Бөтә яңылыҡтар

CЕР (хикәйә)

Өйгә нисек ҡайтып еткәнемде хәтерләмәйем. Әммә өйҙәгеләрҙе уятмаҫҡа тырышып, шым ғына йоҡо урыныма барып ятырға маташыуым хәтерҙә. Баш зәңкеп ауырта, тәнем үҙемдеке кеүек түгел, эсемдән нимәлер һурып алғандармы ни. Әммә мейенеңме, йөрәктеңме иң төпкө бер урынындағы бәхет кисерештәре тере. Үле кеше кеүек йоҡлап киткәнмен. Атайымдың асыулы тауышын, әсәйемдең уны тынысландырырға маташыуы ауаздарын ишетәм. Уянып булмай.   - Уят малайыңды! - тип туҙына атайым. - Торһон! Сисһен салбарын, хәҙер бестерәм мин уны, әйткәнде тыңламағас!   - Ҡуй, сабыр ит... Улым, уян әле, уян! - Быныһы әсәйемдең тауышы.   Килеп тә торҙом... Атайым елтерәтеп ишек алдына алып сығып та китте.

Поездға өтөлә-ҡырыла са-саҡ килеп өлгәштем. Уйламаған ерҙән ямғыр яуып ебәрҙе лә, артынан һыуытты, юлға еңелсәрәк кейенеп сығыуым арҡаһында бик ныҡ өшөттө. Гел шул инде, юлға йылыраҡ кейенеп сыҡһаң, эҫетеп ебәрә, йоҡараҡ кейенһәң, һыуыта ла ҡуя. Беҙҙең яҡтың һауа шарттары, кәйефе тиҙ үҙгәреүсән көйәҙ ҡатын кеүек. Район үҙәге баҙарына инеп, өҫтөмә йылы кофта алырға ниәтләнгәс, коллегам, юҡ менән булмаҫҡа, уның берәр йылы кофтаһын кейеп ҡайтырға кәңәш итте. “Осрашмай тормайбыҙ, бер барғанымда кире бирерһең, - тине ул. - Баҙарҙан тота килеп кенә йәтеш кейем табып булалыр шул. Теләһә нимә алып, аҙаҡ ҡайҙа ҡуйырға ла белмәҫһең. Әйҙә, машинаңды йәһәт кенә беҙгә табан бор, “- тип водителен ҡабаландырҙы. Шуға ла өтәләнеп килеп инергә тура килде вагонға. Юғиһә, юл сығырға булһам, ваҡытты запаслап сығырға күнеккәнмен. Ғәҙәтем шундай, һуңлабыраҡ, ашыҡ-бошоҡ йөрөүҙе яратмайым.
Купеға инеп әйберҙәремде атып тигәндәй бәрҙем дә, тән буйлап таралған арыуҙы, бәйенән ысҡындырған ҡолонсаҡ кеүек бушатып та ебәрҙем. Вагондың тар һикеһе иң затлы карауат йә креслоларҙан да арыуыраҡ кеүек ине. Планлаштырылған эштәр эшләнде, сәй эсеп алайым, шунан ятырмын да йоҡлармын. Нисә тәүлек йүнләп йоҡлаған да булманы. Командировка-командировка инде, эш ашығыс, йәшәү шарттары өйҙәге кеүек түгел. Арыта. Дөрөҫ, уның ҡарауы йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, һәр командировка яңы осрашыуҙарға бай була. Яңы ауыл, ҡасаба, ҡыҙыҡлы кешеләр менән күрешәһең. Күп фәһем алырға мөмкин. Ауылдарҙа ихлас күңелле кешеләрҙән әллә ни саҡлы нәмәләргә өйрәнергә мөмкин. Ҡулы оҫта була ауыл кешеһенең, күңеле киң. Үҙҙәре килеп тороп йомарт. Белгәндәре менән уртаҡлашырға ғына тора. Өфөнән ситтә ваҡыт та яйыраҡ аҡҡан кеүек. Ә Өфөләге ваҡыт ағымына этелә-төртөлә, эләгә-тәгәрәй саҡ эйәреп була.
Күңел урынына ултырғандай булды. Йылы тәъҫораттар солғап алды.
Шулай, кеше ғүмере буйы асыштар, кисерештәр солғанышында йәшәй. Ана шул кисерештәр кешенең күңелен үҫтерә, хистәрен сарлай, офоҡтарын киңәйтә.
Купелә йәнә ике кеше бар. Һылыу, бик килешле кәүҙәле, матур кейемле 45 йәштәр тирәһендәге ҡатын һәм өлкәнерәк, сал йүгергән сәстәре үҙенә бик килешле , ыҫпай кейемле ир. Вагонға ингәс тә улар менән иҫәнләштем. Йылмайып ҡаршы алдылар. Поезда, ғәҙәттә, шулай була: тар ғына бүлмәлә бығаса бер тапҡыр ҙа осрашмаған кешеләр йыйылыша һәм, ҡайһылыр ваҡыт бергә булырға мәжбүрлектәрен аңлаған хәлдә, бер-береһенә итәғәтле мөнәсәбәттә булырға тырыша. Шып-шым ғына китеп барып булмай, аралашып китәһең, ҡай саҡта сит-ят кеше серҙәрен дә сисеп ташлай. Тартынмай һөйләшергә, эсеңде өйкәгән нәмәләрҙе бушатырға була, сөнки тиҙҙән юлдаштарың менән мәңгегә айырылышаһың, тимәк, ваҡыт уҙғарыу өсөн генә барған аралашыу, һыуға йә утҡа һөйләгән хәбәр кеүек, ваҡыт һәм киңлектәр эсенә сумасаҡ.
- Сәй эсеп алғығыҙ килмәйме?- тип тәҡдим иттем юлдаштарға, мине оҙатҡанда эш буйынса коллегамдың ҡыҫтап-ҡыҫтап сумкама бутербродтар төргәген һалғанын иҫемә төшөрөп. Уларҙы өҫтәлгә сығарып һалдым. “Ал-ал, - тигәйне коллегам был ризыҡтарҙы. - Үҙем дә юлда йыш йөрөйөм. Ризығың сумкаңда булһын ул. Юл хәлен белеп булмай, тамағың туҡ булыуға етәме ни?”
Сәй һорап алдыҡ. Юлдаштар ҙа кемеһенең нимәһе бар, өҫтәлгә сығарып ҡуйҙы. Ҡатын кеше туралған йәшелсәләр, емеш-еләк, ағай - кәбеҫтә бәлешен.
- Тыуған яҡтарға ҡайтып әйләндем, - тине ағай. - Ҡустым ошо районда йәшәй. Бәлеш килендең күстәнәсе. Харап аш-һыуға оҫта киленебеҙ. Әсәйем мәрхүмә менән бер. Күңелем булды, Тыуған йортта һине хөрмәт итеп ҡаршылаған туғаның булыуға ни етә. Һыйланығыҙ, ҡыҙҙар.
Ашап-эсеп алғас, ысынлап та, кәйеф күтәрелеп, арығандар таралғандай булды. Өҫтәл йыйыштырылды. Ҡатын сумкаһынан бик яҡшы ҡағыҙға баҫылған сағыу төҫтәргә бай каталог килтереп сығарҙы.
- Тәҡдим итәм, - тине ул уйынсаҡ наҙлы тауыш менән. - Танышығыҙ, һеҙгә оҡшаясаҡ, бынан һәйбәт кремдарҙы һеҙ бүтән бер ерҙән дә таба алмаясаҡһығыҙ. Ағай, һеҙ ҙә ҡарағыҙ, - ҡатын бер миңә, бер ағайға алсаҡ ҡараштарын төбәне, -еңгәгә бүләккә алһағыҙ, ҡәҙерегеҙ бермә-бер артыр.
Ағай йылмайып ҡына ҡуйҙы. Мин ялтыр каталогты илтифатһыҙ ғына, итәғәт йөҙөнән ҡарай башланым:
“ Сыворотка мезоэффект с применением мезороллера оказывает целенаправленное действие на 3-х уровнях кожи, обеспечивает действительно корректирующий эффект. Уже с первой процедуры средство превосходит все ожидания: микрорельеф кожи становится невероятно гладким, ее тон выравнивается, а морщинки значительно сокращаются...”
Харап бит! Ә теле?! “Мезороллер...” Уныһы нимә икән инде?
Мөғжизә вәғәҙә иткән бындай каталогтарҙан күп нәмә юҡ хәҙер. Ул кремдарҙы ҡатын-ҡыҙ ғүмере эсендә йөҙ- йөҙ илле килограмм самаһы тотоналыр ул, күберәк булмаһа әле. Минең юлдаш кеүек һатыусылар ана шул косметиканы, йыбанмай, офистар, предприятиелар буйлап таратып йөрөй. Һәр осраҡты файҙаланып эсеңә-бауырыңа инә. Төшөмө барҙыр күрәһең, шулай булмаһа, әрһеҙләнеп йөрөрһөңме? Ҡайһы бер кабинеттарҙан ҡыуылып та сыҡҡылайҙар, әммә ғәрләнмәйҙәр, икенсе ишекте ҡағалар. Күберәген бухгалтерия ҡыҙҙарына эйәләшәләр. Сөнки бухгалтерияла дөйөм аҡсаны үҙҙәренеке кеүек күргән, шуны таратыуҙы бик мәртәбәле эш тип һанаған текә лә, бер ҡатлыраҡ та халыҡ эшләй.
- Нишләтә инде был кремдар? - тип һорап ҡуйҙы ағай.
- Йәшәртә! Еңгәне танымай ҙа торорһоғоҙ. Ә ул, бындай бүләк өсөн, һеҙҙең үҙегеҙҙе өрмәгән ергә ултырмаҫ. Мин әйтте тиерһегеҙ, шулай буласаҡ. Әле мин был районға икенсегә генә килдем. Теге килгәнемдә кремдарымды алған кешеләрҙе күреп, заказсылар артҡан. Рәхмәт тә рәхмәт, тағын кил, тип ҡалдылар. Бына миңә нисә йәш бирер инегеҙ?
- Әлләсе, - тине ағай, ҡатындың йөҙөнә текләргә ҡыйынһынып. -Ҡыҙҙарҙың йәшен таный белмәйем мин.
- Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? - Миңә мөрәжәғәт иткән ҡатындың күҙендә бер аҙ тантана ла, бер ни тиклем өмөт тә бар ине. “Йәнәһе лә, һин минең яҡлылыр бит!”
- Ҡырҡ тирәһелер, - тигән булдым мин, ҡатындың күңелен ҡайтармау ниәтенән. Һуңынан үкендем, ҡайҙан шыттырҙым. Был миңә сат йәбеште:
- Шунан артыҡты бирмәйҙәр шул миңә... Сер итеп кенә әйтәм, миңә - 45. Ошо кремды ҡулланам. Зерә файҙаһы тейә. Алығыҙ, үкенмәҫһегеҙ! Мине аҙаҡ эҙләп тә йөрөрһөгөҙ әле. Бына визиткам!
Мин уға төрлөсә ҡаршылыҡ күрһәтеп ҡараным.
- Мине хәҙер бер сара ла ҡотҡара алмаясаҡ, - тип шаяртыуға һалыштырмаҡсы ла булдым. Өҙмәй ҙә ҡуймай. Дегәнәкме ни. Әле 6-7 сәғәт тирәһе бер купела бараһыбыҙҙы иҫкә төшөрөп, был бәйләнсектән ҡотолайым да ҡуяйым тип, бер һауыт кремын алырға булдым. Эс тә бошоп ҡуйҙы: квартплата түләнмәгән, өйҙәгеләрҙе шатландырайым тип ҡорот, ҡаймаҡ, бер матур ғына ауыл тауығы йәнә ваҡ-төйәк алғайным, кеҫә һайыҡты. Ярай әле өҫкә кофта кейҙереп оҙаттылар, коллегам әйтмешләй, ҡабалан-ҡарталан ғына кәрәгер-кәрәкмәгән кофтаны ла алған булһам, алдың байыңды була ине әле. Хәҙер бынау кремы... Хаҡы-хаҡмы!
“Мезороллер...” Уныһын ғына беләбеҙ инде, әле бер генә кремдың да 40 йәшлек ханымды 20 йәшлек ҡиәфәтле иткәне юҡ. Хәйер, ундай мөғжизә миңә, мәҫәлән, кәрәк булыр инеме икән? Һәр йәштең үҙ урыны, һәр быуындың - үҙ мөхите, хатта ки, статусы...20 йәшлек блондинка булып ҡыланһам, көлкө күренер ине...
Минең бер аҙ кәйеф боҙолоуға ханым иғтибар итмәне, хәбәрен һөйләп маташты, ә ағай, күрәһең, йәше һәм тәжрибәһенән сығып аңғарҙы шикелле.
- Ҡыҙҙар, йәшегеҙ еткән, бер ҡыҙыҡ һөйләйем әле, рөхсәт итһәгеҙ! Мөмкинме?
Йоҡо килһә лә, ошондай сәйәхәттәрҙә осраған юлдаштарҙың байтаҡ фәһемле ваҡиғалар хаҡында һөйләгәнен ишетергә өйрәнеүем һәм ҡыҙыҡһыныуым еңде:
- Әйҙәгеҙ, - тип йәнләнеп киттем. Һәр хәлдә, һөйләшеүҙең икенсе йоҫоҡҡа боролоуы хөрт түгел. - Тыңлайбыҙ.
- Асылда...- тип икеләнә бирҙе ағай, - мин уны күптәндән бирле күңелемдә сер итеп һаҡлайым. Берәүгә лә һөйләгәнем булманы. Көлөрҙәр, ышанмаҫтар тип эсемә бикләп ҡуйғанмын.
- Мөхәббәт тарихылыр әле, - тип шырҡылдап ҡуйҙы күршебеҙ.
- Улай тиһәң дә була...Йәшәртә торған крем хаҡында һөйләгәс, хәтерем яңырып китте.
“Берәр биологик актив ҡушымта кеүек мөғжизә хаҡында булмаһа ярар ине ағайҙың сере, - тип уйлап ҡуйҙым. - Юғиһә, ана шул нәмәкәйҙәре менән башты ҡатырған ир-атты ла осратҡан бар. Йөрөйҙәр эзмәүерҙәй баштары менән юҡ менән булашып...”
- Тыуған яҡтарға ҡайтып әйләнеүем хаҡында әйткәйнем инде., - тип башланы һүҙен ағай. - Ҡасабала тыуып үҫтем мин. Ул элек ауыл булған, һуңынан яҡын-тирәбеҙҙә мәғдән табылғас, ҡасабаға әйләнеп, ситтән килеп төпләнеүселәр күбәйеү арҡаһында ҙурайған. Мин белгәндә тиҫтәнән ашыу урамлы ине. Шулай ҙа кешеләр бер-береһен белә. Бер үк мәктәп, бер үк эш урыны, ҡатнашмай йәшәп булмай. Әле ҡасаба тарҡала башлаған. Эш юҡ. Әммә өлкәнерәктәр урынынан ҡуҙғалырға йыйынмай, мал-тыуар менән көн күрә. Ҡасабала йәшәп ятҡан тиҫтерҙәр кәмегән, әммә барҙар әле. Күрешеп, һөйләшеп, күңелем булып ҡайтып барам. Ә теге... Һеҙгә һөйләгем килгән ваҡиға күңелемде өйкәп тора. Ул хаҡта берәү менән дә һөйләшергә насип итмәне. Мин һүҙ башларға ҡыйманым, бүтәндәр ҙә ләм-мим. Була бит шундай хәлдәр... Тотош халыҡ хәтеренә йоҙаҡ һала ла ҡуя. Булмаған да-нитмәгән дә, йәнәһе...
- Көттөрмәгеҙ инде, күңелегеҙҙе ошоғаса өйкәгәс, юҡ-бар нәмә түгелдер...
- Әллә ысын булманымы икән, тип ышанмай киткән саҡтарым да булды...
Ҡыҫҡаһы...
Белмәйем, ҡасан килеп төпләнгәндәрҙер, ҡасаба ситендәрәк бер йортта ике ҡатын йәшәй ине. Икеһенең дә исеме – Мария. Береһе бик йәш, һылыу, икенсеһе йөҙөн йыйырсыҡтар баҫҡан өлкән ҡатын. Бер ерҙә лә эшләмәнеләр. Өлкәне өлкән инде, йәше, имештер, йөрәк сирлемен, эшкә ярамайым тип эшкә-фәлән урынлашмаҫ булған.
Иҫке генә йорттарының тирә-яғын рәткә килтереп, баҡса үҫтерәләр, шул туйындырғандыр, күрәһең. Күрше-тирә менән аралашмайҙар. Әммә тиҙҙән, йөрәк сирлемен тигән йәш Мария клубҡа, киноларға, киске танцаларға йөрөй башлай.
Матур ине Мария. Һүрәттән төшкәнме ни. Ҡап-ҡара бөҙрә сәсле. Биле өҙөлөп тора. Тәне аҡ, бармаҡтары балауыҙ кеүек. Көнө-төнө йә йорт эштәрендә, йә производствола эшләп әлһерәгән, һылыулғын, һомғоллоғон иртә юғалтҡан ҡасаба ҡатын-ҡыҙҙары менән сағыштырырлыҡ та түгел.
Ир-егеттәр, ауыҙ-һыуын ҡойоп Мариянан күҙен дә алмай. Ымһынмаған ир-ат ҡалмағандыр. Йәш егеттәр ҙә йөрөй бының артынан, урта йәштәгеләр ҙә. Ҡасабала тыныслыҡ юғала, ир-егет Марияның ҡапҡа төбөн һағалай. Мария ҡарсыҡ быларҙы көрәк-һәнәк күтәреп ҡыуып тора, ә былар, утҡа һырыҡҡан күбәләк кеүек, һаман улар тирәһенә эркелә.
Егеттәренән яҙған ҡыҙҙар Марияға үс ҡайрай, яңғыҙын ғына эләктереп сәсенә йәбешмәксе лә булалар, юҡ, бер үҙен генә осрата алмайҙар, урамға сығыуы була, янында һәр саҡ дәрте ташып торған берәр егет һырпалана.
Әммә Мария егеттәрҙең береһен дә янында оҙаҡ тотмай. Бөгөн берәүҙе ҡултыҡлап йөрөй, ә иртәгәһенә - икенсене. Ташланған егеттәр бер-береһе менән сер уртаҡлаша: ниндәй темперамент икән ул Марияла? Уның һырпаланыуҙары, наҙы, дәрте бер генә ҡатын-ҡыҙ менән сағыштырырлыҡ түгел. Уның менән уҙғарған төндө онотоу, унан баш тартыу, ҡосағыңдан сығып икенсе ҡосаҡҡа инеүенә күнеү мөмкин түгел. Асыуы килә егеттәрҙең, артынан “кәнтәй” тип тел сарлайҙар, әммә киске уйындарҙа барсаһының да күҙе Марияла, йәнә ҡултыҡлап алмаҫмы, ҡуйынға һарылмаҫмы, минеке генә булмаҫмы, тип өмөтләнәләр.
Ғаиләләрҙә ыҙғыш. Бисәләр илаша, ир-ат вәғәҙәләр биреп ант итә, әммә эңер төшөп, аяҡ аҫты һил булыу менән Марияның ҡапҡаһы янынан бер урамай ҡуймай: килеп сыҡмаҫмы, ҡосағына алмаҫмы?
Миңә ул саҡ ун алты тулғайны. Минең дә ике күҙем Марияла. Төндәрен хыялланып сығам, ҡулынамы, сәсенәме генә ҡағыл ине. Ундай ҙа һылыу ҡатын бүтән ғүмерҙә лә осрамаҫ, ә Мария һанламаһа, мәңгегә бәхетһеҙ булырмын кеүек.
Марияға бөгөндән өйләнергә әҙермен. Аңлайым, күп милләтле ҡасабала йәшәйбеҙ. Әммә беҙҙең ос боронғо ауыл кешеләренән тора. Йола-ғәҙәттәрҙе тоторға тырашалар. Әсәйемдәр һәммәбеҙҙе лә киҫәтеп кенә тора:
- Киленде, кейәүҙе үҙебеҙҙекеләр араһынан һайлағыҙ. Сит милләт кешеһе , нисек кенә арыу булмаһын, холҡо-ҡылығы икенсе төрлө, донъя көтөүе ҡыйын булыр. Алданмағыҙ, зинһар. Беҙ белгәнде әйтәбеҙ, ишетһен ҡолағығыҙ!
- Ҡоҙа булған кеше менән рәхәтләнеп бишбармаҡ ашап, үҙеңсә йырлашып та ултырмағас, донъяның ни йәме, нимә өсөн елкә сейләндерҙек беҙ? - тип өҫтәй атайым да.
“ Һеҙ әйтерһегеҙ инде, - тип ҡыҙам эсемдән генә. - Һеҙҙе тыңлап мәңгегә бәхетһеҙ булыр хәлем юҡ”. Бүтән ҡыҙҙар, класташтар, мәҫәлән, күҙгә лә эленмәй. Мария ғына риза булһын. Ҡасабанан сығып китеп, ситтә йәшәргә, туғандар улай бик ҡаршы торһа, улар менән ҡатнашмай ғүмер итергә лә ризамын.
Ағай бер аҙға тымып ҡалды. Тәҙрәгә ҡарап хәтирәләрен яңыртты буғай. Шунан “ғәфү итегеҙ”, тине лә тәмәкеһен тотоп тамбурға сығып китте. Беҙ күрше ҡатын менән һүҙһеҙ генә йылмайышып алдыҡ. Онотола башлаған крем мәсьәләһе яңынан ҡалҡып сыҡты.
- Ишеттеңме, ирҙәр шулай ул. Улар әле... Матур ҡатын-ҡыҙ тип үлеп баралар.
Дөрөҫөн әйткәндә... - күршемдең маңлайы һырлана биреп китте. Йөҙөнә моңһоулыҡ ятты.- Мин был бизнес менән шөғөлләнеп тә китмәҫ инем ул. Иремде, балаларымды ҡарап өй хужабикәһе булып йәшәүемдән, иремдең тапҡан малынан, донъябыҙҙан риза булып ҡына көн итеп ятҡанда, иремдең минән һыуынғанын шәйләй башланым. Уф-ф-ф...Мине күрмәй, бер нәмә лә һөйләмәй, һорашмай...
- Ир-аттың юҡ-барға ҡыҫылмағаны яҡшыраҡ түгелме ни?..
- Уныһы шулай ҙа... Ирле-ҡатынлы булыу мөнәсәбәттәре лә илке-һалҡы була башланы... Көндөң бер көнөндә өйҙә онотҡан телефоны шылтырауына яуап бирәйем тип күтәрһәм... “ Ҡуяным, кисте һағынып көтәм!” тигән ҡатын-ҡыҙ тауышын ишетмәйемме!
- Телефонды алмаҫҡа булған... Белмәгәндең беләге тыныс...
- Мин дә көнө буйы иланым. Шунан белмәгәнгә һалышырға кәрәк, тигән ҡарарға килдем.
- Дөрөҫ эшләгәнһең. Хәйер, белгәнде белмәмеш булыу өсөн нервыларыңдың тимер сымдан булыуы кәрәктер... Мин һине аңлайым...
- Ә минеке тимерҙән булып сыҡманы. Шик белдерә,талаптар ҡуя башланым һәм... көндәрҙән - бер көндө тормошобоҙ түңкәрелде. Был күтәреп-бәреп теге “ҡуянҡайға” сыҡты ла китте. Осраттым икеһен бергә. Ҡырмыҫҡа кеүек кенә йәп-йәш ҡыҙыҡай... Шунан ошо эшкә тотоноп киттем дә... Нишләйһең, йәшәргә кәрәк. Табыш килтерә. Юғиһә ни... Ярыҡ ялғаш янында ултырып ҡалғайным..
- Бирешмәгәнһең бит әле...- тинем мин, тағы ла нимә әйтәһең сит-ят кешегә. “Ярар, теге крем аҡсаһы ла йәл түгел улайһа”, - тип уйлап ҡуйҙым эсемдән, үҙемде ҡатын-ҡыҙ яҙмышына “теләктәшлек” иғәнәһе тапшырған, көтөлмәгән сығымымды аҡлау сәбәбен тапҡан кешеләй хис итеп.
Ҡыҙыҡ, ағайҙың хәбәренең аҙағын ишетке килә бит әле. Ҡәҙимге йәшлек мөхәббәте тарихы ғынамы икән? Ә бит, “эсемдә күптән һаҡлаған серем”, тип ысҡындырҙы. Йәшлек мөхәббәтен кем кисермәгән? Ундайҙы башынан үткәрмәгән кеше булмайҙыр. Ә быныҡы нимә менән “серле” икән һуң? Нимә менән тамамланды икән ағайҙың мөхәббәте? Туй менән тамамланғаны өсөн ситкә сығып китеп бәхетле ғүмер кисерәме? Тәүге мөхәббәт һирәк осраҡта туй менән тамамлана түгелме?
Ағай тулҡынланыуҙарынан бер ни тиклем һыуынып килеп инде. Өсөбөҙгә лә йәнә сәй яһатып алған. Шым ғына сәйенең шәкәрен болғата башланы. Ғәҙәттә ир-ат сәйенә күп итеп шәкәр һала ла, оҙаҡ итеп, балғалағын сылтыр-сылтыр килтереп болғатыусан, минең ир, мәҫәлән шулай итә, шәкәр ҡомон һауытынан түгә-түгә ташый. Һауытты ҡулына алып, сынаяғына яҡын килтерһә, тәләфләмәй генә һалып алһа була бит инде. Юҡ, мотлаҡ өҫтәлдә шәкәр юлы һыҙылып ятырға тейеш. Ваҡ-төйәк инде лә... Сәйер шулай ҙа...Ә был ағай бер генә киҫәк шәкәр төшөрҙө стаканына, шым ғына болғата.
- Еңгәнең исеме, тимәк, Мария, - тип ҡуйҙы күрше ҡатын.- Кремды юҡҡа алманығыҙ. Ҡатын-ҡыҙ йәш саҡта нисек кенә матур булмаһын, тора-бара барыбер таушала. Матурлыҡты һаҡлап тоторға кәрәк ул...
Ағай йылмайып ҡуйҙы.
- Еңгәгеҙ төҫ ташламай әле ул. Хәйер, мин уны олоғайһа ла яратам. Балаларымдың әсәһе. Холҡо һәйбәт. Миңә шик белдереп, көнләшеп маҙама теймәне. Мин уны хөрмәт итәм. Ә хөрмәт яратыу бит инде ул. Крем-фәлән менән булашҡанын да күргәнем юҡ. Мин күрмәгәндә үҙен-үҙе ҡарайҙыр. Үҙе белә. Мин алырмын, оҡшатмаҫ...
Күрше ҡатын ағайҙы бүтән ҡыҫтаманы.
- Теге йәшлек мажараларын һөйләп бөтәйем...Хәйер... Ышанырһығыҙ микән? Йылдар үткәс ул хаҡта уйлаһам, үҙем дә ышанмай китәм.
Ә бит ул ысынлап та булған хәл...
...Кисәләрҙең береһендә Мария янынаныраҡ үтеп барғанда, был минең беләктән эләктереп ҡултыҡлап алмаһынмы! Йөрәк жыу итеп ҡалды. Кешеләрҙең ике күҙе беҙҙә. Кемдер көнләшеп, кемдер йәлләп текәлгән. Ә минең күҙгә аҡ-ҡара күренмәй, үҙемде ысын ир-егет итеп тойоуҙан түбәм күккә тейгән.
Ә һуңыраҡ... Мин Марияның ҡосағында инем инде. Аҡылдан яҙырлыҡ хистәр, тәү тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙың ҡоло ла, батшаһы ла булыу ләззәте...Башымда бер генә уй: ”Мария мине ташламаҫ ул. Шундай ихлас наҙҙар бүләк ит тә... Юҡ, ташлашмаҫбыҙ! Таң атыу менән үҙебеҙгә етәкләйем дә ҡайтам. Атайымдар әллә ни эшләтә алмаҫ!” Шуны Марияға әйтәм. “Сабыр ит, һөйләш атайыңдар менән”, - ти ҙә көлә. Яурыныма һарыла. “Тик, таң атмаҫ борон янымдан китәһең,” - тигән шартын ҡуя. Нисек айырылырға миңә унан? Әммә һөйгәнеңдең шартына күнмәй ни ҡылаһың?..
Өйгә нисек ҡайтып еткәнемде хәтерләмәйем. Әммә өйҙәгеләрҙе уятмаҫҡа тырышып, шым ғына йоҡо урыныма барып ятырға маташыуым хәтерҙә. Баш зәңкеп ауырта, тәнем үҙемдеке кеүек түгел, эсемдән нимәлер һурып алғандармы ни. Әммә мейенеңме, йөрәктеңме иң төпкө бер урынындағы бәхет кисерештәре тере.
Үле кеше кеүек йоҡлап киткәнмен. Атайымдың асыулы тауышын, әсәйемдең уны тынысландырырға маташыуы ауаздарын ишетәм. Уянып булмай.
- Уят малайыңды! - тип туҙына атайым. - Торһон! Сисһен салбарын, хәҙер бестерәм мин уны, әйткәнде тыңламағас!
- Ҡуй, сабыр ит... Улым, уян әле, уян! - Быныһы әсәйемдең тауышы.
Килеп тә торҙом... Атайым елтерәтеп ишек алдына алып сығып та китте. Әйтмәгән һүҙ ҡалдырманы:
- Һине мин кәнтәй бисә менән буталһын тип үҫтерҙемме ни? Үлтерә һуғам бит хәҙер! - Шунан ул йән көскә мине сыбыртҡы менән һыҙырып ташланы. Арт яҡ, арҡа ярҡалай булып сейләнде. Ултырып та ятып та булмай. Бер нисә көн башты баҫып, өйҙә ни ҡушһалар шуны һыҙлана-һыҙлана башҡарып йөрөнөм. Үҙемдең күңел Марияла. Күрешке, ҡосаҡлашҡы, яратҡы һәм яратылғы килә.
Арҡа рәтләнеп кеше араһына сығыуыма Мария күрше ауыл егетен ҡултыҡлап алғайны инде. Ғәрлек! Минең яҡты хистәремдең хаҡы бер тин икән дә!
Аҫылынғы, башты ташҡа бәреп ярғы килә. Ләкин бит мөхәббәт хистәре үлемдән көслөрәк. “Булмаҫ, - тип өмөтләнәм, анау төндө нисек онотһон ул? Мине юрый, бер нисә көн клубта күренмәгәнем өсөн үс итеп, ирештерәлер генә. Аулаҡта тап итергә кәрәк. Аңлашырбыҙ.”
Ни булһа ла булыр, эңер төшөр алдынан Марияның өйөнә киттем. Теҙләнәсәкмен, инәләсәкмен, мине ташламаһын ғына. Уны бүтән бер кем дә минең хәтлем яратмаясаҡ.
Өйө тирәһендә байтаҡ тапандым. Ҡыйыуланып, тупһаға күтәрелдем. Ишеккә ҡолаҡ һалып торҙом. Бер тауыш та ишетелмәй. Һаҡ ҡына ишекте асып, өйгә индем... Бер кем дә юҡ. Ҡарсыҡ та, Мария ла. Бер аҙ һөйгәнем йәшәгән өй эсенә күҙ йүгерттем. Әллә ҡалай, йәме юҡ. “Ярар, - тим эсемдән генә. - Тиҙҙән һин етешлектә йәшәрһең. Мин һинең өсөн һәммәһенә лә әҙер. Сығып китербеҙ. Эшләрмен. Салауат тигән ҡала төҙөлә икән. Эшселәр йыялар, тип ишеттем”.
Кире сығып китәйем тип ишеккә табан боролһам, тупһала тауыштар ишетелде. Тәҙрәгә күҙ һалһам, атайым Мария ҡарсыҡтың тетмәһен тетә, өйгә инмәксе була. Тегеһе, ҡулына көрәк тотоп, ишеккә арҡыры баҫып алған, индермәй.
- Нимәгә кәрәк булды һиңә, Мария? Һин генә ҡалғайның!
- Ни хәжәтемә миңә һинең йүнһеҙ ҡыҙың! Индер, һөйләшәм дә сығам!
- Мария ауырый! Индермәйем!
Мин ҡурҡыштан ҡойолоп төштөм. “Нисек инде ауырый? Өйҙә юҡ та баһа!.. Ә атайым, ул ярайһы еңмеш кеше, айҡашып килеп инһә... Был юлы сыбыртҡы ғына түгел, көрәк һабы арҡа буйына төшмәгәйе. Нишләргә?..”
Күҙем мейескә төштө. Мейес башына шаршау тартылған. Йәһәт кенә шунда менеп яттым да шаршауын тартып ҡуйҙым. Ни булһа ла булыр...
Өйгә Мария ҡарсыҡ үҙе генә килеп инде. Тәҙрә ҡормаларын тартты. Ут яндырманы, көҙгө янында торған май шәмен ҡабыҙҙы. Бер заман!.. Ҡарсыҡ инәнән тыума сисенеп ташламаһынмы!
Мин дә, күпеләге ҡатын да аптыраштан “аһ!” итеп ҡалдыҡ. Күрше ҡатын:
- Тәүбә, әстәғәфирулла! - тип ҡуйҙы.
Ағай һүҙен дауам итте:
- Тәне килеп тороп ытырғаныс. Шәм яҡтыртҡан көҙгөнән йәмһеҙ, шырыш-мырыш йөҙө лә күренә.
Был ҡайҙандыр көршәк тартып сығарҙы һәм шунан нимәлер тырнап алып тәнен ыуа башланы. Ни күҙем менән күрәйем, арҡаһы, беләктәре, бер нисә көн элек кенә минең ҡосаҡта булған йәш Мария һынын ала башламаһынмы!
- Эһе...- тип ҡуйҙы күршебеҙ. - Шаяртаһығыҙ, эйеме, ағай?..
- Юҡсы... Үҙең дә әйттең бит, йәшәртә торған крем була, тип...
- Ул саҡлым уҡ ни...
- Шунан? - тип ҡуйҙым мин, үҙем дә һиҙмәҫтән.
- Шунан, - тип дауам итте ул һүҙен, - аптыраштан, мейем ҡабул итә алмаҫлыҡ күренештән шаңҡыуҙан тамаҡҡа ултырған төйөндө ҡырып ҡуйғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Мария тауыш яғына боролоп ҡараны һәм күҙҙәребеҙ осрашты. Тәне йәш, бите әле лә ҡарт Марияның күҙҙәре зәһәр ине. Ул һикереп тороп мин йәшенгән мейес башына ташланды. Белмәйем, нисек өлгөргәнмендер, мин уны тибеп ебәрҙем һәм мейес башынан һикереп төшөп, урамға ташландым. Нисек ҡайтып еткәнде, өйҙәгеләргә нимә һөйләгәнемде яҙыҡ-йоҙоҡ ҡына хәтерләйем. Бер нисә көн тәнем ҡыҙышып, һаташып тигәндәй түшәктә яттым. Әсәйем менән атайым шымып киттеләр. Ҡасабала мәсет юҡ ине, әле бына төҙөп ҡуйғандар, күрше ауылдан мулла килтереп, доғалар уҡыттылар.
Ауырыуҙан айнығас та кеше араһына сығырға ҡурҡып йөрөнөм. Көлөрҙәр, мейеһе зәғифләнгән, тип уйларҙарынан шөрләнем. Ғәжәпкә ҡаршы, халыҡ минең менән булған ваҡиғаны ишеткән. Иҫтәренә төшә башлаған: ысынлап та, йәш Мария менән Мария ҡарсыҡтың икеһен бер юлы күргән кеше булмаған икән дә.
- Убыр булған теге ҡарсыҡ, - тип һөйләнде кешеләр. - Сихырлы майы менән йәшәргән, йәш ир -егеттәрҙең энергияһы менән туҡланып ғүмер иткән. Әйтәм дә... - ҡайһы бер ир-егеттәр Мария менән уҙғарған төндән һуң сырхап бер булыуҙары хаҡында һөйләгеһе килһә лә, эсендә тотоуҙы хуп күрҙе.
Урыҫтар ҡайҙандыр батюшка алып килделәр. Уға эйәреп Марияның өйөнә килһәләр, тегенән елдәр иҫкән.
- Ә теге майлы көршәк?..
- Уны ҡалдырған, тип һөйләнеләр. Кемдер бара һалып алып йәшереп ҡуйған, тиҙәр ине... Әле бына был хәлдәргә өс тиҫтәнән ашыуыраҡ ваҡыт үтте. Онотҡандармы, оноторға теләйҙәрме, телгә алыусы юҡ.
- Ул көршәкте милиция менән өй беренсә йөрөп эҙләһәң табылмаҫ инеме икән? - күрше ҡатын бер ҡатлы күҙҙәрен алмаш-тилмәш икебеҙгә лә текләп алды.
- Эҙләгеҙ һуң, - тип йылмайҙы ағай. - Бәлки берәрһенең мөгәрәбендә ултыралыр
- Былай ғына әйтәм, - тип һүҙенән ҡайтты юлдашыбыҙ. - Убырлы ҡарсыҡ түгелмен әле... Ә шулай ҙа... Ҡасабағыҙҙың исеме нисек тинегеҙ ул?..
Ағай әйтте, мин хәппәргә элмәнем.
Килеп еттек. Нисек килеп сыҡты әле был? Ағайҙың үҙенсәләп ике ҡатын-ҡыҙ әүрәрлек, әммә туҙға яҙмаған хәбәр һөйләп маташыуы инеме, әллә ысынлап та йәшлегендә кисергән тетрәнеүҙәрен беҙгә, бүтән бер ҡасан да күрешмәйәсәк юлдаштарына асылып һөйләүе инеме? Бәлки ысындыр ҙа. Донъяла мөғжизәләр етерлек бит инде ул.
Мин юлдаштарымдың икеһе менән дә хушлаштым, ғәҙәттә әйтелә торған изге теләктәремде әйттем дә ҡаршыларға килгән иремдең машинаһы яғына ыңғайланым. Оҙаҡ онотолманы юлда ишеткәндәрем.
Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: