Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
29 Апрель 2022, 21:50

Мɵхəббəттең хуш еҫе

Тик былай эҙлəү бик оҙаҡҡа һуҙылмаҡсы. Ул арала ҡорһаҡ та үҙ дəғүəлəрен алға һɵрə башланы. Ə аш бүлмəһенəн сыҡҡан тəмле еҫтəр аҡылдан шаштырырлыҡ кимəлгə етте. Шуға ла үҙен башҡаса йонсотмаҫҡа булды Хəмəтнур. Иркə бесəй кеүек мырылдап ҡына: — Əбей, — тип саҡырҙы. — Əбей, исемең кем əле ул һинең? Аш бүлмəһендə ҡыштырҙау туҡтаны. Бер нисə генə секундҡа һуҙылған тынлыҡтың һɵрɵмɵ алъяпҡысын сисə-сисə ялпылдап килеп ингəн əбейенəн алда уҡ хəүеф ипкене булып бабайға ҡаҡлыҡҡайны инде.

 Хəмəтнур ҡарт танауын ҡытыҡлаған тəмле табикмəк еҫенə уянып китте. Тышта-шыбыр-шыбыр кɵҙгɵ ямғыр яуа. Ə ɵйҙə йылы. Бабай йомшаҡ түшəгендə рəхəт итеп кирелде лə дɵйə йɵнɵнəн һырылған ебəк юрғанына тағы ла урыныбыраҡ ятты. Ап-аҡ ерлеккə ваҡ ҡына зəңгəр сəскəлəр тɵшкəн матур тышлы мендəргə бала кеүек танауын йəшерҙе: унан əбейенең яратып һɵрткəн хушбуй еҫе килə.

Ҡарсығы иртүк тороп сəхəр эскəн дə, ана, əле аш бүлмəһендə ҡыштыр-ҡыштыр йɵрɵп Хəмəтнурға тамаҡ яраштыра. Күпме генə тырышып ҡараһа ла, ул бабайын ураҙаға ылыҡтыра алманы инде. Динһеҙлектəн түгел ығышланыуы, тормошо менəн ҡəнəғəтлектəн, бəхеттəн. "Мин əле үк ожмахта йəшəйем. Əбейем барында, хур ҡыҙҙары йыраҡ йɵрɵһɵн, — тип кенə ебəрə ул. — Ошонан да артығына ɵмɵтлəнеү — гонаһ".

Шулай кинəнеп ята ине, ҡапыл башҡа һыймаҫлыҡ ҡурҡыныс хəл булды: əбейенең исемен иҫенə тɵшɵрə алманы ла ҡуйҙы.

"Нисек һуң əле ул? — тип баш вата башланы ҡарт. Тегелəй ҙə уйлап ҡараны, былай ҙа, һис иҫенə тɵшɵрə алманы. — Гɵлниса, тиер инең, апаһы Гɵлниса. Гɵлсара ла түгел, əхирəтенең исеме шулай. — Əйлəндерҙе, тулғандырҙы. “Гɵлйəүһəр” тип үҙенең бер яҙа-йоҙа һɵйəркəһенең дə исеме əллə ҡайҙан, йылдар араһынан йɵҙɵп сыҡты. Ниндəйҙер гɵл икəне раҫ.

***

Тормошта шулай: һəр саҡ ниҙер башланырҙан алда, нимəлер теүəллəнə. Бер кɵн килеп, Хəмəтнурҙың да элекке тормошо тамамланды. Үҙе ҡалды, ə бына етмеш туғыҙ йылға һуҙылған ғүмер юлы ɵҙɵлдɵ. Сɵнки йəшлəй һɵйɵп кенə ɵйлəнгəн ҡатыны унан алда мəңгелек йортона юлланды. Вафатынан элек шул тиклем оҙаҡ ыҙаланды, бахырҡай. Ғазаптары уны бисара тəненəн йəне сығып ҡасҡас ҡына ташлап китте. Быны Хəмəтнур үҙе күрҙе. Тəрəн бураҙналар менəн аяуһыҙ телгелəнгəн йонсоу йɵҙɵ, йəн биреү менəн ҡапыл яҙылып, күҙ алдына бер ун-ун биш йылға йəшəрҙе.

Был үҙгəреш Хəмəтнур ҡарттың Əжəлгə үпкəһен бер аҙ имшетте. Сɵнки ул əбейенə саҡ ҡына булһа ла ярҙам итə алмағанына үрһəлəнеүҙəн сараһыҙлыҡтың сигенə еткəйне. Əбейе һыҙланғанда үҙе лə тештəрен ҡыҫып кɵсɵргəнə, был халəте ҡурҡыу, йəллəү, йəнə əллə ниндəй əсенешле кисерештəргə үрелеп уҡмаша ла, кɵнɵ-тɵнɵ ɵтɵп торған утлы йомғаҡҡа əйлəнə. Зɵлхизəһе ғазаптарҙан ҡотолғас, ҡарттың ана шул ҡурҡыуы ла юҡҡа сыҡты. Əҙəм балаһының был фани донъяла иң дəһшəтлəнгəне — Əжəл — килһə, ҡурҡыу ҙа үлə икəн.

Хəлəлен ерлəгəнсе, бала-саға, туған-тыумаса мыжғыған ваҡытта, ҡарт үҙен нисек тə ҡулда тотоп йɵрɵнɵ əле. Ə яңғыҙы ҡалғас, шауҙырлап тарала башланы. Кеше менəн оҙаҡ йылдар йəшəһəң, уға һулаған һауаға, алмашынып торған миҙгелдəргə, таң атып, ҡояш байыуға күнеккəндəй, нығытып ɵйрəнеп китəһең. Ул үҙенең ҡылыҡ-фиғеле, еҫе, һулышыы менəн һинең күҙəнəктəреңə үк үтеп инə, айырылғыһыҙ ɵлɵшɵңə əйлəнə икəн  Шуны тойҙо ул.

Ə бит Хəмəтнур ғүмере буйы текə булды. Күренекле генə кешелəрҙең балаһы, үҙе лə тɵшɵп ҡалғандарҙан түгел. Мал да таба белде. Шуға күрə үҙен донъяның кендегелəй күреп, тормоштоң дилбегəһен шаҡарып тотҡанмын, тип уйлай торғайны эре генə. Ə əбейе бары хужабикə, балалрға əсəй, артыҡ ɵнɵ-тыны юҡ, иренең аҡыллы етəкселеге аҫтында ҡыштыр-ҡыштыр донъя кɵткəн була шунда.

Ғүмер буйы шулай уйлаған, хатта уйлап та тормаған, үҙен шулай тотҡан. Һəм ҡапыл, һис кɵтмəгəн, башына ғына ла инеп сыҡмаған һəлəкəткə дусар булды. Əйтерһең дə Хəмəтнурҙың күҙəнəктəренə һыу менəн һауа түгел, əбейе тулған булған да, мəрхүмə ер ҡуйынына инеү менəн, улар яйлап ҡына ҡартты ташлап китə. Урынына иһə бушлыҡ ҡала, бер нəмə менəн дə бɵтəйтеп булмай торған бушлыҡ.

Шул арҡала Хəмəтнур емерелə, ыуала, ҡорғаҡһыуҙан тимер ҡоршау ҙа тота алмаған буш мискə, ҡомға əйлəнеүҙəн шыптырҙап ҡойолған ҡая таш кеүек. Ҡарт ана шул эске онталыуын ишетə, тик ҡайһылай итеп туҡтатырға белмəй. Хəмəтнурҙы тағы ҡурҡыу, был юлы бɵтɵнлəй икенсе, аңлайышһыҙ ҡурҡыу билəп алды. Ул был хəлен хəмер менəн үҙгəрткеһе, ҡурҡыуын араҡыға тонсоҡтороп юҡ иткеһе килде. Əммə был тормошта шулай бит ул: саҡ ҡына йомшарҙыңмы, һинең билəмəңə баҫып инергə, ботоңдан тартып үҙҙəренең кимəленə, аунаған бысраҡтарына ɵҫтɵрəп тɵшɵрɵргə генə торалар. Хəмəтнурҙың да ɵйɵнə əллə ниндəй əҙəм ҡиəфəте лə ҡалмаған бəндəлəр тулып китте. Донъяһының ҡото китте, иҙəн-түшəк ҡаҡашып ҡатты. Бабай үҙе лə кɵндəн-кɵн аҫҡараҡ ҡоланы. Шуныһы сəйер, ни тиклем түбəн тəгəрлəне, күңеленə шул хəтлем битараф еңеллек килде. Ул хатта был меҫкен халəтенəн ниндəйҙер ҡəнəғəтлек таба башланы.

Былай барһа, тағы ниндəй хəлгə тɵшɵр ине, билдəһеҙ. Күршелəре икенсе ҡалала йəшəгəн ҡыҙын саҡыртып ҡайтарҙы. Əсəһенең ауырыу килеш тə гɵл итеп тоторға тырышҡан ҡотло донъяһының бер-ике ай эсендə ошо рəүешкə килеүенə сəстəре үрə торған ҡыҙы илай-əрлəй аҙна буйы ҡырҙы, ышҡыны, таҙаланы. Күҙҙəре ташбайып, аяҡ-ҡулы ептəй булып ҡалған атаһының ɵҫ-башын алмаштырып, тамағын һыйлап, əҙəм рəтенə индерергə тырышты. Шунан телеграмма һуғып, ағаларын кəңəшкə йыйҙы. Ныҡ ҡына уйлашҡас, улар ҡартты кɵслɵк менəн тиерлек үҙҙəренə алып ҡайтып китте. Тик, ғəжəпкə ҡаршы, башы айнығып, сирҙəрен аҙыраҡ дауалап алыу менəн, ҡарт үҙенең онталып-ҡыйралып барғанын тағы ла нығыраҡ тоя башланы.

Ɵс ай: береһен больницала, икенсеһен ҡыҙында, ɵсɵнсɵһɵн улында ғазапланғас, Хəмəтнур үҙенең ҡабат əҙəм була алырына бɵтɵнлəй ɵмɵтɵн юғалта башланы. Тырышманы түгел, ихлас тырышып ҡараны ул яңы хəленə күнергə, балаларҙың ығы-зығылы, етеҙ елеп барған тынғыһыҙ тормошона күнегергə. Үҙе лə ғүмере буйы йүгерə-атлай йəшəгəн кеше булараҡ уларҙы аңлай ҙа ине. Шуға күрə хəл ҡəҙəренсə ярҙамлашырға маташты. Əммə тырышҡан һайын үҙенең оронсаҡ ҡына булыуын тɵшɵндɵ. Замана ағымы шул тиклем ҡеүəтле — суҡайып торған ҡаршылыҡтарға бəрелеп селпəрəмə килмəҫ, батмаҫ, артта ҡалмаҫ ɵсɵн йəштəргə шул итклем бɵтɵрɵлɵргə кəрəк. Шуға балалары бик телəһəлəр ҙə ҡартҡа тейешле иғтибар бүлə алманы шул.

Сəлəмəтлəнеүен сəбəп итеп, уғата  инəлгəс, ялҡытып бɵткəс, уны, исмаһам, һынамаҡ ɵсɵн ҡайтарып ҡарамаҡсы булдылар. Йыбанмай артынан эйəргəн ҡыҙы, ɵйҙɵ тағы йыйыштырып, түшəк-маҙарҙы ҡаҡҡылап, таҙанан йəйеп, һыуытҡысҡа ризыҡты шыплап тултырып, бер аҙналығын бешереп, атаһынан эскеселəрҙе индермəҫкə, хəмерҙе ауыҙына ла алмаҫҡа ныҡытып, күршелəренə ошо ҡағиҙəлəрҙəн саҡ ҡына ситкə тайпылыш булыу менəн хəбəр итергə үтенеп, күҙенə йəш алып кире китеп барҙы.

Ɵйɵндə яңғыҙ ҡалғас, Хəмəтнур ҡарт булмышына йəнə ҡолаҡ һалды: тɵшɵнкɵлɵк упҡынының ситендə генə кəңгерлəп торғанын самалап ҡото осто. Кɵткəн еңеллек килмəне, һағыныу əсеһе, ғүмерҙең ахыры еткəнен аңлау — барыһы бер юлы алҡымынан алды. Əбейенə ҡарата ҡылған гонаһтары һəм ҡылмаған яҡшылыҡтары, рəнйетеүҙəре, үҙендə йəшереп алып ҡалған йылы һүҙҙəре, əсендереп, күңелен ɵйкəне. "Уларҙы ҡасан əйтермен тип һаҡланым икəн", — тип үҙ-үҙен һүкте. Бер кис хəле əптəн хɵртəйгəйне. Йɵрəк ɵйəнəгенəн, бəлки, аяҡ һуҙып та ятыр ине иртəнгə саҡлы, Солтан килеп инде.

Ɵлкəн малайының дуҫы ул. Кɵлɵкəс, һəйбəт күңелле, ихлас кеше. Килеп инеүе була, донъя яҡтыра ла китə: аҙналап яуып үҙəккə үткəн ямғырҙан һуң ялтлап сыҡҡан ҡояш һымаҡ ҡəҙерле килə ул һəр саҡ.

— Нишлəп былай йəшəйһең? — тип гɵрһɵлдəне ул. — Бɵлɵп, ҡартайып киткəнһең. Үəт əй.

Ҡайғы ла уртаҡлашманы, ҡушылып илап та ултырманы.

— Зɵлхизə инəмə ожмахта ла лəззəт ҡосағында кинəнергə ирек бирмəйһең икəн, — тине. — Һинең ошолайтып əҙəмлектəн сығып ултырыуың уның ɵсɵн анһат тип уйлайһыңмы?

Мəсьəлəнең был яғын башына ла индермəгəн Аллаһыҙ Хəмəтнур ҡартҡа тағы ла ҡыйыныраҡ булып китте:

— Нишлəйем һуң? — тип кенə əйтə алды.

— Һин түгел, мин эшлəйем, — тине Солтан. — Мин һине бер əбей менəн таныштырам. Əбей түгел, хазина. Ысын. Кɵмɵш ҡалаҡҡа һал да, йот та ебəр.

Бына башҡа кеше əйтһə, ҡолағына ла элмəҫ ине Хəмəтнур. Əммə ҡояш кеүек балҡып торған Солтан ауыҙынан сыҡҡас, был һүҙҙəр уның үртəлгəн ҡамыл кеүек кɵйрəгəн күңеленə яңынан сəскə атыу ихтималын вəғəҙə иткəн кеүек ишетелде. Ə булмышы, ɵмɵт тигəн нəҙек кенə ептəр менəн сорнап ҡуйғандай, онталыуҙан туҡтаны кинəт.

***

— Инəм ɵйҙə юҡ, — тине сымдың теге яғынан ипле генə бер ҡыҙ бала тауышы. — Ҡалаға балаларына ҡыш сығырға китте.

Тулҡынланыуҙан башына ҡан һикергəнгə ҡолағы шаулай башлаған Хəмəтнур ҡарт иһə: "Ҡалаға бабайға сығырға китте", — тип ишетте. "Ɵлгɵрмəнем, һуңланым", — тигəн үкенес мейеһен яра телеп үтте. Шулай ҙа үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанырға телəмəй, тамағы ҡарлығып:

— Нимə тиһең, кемгə сыҡты? — тип ҡысҡырҙы.

— Миңə һəйбəт ишетелə, ағай, — тине ҡыҙ. — Ҡалала йəшəгəн балаларына ҡышҡыһын йəшəргə китте. Яҙға ҡайта.

"Яҙға ҡайта", — тигəн һүҙҙəр Хəмəтнур ҡартҡа иҫ киткес ҡыуаныслы хəбəр булып яңғыраны. Ул башҡаса бер нимə лə һорашып торманы, хушлашып, трубканы һалырға ашыҡты. Артабан һɵйлəшһə, бары тик яҙға, бына ғына торған яҙға тиклем кисектерелгəн ɵмɵтɵн һɵрɵмлəрлек һүҙ ишетеп ҡуйыуҙан шиклəнде.

Һəр бер айҙың башында һəм уртаһында, шунан үҙен айырыуса етем тойған мəлдəр — байрамдарҙа — шылтыратып əбейҙең ҡайтыу-ҡайтмауын белешергə ғəҙəтлəнде. Октябрь байрамында, унан элекке, СССР ваҡытында — конституция кɵнɵ итеп билдəлəнə торған байрамда, үҙенə 79 йəш тулған кɵндə, Яңы йыл байрамында... Иҫкесə Яңы йылда ла шылтыратырға ынтылғайны, тик теге юлы, Яңы йыл табынын ҡорған йəштəрҙең тауышында кɵлɵмһɵрəү шəйлəп күңеле ҡырылғас, 23 февралгəсə сабыр итергə булды.

Ə Совет Армияһы кɵнɵндə шылтыратһа ла ярай. Зɵлхизəһе уға йыл һайын был байрамға бүлəк əҙерлəй торғайны. "Шунан Һигеҙенсе март та етə, ə март — ул инде ысын яҙ", — тип йыуатты үҙен Хəмəтнур.

Егерме ɵсɵнсɵ февралгə тиклем артыҡ оҙаҡҡа һуҙылып киткəн ваҡытты, ни рəүешле йəһəтерəк ҡыуаларға белмəй аптыранды тəүҙə. Ярай əле байрам яҡынайғас əүерəр шɵғɵлɵ табылды. Һуғыш ветеранын əле бер, əле икенсе мəктəпкə саҡырҙылар. Элек бындай осрашыуҙарҙан: "Күрмəгəндең күргеһе килə, күргəндең ҡоҫҡоһо килə", — тип баш тартыңҡырай торғайны. Быйыл ихлас йɵрɵнɵ. Ысынлап та, ҡарт яугирҙəр һаман аҙая бара. Ə ошо балаларҙың бəхете ɵсɵн йəн аямай һəлəк булғандар тураһында улар һɵйлəмəһə, кем һɵйлəргə тейеш.

Байрам кɵнɵ "ветерандар советы"нан кисəгə алырға килделəр. Унан табын булды, мəжлестə иһə "наркомовский сто грамм" инде — хəлəл.

Ҡыҙмасараҡ ҡайтҡас, телефонға үрелеп-үрелеп алды Хəмəтнур, нишлəптер тыйылды. Түҙмəй номерын йыйған ерҙəн, ниндəйҙер эске һиҙемлəү ярамағанын иҫкəртте. Фронтта саҡта ошо уҡ тауыш разведканың ниндəй буласағын алдан һиҙҙертə торғайны. Бер тапҡыр ҙа алдамағайны. Шуға буйһондо. “Түҙ, йɵрəгем, иртəгə”, — тине. Нишлəптер, тап иртəгə ниндəйҙер мɵһим бер ваҡиға булыр кеүек тойолдо.

***

Тап ошо мəлдə Алмагɵл ҡарсыҡ, үҙенең ҡапҡа тɵбɵнə килеп, ɵлкəн улы ултыртып ебəргəн "Джип" машинаһынан тɵшɵп тора ине. Кɵрт баҫҡан, ташлап киткəнгə үпкəлəгəндəй сүгеп киткəн ɵйɵнə ҡарап, күҙенə йəш тулды. Оҙон ҡышты əле бер, əле икенсе улында ҡунаҡ булып, шаулы ҡаланы мɵрхəтһенмəй зарығып саҡ үткəргəн Алмагɵл, яҙ ҡояшы саҡ ҡына ялтырай башлау менəн, һис тə ҡайтарып ебəргелəре килмəгəн балаларын мең хəйлəлəр менəн албырғатып, һағынып килеп тɵшкəйне. Шул тикле ашҡынғайны. Əйтерһең, унда ɵйɵ генə түгел, һелкетə баҫып, тормоштоң уртаһында ҡайнап, бына тигəн итеп йəшəгəн шəп саҡтары кɵтɵп торорға тейеш. Əле иһə ɵйɵн таный алмай. Шул тиклем кɵрт аҫтында ҡалғанғамы, бɵтɵнлəй бəлəкəсəйеп, иҫкереп ҡалған кеүек. Ə бит заманында Йылайыр сығып, һайланма ҡарағайҙарҙы йыҡтырып, мин-мин, мин кем тип йɵрɵгəн ир-аттың эсен кɵтɵрлəтеп, дан итеп һалдырған йорт. Уттары янмай. Ə элек алты тəҙрəнең һəр береһенəн ут кɵлтəһе сəселеп, бɵтɵн урамда бер булып балҡып ултыра торғайны. Кɵҙҙəн кɵрəлмəгəн бейек ҡар ɵйɵмɵ ɵҫтɵнəн һуҙылған берлəм һуҡмаҡтан бата-бата ихатаға инде. Үҙе эстəн генə фатирға индереп ҡалдырған ҡыҙҙарҙы əрлəне.

Шулай ҙа ɵйҙəлəр икəн. Ҡурҡып ҡына ишекте астылар. Килеп инде. Ҡотһоҙайып киткəн алғы бүлмəлə май шəм генə яна.

— Нишлəп былай утһыҙ ултыраһығыҙ? — тине ул тупһаны аша атлап инеү менəн.

— Ҡырҡып киттелəр.

—Нишлəп? Түлəмəгəйнегеҙме əллə?

Тегелəр шымтайып ҡына баш ҡаҡты. Хужабикə шунда уҡ тəҙрə тɵбɵндə бойоғошоп ултырған гɵлдəренең тɵбɵн ҡапшаны. “Кем донъяһы кемгə кəрəк”, — тип кəйефе тағы ла нығыраҡ ҡырылды.

Ялҡылдатып тотҡан монаятының ҡəҙерһеҙлəнеп, етемһерəп ҡаршы алыуына эсе янып, бер сынаяҡ ярым һыуыҡ сəйҙе шɵптɵрлəтеп эсте лə ятырға булып китте. Утын аҙлыҡҡа һылтанып түрьяҡҡа яҡмағандар икəн. Һалҡындан стеналары бəҫлəнеп ултырған бүлмəнəн дым тартҡан түшəген был яҡҡа алып сығып мейес буйындағы урындыҡҡа йомарланып ятты. Бик оҙаҡ йылына алмай, эстəн генə күҙ йəшен йотто.

Ни тиклем генə һəйбəт булһалар ҙа, балалары янында үҙен артыҡ йəн, оронсаҡмын итеп тойоуына сыҙамай бында атлыҡҡайны. Тормоштоң элекке ҡыҙығын табырмын, тигəн ɵмɵтɵ аҡланмағанға һыҙылып ҡына һыңҡылданы. Ҡыҙҙар ишетеп ҡуймаһын тип, юрғаны менəн баштан алып бɵркəнде лə.

Үҙен был икһеҙ-сикһеҙ ғəлəмдə япа-яңғыҙ, бер кемгə лə кəрəкһеҙ кеүек хис итте. Егерме дүрт йəшендə дүрт бала менəн тороп ҡалып, иң ауыр мəлдəрендə лə үҙен яңғыҙ итеп тоймаған, усында ҡош һайратып, баҫҡан урынында гɵлдəр үҫтереп йəшəгəн ҡатын ҡартайғанын аңланы, таныны, ниһайəт.

Тɵндə илап күңелен бүҫкəрткəнгəме, ҡыҙҙарҙың ихлас итеп уңайһыҙланғанынамы, əллə яҙмышына күнепме, иртəнсəк моңһоу, тик асыуһыҙ торҙо иртəнсəк. Яратҡан электр самауырын яндырғандарын белгəс тə, кɵймəне. Элек бер бɵртɵк саң тɵшɵрмəй тотҡан иҙəненə кəмендə аҙна тирəһе еүеш сепрəк теймəгəненə лə иҫе китмəне. Тынғыһыҙ холҡона сəйерерəк тойолған битарафлыҡҡа ҡолаҡ һалып, уйсан ғына сəй əҙерлəште. "Эй, — тине, — исрафланһын да. Минəн ҡалһа был хəтлек ҡаралды кемгə тейə? Балалар үҙҙəренə кəрəген үҙҙəре етештереп бɵткəн инде. Ата малы менəн ул тормай, əсə малы менəн ҡыҙ тормай, тигəндəй, һаулыҡтары булһын".

Ҡыҙҙар хужабикəнең күңелен күрергə тырышып ɵлтɵрəп йɵрɵнɵ, ни алып ни ҡуйырға, нимə һɵйлəп кɵлдɵрɵргə белмəй аптыранды.

— Кɵҙҙəн алып бер бабай һораша, — тип ҡапыл иҫенə тɵшɵрҙɵ береһе.

Икенсеһе лə, был мəҙəкте хəтергə тɵшɵргəндəренə ҡыуанып, һүҙгə ҡыҫылды.

— Байрам һайын шылтырата. Ҡайтҡаныңды кɵтə, инəй.

— Нимə кəрəк һуң? Нимə ти? — тип аптырап китте Алмагɵл. — Исеме кем?

— Хəмəтнур, — тине.

— Аста, ундай танышым юҡсы, — тип аптыраны əбей.

Ул арала телефон шылтыраны.

***

"Бер уҫыраҡ ҡарттың бысраҡ ыштанын йыумаға ни. Ни бысағыма кəрəк ул миңə? — тип үҙен-үҙе əрлəне Алмагɵл. — Йəшерəк саҡта ниндəй кешелəр һоратҡанда бармағанды".

Тик теге яҡта, бынан йɵҙҙəрсə саҡырым аранан ɵмɵт тə, тɵшɵнкɵлɵк тə шəйлəнгəн зарығыу менəн, йəнен усына тотоп, яуабын кɵткəн кешенең күңелен ҡыра алманы, ахыры. Сая ҡушаматын алған, əллə кемдəрҙең күҙенə туп-тура ҡарап һеңгəҙəткəнсе əйтеүҙəн, хатта йɵҙ йыртыуҙан тартынмаған кешегə əллə ни булды: — Кил һуң, əтеүһə, — тине. Шунан "артыҡ ɵмɵтлəнеп-бəлəн китмəһен" тигəндəй, ашығып ɵҫтəне. — Кил əле, күрəйек, һɵйлəшəйек. — Бабайҙың ɵндəшə лə алмай, тəүҙə "эһ" тип ауыр кɵрһɵнɵүенəн, яуапты тын да алмай кɵткəнен аңланы. Уның шул тиклем ярһыулығына ғəжəплəнде. Ҡалай ҡыҙыҡ əле ул. Ошо йəштə лə шул тиклем тойғолар буламы икəн ни һуң? Трубка тотоп əллə ҡайҙа торған ҡарттың тулҡынланыуы тимер сымдар буйлап килеп уға ла күсте, буғай. — Кил һуң, — тип ҡабатланы. — Ҡасан килəң?

Əҫəрлəнеүҙəн аңҡы-тиңкерəк булып киткəн ҡарт, фекер ебен туплап, йəһəт кенə яуап бирə алмай ыҙаланы, үҙе тағы "алйығандыр был" тип уйларға сəбəп биреүҙəн шыртланы. Шуға: — Хəҙер, —тип əйтə һалды. — Хəҙер, — "Иртəгə мунса инһəм, билет алһам, иртəгəнəн һуңға... Ə билет булмай ҡуйһа? Иртəгə — йома. Ялға ҡаршы". — Йəкшəмбе, — тине. — Йəкшəмбе барам. Ҡайһы автобусҡа билет була, шуның менəн. Билет алғас та хəбəр итермен.

Шулай тине лə, йɵрəкһенеүҙəн башы əйлəнеңкерəүен тойоп, хушлаша һалды. Бер сирлəшкə, тиер йə.

Кɵҙгɵгə барып, үҙенə оҙаҡ ҡына, ныҡ тикшереп ҡарап торҙо Хəмəтнур. Ҡараған һайын кəйефе тɵштɵ. Солтан һɵйлəгəн хазина ҡарсыҡты үҙенə тормошҡа сығырға риза булдырырлыҡ бер генə нəмə лə тапманы. Əптəн тɵшɵнкɵлɵккə бирелеп, түшəгенə барып ауҙы. Беренсе тапҡыр Аллаға ышанмағанына үкенде. Ышанһа, исмаһам, Хоҙайға тапшырыр ҙа ҡотолор ине, яҙмышын. Ə былай, ят инде баш ҡатырып.

 

Бабайға сығыу тураһында уйғынаның башына инеп кенə сыҡҡаны ла юҡ ине бығаса. Ҡапылда күрмəгəн-нитмəгəн кешегə йомшаҡлыҡ күрһəтеп: “Кил һуң атыу”, — тип əйтеп ташлауына инде аптыраны. Əллə күпме үҙен-үҙе орошоп йɵрɵнɵ. Эсенəн ҡап уртаға ярылып, һүҙ кɵрəштерə башланы:

— Килһен дə, ти, — тип тиҫкəрелəнде береһе. — Килһə ни булған.

— Ɵмɵтлəнеп килер. Күҙе бəзерəйеп ҡарап ултырыр. Нимə тип кенə ɵгɵтлəгəн булыр, ни вəғəҙə итер, байғош.

Эйе, шулай итер. Ə Алмагɵл күрмəгəн нимə ҡалды был тормошта?

Йəшлəй генə кейəүгə сығып балаға батҡан, һɵйɵшɵү тигəнде аңлап та етмəгəн. Ишле ғаилə, бер бəлəкəй генə ɵйҙə ҡайны менəн ҡəйнə — ул саҡта ҡарт күренһəлəр ҙə, бɵтɵнлəй йəш булғандар — ҡырҡ йəш нимə генə инде ул.

Ҡайны менəн ҡəйнə. Ҡəйнештəр, бикəстəр. Оҙон урындыҡҡа теҙелешеп ятып йоҡлайҙар. Кɵнɵ буйы эшлəп арығас, мендəргə баш тейер-теймəҫтəн əүен баҙарына олағыла.

Йəш кенə кɵйɵ дүрт малай əсəһе булып торҙо ла ҡалды ул һуғыштың тəүге кɵндəрендə үк фронтҡа алынған иренəн.

Балалар саҡ ҡына ҙурайып, үҙенə аҙ-маҙ ит ҡуна башлағас, кɵтмəгəндə ҡапыл матурланды ла китте Алмагɵл. Ир-аттың ашарҙай итеп ҡарай башлауынан аңланы ул үҙендəге үҙгəреште. Саяланырға, уҫалланырға тура килде. Һатыусылыҡҡа уҡып сыҡты. Дан итеп эшлəп китте. Ул ваҡытта əйбер юҡ. Хəҙерге кеүек "мə, ал" тип торған кеше ҡайҙа. Бешмəгəнерəк булһаң, сəй-шəкəрһеҙ ҙə, шырпыһыҙ ҙа ултыртаһың ауылдаштарыңды. Ə уның магазинында кəштəлəр һығылып торор булды. Сɵнки йыбанманы. Ырымбурына ла сығып китə, Стəрлеһенə лə ɵлгɵрə, Ɵфɵһɵн дə ҡалдырмай. Үҙе килеп тороп иҫəпкə теүəл, ғəҙел, халыҡҡа ипле, хужаларға хɵрмəтле булды. Ғəҙəттə бит уның береһе етмəй: түрəгə ярағаны кешегə тупаҫ, ғəҙеле түрəлəргə ҡарата тупһыҙ. Урлашманы ла, үҙен эшкə ɵйрəткəн ҡарт йəһүд əйтмешлəй, ҡулына йоҡҡанын ғына алды. Хəрəм ашаманы. Сумарт та булды, етеш тə йəшəне. Күңеле лə китек түгел ине. Һуғыштан һуң ни, яңғыҙҙар күп, етемдəр менəн донъя тулған. Шуға балалар ҙа етемлек тоймай үҫте.

Тик утыҙ ɵсɵн тултырған йылды ғəжəп хəлгə тарыны. Быға тиклем китап менəн кинола ғына булалыр тип уйлаған һɵйɵү тигəн нəмə ɵтɵп алды уны. Быуындарға тɵштɵ.

Алмагɵл быға əҙер түгел ине. Үҙен тотош ялмап алған ялҡынды бер ҡыҫымға индереп, шаҡарып тоторға ихтыяры етте былай. Юғиһə башына гонаһ ала ине. Уның йɵрəген арбаған ир-азамат биш балаһын, бисəһен зар илатып, уға килеп ауырға əҙер ине.

— Балаларыма сытрайған үгəй йɵҙɵн күрһəтмəм, тигəн əйтеүем бар, — тип уландарын үҙенə ҡалҡан итеп ҡуйҙы.

Əммə йəшерен һɵйɵүҙəн баш тарта алманы. Ун биш йыл дауамында донъяларын яҡтыртты, йылытты был ялҡын. Уны бɵтɵн ғəлəмдəн сер итеп тоторға ла аҡылдары етте. Теге ғаилəгə бер тинлек зыян, бер бɵртɵк күҙ йəше килтермəгəненə иманы камил Алмагɵлдɵң. Хатта йəшереп кенə үҙе ярҙам итеп тора торғайны. Тик ғүмере ҡыҫҡа булды һɵйгəненең. Бəлки, сəғəттəре һанаулы булып, ваҡыт ҡыҫтағанға шулай янып йəшəгəндер ғəзизе.

Бына шулай ул Алмагɵл. Һɵйҙɵ лə, һɵйɵлдɵ лə. Донъяһын да кɵттɵ. Ɵмɵтɵн һəлберəтеп, кешенəн кɵтɵп ултырманы. Ə хəҙер бер ете яттың донъяһына барып йығылырғамы? Кɵтɵп тор.

— Нейə? Пенсионер ҡарттың эше бармы? Юл хаҡы буш. Килер ҙə ҡайтыр. Бер мажара булып ҡалһын əле, — тип ҡул һелтəне.

***

Килə-килə, уйлай-уйлай ҙа, етеш донъяһында тыныс ҡына йəшəп ятҡан һау-сəлəмəт əбейҙең башына мəшəҡəт алып уға, йəғни Хəмəтнурға, тормошҡа сығырға ниңə риза булырға тейешлеген аңламай. Аңламағас, ҡайһылай йомро, йəтеш кенə итеп тəҡдим яһарға белмəй. Юл буйы баш ватты, марама булды. Бер мəл, күҙе эленеп киттеме, əллə ҡайҙан нур кисеп килгəн Зɵлхизəһен күрҙе. Уныһы йəп-йəш. Эргəһенə килеп, ҡарттың маңлайына аҡҡош мамығылай йомшаҡ ҡулы менəн ҡағылды. “Фатиха бирҙе”, — тип ҡыуанып уйланы Хəмəтнур тɵшɵндə. Шунан, тынысланып, хəтһеҙ генə серем итеп алды. Тик ауылға килеп еткəс, элекке икелəнеүҙəре йəнə билəп алды.

Əллə шуға, кɵпə-кɵндɵҙ аҙашты ла ҡуйҙы. Хəйер, ауыл тигəне ҙур ғына булып сыҡты. Тəүҙə бɵтɵнлəй яңылыш яҡҡа тартҡан икəн, һораша-һораша кəрəк урамына саҡ килеп сыҡты. Шунан ɵйҙɵ таба алмай йонсоно. Автобустан тɵшкəнендə яҡты ғына булһа, əле буйтым күҙ бəйлəнə башланы. Ҡояш йылытҡанда ҡəҙимге имшегəн кɵн, кискеһен шыҡырайтып туңдырырға самалай, етмəһə. Ə Хəмəтнур бейəлəйенең һыңарын əллə ҡайҙа тɵшɵрɵп ҡалдырғанмы, сумаҙанына яңылыш тығып ҡуйғанмылыр. Бер урында əйлəнгелəгəс, яҡындағы ɵйҙɵң ҡапҡаһы тɵбɵндəге йыуан бүрəнəгə терəлеп хəл йыйырға ла, ишек алдына инеп, һорашып сығырға ҡарар итте. Ɵшɵгəн ҡулын кеҫəһенə тығып, кɵшмɵрəп кенə ултыра бирҙе лə, ихтыярһыҙ һəленгəн башын ҡалҡытып ҡарағайны, саҡ ҡысҡырып ебəрмəне. Ана лаһа ул, Салауат урамы, 5. Тыҡырыҡ мɵйɵшɵндəрəк, саҡ ҡына эскə инə биреп ултырған сынъяһау ɵй. Нисек күрмəгəн тигəн? Күргəн инде ул, тик үҙе лə аңғармаҫтан, əбей кешенең ɵйɵн эҙлəгəс, был алты мɵйɵшлɵ, һарайҙай йортҡа иғтибар итмəгəн. Ҡандай донъя! Солтан əйтеүен-əйтеңкерəгəйне ул, тик əйтеп еткермəгəн икəн шул.

Ихатаға инеү менəн, танауҙы рəхəт ҡытыҡлап, ҡаҙ һурпаһының еҫе сыҡты. Баҙнатһыҙ ғына ишек туҡылдатыу менəн, йүгереп килеп аса һалдылар. Йəш кенə ҡыҙ бала. Квартиранттарының береһелер. Хəмəтнур ҡарт ҡарашын балҡып торған йорт эсенəн йүгертеп хужабикəне эҙлəне. Күрҙе лə ҡатты.

Ɵлкəнəйгəс, матурлыҡ тураһында һɵйлəһəң, йəштəр хихылдашҡан була башлай. Ə бит ысын матурлыҡ ул олоғайғас ҡына беленə. Йəш саҡта ни кем дə матур. Күҙең һазлап, битең алһыуланып, ирендəрең ɵрɵлɵп торғанда. Тик ул матурлыҡҡа үҙеңдең бер генə лə ҡыҫылышың юҡ. Уны һиңə тəбиғəт биргəн. Ə бына яҡты булһа ла, аҙаплы ғына ошо донъяла кəмендə илле-алтмыш йыл йəшəгəс матур булып ҡара һин. Сɵрɵшкəн битте, күпме генə кершəн һɵртһəң дə ағартып, күкшел епкə əйлəнгəн иренгə ҡыҙыл яғып ҡына күркəм күренеп булмай. Ҡартлыҡҡа яһалма матурлыҡ йоҡмай. Хəҙер булмышыңда сырайыңды йəмлəрҙəй сифатың бармы-юҡмы, шул хəл итə. Киң күңелең сағыла йɵҙɵңдə, ҡарашыңды ихласлыҡ, миһырбан балҡыта. Ауыҙың аҫҡа кəүшəйеп тɵшкəн икəн, мыжыҡһың, ҡаш араларыңды тəрəн бураҙналар уйған икəн — йəмрəйһең. Бер нимəне лə йəшереп булмай. Ə Алмагɵлдɵң битендəге һəр йыйырсығына нур ҡунған кеүек күренде. Ə ҡарашында ниндəйҙер йəштəрсə саялыҡ уйнаҡлап тора, етмəһə.

***

— Юл буйына баш ватып килдем, ниңə һин миңə кейəүгə сығырға тейешһең əле? тигəн һорауыма яуап таба алманым, — тип туп-тураһын ярҙы ла һалды, бер нисек тə йылына алмай, шɵрпɵлдəтеп сəй эскəндə. — Бер генə нəмə əйтəм, һин миңə шул тиклем кəрəкһең. Шулай тине лə, ҡапыл баҙнатһыҙланып ( тəүəккəл Хəмəтнур ниндəй кɵнгə тɵшһɵн əле!) əллə юҡ тигəн яуапты ишетеүҙəн ҡурҡып, башын эйҙе. Ə Алмагɵлдɵң тəне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. "Хоҙай был бахырҙы үҙе əшкəрткəндер", — тип уйланы. Сɵнки уның күңеленə ошонан да ятышлыраҡ дəлилде, иң кəрəкле һүҙҙе ɵйрəтеп ҡуйһаң да табыуы ҡыйын. Тик кисерешен һиҙҙермəне, ҡырҡыу ғына итеп:

— Тартаһың икəн, — тине. Бабай, уҡытыусы тарафынан бəҙрəфтə тɵтəтеп торғанда тотолған уҡыусы һымаҡ, ғəйепле ҡиəфəт менəн баш ҡаҡты. — Эсмəйһеңдер ул?”

Был һорауҙы ишетеү менəн Хəмəтнурҙың күңеле йылыныңҡырап китте. Сɵнки был бик етди мəсьəлə. Уны ҡуҙғатыу, Хəмəтнур менəн осрашыуға əбейҙең дə етди ҡарауын аңлата.

— Юҡ, — тип əйтергə ашыҡты. — Ауыҙыма ла алмайым тип əйтеп булмай булыуын. Байрамдарҙа, мəжлестə, аш һеңдереү ɵсɵн, самаһын белеп кенə. — "Сама" тиеүен тине лə, эскесенең дə үҙ самаһы булыуын уйлап: — Йəштəн үк дуҫ булманым, — тип ɵҫтəй һалды. Быныһы ысын ине.

— Иман яғы нисек?

Был һорау Хəмəтнурҙы ҡаушата тɵштɵ. Аллаға бик ышанып бармаһа ла, (коммунист таһаң ул), шул тиклем ерҙəн килеп, иманһыҙмын, тип ултырыға тɵптɵ алйот түгел. Баш ҡағыу менəн сиклəнде, нисек телəһə, шулай аңлар. Был мəсьəлəлə хужабикə тɵпсɵнə тɵшɵр ине, моғайын, телефон шылтыраны. Ҡыҙҙарҙың береһе:

— Гɵлнисинəй шылтырата, — тип килеп етте.

— Əйт, инһендəр, — тигəн фарман булды.

Хəмəтнур тəфтиштең əлегə имен-аман тамамланыуын, əммə алда тағы ла етдиерəк имтихандар торғанын тɵшɵндɵ.

Ул арала аллы-гɵллɵ кейенгəн ɵс ҡарсыҡ килеп инде. Шул тиклем гɵлдəр баҡсаһына ҡаушарғараҡ самалап тора ине Хəмəтнур, соландан берəүҙең ауыр баҫып, ҡых-ҡых килеп инеүен ишетеп, тынысланды. Уға ла иптəшкə бер ҡарт тəмəжникте саҡырғандар икəн. Хужабикəнең:

— Дəүлəтбай еҙнəм йəнə шул һаҫыҡ тəмəкеһен тартып ингəн, — тигəн һүҙҙəрен хəтер янсығына тɵйнəп ҡуйҙы шулай ҙа.

***

Хушлашҡанда ɵҙɵп кенə əйтмəне Алмагɵл.

— Тороп тор, барып донъяңды күрəйем, шунан һɵйлəшербеҙ, — тиеү менəн сиклəнде. Ҡарттың мəсьəлəне оҙон-оҙаҡҡа һуҙырға һис кенə лə телəге юҡ ине:

— Ҡасан килəһең һуң? Артыҡ һуҙылма, — тип түҙемһеҙлəнде. Бəндə күңеле əңгəмə инде, уның сабырһыҙғы ифрат оҡшаны Алмагɵлгə.

Шулай ҙа, аҙна-ун кɵн һуҙып, юлға йыйынды. Телевизорҙы һүндереп ятайым, тиһə, йəйге ваҡытҡа күсеү тураһында хəбəр итеп торалар. Əл дə ишеттем əле, тип ҡыуанып, сəғəткə генə ынтылғайны, телефон шылтырай. Хəмəтнур.

— Һин ваҡытты күсерергə онотма инде, автобусҡа һуңлап ҡуйырһың, — тип борсола. Ул да теге оста телевизор ҡарап ултырған да, белемсе булып аҡыл ɵйрəтеп торған була инде. Ғүмере буйы үҙен-үҙе ҡайғыртып, үҙе ɵсɵн үҙе яуап биреп иркен ɵйрəнгəн Алмагɵл ҡапыл сыпраңланы ла китте.

— Нишлəп шул тикле əпəүлəйһең ул? Мине хас та бала-саға күреп... Бығаса һинһеҙ ҙə кəм-хур булмай йəшəгəн дəһаң мин.

— Бала күрмəй һуң, мин ҡыҙҙарға күҙ ҡыҫып йɵрɵгəндə һин əле тыумаған да булғанһың, — тип шаярыуға бора һалды ҡарт.

Былай ҙа күңелендə мең уй, бихисап шик-шɵбһə мыжғыған Алмагɵл йəнə ҡуҙғып китте. Оҙаҡ ҡына күҙен ташбайтып ятты. Иртəнсəк иһə йоҡлап ҡала яҙған. Сəй ҙə эсеп тормай, əлəн-борхан кейенеп сығып йүгерергə тура килде. Үҙе автовокзалға китеп бара, үҙе икелəнə. Етмəһə, аҙым һайын танышы осрай.

— Ҡайҙа китеп барыш, Алмагɵл апай? — тиҙəр. Бɵтəһе лə уның, алтмыш туғыҙ йəшлек əбейҙең, кейəүгə сығырға китеп барғанын белеп, юрый кɵлɵп һорашалыр кеүек тойола. Ҡыҙара-бүртенеп, тирлəп-бешеп:

— Аша ауылдағы əхирəтемдең хəлен белеп ҡайтам, — тип алдаша. Ҡайһы береһе ошоноң менəн мɵрхəтһенə, бəғзелəре:

— Ҡайһы ауылға, ниндəй əхирəтеңə? — тип тɵпсɵшɵргə тотона.

— Автобусҡа ашығам, — тип ҡуҙғалһа,

— Ниндəй автобус? — тип һорай башлай. Вокзалға еткəнсе ярты ауыл белгəндер Алмагɵлдɵң күрше ауылға барырға юлға сыҡҡанын. Шулай инде, ҡыҙыҡһыналар, ғүмер буйы шаран-яран булып, барыһы менəн ҡатнашып йəшəгəс. Үрмəксе ауына сорналғандай ялғанға буялып, саҡ килеп етте билет кассаһына.

— Ҡыҙыҡайҙарым, билет ҡалдырабыҙ тигəйнегеҙ Сибайға.

— Һуң, Алмагɵл инəй, автобус бер сəғəт элек үк китте бит һуң, — тиеште ҡыҙҙар.

Ҡоромағыр, кисə сəғəткə үрелгəн ерҙəн шылтыраған телефонға əүрəп ваҡытты күсерергə онотоп ятҡан даһаң!

Икелəнеүе еңеп, "уңмаған юлды ҡыума" тигəн кəңəште тотоп, кире боролам тигəйне, əллə ҡайҙан үҙен ғүмере буйы хур итмəгəн тəүəккəллеге "былҡ" итеп ҡалҡып сыҡты.

Ҡыҙҙар уны сəғəт ярымдай кɵттɵрɵп, сəй эсереп, үткесе автобусҡа ултыртып ебəрҙе. Уныһы алама, алыҫ юлға нисек сығарып ебəргəндəрҙер, үргə табан бɵтɵнлəй тартмай. Ығышланып, Алмагɵл кеүек үк тырабузлығы арҡаһында ғына бара. Етмəһə, кɵнɵ боҙолоп китте. Əсе ел сыҡты.

Былай барһалар, ваҡытынан ɵс-дүрт сəғəткə һуңлаясағын самалаған Алмагɵл юл буйы план ҡороп барҙы.

Бəлки, ошолай килеп сығыуы һəйбəттер ҙə əле. Ярты кɵн буйы кɵтɵп тормай бит инде ул бабай. Алмагɵл əхирəтенə генə инеп ҡуна ла, килгəнен белгертмəй, иртəгə үк кире ҡайта ла китə. Кис ултырып хат ҡына əтмəллəй ҙə. Былай тип:

" Мəскəүҙəрҙəн мине табалмағас,

Магадандан эҙлəп йонсома", — тигəн таҡмаҡты яҙып тора ла, "Башҡаса эҙлəмə, шылтыратма. Мине лə борсома, үҙең дə борсолма. Хуш. Сəлəм менəн Алмагɵл". Вəссəлəм. Биғəйбə.

Нишлəп Мəскəү? Ҡайҙан килеп сыҡҡан ул Магадан? Үҙе лə белмəй. Мɵһим дə түгел. Уның шулай тип яҙғыһы килə. Үəт.

Хатын конвертҡа һалып, əхирəтенə ҡалдыра. Үҙе иртəнге автобус менəн ҡайтып китə. Шунан һуң ғына əхирəте хатты бабайға илтеп тапшыра. Бик тə йəтеш килеп сыға бит был. Бəлки, əхирəте менəн бабай оҡшатышып та ҡуйыр. Хəтирəгə кейəүгə сығыу кəрəк тə əле ул. Алмагɵл кеүек эше иреккəндəн түгел, етди сəбəбе бар. Холоҡһоҙ килен менəн бына нисəмə йыл инде үҙе кɵнɵ-тɵнɵ тир түгеп алған фатирында йəне ҡыйналып йəшəй, бахыр...

Алмагɵл шул ике арала уйынан ғына изгелек тə ҡылып ташланы. Тик үҙенə ҡапыл моңһоу булып китте. Шунан һиҙмəй ҙə ҡалған, тəмле итеп йоҡоға талған. Ҡалаға килеп инеп, кешелəр унда-һанда тɵшкɵлəй башлағас ҡына уянды.

Автовокзалы ла үтə йыраҡ түгел икəн. Кɵн кискə һарыҡҡас — килере килеп, китере китеп бɵткəндер — кеше-маҙар күренмəй. Үҙенең уйындағыһына шул тиклем ышанғағамы, артыҡ ҡаранып торманы, тəҙрəгə бер һирпелеп баҡты ла, ашыҡмай ғына сығырға ыңғайлаған юлдаштары артынан эйəрҙе. Инде аяғын һуҙып ергə баҫам, тиһə, ҡулындағы сумкаһына ынтылғанына тертлəп китте. Хəмəтнур! Күгəреп ҡатҡан, ə үҙе шат.

— Шулай булыр, тип уйланым инде, — тип күгəргəн ирендəрен йыйып ала алмай йылмая. — Ярар, иң мɵһиме иҫəн-аман килеп еттең.

Ул ҡыуана, ə Алмагɵлгə рəхəт. Ошо ыжғыр елле ҡара яҙҙың əле генə шыҡһыҙ күренгəн эңере күҙ алдында зəңгəрлəнə, тормош урам фонарҙəре булып балҡый, магазин тəҙрəлəре аша емелдəй. Хəмəтнурҙың да ɵшɵүҙəн тɵшɵңкɵрəгəн яуырындары яҙыла, һыны турая, йыйырсыҡтары юғала.

Ағзаларҙы эшлектəн сығарып, һаулыҡты ҡаҡшатып, сəс-теште йолҡоп, ажғырып, бɵрɵп алып барған ҡартлыҡты шып туҡтатырлыҡ: “ Тороп тор əле, иптəш! Был донъяла һинəн ҡɵҙрəтлерəк илаһи кɵстəр — һоҡланыу менəн яратыу барлығын онотма!” — тип əйтə алырлыҡ мɵҡəддəс тойғо ағыла уның күҙҙəренəн.

Күптəн бындай һоҡланыу күргəне булмаған икəн Алмагɵлдɵң.

Бына бит ул, үҙеңдең ни телəгəнеңде белмəй йəшəйһең дə, иң кəрəген алдыңа килтерə лə ҡуя миһырбанлы донъя.

— Ҡəҙимге мандып киткəнһең, — ти Алмагɵл, автобусҡа ултырып, Хəмəтнурға матурыраҡ ҡарағас. — Беҙгə килгəндə бигерəк ябыҡ инең.

— Тəмəкене ташланым, — ти ҡарт ғорурлыҡ менəн. Алтмыш йылдан ашыу тартҡан, яу ҡырында һалҡын окоптарҙа ҡайһы ваҡыт берҙəн-бер йылылыҡ сығанағы булған тəмəке һынлы тəмəкене ташлауҙың ни тиклем ҡаһарманлыҡ икəнен Алмагɵл, əлбиттə, аңлап етмəй. Əммə уның хаҡына шундай ҡорбандарға барыуҙың баһаһын барыбер һиҙемлəй.

***

Бына шулай башланғайны уларҙың яңы тормошо. Хəҙер инде ун бер йыл бергəлəр. Хəмəтнурға кɵҙгə туҡһан тула. Алмагɵлгə етмеш туғыҙ. Бəпəй генə əле ул.

Туҡһан була. Туҡһан булғас, анда-һанда, ҡайһы бер нəмəлəрҙе кинəт кенə онотоп ҡуйыу артыҡ ғəйеп тə кеүек түгел дə...

“Туҡта, — ти ҡарт. — Шəйехзада Бабичтың "Исемдəр баҡсаһы"нда ла бар ул. Йомғаҡты шунан һүтергə кəрəк. — Мыңғыр-мыңғыр килеп күңеленə биклəгəн шул шиғырҙарҙы барлай башлай.

Быныһының да əтнəкəһе бар, əлбиттə. Ҡартлыҡ сат йəбешə алмаһын ɵсɵн башты əүҙем эшлəтергə кəрəклеге хаҡында уҡығайны. Мейе шыйыҡланмаһын тиһəң, берəй сит тел ɵйрəнергə тотонорға, һис булмаһа шиғыр ятларға кəрəк икəн. Шуға арымай-талмай Туҡай, Бабич шиғырҙарын ятҡа биклəргə тотондо. Əбейенең кəңəше менəн доғалар ҙа ɵйрəнə башланы. Тик шиғырҙар тиҙерəк һеңə лə ҡуя шул.

“Гɵлгɵнəнең керпектəре гɵл кейенгəн,

Ике күҙе киске тымыҡ күл, тиелгəн...”

Ошомо? Юҡ, Гɵлгɵнə лə түгел.

Тик былай эҙлəү бик оҙаҡҡа һуҙылмаҡсы. Ул арала ҡорһаҡ та үҙ дəғүəлəрен алға һɵрə башланы. Ə аш бүлмəһенəн сыҡҡан тəмле еҫтəр аҡылдан шаштырырлыҡ кимəлгə етте. Шуға ла үҙен башҡаса йонсотмаҫҡа булды Хəмəтнур.

Иркə бесəй кеүек мырылдап ҡына:

— Əбей, — тип саҡырҙы. — Əбей, исемең кем əле ул һинең?

Аш бүлмəһендə ҡыштырҙау туҡтаны. Бер нисə генə секундҡа һуҙылған тынлыҡтың һɵрɵмɵ алъяпҡысын сисə-сисə ялпылдап килеп ингəн əбейенəн алда уҡ хəүеф ипкене булып бабайға ҡаҡлыҡҡайны инде.

— Ə, һин шулаймы əле? — тине ҡарсығы һаман йəштəрсə осҡон сəсеп торған тəрəн күҙҙəренең ҡара ялҡыны менəн ɵтɵп алып. — Исемемде лə иҫеңə тɵшɵрə алмай аҙапланып ятаһыңмы? Ыҙаланма, ҡартыҡайым. Онот ул алама əбейҙе, булмаған, тип иҫəплə. Мин шым ғына үҙ донъяма ҡайтып китəйем. Ə һин исемен онотмаҫлыҡ əбей алып йəшəрһең, йəме! — тип шифоньерҙың ишеген шар асып, аҫтағы ҡара сумкаһын һɵйрəй ҙə башланы.

Шул саҡ Хəмəтнур ҡартҡа ун һигеҙ йəшлек егет етеҙлеге ҡунды Ул юрғанын һирпеп асып, ҡайһы арала һикереп торғанын, ни рəүешле əбейе янына барып баҫҡанын да һиҙмəй ҡалды. Ҡурҡышынан зиһене шунда уҡ салтланды.

Ғəзизенең яурынынан ҡосоп:

— Ҡуй, улайта күрмə, — тип бышылданы.— Һинəн мине Əжəлем генə айырһын.

“Алмагɵл, аһ, бешеп еткəн алмалы бит.

Иманлы бит, илһамлы бит, аллалы бит.

“Үп!” — тине лə үптермəне, күҙҙəн тайҙы.

Аһ, сихырсы алмалы бит, алданы бит!” —

Ситкə шыуып киткəн кешмир яулығының ҡырыйынан сығып торған сал сəстəренə башын терəне. Уларҙың тəмле еҫенəн хатта башы əйлəнеп китте. Ғүмер ахырын нурға сорнаған ҡɵҙрəтле мɵхəббəттең хуш еҫе ине был.

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: