Юбилейығыҙ менән, Гөлсирә Мирза ҡыҙы!

Бөгөн күренле яҡташыбыҙ, яҙыусы, журналист, тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара конкурстың республика этабының еңеүсеһе һәм бәйгенең халыҡ-ара туры дипломанты Гөлсирә Ғиззәтуллинаға – 65 йәш. Гөлсирә апайҙы күркәм юбилейы менән ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге һәм ижади үрҙәр теләйбеҙ! 

Юбилейығыҙ менән, Гөлсирә Мирза ҡыҙы!Юбилейығыҙ менән, Гөлсирә Мирза ҡыҙы!
Юбилейығыҙ менән, Гөлсирә Мирза ҡыҙы!

“Ейәнсура таңдары”ның бөгөнгө ҡунағы – кешенең рухи донъяһын, психологияһын нескә аңлаған һәм әҫәрҙәрендә бик оҫта сағылдырған әҙибә, күптәрҙең яратҡан яҙыусыһы. Гөлсирә Мирза ҡыҙы Иҙәш ауылының йәмле бер урынында йорт төҙөп, тыуған төйәгенән илһам алып, ижад итә. Хәйер, был турала Гөлсирә апай үҙе һөйләр.

  • Гөлсирә апай, үҙегеҙ һәм эшегеҙ тураһында тураһында һөйләп үтһәгеҙсе. Тәүге эш көнөгөҙ ҡайҙа нисек үтте?

– Нәйлә Мирхәбиб ҡыҙы һәм Мырҙагилде Ҡолислам улы Ғайсаровтарҙың төпсөк ҡыҙы Гөлсирә Ғайсарова- Ғиззәтуллинамын. Егерме һигеҙ йылдан артыҡ журналист булып эшләнем. Әйткәндәй, журналистика дүртенсе кластан алып хыялым ине. Шуға күрә “Матбуғат йорто”ноң ишек тотҡаһына тотонғанда тубығым ҡалтырауҙан йығылып китә яҙғаным иҫемдә. Дүртенсе курсы тамамлағас, йәйге каникулда “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләй башлағайным, ун һигеҙ йыл буйы эшләп ташлағанмын. Бөгөнгө күҙлегемдән ҡарағанда, бер урында үтә оҙаҡ эшләүемде дөрөҫ булмаған, тип иҫәпләйем. Артабан китап нәшриәтендә, “Башҡортостан ҡыҙы”, Ватандаш” журналдарында эшләнем. Төрлө урында эшләү – кешене тәжрибә яғынан байыта, сөнки һәр эштең үҙенсәлеге бар. Тағы ла бер мөһим нәмә: һәр урында ысын, һыналған дуҫтар ҡала, сөнки кемдең кемлеге бергә эшләгән саҡта беленә бит. 2000 йылдан алып әлегә тиклем тәржемә эше менән икмәк табам, булмышым менән яҙыусымын, һигеҙ китабым бар.

– Үҙегеҙҙе бер-ике һүҙ менән нисек ҡылыҡһырлар инегеҙ?

– Үҙеңде-үҙең ҡылыҡһырлау хәүефле эш, бөтөнләй бөтөрөп ташлауың да ихтимал. Ә кешеләрҙең әйткәненә килгәндә, шағир Хәсән ағай Назаров менән ҡапма-ҡаршы өҫтәлдә ултырып эшләнек, ул: “Беҙҙең Гөлсирә – тырабуз бит ул”, ти торғайны. Аңлауымса, был тиҫкәре һәм ныҡыш, тигәнде аңлата. Ғәтиәт Үзбәков тигән шәп журналист бар ине. Уның “үсексән, әсе телле, тик ҡайтымһаҡ”, тигәне иҫтә ҡалған. Күренекле шағир Әсхәл Әхмәтхужаның “Ошо бер нәмәгеҙ үҙенә күрә түгел”, тип асыуланғанын онотмайым. Ошоларҙы уйлағанда, бик бөтөрөнөп китмәҫ өсөн, тиҫбе тартҡан һымаҡ йыш ҡына яҙыусы Рамазан Өмөтбаевтың: “Беҙҙең Гөлсирә мөхәббәтле бит ул!” – тигәнен күңелем түрендә һаҡлайым һәм шул юғары баһаға лайыҡ булырға өмөтләнәм.

– Ни өсөн нәҡ әҙәбиәт өлкәһен һайланығыҙ? Быға нимә сәбәпсе, этәргес булды?

– Бик күп күренекле шәхестәр менән эшләнем, мөхәррирҙәрем ифрат сағыу кешеләр булды. Шуларҙың береһе, журналистарҙан талап ителгән конкретлыҡ, теүәллек, бөтмөрлөк етмәгәненә ишаралаптыр, йәне көйөп: “Һин үҙең торғаны бер әҙәбиәт бит”, – тигәне иҫемдә. Ысынлап та шулайҙыр. Беренсе класта уҡығанда сығарған бер шиғырымды класташтар байтаҡ йылдар яттан һөйләп йөрөнө. Ккитап уҡырға яраттым һәм яратам. Иҙәштә уҡығанда китапханалағы бөтә китаптарҙы уҡып бөткәс, аптырап “Справочник ветеринара” тигән китапты уҡып ултырғаным хәтеремдә.

– Эшегеҙҙең ыңғай һәм кире яҡтары?

– Бер генә һүҙ: яратам.

– Ҡаҙаныштарығыҙ һәм уңыштарға килгәндә...

– Ҡырҡ йәшемдән һуң ике телде: боронғо йәһүд һәм инглиз телдәрен өйрәнеүем – иң ҙур ҡаҙанышым. Ә Иҙәштә пекарня асып, дүрт йыл буйы ауырыуға һабышыу сигенә етеп ыҙаланғандан һуң, ябырға мәжбүр булыуымды еңелеүем тип һанайым. Хәйер, был еңелеү минең өсөн иң ҙур ҡаҙаныштарыма ҡарағанда ла күберәк нәмә аңлатты. Тормошомда ошо еңелеүҙең булғанына ҡыуанып бөтә алмайым.

– Уңышығыҙҙың сере нимәлә?

– Уңыштың сере – яратҡан эшең менән шөғөлләнеү. Йәһүд телен өйрәнгәнемде хәтерләйем: китап нәшриәтендә эшләйем, йыш ҡына эшемде өйгә алып ҡайтырға тура килә. Балалар – бәләкәй, иреңә лә иғтибар кәрәк. Эшемде бөтөп, барыһы ла йоҡлап киткәнсе, төнгө ун икеләр етә. Шунда күңелде йылытып торған ниндәйҙер бер тәмле нәмә барлығын иҫемә төшөрөп: “ниндәй ҡыуанысым бар һуң әле?” тип барлағанда: “Ә, йәһүд теленән контрольный ебәргәйнеләр бит әле”, – тип һөйөнгәнем хәтеремдә. Ә бизнесҡа килгәндә, ул, нисек кенә булмаһын, аҡса эшләүгә ҡайтып ҡала, сөнки аҡса эшләй алмайһың икән, ябылаһың. Ә беҙҙең икебеҙ өсөн дә, улым Ренатҡа ла, миңә лә, аҡса ул тиклем, тәүлек әйләнәһенә уйларға кәрәк булған мөһим нәмә булмай сыҡты. Беҙҙең өсөн эш-аҡса – ләззәт түгел, ә эш-ләззәт – аҡса.

– Илһам – тылсымлы бер һаләт, ул ташлап киткән, ҡулға эш бармаған саҡтарҙа ни эшләйһегеҙ?

– Илһам ул үҙ һүҙле, талапсан, мыжыҡ ҡунаҡ. Көтмәгәндә килә, кәрәк саҡта килмәүе лә ихтимал. Шунан беҙ яҙыусыларҙың: түл йыйыу тигән һүҙе бар. Уның да оҙаҡҡа һуҙылыуы бар. Шундай ваҡыттарҙа мин уҡыйым, хәҙер бит икһеҙ-сикһеҙ мөмкинлектәр бар: Интернеттан уҡыйым. Уҡырға ине, тигән китаптарҙың оҙон исемлеге бар.

– Киләсәккә пландарығыҙ нисек?

– Пландарым башҡа һыймаҫлыҡ күп. Ниәттәремде ғаләмгә ебәргәнмен, насибы ғәмәлгә ашасағына иманым камил. Һаулыҡ һәм йән тыныслығы кәрәк.

– Һеҙҙең тормош фәлсәфәһе, девизы?

– Ғүмер дауамында фәлсәфә үҙгәрә. Әлеге ваҡытта: һәр атҡан таңыма ҡыуанып, шөкөр итеп, ҡулымдан килгәнсе игелек ҡылып йәшәргә.

– Ниндәй хис-тойғоларҙы яңынан кисерергә теләр инегеҙ?

– Улым менән ҡыҙым тыуғандан һуң кисергән бәхет тойғоһон. Бала табыу йортоноң тәҙрәһе төбөндә баҫып торғаным бөгөнгөләй хәтеремдә: әгәр теләһәм һауала осоп йөрөй алырмын һымаҡ ине.

– Ҡулдан ысҡындырылған мөмкинлек?

– Бер нисә хәтәр мөмкинлекте ысҡындырҙым һымаҡ үкенесем бар ине. Торараҡ аңланым: Аллаһы Тәғәлә мине алдағы мулыраҡ игелектәре өсөн һаҡлаған булған.

– Яратҡан афоризмығыҙ?

– Тот та эшлә!

– Тормошоғоҙҙа кем нығыраҡ йоғонто яһаны?

– Атайым менән әсәйем.

– Ниндәй миҙгел күңелегеҙгә хуш килә?

– Элек яҙҙы яратмай, көҙҙө көтөп ала инем. Ә хәҙер бөтә миҙгелдәр менән дә зауыҡланам.

– Иң иҫтәлекле бүләгегеҙ?

– 2008 йылда “Тормош шау сәскәлә” китабым иң күп уҡылған китап тигән баһаға лайыҡ булды. Ул ваҡытта Амстердамда уҡып йөрөй инем, бүләкләү тантанаһында ҡатнаша алманым. Улым барып алды, яҙыусы өҫтәле өсөн махсус йыйылма ине. Зәйнәб апай Биишеваныҡы шундай була торғайны. Оҙаҡ йылдар ул йыйылмалағы әйберҙәрҙе урынлаштырыр өсөн өҫтәлем булманы. Былтыр көҙ Иҙәштә һалған өйөбөҙҙөң мансардаһында үҙемә бүлмә менән оҙон өҫтәл эшләтеп, шунда ҡуйҙым. Хәйер, мин өҫтәл артында эшләргә яратмайым, ҡырын ятып яҙам.

– Ниндәй музыкаға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?

– Күңел торошона ҡарап. Әле Димаш Хоҙайбиргәновҡа хайранмын.

– Ниндәй ризыҡҡа өҫтөнлөк бирәһегеҙ?

– Традицион. Диңгеҙ йәнлектәренән әҙерләнгән аш-һыуҙы, япон һәм ҡытай кухняһын яратмайым, башҡаны яратам. Донъя буйлап күп йөрөлдө, Санкт-Петербург, Мәскәү, Амстердам, Бонн, Дюссельдорф, Париждарҙа ресторан-кафеларҙа тамаҡландым. Хатта Швейцария, Америка миллионерҙары менән табындаш булырға насип булды. Әнейемдән дә тәмлерәк бешергән кеше юҡлығына инандым. Әнейем булғанға түгел, ул ысынлап та ныҡ оҫта ине. Уның тоҙлаған йәшелсәләрен ауыҙ иткәндәр, 30-40 йылдан һуң да һағынып һөйләй. Аш-һыу тигәндән: күптән түгел АҠШ-тан ҡыҙым Ләйләнең дуҫының атаһы менән әсәһе килеп китте. Бик бай, шул уҡ ваҡытта ифрат ябай кешеләр. (Юл ыңғайында: әтейем менән әнейем ябайлыҡты кешенең аҡылы күрһәткесе һымаҡ баһалай ине.) Килеүҙәренә аш һалдыҡ. Шул тиклем яратып, ҡат-ҡат өҫтәтеп ашанылар. Шунан: ниндәй тәмле һурпа, беҙҙең улай килеп сыҡмай, тиҙәр. Ҡыҙым әйтә: улай тәмле булһын өсөн кәмендә өс төрлө ит һалырға кәрәк шул, ти. Хатта был ғына ла түгел: ул кәзәне, бройлерҙы, ҡаҙҙы үҙеңдең тәрбиәләп үҫтереүең кәрәк.

– Яратҡан фильмығыҙ?

– “Побег из Шоушенка”, “Бангкок-Хилтон”, “Властелин колец”.

– Ниндәй әҙәби жанр, әҫәр, яҙыусы күңелегеҙгә яҡын?

– Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Сәғит Агиш, Мәрйәм апай Бураҡаеваның хикәйәләре, Мөнир Ҡунафиндың әҫәрҙәре. Һанай китһәң күп инде, береһен әйтеп, ҡалғаны төшөп ҡалһа, тағы ҡыйын. Ихсан Әхтәмйәнов тигән мәрәкәсел бер шағир ағай бар ине. Беҙҙең әҙәбиәт, сәнғәт, мәғариф бүлегенең мөдире булды. Этлеккә тиһәң – уны ҡуш. Бер көндө, “минең турала ла гәзиткә яҙғандар”, ти. Ҡарайым, күренмәй. “Ана бит, ти кисә булды тигән мәҡәләлә. Һ.б. тигәнде күрмәйһеңме ни? Күрәм. Һуң шул “һәм башҡалар” араһында мин дә бар инем бит”. Шунан, кемдең ижадын яҡын күреү, китабын уҡыу: шулай уҡ теге йәки был ваҡыттағы күңел талабына бәйләнгән бит. Ҡайһы бер әҫәрҙең йылдар буйы китап кәштәңдә тороуы ихтимал. Был уның яҡшымы-насармы икәненә бәйләнмәгән, ә уны уҡырға мәле етмәгән, ихтыяж тыуып өлгөрмәгән.

– Яратып башҡарған шөғөлөгөҙ?

– Әнейем менән әтейемдең шаулап ултырған баҡсаһы була торғайны. Шуны үҙем, туғандарым ғына түгел, ауыл халҡы ла һағына. Бер нәмә килтереп сығарып булмаҫмы тип бик күп емеш ағастары ултырттыҡ. Улым кәзә ҡымыҙы яратҡас, бер бәрәсле кәзә алғайныҡ, шулар үрсене. Шул кәзәләр менән мәш киләм. Тәүге алған Марта менән Майка күҙ ҡарашымдан аңлап торған әхирәт һымаҡ булып бөттө инде. Ғөмүмән, ҡош-ҡорт менән мал-тыуар хаҡында кәмендә бер роман яҙырлыҡ.

– Сәйәсмәндәрҙән кемде ихтирам итәһегеҙ?

– Мортаза Рәхимов, Нурсолтан Назарбаев, Аман Тулеев. Рәхимов власҡа яңы ғына килгән мәлдәрендә Матбуғат йортона йыш килә торғайны. Уның сәйәсмән булыуҙан бигерәк, хужалыҡ эштәрен яҡшы белеүе, ниндәйҙер мәсьәләләрҙә балаларса бер ҡатлылығы, ихласлығы, нәфсеһеҙлеге аптыратҡаны, һөйөндөргәне һәм уның өсөн борсолдорғаны хәтеремдә. Йәнә Лев Рохлин тигән бер генерал була торғайны, депутат булараҡ һайланғас, йән әсеһе менән яһаған сығыштары иҫемдә. Аман Тулеевты социаль селтәрҙәрҙә ни тиклем бысратып, өҙгөләп-йыртҡылап, отставкаға китергә мәжбүр иткәндәренә ныҡ әсенгәйнем. Әлегеләрҙән, Лукашенконы ныҡ ихтирам итәм. Мин Африкала, Буркина-Фасола, аҙна-ун көн буйы ташландыҡ балалар приютында волонтер булып эшләгән белорус ҡыҙҙары менән дуҫлашҡайным. Мәғлүмәтте үҙе шунда йәшәгән рухташ кешенән алыуға етмәй бит. Әлбиттә, Лукашенко фәрештә түгел, әммә хәҙерге донъяла иң дефицит нәмә – выжданға эйә, тип уйлайым. Был кешеләрҙең барыһын да бер нәмә берләштерә: һуңғы сиккә тиклем илде талатмаҫҡа ҡыр талашыу һәм халыҡтың мәнфәғәтен онотмау.

– Һеҙгә нимә етмәй?

– Миңә әле дөрөҫлөк етмәй. Шәхсән кимәлдә түгел, донъя кимәлендә. Әтейем йәне-тәне менән иленә бирелгән, ысын коммунист ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мин үҫмер саҡта уҡ беҙ икәүләшеп “Америка тауышы”, “Азатлыҡ” радиоларын тыңлай инек. Тыңлайбыҙ ҙа, Һөйләшәбеҙ. Хәҙер аңлайым, ул мине үҙаллы фекер йөрөтөргә, дөрөҫтө ялғандан айырырға өйрәтергә теләгән. Хәтеремдә, “Америка тауышы”нан Солженицындың “Теленок бодал дуб” тигән әҫәрен тыңланыҡ. Бала ғына күңелем менән дә шул яҙыусының хыянатсыллығын, ялғанлағанын, намыҫы таҙа булмағанын тойоп екһенгәнем хәтеремдә. Әлеге заманда мәғлүмәт шул тиклем күп, хатта нимә дөрөҫ, нимә ялған икәнен белеүе мөмкин түгел дәрәжәһендә.

– Нимәгә ышанырға, нимәгә ышанмаҫҡа – нисек хәл итәһегеҙ?

– “Факттар менән кешенең башын бутау бик еңел, әммә ул ваҡиғаларҙың йүнәлешен аңлай икән, уны бер нисек тә алдап булмай” тигән һүҙҙәр бар. Шуға күрә теге йәки был мәғлүмәт кемдең ауыҙынан сыға, ул бынан ниндәй файҙа күрә, уның быға тиклемге эштәре халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡанмы – шуларға ҡарарға тырышам. Шулай ҙа йыш ҡына үҙемде үлемесле ялған эсендә үрмәксе ауына эләккән себен кеүек безелдәп торған һымаҡ күреп китәм. Ныҡ ҡыйын булып киткәндә беләһегеҙме нимә уҡыйым: үҙебеҙҙең “Ейәнсура таңдары”н! Ғүмер юлын матур итеп үтеп, кешелеклелеген, миһырбанын һаҡлаған, намыҫын һатмаған күркәм кешеләр, матур бәхетле ғаиләләр – шул тиклем йәнгә шифа, күңелгә дауа.

– Әле берәй нәмә яҙаһығыҙмы?

– Эйе, үҙемдең яҙғаныма үҙем илай-илай бер юлы ике хикәйә яҙам, дөрөҫөрәге, тыуып килә. “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” тигәнен яҙа башлағаныма кәмендә алты йыл булалыр. Нишләптер, бер нисек тә килеп сыҡмай ине, әле киҫәк-киҫәк килә башланы.

–                Килә башланы, тип ҡыҙыҡ ҡына әйтеп ҡуйҙығыҙ.

–                Ижадтың мистикаға тартым мәлдәре бар ул. Элек-электән уны ижадсылар “илһам”, “муза” тип атап йөрөткән. Һәм һуңғы йылдарҙа ғына мейе эшмәкәрлеген тикшереүҙәр, шулай уҡ квант физикаһындағы асыштар ул серле өлкәне ҡаплап торған ҡорғонды асыңҡырап-асыңҡырап ала. Илһам беҙҙең мейенең тулҡын әүҙемлеге тигән нәмә менән бәйләнгән һәм тета-һаләтенә (тета-состояние) ингәндә бик ҡыҙыҡ асыштарға юлыға алаһың. Шулай уҡ мейенең “доға халәте” тигән мәле була. Аллаһы Тәғәләгә ихлас ышанып, онотолоп доға ҡылғанда кеше шул хәлдә була һәм ошондай мәлдә теләктәр ҡабул була икән. Быға ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла мөмкин. Әммә ышанһаң яҡшыраҡ, сөнки бер бик ҡыҙыҡ һәм мөһим әтнәкәһе бар: ышанһаң – була, ышанмаһаң – булмай. Аҡсам бар, тиһәң, буласаҡ, юҡ, тиһәң, булмаясаҡ. Был хаҡта Ғайса пәйғәмбәр Инжилда: “Ышаныуығыҙға ҡарап бирелер”, – ти. Йәғни беҙҙе уратып алған ысынбарлыҡ беҙҙең уйҙарыбыҙға буйһона. Был тәүге ҡарашҡа башҡа һыймаҫлыҡ булып күренһә лә, шулай икәнен үҙемдең һынап ҡарағаным бар. Һәр кемдең быны үҙ башынан үткәргәне бар, тик, ғәҙәттә, беҙ быға иғтибар итмәйбеҙ, осраҡлылыҡҡа япһарабыҙ. Сөнки үҙ яҙмышың өсөн үҙеңдең уйҙарың яуаплы икәнен ҡабул итеү бик ауыр нәмә. Үҙ бәләләренең өсөн башҡаларҙы ғәйепләү еңел бит. Хәйер, был бик киң, ҡатмарлы тема һәм ул турала айырым китап яҙырға булыр ине. Әйткәндәй, ундай китаптар, фильмдар һәм видеолар күп, тик уларҙы аңларға кәрәк. Был феноменды кешелек борон-борондан белгән, әйтә килгән: мәҫәлән, бынан кәмендә дүрт мең йыл элек ижад ителгән Тәүратта: “Алла кешене үҙенә оҡшатып һәм үҙ рәүешендә яратты”, тигән юлдар бар. Шуға ҡарап беҙ йыш ҡына Алланы күктәге тәхетендә ултарған сал сәсле, оҙон һаҡаллы бабай рәүешендә күҙ алдына килтерәбеҙ. Ә был юлдарҙың, Аллаһы Тәғәлә кешегә үҙ ысынбарлығын бар итергә һәләт биргәненә ишара булыуы ихтимал. Шуныһы ҡыҙыҡ, халыҡ быны элек-электән белгән һәм ҡулланған: минең әтейемдең бер туған апаһы Мөһрәмзә инәйем: “Таңдың ыуыҙ ғына мәлендә ауыҙыңа һыу ҙа, ризыҡ та ҡапҡанға тиклем ихлас итеп теләнгән теләк ҡабул була ул”, тип әйтә торғайны.

–       Хикәйәләргә кире әйләнеп ҡайтһаҡ, нишләп илай-илай?

–       Геройҙарымды йәлләйем, үҙебеҙҙе йәлләйем... Тәүгеһенең сюжеты ябай ғына кеүек: ун туғыҙ йәшендә иренең “хәбәрһеҙ юғалды” тигән хәбәрен алып, уны ғүмер буйы көткән Фәрхинур, алтмыш дүрт йыл үткәс хәләленең концлагерҙа үлеп ҡалғанын белә һәм Германияға уның ҡәберенә сығып китә. Был минең фантазиям түгел, ундай хәл бер нисә йыл элек булған, тик беҙҙә түгел, Удмуртияла. Һәм артабан фашизм, уның ҡылған яуызлыҡтары... Үҙем яҙам, үҙем ни өсөн был хикәйәнең дауамы тап әле килә башлағанын аңлай барам... Сөнки был ҡурҡыныс беҙҙең тормошобоҙға бәреп инә бара. Юҡ, баш особоҙҙа бомба яумай, автомат тотоп ҡапҡа төбөндә тормай – улай булһа, беҙ уның яуызлыҡ икәнен таныр инек. Әле ул ҡурҡынысыраҡ. Яҡшылыҡ рәүешен алып мейебеҙгә үтеп инә, аңыбыҙҙы томалай: яһатҡан, яһатмаған, һин йоғошломо, мин йоғошлораҡмы – әле бер кем дә дөрөҫлөктөң асылын белмәй, әммә беҙ бер-беребеҙгә һөстөрөүгә бирелә башланыҡ.

1945 йылдан һуң немецтарҙың күбеһе барыһын да Гитлерға япһарған: беҙгә приказ бирҙеләр, беҙ эшләнек, пропаганда менән аңыбыҙҙы томаланылар – беҙ ышандыҡ. Әммә хатта шундай шарттарҙа ла кешелеклелек юлын һайлағандар ҙа булған: концлагерҙағы бер ҡарауылсы әсирҙәрҙе эттән талатҡан, ә икенсеһе хәлдән тайған бисараларҙың саҡ ҡына ял итеп алырға ултырғанын күрмәмеш булған, йәшереп кенә икмәген уртаҡлашҡан. “Бер еврей үлем түшәгендә ята, ти. Туғандары уға: “Мусаға доға ҡыл, унан ярҙам һора”, – тиҙәр икән. Ә ул: “Мин бит Раббы алдына үҙемдең ғәйептәремде йөкмәп баҫасаҡмын”, тип әйткән, ти. Шуға күрә, уяу булайыҡ!

Кешелектең тарихы бай, эпидемиялар килә лә китә, ауыр көндәр ҙә, еңеле лә булған – тик яҡшылыҡ ҡына мәңгелек. “Утта ла янмаҫ яҡшылыҡ, һыуҙа ла янмаҫ яҡшылыҡ” тиелә “Урал батыр” эпосында. Үлемһеҙ булыр өсөн Йәншишмәнең һыуын уртлаған урында уны үҙе йотоп ебәрмәйенсә бар тәбиғәт йәшәһен өсөн кире бөрккән Урал батыр балалары булыуыбыҙҙы гел иҫтә тотоу бөгөнгө көндә айырыуса мөһим.

–                Ә икенсе хикәйәгеҙ?

– Ул “Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ” тип атала. Ҡайһы бер йондоҙҙарҙың миллион йыл элек балҡыған яҡтыһы әле саҡ килеп баш осондағы көмбәҙебеҙҙе нурландырған һымаҡ, әллә ҡасан вафат булған кешеләрҙең яҡшылығы һаман да тормошобоҙҙо йәмләй. Хикәйә шул турала. Бәлки, был тәү ҡарашҡа матур образ ғына булып күренәлер. Тик бының раҫ икәненә иманым камил: әтейем менән әнейемдең вафатына өс тиҫтәнән ашыу йылдар уҙҙы, ә уларҙың ауылдаштарыма эшләгән яҡшылығы миңә бөгөн йәшәргә ярҙам итә.

–                Гәзитебеҙҙе уҡыусыларға тағы ла нимә әйтергә теләр инегеҙ?

–                Киләсәгебеҙ матур булһын! Шуны теләйем. Ә уның өсөн, әлеге ҡатмарлы осорҙа кешелегебеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн мәрхәмәтле булайыҡ, бер-беребеҙҙе һис нәмәгә ҡарамайынса ихтирам итәйек, йәнтәслим яратайыҡ, бергә булайыҡ.

– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Гөлсирә апай! Һеҙҙән тағы ла матур-матур әҫәрҙәр көтөп ҡалабыҙ! Ижад шишмәгеҙ урғылып торһон!

Айгөл Ҡылысбаева.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас