Бөтә яңылыҡтар

Дәлил Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллина

— Нисек ҡушһаң, шулай итеп, яҙғандарыңдың барыһын да теүəл үтəргə тырышып ҡараным. Тик тəн тартҡанын да йəн тартмай. Аҡылым хуплағанды, йɵрəк кире ҡаға. Үлə яҙып, ɵлтɵрəп торалар — рəхəтлек бирмəй. Ғəҙел түгел был донъя, Фəнилə. Йəнем һиндə, ə һин мине ҡыуаһың. — Ҡыумайым бүтəн, — тип бышылданы ҡатын. — Үҙемə яҙғанды ятҡа биреү ҡайҙа. Ҡосаҡлашып оҙаҡ илаштылар. Шунан хəле гел ыңғайға китте Фəнилəнең. Ай ҙа тулманы, ɵйɵнə ҡайтты. Барынса сəлəмəтлегенə шɵкɵр итə-итə, яҙмышҡа рəхмəтен уҡый-уҡый ҡайтты инде тере килеш күрə алмаҫмындыр, тип киткəн ɵйɵнə.

Киң тирəсле аҡ эшлəпə кейгəн кɵйəҙ ханым ҡулындағы гɵллəмəне таҡтаташ аҫтындағы һикəлтəгə һалды ла, ҡалтыранып торған ҡыҙыл ирендəрен иркə ҡыйшайтып, илап ебəрергə самаланы. Шулай ҙа үҙен тыйҙы: бɵҙрə керпектəрен елпеүестəй етеҙ һелкеп йəштəрен киптерҙе лə ҡысҡырып:

— Ул һары раузалар ярата ине, — тип бышылданы. Ҡыҫылған тауышы ҡарлыға биреп сыҡты. — Һəм, — тип дауам итте. Тəрəн һулыш алыр ɵсɵн туҡтап торҙо — үкһеүен йотто. — Һəм үҙе яратҡан кешелəргə — һуңғы һүҙгə тəрəн мəғəнə һалып баҫым яһаны, — һары раузалар бүлəк итергə ярата ине.

— Быныһы кем булды? — тип бышылдашты мəктəпкə күренекле дəүлəт эшмəкəре, депутат, етəксе Хəйҙəр Нурлығаянов исемен биреү тантанаһына йыйылған ауылдаштары. — Бисəһеме əллə?

— Юҡсы, Фəнилə килен ана тора лаһа, силсəүит менəн мəктəп директорының уртаһында.

— Анау ҡаҡса ғына һɵймəлеклеһеме?

Бышылдашыу үтə ҡуйыра башлағас, Фəнилə ауыл советы рəйесенə:

— Бар, ҡустым, сығып ситкəрəк алып кит, — тип шыбырланы. — Йүғиһə, Гɵлəндəмдең тамашаһы үтə оҙаҡҡа һуҙылмаҡсы...

Тантана артабан дауам итте. Яратҡандарына һары раузалар ғына бүлəк итеп йɵрɵмəгəн икəн Хəйҙəр Нурлығаянов. Ошонда йыйылған яҡташтарына байтаҡ изгелектəр ҙə ҡылып ɵлгɵргəн. Һуғышта ятып ҡалған яугирҙең əсəһенə пенсия юллашҡан, фронтовиктың ɵй ҡыйығын яңырттырған, ауылға тиклем юл һалдырған. Ə инде белем алырға ярҙам итеп ебəрешкəндəрҙең иҫəбе-һаны юҡ: мие лə уҡырға индерҙе, мине лə, тип торған урындарынан ҡысҡырышалар. Уныһын инде Фəнилə үҙенең елкəһендə татыған, йылына ике ай фатирҙарында ҡунаҡханалағы кеүек кеше мыжғып тора торғайны. Туғандар, таныштар, дуҫтар — башта үҙҙəре, унан, йылдар үткəс — балалары... Ғүмер буйы. Уның байы ҡайҙа ғына барма — бɵтɵнɵһɵ ихлас, рəхмəтле. Əле лə Хəйҙəр булмышының күркəмлеге йоҡҡан кеүек күҙҙəрен балҡытып торалар.

“Хəйҙəр менəн икебеҙ генə күрше ауылға етенсе класҡа йɵрɵп уҡыйбыҙ, — тип балалыҡ дуҫы һүҙ алды. — Яҙлы-кɵҙлɵ кеше ɵҫтɵндə ятҡы килмəй, кɵн һайын ҡайтып йɵрɵйбɵҙ. Үҙегеҙ белəһегеҙ, юлды дүрт шишмə ҡыйып үтə. Ҡоро саҡта тауыҡ кисерлек тə, ямғырҙа ҡотороп ташалар. Шуларҙың һып-һыуыҡ һыуын иртəн дə кисəбеҙ, кис тə. Үҙəктəргə генə үтə инде. Үҙебеҙ ас кернə, хəлһеҙбеҙ. Мин бигерəк селəүсен кеүекмен. — Йыйылған халыҡ ɵҫтɵнəн еңелсə кɵлɵшɵү үтə. Тɵптəн йыуан сыҡҡан мыҡты ирҙе себек итеп күҙ алдына килтереүе ҡыйын. — Яҙғыһын бер кислəп ҡайтып килһəк, Еллеғая йылғаһы шашып ташҡан да киткəн. Кɵндɵң йылыһында үҙəктəрендə ятҡан ҡар гɵрлəтеп ирегəндер, күрəһең. Ажғырып аҡҡан һыуға ҡараған да ҡатҡанбыҙ. Ауыл ҡул һономонда — кире боролорға самабыҙ юҡ. Хəйҙəр ҡулымдан шаҡара тотоп алды. Ул кəүҙəгə еллерəк бит инде. Билдəн кисеп килə инек, мин яҙатайым баҫып тайып киттем дə, ҡулымды ысҡындырҙым бит. Нисек ағып барғанмын, Хəйҙəр ҡайһылайтып һɵйрəп сығарған?.. Күҙемде асҡас, ҡысҡырып илап ебəрҙе. Мине үлде тип уйлаған икəн. Үкереп иланы. Шунан əйтеү əйтте.

— Үурайып ҡына алайым, — тине. — Ошо ауылға бер ҙур мəктəп һалдырып ҡуймаһаммы?!

Нəҙерен үтəр ɵсɵн күпме кɵс түкте, барыбер тɵҙɵтɵп ҡуйҙы бит мəктəпте”.

Кеше сығып тора, һɵйлəп тора: “Əгəр Хəйҙəр булмаһа шунда... Əл дə Хəйҙəр булды” — тигəн һүҙҙəр ҡат-ҡат ҡабатлана. Тик ниңə бынау йəш килен боршалана?

— Фəнилə еңгə, — ти киленсəк, ниһайəт, түҙемлеген юғалтып. Ауылдаштары ɵсɵн Хəйҙəр “ҡусты” ла “ағай” булғас, Фəнилə — барыһына ла “килен” дə “еңгə”. — Ҡара əле...

Бер яҡ ситтəрəк бəһлеүəн ирҙең — ауыл советы рəйесенең киң күкрəгенə убылып əлеге ҡупшы ханым һулҡылдай.

— Нишлəй ул? — тип бышылдай ир-азаматтың кəлəше. — Ғəлимйəнде оятҡа ҡалдыра лаһа был?

Ебəккə тɵрɵлгəн аҡ ҡына тулы кəүҙəне ҡосоп торорға мəжбүр булған ирен дə ҡыҙғана, бɵгɵн иртəнсəк кенə сынъяһау итеп кейҙергəн ап-аҡ күлдəкте лə йəллəй. Ханымдың керпектəрендəге мул ҡара буяҡ, эҫе күҙ йəштəренə ебеп, түшен бысратып ҡына бɵтмəһə ярар ине...

Ə Ғəлимйəн уныһын-быныһын абайларлыҡ түгел: алһыу ҡолаҡтар артынан аңҡыған затлы хушбуй башты əйлəндерə, эшлəпəнең ҡаты тирəсе эйəк аҫтын ҡыра. Тулҡынланыуҙан манма тир үҙе: ҡасан тейə əле бындай хɵрмəт кɵн-тɵн эш тип сапҡан ауыл мужигына.

— Еңгə, берəй нəмə эшлə инде, — тип ыуалана ҡатыны иһə йəне кɵйɵп.

— Сабыр ит, — тип бышылдай Фəнилə. — Ғəм халыҡ алдында үҙеңде тый.

Əмəлгə күрə Нурлығаяновтың хеҙмəттəштəре ҙур бүлəктəр мнəн килгəн. Улар элекке етəкселəренең исеме ҡушылған мəктəпкə лə, мəҙəниəт йортона ла, ауыл советына ла ɵлɵш сығара. Бүлəк ҡабул итер ɵсɵн саҡырылғанға еңел һулап, был татлы əсирлегенəн саҡ ысҡына рəйес.

— Гɵлəндəм, — тип ханымҡай янына килергə мəжбүр Фəнилə. — Ауыл кешеһе тойоғоларҙы улай шаран-яран асыуҙы хуп күрмəй, һин үҙеңде бер аҙға ҡулда тот инде.

— Яҡшы, яҡшы, — тип ризалаша һала ҡатынҡай, пудра һауытының кɵҙгɵһɵнəн ҡашын-күҙен байҡап. Реклама алдамаған былай, керпек буяуы ысынлап та сифатлы. Уны ямғар һыуы түгел, тоҙло күҙ йəше лə йыуа алмаған.

***

— Ни булды был? — Янып барған бит алмаларын устары менəн ҡаплай һаман тыныслана алмаған килен.

— Хəйҙəр ағайымды ни тиклем ҡаты яратҡанын беҙгə тамаша ҡылды, — тип əсе теллəнə Фəнилəнең ике туған бикəсе Зарифа. — Ни тип шуны эйəртеп алып килдең һуң, еңгə?

— Ағайың хаҡында китап яҙа...

— Аптыратаһың һин беҙҙе, еңгə! Кɵнлəшмəйһең дəме?

— Тере саҡта кɵнлəшмəгəнде, — ти ҡатын. — Инде хəҙер нимə бүлешергə?

— Ə теге мəлдə ни ҡыланғаны... Уны ни хəл ғəфү итмəк кəрəк! — тип баш сайҡай бикəс. Үҙе тағы һаҡһыҙ əйтеп ташлағанына үкенə. Тик былай ҙа болоҡһоу кɵн икеһен дə хəтирəлəр упҡынына һɵйрəй.

 

...Бɵткɵһɵҙ халыҡ ағымы мəҙəниəт һарайының вестибюленə ҡуйылған йəшел табутты урай. Залда һаңғырау геүелдəү аҫылынып тора. Кешелəр бер-бер артлы Фəнилə янына килə, күҙҙəренə ҡарап, арҡаһынан һɵйɵп, ниҙер һɵйлəй. Тағы кемдеңдер үҙенə йүнəлгəнен абайлаған һайын ытырғанып ҡата ҡатын, сɵнки һəр ҡағылыу — түҙгеһеҙ һыҙланыуға сəбəп, əйтерһең дə уның тиреһен тунап алғандар ҙа ул ошо ғəм араһына сеп-сей ит булып ҡанһырап баҫып тора. Шуға күрə уның ҡужрайып, ҡулдарын йəн-яҡҡа йəйеп: “Зинһар теймəгеҙсе, яҡын килмəгеҙ инде”, — тип ҡысҡырғыһы килə. Тик улай ярамай. Түҙергə кəрəк. Сɵнки был һыҙланыу инде ғүмер ахырына ҡəҙəр бер минутҡа ла баҫылмаясаҡ. “Ҡайғыңды уртаҡлашабыҙ", "Хоҙай һиңə ярҙам бирһен инде", — тигəн һүҙҙəргə күҙҙəре менəн генə рəхмəтен белдерə. Ауыҙын асмай, ҡурҡа: эсендəге ялҡын урғылып килеп сығыр ҙа эргəһендəге кешелəрҙе, тотош ғалəмде үртəр...

Ҡыйын саҡтары элек тə булғаны бар, тормош бит, хəсрəт урап үтмəй. Тик кɵскə тейенеп ҡабат йəшəп китер ɵсɵн Хəйҙəрҙең һоҡланыулы ҡарашы етə лə ҡуя торғайны. Ə хəҙер ул ана урталағы йəшел ҡапта ята.

Берəү сеңлəй, бəғерҙəрҙе телə тауышы:

— Ул үлергə тейеш түгел ине! Түгел! — Кемдер, күрəһең илаусының ауыҙын баҫа, əллə тыны быуылыуҙан шыма, шунан йəнə үҙəк ɵҙгɵс һыҡтау. Мейене сəнсеп, үҙəкте ɵҙɵп ғазаплай был илау. Ҡайғы бар ерҙə ундай шау-шыу хилаф кеүек. Түҙгеһеҙ!

Тап ана шул мəлдə тойҙо мɵғжизə тəьҫирен Фəнилə, Хəйҙəр уны ярҙамһыҙ ташлаймы һуң? Йəне килде лə күбəлəк кеүек күкрəгенə ҡунды, йɵрəктəн саҡ ҡына юғарыраҡ. Гɵмбɵгɵп шешкəн урынға əсəһе дегəнəк япрағы бешереп япҡанда шулай рəхəт йылы тарала торғайны бала саҡта. Ҡамсы кеүек һəленгəн ҡулына хəл инде, усы менəн ҡаплай һалды һɵйгəненең йəнен. Үҙе, аҡылымдамынмы тигəн кеүек, икенсе ҡулын күтəреп эргəһендəге балаһын ҡапшаны. Ə торомбаш кеүек ҡара кɵйгəн ҡыҙынан күҙен алмаған əсəһе Фəнилəнең был хəрəкəтен, йɵрəге сəнсеү тип ҡабул итеп һиҫкəнде..

— Ул ҡатынды берəй нисек тыйып булмаймы ни? — тип бышылданы ул балаһы ɵсɵн ғажиз булып.

— Ире валериан тамыҙған һыу күтəреп эргəһендə йɵрɵй. Бая иҫһеҙ ҡолағастын, врачтар укол ҡаҙап һушына килтереп алды, — тип шыбырҙай кемдер.

— Иҫһеҙ ята биреп торһа булған да шул. — Берəү шулай тип ҡуя аптырағас.

Ə теге ярһып һамаҡлауға сыҙап ҡына торолоҡ түгел бит...

Үҙенə һыйынған тɵпсɵгɵн ситкəрəк этеп, ҡуҙғала Фəнилə, сɵнки был тауышты унан башҡа һис кем туҡтата алмаҫын белə. Ел ɵрһəң осоп китер кəүҙəһен туп-тура тотоп, һыҡтау яңғыраған яҡҡа атлай. Йɵрəген тотҡан. Уның нимə телəгəнен аңламағаны ла, аңлағаны ла, ҡаушап, аптырап, шомланып, йəллəп, ҡыҙыҡһынып уға теклəгəн дə юлынан ситкə тайпыла. Ə мɵйɵштəге ҡара күн диван ɵҫтɵндə донъяһын онотоп бер ҡатын аунай.

— Гɵлəндəм, — ти Фəнилə уның эргəһенə килеп, илаусы тыны быуылып туҡталып торған арала. Тауышында талапсан сабырлыҡ. Тирə-яҡ шым. Кеше ошондай мəлдə лə тамаша кɵҫəй. Гɵлəндəм үкһеүенəн туҡтап башын күтəрə. — Гɵлəндəм, — тип ҡабатлай Фəнилə. — Хəйҙəр ағайың менəн беҙ һəр саҡ һинең тойғоларыңды ихтирам иттек. Əйҙə һин, исмаһам бɵгɵн генə үҙеңде бер аҙ ҡулда тот инде.

 

“Ə бит киҫəткəйнем, һине, балам, — тип уйлағандыр əсəһе шунда. Əйтерһең, кешене, һарыҡ бəрəсен кɵтɵүҙəн айырғандай, яҙмышанан ҡамалап алып ҡалып була.

— Əллə оҡшамаймы, əсəй? — тип һорағайны Фəнилə Хəйҙəрҙе күрһəтергə тип алып ҡайтҡас. Бүтəн ваҡытта асыҡ, тура һүҙле əсəһенең шымтайып ҡалыуын ғəжəп итте. Ə ул тəҙрə яңағына һɵйəлеп, олоғара ҡайын түмəрҙəрен сəтлəүек кеүек ярған күркəм егеткə ҡарай биреп торҙо ла:

— Һаулығың нисек һуң, балам? — тип һораны тиктомалдан. Мейес ауыҙында теҙлəнеп еҙ самауырҙы кɵл менəн ышҡып маташҡан Фəнилə башта ул һорауҙың əрəсəһен аңламаны. Шунан, эш-маҙар боҙоп ɵлгɵрмəнегеҙме, тигəн мəғəнəне тɵшɵнɵп йəне кɵйɵп китте:

— Эй ошо əсəмдең тупһыҙлығын, — тип үк ебəрҙе. — Мине шул тиклем кем тип белəһең?

— Үтə матур уртаҡ була! — Ни тиклем уратып суратһа ла, ɵгɵтлəһə лə, ҡыҙының ҡолағына ла элмəҫен белгəнгə күрə хəнйəр менəн телгəн кеүек əйтеп һалды əсəһе. Ваҡыт һынауын үткəн аҡылды тыңлап торһа, йəшлек буламы ни ул? “Бɵтɵн белгəнеңде мейеһенə телеп һалып булһа икəн дə!” — тип ɵҙгɵлəнгəнгə əйтте. — Ярар, — тине тағы. — Йəне телəгəн, йылан ите ашаған.

“Үҙе йығылған, иламаҫ”, — тип тə ɵҫтəргə ине, тыйылды. Ҡара ҡарға түгел дə һуң, үҙ балаңа алдан уҡ аҙап ҡарҡылдап торорға!

Ə Фəнилə, əсəһенең ҡыҙы, уның əйтеп бɵтɵрмəгəне менəн бəхəслəшкəндəй: “Иламам!” — тине эсенəн генə.

Ҡыҙыҡ инде был əсəһе, хəсрəттəрҙəн ҡурсаламаҡ булып, бɵтɵн бəхетен дə һɵҙɵп алып ҡалған булыр ине ине, моғайын, шул саҡта ирек бирһəң.

“Ə йылан ите бик тəмле икəн”, — тип əйткеһе килде Фəнилəнең əсəһенə ғүмере буйы. Тик ҡыйманы ғына. Балаһының кейəүҙəн уңғанын ул үҙе күрмəйме ни!

Хəйҙəр ысынлап та йүнле кеше булып сыҡты. Əйтерһең дə ожмах баҡсаһын үҙе менəн бергə йɵрɵтə. Ҡайҙа барып керһə лə, эргəһендəге тормош тотош йəмлəнə лə китə. Үҙе лə йəшəй белгəн, башҡаларға ла йəшəргə ирек биргəн киң күңелле, мул ҡуллы кешелəр була. Ул — шуларҙың береһе. Шуға ҡайҙа эшлəһə лə яраталар. Ҡайҙа ғына түрə булмаһын, иҙəн йыуыусынан алып, урынбаҫарҙарына тиклем, күҙенə генə ҡарап тора. Ғəйептəн тыуып, бəлəкəй генə ауылда аслы-туҡлы үҫкəн етем малайға ҡайҙан килгəндер инде ул батшаларға хас ҡылыҡ-фиғел, аҡ һɵйəктəргə генə хас зауыҡ тойғоһо.

Əллə үҙенə һоҡланғандарын күреп күнеккəнгə, ябай ғына нəмəгə лə һоҡлана белде.

— Хайран ҡалдыраһың мине, Фəнилə, — тигəн булыр ине.

Ə ҡатындың был һүҙҙе ҡабат-ҡабат ишеткеһе килə: яңынан-яңы рецептар табып, тəмле ризыҡтар əҙерлəй, ɵйҙɵ йыйыштыра, гɵлдəр үҫтерə, китаптар уҡый, əҙəбиəт, мəҙəниəт яңылыҡтарына хəбəрҙар булырға тырыша. Хайран ҡала белеүсең булғас, хайран итеүе ҡыйынмы ни яратҡан кешегə.

***

Ҡатын-ҡыҙ Фəнилəнəн ғүмере буйы һушы китеп, үлə яҙып кɵнлəште. Бер йылы ниндəйҙер тантана булды. Коллективта байтаҡ кешегə, улар араһында Фəнилəгə лə, маҡтаулы бер исем бирелгəйне, буғай. Үур залға йыйылып, матур һүҙҙəр һɵйлəп, ҡотлап сығарҙылар. Хəйҙəр шуны ҡайҙандыр белеп ҡалған. Эркелешеп сығып килһəлəр, алһыу раузалар гɵллəмəһен тотоп бейек баҫҡыстың икəүһен бер итеп һикереп, ашыға-ашыға күтəрелə. Оҙон ап-аҡ плащының тɵймəлəрен ысҡындырып ебəргəн, сынъяһауҙан кейенгəн. Күҙҙəре балҡыу. Журнал тышынан тɵшкəн кино артисын күргəн кеүек, барыһы ла хайран ҡалып текəлгəндəр ҙə ҡарап тик торалар. Ə ул үҙенəн бер башҡа бəлəкəйерəк ҡатынын шундай ихтирам һəм яратыу менəн ҡосоп, сикəһенə ирендəрен тейҙерҙе лə гɵллəмəһен ҡосаҡлатты. “Ҡурҡма, был раузаларҙың сəнскеһе юҡ, — тине ул. Хатта шундай бəлəкəй генə нəмəлəрҙе лə алдан күҙаллай, хəстəрлəй торған кеше ине шул.

"Ҡалай бəхетлеһең һин, Фəнилə, — тип ҡат-ҡат ҡабатланы ул кɵндɵ хеҙмəттəш ҡатындар. — Беҙҙе лə ваҡыт-ваҡыт маҡтайҙар, беҙҙең дə ирҙəребеҙ бар. Тик уларҙың тормошто байрам яһарға кемеһенең башына етə лə, ҡайһыһының ҡулынан килə?!”

Йəшерəк саҡта, Хəйҙəрҙең бер һабаҡташының һɵйлəгəне иҫендə:

— Уҡыуҙы тамамлауға ун йыл тулыуҙы байрам иттек тə, күмəгебеҙ минең фатирға ҡайттыҡ. Хəйҙəрҙең депутатлыҡҡа һайланыр ɵсɵн осрашыуҙар үткəреп йɵрɵгəн сағы, тантанаға һуңланы. Башҡаларыбыҙ ятыша башлаған саҡта ғына шоферы менəн ɵшɵп-туңып килеп инде.

Ныҡ арылғайны. Оҙаҡ ултырманыҡ. Уға шоферы менəн икеһенə бер ҡатарҙан үҙем ятып йɵрɵгəн тахтаға урын йəйеп бирҙем дə, пəлтə-мəлтə түшəп ваннаға ятырға булдым. Кейем алырға тип үтеп барғанда күҙем тɵштɵ, ҡарашымды айырып ала алмай торам да торам: ике бите ҡыҙыл ғына булып, тулҡын сəстəрен матур туҙратып, усын яңағы аҫтына һалып тəмле итеп йоҡлап киткəн.

“Тɵн һайын ошо матурлыҡты күрə алған ҡатынғынаһы үҙенең ни тиклем бəхетле икəнен аңламай ҙа инде”, — тип уйланым.

Аңламаған ҡайҙа, иренең сабый кеүек ҡолас ташлап йоҡлағанын ҡарарға ярата ине Фəнилə, хатта йоҡоға ваҡытын йəллəй торғайны.

Белмəйме ни ул, маңлайҙағы ике күҙ бер үҙендə генə түгеллеген. Ҡарағандар, арбалғандар, мɵкиббəн киткəндəр хаттин ашҡан. Тик алыҫтағы болоттоң күлəгəһе кеүек, артыҡ маҙаһыҙламай ситтəрҙең мауығыуы. Ҡыҙғаныуын ғазапҡа əйлəндереп тормоштоң йəмен емермəҫкə ғəйрəте еткəнгə үҙ-үҙенə ғүмер буйы һоҡланды, ғорурланды ҡатын.

Ə шулай ҙа ике рəт түҙеме бɵттɵ уның да.

***

Командировкаһынан бер кɵн алда, йома кис ҡайтып тɵштɵ Хəйҙəр. Йəмле йəй осоро. Баҡсала йəшəгəн саҡ. Ҡапҡа асып инеүенəн үк бер ғиллə барлығын һиҙҙе Фəнилə. Битен-ҡулын саймаҫтан, сəй эсмəҫтəн алда уҡ, үсеккəн бала кеүек бурҡылданы:

— Мунса яҡ.

Фəнилə аптыраңҡырап ҡалды, сɵнки Хəйҙəр мунсаны үҙе яғырға, шартлап торған эҫеһендə иң беренсе булып сабынырға ярата торғайны. Шулай ҙа ғəжəплəнгəнен белгертмəне, ихлас йүгереп мунса ɵлгɵрттɵ. Ни булғанын да тɵпсɵшмəне, — ɵйрəнеп бɵткəн инде — ире сер йəшерə белмəй — хатта артығын, Фəнилə ɵсɵн əрнеткес булған, бер ҙə белгеһе килмəҫтəй нəмəлəрҙе лə һɵйлəп ташлай торған холҡо бар. Əле лə шулай буласаҡ, тик тулышып ҡына бɵтмəгəн, күрəһең.

Ҡыҙарып-бешеп мунса инеп сыҡҡас, сумкаһынан шапылдатып бер коньяк сығарып ултыртты. Шарт-шорт атлап йɵрɵүенəн, бɵтə нəмəне күберəк тауыш сығарып эшлəргə тырышыуынан шəйлəп тора Фəнилə: нимəлер эсен тырнай, ни ɵсɵндɵр үҙен ғəйепле тоя.

Фəнилə шешəне күргəс:

— Күстəнəсең булғас, күршелəргə лə ɵндəшəйек һуң, — тип ҡуҙғалырға иткəйне:

— Бер кем дə кəрəкмəй, — тип ҡырт ҡыҫты. — Икəү эсəбеҙ.

Уймаҡтай ғына һауытҡа һалынған эсемлекте ауыҙына кинəт кенə түңкəреп ҡуйғас, ялбыр башын һəлендереп ултыра бирҙе лə дəһшəтле тауыш менəн:

— Сəлəхиев минең урында ултырғанда уның ҡатыны артынан бер тотам да ҡалмай эйəреп йɵрɵй торғайны, тип əйттемме мин һиңə? — тип һораны.

— Əйттең.

— Ошо донъяны гɵл итəм тип соҡоноп берəй кɵн минəн ҡолаҡ ҡағырмын тип ҡурҡмайһыңмы? — Унан əсəһенə рəнйегəн малай кеүек, үҙенəн дə йəшергəн ҡурҡыу менəн:

— Əллə һиңə минең булыу-булмауым барыберме? — тип ҡаш аҫтынан һɵҙɵп ҡарап һораны.

Тороп сығып китте, ағас араһынан йɵрɵп, тыпыр-тыпыр алма ҡойҙо. Байтаҡ ҡына тəмəкеһен ташлап йɵрɵгəн сағы ине, ишектəн тəмəке еҫе керҙе.

Хəбəрен артабан дауамларға ихтыярын йыйҙы шулай.

— Гел генə артымдан эйəреп йɵрɵ тимəйем мин. Тик саҡырам икəн, был буштан ғына түгел бит, — тине яһап ҡуйған эҫе сəйҙе балғалағы менəн сылтыр-сылтыр болғатып. — Кисə тɵндə уянып китһəм, ɵҫтɵмə эйелгəн. Албаҫты кеүек оҙон сəсе менəн сырмап ташланы. Тəне эҫе, ɵтɵп алып бара, хыялый кеүек яратыуын һɵйлəй. Үҙе илай, үҙе үбə. Утын түмəре түгел, ир ҙə баһа мин, Фəнилə. Шулайтып ҡосағыңа һеңеп барған бисəне, аҡ балыҡтай тығыҙ тəнле, уйнаҡлап торған дəртле бисураны карауаттан этеп тɵшɵрɵрлɵк ҡаһарманлыҡ ҡайҙан килһен ти миңə? — тип һɵйлəп ташланы.

Нимə тиһең шул кешегə?

— Үҙемде яратҡан ҡатын-ҡыҙға ҡаршы тора алмайым мин, Фəнилə, — тип быға хəтле лə əйтеп һалғаны бар ине уның. — Үҙе ɵсɵн ɵҙɵлɵп, йəнен һурып бирергə торған əсəмде ҡыуып ҡайтарған атам кеүек була алмайым. Ə уларҙы йəллəһəм, һиңə хыянат була.

Шуға бер һүҙ ҙə ɵндəшмəне ҡатын. Урынды ғына айырым һалған булғайны. Сыуылдашып, бер ɵйɵр дуҫтарын эйəртеп балалары килеп тулғас, эй ҡыуанды, хатта үҙ-үҙенəн йəшерһə лə, сɵнки үҙəге ɵҙɵлɵп һағынғайны.

Шулай ҙа шом ҡалды күңелендə. “Ниңə һɵйлəне əле ул? Əллə ысынтылап оҡшаттымы икəн ул ҡатынды?”

Бер кɵн килеп телефон шылтырағас, тɵшɵндɵ.

— Ебəр уны, — тине бер асыулы тауыш. Иҫəнме-һаумы юҡ. Кем тип һорау юҡ. — Уның мине яратҡанын һаман аңламаныңмы ни?

— Нисек һин шулай ышанып əйтə алаһың? — тине Фəнилə тыныс ҡына. Ғəҙəттəн тыш хəлдəрҙə уның шулай зиһене салт булып, үҙ-үҙен йоҙроҡҡа тɵйнəй торған сифаты бар.

— Кɵҙгɵгə үрелеп ҡара. Мин һинəн ун биш йəшкə йəшерəк.

“Ə һин оятһыҙ ғына түгел, аҡылһыҙһың да”, — тип уйланы Фəнилə сəйер ҡəнəғəтлек кисереп.

— Тимəк, һиңə егерме ете йəш, — тине үҙе. — Əгəр һɵйɵү ҡаш менəн йəшкə генə бəйлəнгəн булһа, урам тулып йɵрɵгəн ун алты йəшлек һылыуҙарҙың мɵмкинлеге һинекенəн күпкə артығыраҡ түгелме?

Шулай ҙа трубканы һалып ҡуйғас, туп-тура кɵҙгɵгə барып баҡты: күҙ тирəһендəге йыйырсыҡтарға ҡағылды, сəсендəге бер нисə бɵртɵк кɵмɵштɵ абайланы. Моғайын, Хəйҙəрҙе ҡыҙғаныу ҙа, ғүмерҙең үтеүенə əрнеү ҙə мейенең бер мɵйɵшɵндə уңайлы мəл кɵтɵп боҫоп торған: ҡапыл ғына биреште лə ҡуйҙы. Быға тиклем хəйлəле бик-йоҙаҡтар, ҡалын диуарҙар менəн һаҡлаған һɵйɵү ҡəлғəһен дошман алдында шар асыҡ ташлап китте лə барҙы Мəскəүгə. Эштə: “Ике айлыҡ курс бар, белемеңде яңыртып ҡайтаһыңмы əллə?” — тип əйтеүҙəре шул тиклем йəтеш һəм ваҡытлы булды.

Бер нимə лə абайламаған Хəйҙəр аэропортҡа оҙата барғайны.

“Барып урынлашыу менəн шылтыратып əйт”, — тип ҡат-ҡат ҡабатланы.

“Ярар-ярар”ҙан һалдырҙы асыуын йомған ҡатын. Үҙе иһə ɵҫтəлдə Хəйҙəргə оҙон итеп хат яҙып ҡалдырғайны.

Урынлашты, ə хəбəр ебəрергə уйламаны ла. Тик түҙгеһеҙ итеп эс боша. Шундай кəйеф менəн уҡыуҙың ниндəй рəте булһын инде. Шулай ҙа тырышты. Һабаҡташ ҡатындар менəн театрға, музейҙарға йɵрɵй. Йəнəһе, яңы тормош башлай берəү. Ирекле рухлы ҡатын тормошон. “Ирҙəр генəме ни был донъяла, — тип үҙен ɵгɵтлəй. — Ана бит күпме матурлыҡ тирə-яҡта...”

Бер кɵндɵ уҡыуҙан ҡайтып килһə, ҡунаҡханалағы портье йылмайып мɵғжизə һуҙа: əллə ниндəй затлы сəскəлəр тултырылған кəрзин.

— Ханым, һеҙгə, — ти ул. “Ханым” һүҙен ишетеү Фəнилəгə сəйер. Ул тағы ла нығыраҡ ҡаушай. Тик шундай нəзəкəтле бүлəк алған кеше ханым булалыр инде, күрəһең. — Бик сибəр бер əфəнде ҡалдырҙы.

— Яңылашыһығыҙ, — тине Фəнилə. “Яңылышаһығыҙ”ҙы һис шиклəнмəйенсə əйтте. — Минең ундай бүлəк ҡалдырыр кешем юҡ. — Ə күңеле ситлектəге кенəри ҡош һымаҡ дерелдəй.

— Ɵс йɵҙ ун дүртенсе бүлмə. Нурлығаянова Фəнилə Морат ҡыҙына. Һеҙгə, һеҙгə.

Был матурлыҡ алдында ҡаушап, хатта бер аҙ ҡурҡыңҡырап ҡулын һуҙҙы. Гɵллəмəгə кескəй генə ҡағыҙ киҫəге беркетелгəн. Бүлəктең һаман да үҙенə икəненə шиклəнеп, шунда уҡ асып уҡыны. Алтын хəрефтəр менəн " Донъялағы иң гүзəл ҡатынға", — тип яҙылған. Аптырап, алйып, тулҡынланып бүлмəһенə инде. Ут кеүек янған битен тамсылары ла кибеп етмəгəн сəскəлəрҙең рəхəт һалҡынлығында баҫырға телəп кəрзингə эйелеүе булды, ишек шаҡынылар.

Ысын мəғəнəһендə лəззəт аҙнаһы булды уларҙың Мəскəүҙəге был ҡауышыуы. Иң затлы магазиндарға алып инеп матур-матур күлдəктəр алып бирҙе уға ире. Үҙ ҡулдары менəн һаҡ ҡына кейҙерə лə, əйлəндереп-тулғандырып ҡарап сыға. Унан иҙəнгə тубыҡланып итəктəрен тартҡылай, ҡойоп ҡуйған кеүек ултырған күлдəктəн əллə ниндəй ек табып, икенсеһен килтертə. Бəлəкəс кенə, ҡарасман ғына ҡатынының алдында теҙлəнеп йɵрɵп кейем һайлаған дəү кəүҙəле, күркəм иргə мɵкиббəн китеп һоҡланған һатыусылар уның һəр телəген ихлас үтəй. Алдарында ҡыуанып йүгерешəлəр. Бына, ниһайəт, ул күңеленə ятҡан кейемдə туҡтала. Кɵҙгɵгə ҡарап торған Фəнилə лə, һатыусылар ҙа уның зирəк зауығына хайран ҡала. Ысынлап та, быныһы башҡаларына ҡарағанда сағыштырғыһыҙ ныҡ килешə. Ə Фəнилə ошо һоҡланыу солғанышында үҙен наҙлы хан ҡыҙы кеүек тойоп, бəхеттең етенсе ҡатында баҫып тора.

Һағыныуҙары сигенəн ашҡайнымы, мəңгəгə юғалттым тигəн ҡурҡыуы, əрнеүҙəре тойғоларын тағы ла лəүкетеп ебəргəйнеме, Фəнилə был юлы үҙе лə, бер ваҡытта булмағанса, туғарылып яратты. Бер тɵндɵ ҡунаҡхананың ағас карауатын һындырып тɵшɵргəстəре

— Ҡырҡ йəшлек ҡатындар ҡалай яман була икəн, — тип шаяртты Хəйҙəр.

Бəхеттəн яралған тɵпсɵктəре тап туғыҙ ай үткəс тыуҙы.

Əрһеҙ Гɵлəндəмдең эҙəрлəүенə лə яуабы əҙер ине уның был юлы.

— Уйнашҡа ышанған — ирһеҙ ҡалған. Һин, һылыуым, һуңлап ҡуймаҫ борон, кейəүгə сыҡ, — тине бер мəл урамда тап иткəс.

 

***

Ə шулай ҙа, һис кенə телəмəһə лə, йəнə бер ҡасып ҡараны Хəйҙəрҙəн ҡатыны.

Яман шеш ҡотолғоһоҙ итеп алҡымынан алғас, ике тапҡыр бысаҡ аҫтына ятып, ɵмɵтɵ бер үлеп, бер терелеп йəнə үлгəндəн һуң, һауығыуҙан ваз кисте Фəнилə. Ɵсɵнсɵгə операцияға ятыр алдынан, ҡасандыр алтмыш килограмм булып, əле ябыҡ һарыҡ кеүек кенə тартҡан лəғер кəүҙəһенə ҡарап торҙо ла, бɵтɵн ихтыярын йыйып, ныҡлы ҡарар ҡылды.

“Мин ҡабат һиңə ҡатын булып танһығыңды ҡандыра алмам. Һинең янымда ғазапланғаныңды ла күтəрергə хəлем етмəҫ — кɵс тигəнем мыҫҡал ғына. Шуға тамсыһы ла үҙемдəн артмай. Əйҙə беҙ күңел һаҡлайым тип, бер-беребеҙгə алдашмайыҡ, тураһын уртаға һалып һɵйлəшəйек. Һин тип хыялланып ғүмерҙəрен зая үткəргəн күпме ҡатын бар. Шулар емтек кɵткəн ҡоҙғон кеүек, үлемемде кɵҫəп йɵрɵгəн һымаҡ. Ихлас итеп əйтəм, һɵйəркəлəреңдең ҡайһыһын ғына алһаң да ризамын. Тик бəхетле генə була күр. Ə мин, бəлки, аҙыраҡ тынысланһам, балалар ɵсɵн йəшəй бирермен.

Больницаға башҡаса килеп йɵрɵмə. Ярама тоҙ һалма. Һине күреү миңə ғазап ҡына. Аҡтыҡ кɵсɵмдɵ алыр. Ə миңə йəшəү ɵсɵн кɵрəшергə кəрəк”, — тип хат яҙҙы ла больницаға ятты. Хəйҙəр командировкала ине.

Врачтар килеп тороп һəйбəт дауалай. Ниндəй генə дауа биреп ҡарамайҙар. Ҡыҙҙары, кейəүҙəре, апай-һеңлелəре ɵҙɵлмəй гел килеп тора. Ире юҡ. Балаларҙан юрый һорашмай атайҙары хаҡында. "Дɵрɵҫ эшлəй. Мин бит үҙем шулай телəгəйнем", — тип үҙ-үҙен йыуатырға тырыша. Аҡылы менəн шулай яҡшыраҡ икəнен дə белə. Тик йɵрəктең үҙ туҡһаны туҡһан: һыҙып ҡына бер туҡтамай кɵн-тɵн əрнеп тора. Хəле бɵткəндəн бɵтə, кибə.

— Сəлəмəтлəнеү яғына китергə тейешһегеҙ бит, апай, — тип ыуалана операция яһаған табип. — Барыһын да дɵрɵҫ эшлəйбеҙ. Əллə берəй нəмə бик борсоймо һуң?

— Бɵтəһе лə һəйбəт, — тигəн була Фəнилə. Ə үҙе ут-ялҡында.

Яраһына тоҙ һалғандай, уның менəн бер палатала ятҡан ҡатынға кɵн һайын һɵйəре килеп йɵрɵй. Ирем, тигəн була ла һуң үҙе. Ғүмер буйы ир менəн йəшəгəн ҡатынды һүҙ менəн генə алдап буламы?

Етмəһə, кɵндəре боҙолоп китте. Ҡояш күренһə хəле бер аҙ еңелəйер кеүек тə, уныһы мəңге сыҡмаҫҡа əйтеү əйткəн кеүек болот артына боҫҡан.

Ярым ҡараңғы палатаның шыҡһыҙ, ҡайғылы тынлығында иҫе инерле-сығырлы ятҡан саҡта, һаҡ ҡына ишек асылды ла, һиҫкəндереп иҙəнгə тыпыр-тыпыр əфлисундар ҡойолдо. Кɵрəнһыу донъяла күҙҙе һɵйɵндɵрɵрлɵк сағыу биҙəк — алтын йомғаҡ булып улар ҡотһоҙ палата иҙəненəн бүлмə буйлап тəгəрлəп китте. Фəнилə сихырланған кеүек күҙҙəре менəн ул сағыу йомғаҡтарға эйəрҙе. Ə ишек тɵбɵндə Хəйҙəр уға теклəп ҡатҡан.

Һурылып, йонсоп киткəн. Гел генə ялт иттереп йɵрɵргə яратҡан кеше — нисə кɵн ҡырынмағандыр, сикəлəрен шырт баҫҡан. Күҙҙəре шау ғазап. Улар, ҡулындағы шыптырҙан ҡойолоп тəгəрлəгəн əфлисундар кеүек бына-бына тɵшɵр ҙə ыуалыр...

— Ғəфү итегеҙ, — тип ɵндəште ир Фəнилəнең эргəһендə ятҡан ҡатынға ишек тɵбɵндə торған кɵйɵнсə. — Беҙгə аулаҡлап һɵйлəшергə кəрəк ине. — Тауышы ныҡ ялыныслы. Быға тиклем килгəне булмағас, күршеһе Фəнилəне ирһеҙ бисə тип уйлағандыр, ахыры. Аптырап, бер Хəйҙəргə, бер Фəнилəгə күҙ ташланы ла:

— Əлбиттə, əлбиттə, — тип, һылтыҡлай-һылтыҡлай булһа ла сығырға ашыҡты. Уның артынан ишек ябылып та ɵлгɵрмəне, Хəйҙəр гɵрһɵлдəп Фəнилəнең карауаты янына тубыҡланды.

— Ҡыума мине... — Ҡаҡ һɵйəк ҡалып, ҡоро күҙ генəлəре ташбайып ятҡан ҡатынын түшəге-нийе менəн бергə ҡосаҡланы. — Телəһəң, йəнемде ал. Тик ташлама. Башҡа сыҙар əмəлем ҡалманы минең.

Ҡыуанырға ла хəле юҡ кеүек ята ине ҡатын. Донъя тотош балҡыны ла китте. Асыҡ тəҙрəнəн сəскəлəрҙең хуш еҫе эркелеп инде. Ҡот ҡайтты тигəне шул, күрəһең.

Иренең шул тиклем танһыҡ, ғəзиз сəстəренə ҡағылғайны ғына, усы аша тəненə тулҡын-тулҡын булып ҡеүəт ағылды.

— Нисек ҡушһаң, шулай итеп, яҙғандарыңдың барыһын да теүəл үтəргə тырышып ҡараным. Тик тəн тартҡанын да йəн тартмай. Аҡылым хуплағанды, йɵрəк кире ҡаға. Үлə яҙып, ɵлтɵрəп торалар — рəхəтлек бирмəй. Ғəҙел түгел был донъя, Фəнилə. Йəнем һиндə, ə һин мине ҡыуаһың.

— Ҡыумайым бүтəн, — тип бышылданы ҡатын. — Үҙемə яҙғанды ятҡа биреү ҡайҙа.

Ҡосаҡлашып оҙаҡ илаштылар. Шунан хəле гел ыңғайға китте Фəнилəнең. Ай ҙа тулманы, ɵйɵнə ҡайтты. Барынса сəлəмəтлегенə шɵкɵр итə-итə, яҙмышҡа рəхмəтен уҡый-уҡый ҡайтты инде тере килеш күрə алмаҫмындыр, тип киткəн ɵйɵнə.

Шунан битəр бергə ваҡыттың һəр минутын ҡəҙерлəп йəшəнелəр ҙə бит.

“Икебеҙгə тигеҙ йəшəргə яҙмаған булһа, унан алда мин китəйем. Был донъяла ул күберəк кешегə кəрəк, — тип ялбарҙы абзыйым буҙ күккə ҡарап олоған һоро бүре кеүек”, — тип һɵйлəгəйне аҙаҡ бикəсе. Шул телəге ҡабул булған тиерһең. Һис кɵтмəгəндə, иртə, аяуһыҙ иртə китеп барҙы.

Ҡатынға һəр ваҡыт йəр генə етһə, ир бер ваҡытта ла һɵйɵү менəн генə мɵрхəтһенмəй, уға тотош донъя кəрəк.

Фəнилə уны һəр саҡ үҙенең ҡосағында, ҡотло донъяларында тоторға телəр ине, əммə Хəйҙəр уны тормош тигəн даръяның тап уртаһына, сɵңгɵлгə ɵҫтɵрəне. Йɵрəге ярылғансы шунда ҡайнаны. Уның байы хайран эштəре ҡалған артынан. Кешелəрҙең рəхмəттəре, мɵхəббəте ҡалған.

***

Рəхəтлəнеп шарҡылдашҡанға тертлəп бɵгɵнгə ҡайтты Фəнилə. Бер тɵркɵм ир-аттың уртаһында еҙ батмус кеүек йылҡылдап Гɵлəндəм нимəлер һɵйлəй.

— Əйҙə, еңгə, табынға саҡыралар, — тип килеп ҡултыҡлап ала баяғы киленсəк.

— Тынысландыңмы инде? — тип йылмая Фəнилə.

— Бер ҡыҙыҡ ҡына нəмə килде башыма, — ти киленсəк мут йылмая биреп. — Һине ни ɵсɵн аҡыллы уҫал, тигəндəрен тɵшɵндɵм. Тоғроноң баһаһын белер ɵсɵн ялған, ихластың ҡəҙерен аңларға яһалма кəрəк. Шунан сығып, үҙемдең баяңғы: “Нимə тип эйəртеп йɵрɵйһɵң уны?” — тигəн һорауыма яуап таптым.

— Ысынлап та, ниңə? — тип хəбəргə ҡушылды бикəсе.

— Гɵлəндəм — Хəйҙəр ағай менəн Фəнилə еңгəнең тойғоларына һынау һəм... иренең тик үҙ ҡатынын ғына яратҡанына иң сағыу дəлил.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: