Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
13 Август 2022, 13:55

Әле лә һуң түгел

Әле лә һуң түгел бит... (булған хәл) РИМА САНЬЯРОВА“Бәлки кире уйларбыҙ,ә,ҡара инде миңә?”,- яҡын да,сит тә кеүек тауышҡа уянып китте Гөлнара. Аптыраҡ. ”Бер булмаһа,бер инәлерһең”,-тип әйткән һүҙҙәре бойомға ашты күрәһең. ”Уйлама ла,бисә кешегә инәлер көнөм етмәгән!”,- тип Рауилы, дорфа ғына ауыҙын яптырып ҡуя ине бит. Эй,ғүмер тигәнең... Береһе белмәй. Нимә күреп-нимә кисеререңде. Ошондай тормош көтә инеме, ун һигеҙ генә йәшендә кейәүгә сыҡҡан ҡыҙ баланы? Ике йыл әрме хеҙмәтенән көттө һөйгәнен. Яратышып,ҡауыштылар ҙа бит.Холоҡ тигәнең күренмәгән,мөхәббәттән ҡапланған күҙ пәрҙәһенә. Башҡаса нимә тип үҙеңде йыуатып була? Тәүбә...

 Ҙур булмаһа ла, йөҙҙән ашыу хужалыҡ ауылдарында.Тирә-яғын бәләкәй генә күлдәр баҫып алған. Урман, яландар бихисап.Тәбиғәт, Серемле ауылына байлыҡтарын йәлләмәгән. Һәр береһендә тиерлек, күп итеп эре мал, ҡош-ҡорт. Унһыҙ, ауыл тормошо йәнһеҙ. Совет осорондағы кеүек, күпләп бала тапмаһалар ҙа, кәмендә өс бала үҫтерә йәштәр. Яҡшы булды бер яҡтан,”путинка» программаһы, балалар иҫәбе лә артты, йорттар ҡалҡып сыҡты. Ике ҡуянды- бер юлы, атты хөкүмәт. Исмаһам,күҙгә күренеп ҡалды ауыл төҙөклөгө,тере аҡсаға әйләндереп,файҙаланыу форсатыла тәтене йәштәргә.Үҙ ҡайғыһын онотоп өлгөргән Гөлнара, тағы сәйәсәткә төшөп китте ...

 Иренең был һүҙҙәре,нимәнән ғибрәт. Никахлашыу ҡағыҙын йыртып, разводҡа кисә биреп ҡайтты Гөлнара... Күп йәшәмәһәләр ҙә, багаждары арыуыҡ, ун бер йыл бергә ғаилә ҡороп йәшәүҙәр. Ике йылын ғына, матур итеп һөйләп була. Яңы өй ҡалҡты, тотонолған булһа ла машина алдылар. Уныһында хикмәт түгел, теремек, ике малайға йән өрҙөләр. Бигерәк шуҡтар, кавалерист олаталарына оҡшап, тик тормаҫтар. Урамда көрәк, һепертке, сыбыҡ ҡалдырып булмай. Елдерәләр генә... ....Әллә судьяның һүҙҙәре барып етте, әллә кәләшенең туҙыныуы. Рауилына ҡарарлыҡ түгел бөгөн. Матур ғына йәшел күҙҙәренең төҫө юҡ.Төш мәле етһә лә, сәй ҡуйып эсмәгән, йыуынмаған-ҡырынмаған. Эшенә лә барманы. - Ике баламды алып, баш һуҡҡан яҡҡа китәм дә барам,- тигән һүҙ тәҫьир иттеме, билдәһеҙ. Ысынлап, ҡасып китер типме, һағалай күрәһең. - Машинаға чехол алайыҡ,- тип, алдап алып сығып китте кисә ирен, райцентрға.Үҙенең машинаһына булһа, алдан йүгерә тормош иптәше.Ҡурсаҡтай ҡарай «атын». -Һеңлемдең танышы, мировойҙа эшләй, һөт-ҡаймағымды һатып сығайыҡ әле,- тип суд йортона керетте. Барыһын да, алдан уйлаған ине. Йәш, дыуамал ҡатынды туҡтатырлыҡ көс, Йыһан киңлегендә юҡтыр кеүек... Йәһәт кенә, Рауилы аңын-тоңон уйлағансы, ҡаршылағы асыҡ ишеккә төртөп индереп тә ебәрҙе. Кереү менән ишекте шап итеп ябып, һүҙен башланы. Яуҙырҙы ғына, иҫкә төшөрһәң, ғәләмәт хәл. Судьяның, рус милләтенән икәне күренеп торһа ла, теҙҙе генә башҡортса. Хәҙер уйлаһаң, оят, нисек ул судья ҡыуып сығармаған, охрана саҡырмаған? Барыһын да аңланы шикелле, ҡатын һиҙгерлеге менән. Монолог кеүек килеп сыҡты хәбәре, теле-теленә йоҡмаған ире, төймә ҡапты. Айырылыуға ғариза килтереүен, донъя бүлешмәүен, алименттан баш тартыуын теҙеп һалды ғына. Китер урыны, эше билдәләнеүен, барыһын, түкмәй-сәсмәй уртаға һалды. Сәбәбе лә шул, эскегә әүрәп китеп бара һуңғы осорҙа Рауилы, ипләп тә, ҡатыраҡ әйтһәң дә аңламай. Йомшаҡ һүҙ менән йыуатып ҡарай, киреһенсә, юхаланма тип үкереп кенә ебәрә. Ҡул күтәрҙе. Эш хаҡын йәшереп ҡалдыра, аҙнаға һуҙыла эске байрамдары. Ҡуй, һөйләһәң һүҙ, һөйләмәһәң түҙ тигән әйтем буштан-буш халыҡ телендә йөрөмәйҙер. Түҙгеһе килмәй шул Гөлнараның. Сөнки, инде аяҡҡа баҫып, балалар ҡул араһына инә башлағанда, ен һуҡтымы ни ғаилә башлығына. Эштән һуң, иҫереп ҡайтыуҙары,нахаҡҡа көнләшеүҙәре үҙәгенә үтте. Донъя көтөү ҙә, көндән-көн ауырлаша. Айыҡ аҡыл менән кәңәшләшеп, ваҡ-төйәк, йорт мәшәҡәттәрен башҡарыу, барыһы ла артта ҡалды. Паспортының күсермәһен, ғаризаһын,судьяның өҫтәленә һалып сығып киттеләр. -Ярай,ярай,- тип ҡалды судья ҡатын. Һиҙҙеме, әллә аңланымы ҡатын зарын, билдәһеҙлек. Баш һелкеп тик ултырҙы фемида һаҡсыһы. - Һөт ризыҡтары ла, онотолоп, тороп ҡалған, изгелеккә булып, кемдер тәғәм итһен,- тип уйлап тышҡа атылды йәш ҡатын. Рауилды күреү ҙә юҡ, әллә бар, әллә юҡ.. - Бер яҡтан оят, икенсе яҡтан, ҡыйыулыҡ килде бит ә!,- тип,уйлап та өлгөрмәне, Рауилы машинаһын килтереп тә туҡтатты. Таныш-тоноштар уҙғылай, арыуҙар рәтендәләр, тауышһыҙ ғына инеп ултырҙы.

Рима Саньярова.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: