та, мɵхəббəт тə түгеллеген аңлай Ғəзизə, был бары тик күңел яҡынлығы һəм йылыға сарсау ғына. Дуҫлыҡ. Ағайға мохтажлыҡ. Туғанын тапҡандай ирəйеп, Зəбихулла хаҡында һɵйлəп ташланы.

– Нимə эшлəргə миңə?

– Əгəр ҙə иреңде шəхес булараҡ ихтирам итһəң, һɵйɵүең ихлас булһа, аңларға тейешһең: ул да кемделер, мотлаҡ һине түгел бит, яратырға, эҙлəнергə, хаталанырға хоҡуҡлы. Ул кемгəлер башҡаға ғашиҡ булған икəн, быны хəлəл бисəмə үс итəйем, əрнетəйем, тип уйлап эшлəмəгəн дə баһа.

Тик тормош юлдашыңды яратҡан хəлдə быны аңлау мɵмкин түгел, сɵнки һине, паспортта мисəте булған ҡатынын түгел, башҡаны артыҡ күреүҙəренəн əсенеү күҙҙе томалай, аҡылды ала. Ниндəйҙер аңлау тураһында был мəлдə ɵмɵтлəнергə лə ярамай, əлбиттə. Шуға һин бында килеп дɵрɵҫ эшлəгəнһең. Тыныслан, уйҙарыңды рəткə һал, асыуыңдан арын. Шунан яуап үҙенəн үҙе табылыр. Тик бер ваҡытта ла онотма. Һин бик аҡыллы, саф күңелле, һылыу ҡатынһың. Нисек кəрəк тапһаң, шулай бəхетле булырға тулы хоҡуғың бар, – тине. Автобусҡа ултыртып ебəргəндə лə шулай тип ҡабатланы. Алһыу ғына раузалар гɵллəмəһе тоттороп, нəзəкəтле генə итеп ҡулын үпте.

Шундай ҙа кеше, шундай ҙа мɵнəсəбəттəр мɵмкин булыуына ышана алмай, хайран булып ҡайтып китте Ғəзизə. “Алла бəндəһелер был. Йəнемде дауалар ɵсɵн ебəрелгəн Хызыр Илъяс үҙелер”.

Ярты юлды үткəнсе, күңеле шифаханала, унда танышҡан иптəштəре, Мəфтүха, бигерəк тə Хɵрмəт абзый менəн булһа, икенсе яртыһында ɵйɵ, балалары һəм Зəбихулла хаҡында уйланды.

Ир тəнең менəн йəнең һɵйɵү алмашҡан, гормондар уртаҡлашҡан əҙəм балаһы ғына түгел бит. Ул балаң да кеүек. Бɵтɵн ҡылыҡ-ишараларына, ғəҙəттəренə, етешһеҙлектəренə,: кикереп ебəреүенə, тир еҫенə тиклем күнегеп бɵткəнһең, сикəндермəй. Ул һине сəмлəндереп, үртəп, үрəпсетеп ебəргəн дошманың да. Бɵтɵн хəбəреңде, кɵндɵкɵн кɵнгə тəмлəп тороп һɵйлəп торған əңгəмəлəшең. Нимə ашарға яратҡанын тойоп, һиҙеп торған табындашың. Ҡыҫҡаһы, һинең дауамың. Шуға бит уға сат йəбешəһең, юғалтам, тип уйлауҙан ғына ла тəнең дə, йəнең дə етемһерəп иңрəй башлай.

Əле ни тиклем бəхетле икəнен Зəбихуллаһы менəн уртаҡлашҡыһы килгəнгə тɵшɵндɵ ул быны. Хɵрмəт ағайҙың үҙенə ҡайһылайтып һоҡланып ҡарағанын һүрəтлəп биргеһе килде. Ул шундай итеп баға, янында мɵмкин тиклем матурыраҡ, аҡыллыраҡ, йəшерəк булғы килə. Бынан ун биш йыл элек үк һығылмалылығын, элекке сафлығын, алһыулығын мəңгелеккə юғалтҡан тип уйлап йɵрɵгəн сикəлəрең баҡсаларының ғорурлығы булған “башҡорт сибəре” сортлы алмағастың емештəре кеүек һутҡа тулышып ҡыҙарып яна башлай. Ə нисек ул иң затлы, иң ҡəҙерле əйбергə ҡағылғандай, Ғəзизəнең инде матурлығы һəм йомшаҡлығы тураһында үҙе лə онотоп бɵткəн ҡулдарына үрелə! Был хаҡта ла тəмлəп һүрəтлəгеһе килə. Нишлəп һɵйлəгеһе килə? Кɵнлəштерергə, зитына тейергə телəгəндəн генə түгел бит. Əле Ғəзизə наҙ, һɵйɵнɵс, үҙ-үҙенə ихтирам кинəнесе менəн мɵлдɵрəмə тулы. Күңеле йыһан кеүек киң. Шулай булғас ниңə?. Ғүмер буйы бɵтə нəмəне уртаҡлашырға күнеккəнгə шулай. Зарыңды түкмəй-сəсмəй уртаҡлашҡас, ни ɵсɵн шатлығыңды йомоп ҡалдырырға? Ғəҙел булмай бит һуң былай. Тимəк, Зəбихулла уға татын һурып туймаҫлыҡ һутлы иредəр тураһында ауыҙ һыуы ҡороп һɵйлəп ултырғанда тап ошондай уҡ тойғолар кисергəн. Бəлки, теге һылыу инде ҡартайып барған ҡартының һуңғы мауығыуы, һуңғы осрашыуылыр... Ул шулай уйлайҙыр ҙа ошо һуңғылыҡ уның ҡотон алып тетрəндерəлер. Упҡын ɵҫтɵндəге һуңғы осош кеүек.

Шул уҡ ваҡытта Ғəзизə үҙе менəн сағыштырып, Зəбихулланың уға ҡарата екһенеү кɵсɵн дə күҙ алдына килтерҙе: шундай бəхетле мəлендə ни тиклем аяуһыҙ, əрнеткес итеп уны инҡар итеүенəн, ситкə тибəреүенəн. Бəхетең ташып торған мəлдə кешене шул тиклем сирҡанып этеп ебəреү ɵсɵн ни тиклем нəфрəтле булырға кəрəк!

Ɵр-яңы, заманса уңайлыҡтары булған йылы, ҡотло автобуста ошоларҙы уйлап барыуы рəхəт. Тышта үҙенсə кинəнеп ҡоторған ноябрь рашҡыһы был ҡотто тағы ла арттырып ебəрə. Ел пыр туҙған булып, зəһəрлəнеп тəҙрəлəргə ҡар ҡатыш ямғырҙы сəпəй. Епшек ҡар тəҙрəгə һыланып ҡала, унан эстəге йылы ипкененəн рəхəтлəнеп, имшеп яй ғына ағып тɵшə. Хəтирəлəр дəртенəн янып барған сикəһен һалҡын быялаға терəп килгəн Ғəзизəнең ошо йəн тыныслығынан, тормоштан ҡəнəғəтлегенəн күңеле тула, күҙҙəренəн йəш атылып сыға ла, рəхəт кенə итеп аға ла аға. Ошо хəлдə уның мəңге барғыһы килə.

“Хоҙай Зəбихулла менəн беҙҙе үлгəнсе интекһендəр тип бер-беребеҙгə бəйлəп ҡуймаған, – тип уйлай ҡатын. – Ысынлап та, һəр кем үҙе телəгəнсə йəшəргə хоҡуҡлы”.

***

Балалар ни тиклем уңған, йыйыштырыулы, таҙа ɵй барыбер хужабикəһен һағынып, бойоғоп торған кеүек күренде.

Зəбихулла ла һурылып киткəн. Килен тəрбиəһе килен тəрбиəһе инде. Теге ваҡиғаға айҙан ашыу ваҡыт үтһə лə, абышҡа Ғəзизəгə ҡырын-мырын ҡарап тора. Хас та телəгəн “мəмəй”ен һатып алмаған əсəһенə үпкəлəгəн бала кеүек. Ҡыһ та ҡоһ йүткерə. Уға тире тун алырбыҙ тип йыйған аҡсаға типтереп ҡайтҡан йүнһеҙ ҡарсығына ишара быныһы.

Үҙенең дɵрɵҫ эшлəгəнен айырым-асыҡ тɵшɵндɵ ҡатын. Яҡшылығыңды кешегə кɵслəп тағып ҡəҙерле булып булмай. Бар нəмəнең дə самаһы булырға тейеш. Шуға аҙыраҡ ятһынған ɵйɵндə үҙһенеп баш-күҙ алғас, оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай һүҙ башланы. Ашығыуының сəбəбе лə бар ине: йəнə элекке, һɵйкɵмһɵҙ роленə инеп, һɵймəгəнгə һɵйкəлə башлауҙан ҡурҡты.

– Беҙҙе бергə ошо дүрт бүлмəле фатир ғына бəйлəп тота икəн, əйҙə язаланмайыҡ, Зəбихулла, – тине.

Диванға ҡырын ятып телевизорға текəлгəн ире аптырап күҙ атты.

– Бəхəслəшер урын юҡ. Приватизацияланған, һəр беребеҙҙең ɵлɵшɵ билдəле. Ҡара иҫəп менəн самалағанда, минең ɵлɵш дүрт йɵҙ мең тирəһе. Шуны бирəһегеҙ ҙə, сығырмын да китермен. Бəлəкəйерəк берəй ҡалала ɵй һатып алырмын. Йəшəрмен əле. Бында һине йонсотоп ғүмер иткəнсе.

Шулай тине. Шулай тип əйтə алды. Тауышы ла ҡалтыраманы, эсе лə янманы. Ҡаһарманлығынан, үҙенə һоҡланыуҙан кинəнеп йɵҙɵ балҡып китте киреһенсə. Шаңҡып ҡалған бабайын ҡалдырып плитəлə һыҙғырып ултырған сəйгүне янына сыҡты. Үҙе генə белгəнсə тəмле итеп, үлəн ҡушып сəй бешерҙе. Белен ҡамыры семберҙəп кенə əсеп ултыра. Шуны табаға шажлатып ҡойоп ебəрҙе.

Тəмле еҫкə танауын мыршылдата тартып, йомшаҡ быймаһын арҡыры баҫып килеп сыҡҡан бабайы арттан килеп яурынына ҡулын һалды. Уның был кɵтɵлмəгəн ишараһына аптыраңҡырап ҡалған Ғəзизəне үҙенə табан борҙо.

– Һин нəмə, кəлəш? – тине. – Тилебəрəн орлоғо ашап ҡайттыңмы? Ҡартайған кɵнɵбɵҙҙə кеше кɵлдɵрəйекме?

– Һанаулы ғына ҡалған ғүмеребеҙҙə беҙ ниңə кеше тураһында уйларға тейешбеҙ? – тип һорауға һорау менəн яуап ҡайтарҙы Ғəзизə. – Үҙебеҙгə ҡайһылай уңай, шулай эшлəргə кəрəк.

– Миңə шулай уңайҙыр, тип уйлайһыңмы?

– Үҙең телəгəнсə, күңелең ятҡан кеше менəн йəшəрһең, тип əйтеүем.

– Мин əле үҙем телəгəнсə йəшəйем. Мин ғүмер буйы үҙем телəгəнсə йəшəйем, – тип туҙып китте ҡарт. – Телəмəһəм, əллə йəшəр тип уйлағайныңмы? Телəмəгəн кеш... – ярһыуынан сəсəп, тауышы сыйылдап сыҡты. Ҡурҡыныс булманы асыуы, мəрəкə тойолдо. – Телəмəгəн кешене кɵслəп йəшəтеп була тиһеңме?

– Һуң улай булғас ҡалайтайыҡ? – тип аптыраны Ғəзизə табаның аҫтын “шылт” һүндереп – белен ҡайғыһы киткəйне – ултырғысҡа барып ҡунаҡланы. “Мине оҡшатмағасың үҙеңсə йəшə тип уйлағайным шул”, – тип əйтмəксе ине, йɵҙ йыртыу кеүек яңғырар, əреплəшеүгə китер тип тыйылды.

– Ҡалайтайыҡ... Ҡалайтайыҡ тип ни... – Зəбихулла был һорауға һис кенə лə əҙер түгел ине. Кɵсɵргəнеп сал башын эшкə ҡушты, маңлайында йыйырсыҡтары тағы ла нығыраҡ тəрəнəйҙе.  – Балаларға ɵлɵш бүлеп бирəйек. Əйҙə үҙҙəренсə йəшəһендəр. Ə беҙ үҙебеҙсə, ҡалған ғүмерҙəрҙең ҡəҙерен белеп кенə йəшəйек. Үҙебеҙҙекен үҙебеҙгə еткереп. Бына шул.

Бына шул ине Ғəзизəнең ғүмер буйы ишеткеһе килгəн, күңеленең иң тɵпкɵлɵндə ɵмɵтлəнергə лə ҡыймай кɵткəн һүҙҙəре.

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: