Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
21 Август 2022, 21:50

Йәйге кистә Рәзилә Ырыҫҡужина.

Йәмилә, әллә көн буйы йорт эштәренән арып, әллә балаларына ҡарап һоҡланып, онотолоп китеп бәләкәй мейескә арҡаһын терәп торҙо ла, утын йөкмәп Ишғәле килеп ингәс, ҡәҙимге хәрәкәткә ҡушылып китте. Балаларының кемеһе айыртылған һөттө ҡаҙанға ауҙара, икенсеһе усаҡҡа ут ҡабыҙа. Ишғәле, шаянлығын еңә алмай, урындыҡҡа ултырып, көлөшә-көлөшә икмәк ашаған ике бәләкәскә яҡыныраҡ килде лә, һүҙ ҡушты:  – Башмаҡтар, һаман туймай! Ана, быҙауҙарҙан ҡалған һөттө сығып имеп ҡуйығыҙ иш-шеү! 

Йәмилә, ғәҙәтенсә, балаларына киске аш ашатты ла, һикелә түңкәреүле ятҡан ике күнәкте алып, һыйыр һауырға сыҡты. Артынан өлкән улы Ишғәлеһе тағылды. Үҙен күптән егет һанаған ун биш йәшлек улы, күнегелгәнсә, быҙау ояһын асып ебәрҙе. Унан уйнаҡлап әлегә исемһеҙ быҙауҡай килеп сыҡты ла, елендәре ташҡан инәһен барып имергә тотондо. Елендәр эйгәс, егет быҙауҙы кире айырҙы ла, ат ялынан ишелгән бауға бәйләне. Һауған саҡта тибешмәһен тип, быҙауын ялаған һыйырҙың арҡаһынан һыйпап-һыйпап малҡайҙы яратты. Ҡыҙыҡ бала инде, мал-тыуарҙы ҡулға өйрәтеп бөткән. Шуға ла, әсәһе кәртә-ҡура тирәһенә йыйынһа, Ишғәле лә шунда урала. Йәмилә, йылғыр ҡатын, һыйырҙы шәп һауа. Бер күнәкте ҡайһы ғына арала тултыра һалып, улына бирҙе. Уныһы өндәшмәйенсә лә нимә эшләргә кәрәклекте белеп, һөттө йүгереп аласыҡҡа индерҙе. Ҡулына тағы бер буш биҙрә тотоп, кире сыҡты, әүеҫлектә икенсе быҙауҙы ҡушты. Был һыйырҙың елене эйгәнсе, әсәһенең ҡулынан тулы күнәк алып, аласыҡҡа тағы бер рейс яһап килде. Шул арала Йәмилә бауҙа бәйле быҙауҙы ысҡындырып ебәрҙе. Уныһы уйнаҡлап, һыйырҙың бер уң яғына, бер һул яғына сыҡты. Уйнаҡлаған һайын, һыйыр тик кенә тора алмай, быҙауҡайы менән ипле генә һөҙөшкән булды. 

Икенсе һыйырын да йәһәтләп һауып, Йәмилә, аласыҡҡа инде. Ике өлкән ҡыҙҙары Рәмилә менән Рәшиҙә, сепарат тауышына ҡушылып йыр һуҙа. Ҡыҙҙар шулай инде – улар булған ерҙә эш гөрләй. Берәүһе борған арала, икенсеһе ҡаҙанына һөт өҫтәй. Һөттө айыртып бөтөү менән, көтөп торғандай, аласыҡҡа Ишмырҙа менән Нурия, ғаиләнең кинйәкәүҙәре, тып-тып баҫып килеп инде. Улар сыҙам ғына сепараттың ҡаймаҡ аҡҡан торбаһынан күҙҙәрен алмай көтөп торҙо ла, Нурия, ҡустыһынан әҙгә генә олораҡ булыуы менән файҙаланып, туғанын урындыҡҡа саҡырҙы. Ашъяулыҡта, япма аҫтында теленеп һалынған икмәкте алып бирҙе. Рәшиҙә апайҙары уларға баяғы ҡаймаҡ торбаһын килтереп тотторҙо. Нурия, тәүҙә ҡустыһы телеменә, унан үҙенекенә ҡаймаҡ ағыҙҙы ла, уның ҡалған тамсыларын бармағы менән һыпырып ялап, ауыҙлап ҡуйҙы. Ҡаймаҡтың иң тәмлеһе шундалыр һымаҡ. Һыйырҙар һөтлө булыр, ҡаймаҡтың һуңғы тамсыһын ҡыҙҙар ялаһын, тигәйне бер мәл әсәйҙәре. Шуға малайҙар был ҡаймаҡ торбаһына ынтылмай. Улар, ана, һөт күбеген ялай. Үҙенә күрә сәйер ғәҙәт, ағас ҡалаҡ менән, йә булмаһа, бармаҡ осо менән генә манып алып, эй, шул күбеккә мәз киләләр. Аслыҡтан да түгел, балаларҙың сабый саҡта ғына яратып башҡара торған эштәре ул. 

Йәмилә, әллә көн буйы йорт эштәренән арып, әллә балаларына ҡарап һоҡланып, онотолоп китеп бәләкәй мейескә арҡаһын терәп торҙо ла, утын йөкмәп Ишғәле килеп ингәс, ҡәҙимге хәрәкәткә ҡушылып китте. Балаларының кемеһе айыртылған һөттө ҡаҙанға ауҙара, икенсеһе усаҡҡа ут ҡабыҙа. Ишғәле, шаянлығын еңә алмай, урындыҡҡа ултырып, көлөшә-көлөшә икмәк ашаған ике бәләкәскә яҡыныраҡ килде лә, һүҙ ҡушты: 

– Башмаҡтар, һаман туймай! Ана, быҙауҙарҙан ҡалған һөттө сығып имеп ҡуйығыҙ иш-шеү! 

– Үҙең имеп бөтөп ингәнһеңдер әле, күҙҙәрең йызлай, – Нурия яуабын тапты. 

Нурияның тапҡырлығына хайран итеп, бөтәһе лә көлөп ебәрҙе. Ишғәле лә, һеңлеһенән бындай яуап көтмәгәс, ҡалғандарға ҡушылды. 

Йәмилә, йәм-йәшел күҙҙәрен йәмләндереп, эш аралаш стеналағы сәғәткә күҙ һалды. Ун бер тула. Хәҙер, бына хәҙер Ишмораты эштән ҡайтып етергә тейеш. Сөгөндәге ашты йылытырға ҡуйҙы. Ишғәлене тағы тышҡа, мунсаға утын өҫтәргә йомошланы. Көн буйы эҫелә тракторҙа һелкенеп йөрөгән ғаилә башлығына эштән һуң ял кәрәк, йүндерек тәндәрен яҙырға мунсаһыҙ булмай. Шуға йәйҙә мунсаға ял юҡ, көн дә яғып ҡына торалар. 

Ҡыҙҙар түрбашта эштәрен бөтөп, алъяпҡыстарын систеләр ҙә, өҫтәл тәрбиәләп йөрөгән әсәйҙәренең ҡаршыһына килеп баҫтылар. 

– Әсәй, киске уйынға сығайыҡмы беҙ... 

Рәшиҙә менән Рәмилә ҡәҙерле кешеләренең ни тип әйтерен алдан белһә лә, уның фатихаһыҙ йөрөмәйҙәр. 

– Атағыҙ ни тиер? Минең генә ризалыҡ менән сығып китһәгеҙ, уға оҡшамаҫ бит. Үткән аҙнала шулай һеҙ ҡайтҡансы йоҡлай алманыҡ. Эҙләп, артығыҙҙан йөрөр инек, иптәштәрегеҙ алдында һеҙгә уңайһыҙ булыр тинек. Ҡуйығыҙ, ҡайтһын, үҙенән һорағыҙ... 

Рәмилә, урындыҡта ултырған кесе туғандарын етәкләп алып, күмәкләшеп өйгә инеп киттеләр. Улар артынан клуб яғынан төшкән яҡтыға ҡарай-ҡарай Рәшиҙә лә эйәрҙе. 

Өйҙә һалҡынса. Ҡыҙҙар икәүһе ике йоҡо бүлмәһенә инеп юғалды. Йоҡларға урын йәйеү ҙә уларҙың көн дә башҡарыр бурысы. Бәләкәй Ишмырҙа атайҙың ҡайтҡанын ҡарауылларға геүелдәй-геүелдәй тәҙрә төбөнә менеп ҡунаҡланы, ә Нурия, карауаты янына, ҡурсаҡтарын йоҡларға һалырға йүнәлде. Бер аҙҙан тышта трактор шауы ишетелде. Тәҙрә төбөндәге бәләкәс, ҡыуанысынан тәүҙә тәҙрә быялаһың туҡылдатып, атай ҙа атай, тип һөрәнләне, шунан туп итеп иҙәнгә йәтеш кенә һикереп төштө лә, Нурия апайын етәкләп, тышҡа йүгерҙеләр. Ике бәләкәс, шулай көн дә атайҙы эштән ҡаршы алыуҙы үҙҙәренең йөкләмәһе итеп ҡарай. Трактор тауышы тынғас, Рәшиҙә менән Рәмилә лә тышҡа сыҡты. Атайҙы эштән ҡаршылау – был ғаиләлә һәр бала өсөн яҙылмаған ҡанун. Атайҙары ла шуға өйрәнгән. Ул тимер атынан төшә лә бәләкәй Ишмырҙаны күтәреп ала. Нурияһы гел эргәһендә урала. Шунан балаларының берәм-берәм баштарынан һыйпай. Был мәлдә инде Ишғәлеһе көн буйына ниҙәр эшләүен ентекләп һөйләй: шуны эшләгәндә ошолайыраҡ иткәйнем, килешмәгән һымаҡ, тиеп ебәрә. Быныһы атайҙың ҡеүәтләүен ишетер өсөндөр ҙә. Бер ыңғайы атаһы өлкән улына иртәгәгә бурыстар ҙа ҡуя. Уларын да, кәңәшләшеү һымаҡ итеп, һүҙ араһында ғына. 

Аласыҡҡа ингән ирен Йәмилә лә йылмайып ҡаршылай. 

– Бөгөн һуңға ҡалдың, ашты ике йылыттыҡ. Әйҙә, мунса инеп сыҡ та, өҫтәлгә. Балаларға йоҡларға ваҡыт, – тигән була. Көн дә ишеткән ҡаршылау һүҙҙәре булһа ла, Ишморат, бәлки, шуларҙы ҡабат ишетер өсөн аласыҡҡа инәлер ҙә. 

Рәмилә менән Рәшиҙә лә иғтибарһыҙ ҡалмай. Әсәйҙәре, беҙ, тип хәбәр һөйләһә, был – ҡыҙҙарының эшен күрһәтеүе. Әле бөгөн дә: 

– Өлкән өйҙөң тәҙрәләрен йыуҙыҡ. Нишләптер рамдарының буяуы йыуылып торасы. Сифатһыҙ булған микән? Иртәгә буяу алырға Сибай сыҡмаһаҡ. Аҡса етмәҫтер, Ислам бурысын ҡайтарманымы? Ҡалдырып китергә онотоп ҡуйма инде... 

Ҡатынын иғтибар менән тыңланы Ишморат, ярай, тип баш һелкте. Ул арала, сынйырынан өҙөлә яҙып өргән Дүрткүҙҙе барып ойпаланы. Хужаһының ҡайтыуына шатланыуын эт тә йәшерә алмай, Ишмораттың аяғына уралды, ҡулдарын яланы. 

Атайҙары мунсаға инеп киткәс, уның сыҡҡанын балалары түҙемһеҙлек менән, баҫыр урын тапмай көтөп алды. Өлкән ҡыҙҙар ҙа тынысһыҙ. Шулай булмай ҙа, Рәшиҙәнең дуҫлашып йөрөгән егете күптән Фәйрүзә әбейҙең эскәмйәһендә ултыра. Ҡыҙҙың сыҡҡанын көтә. Рәмиләнеке күрше ауылдан бына-бына килеп етергә тейеш. Ҡыҙҙарының күңелдәре урынында түгеллеген һиҙеп йөрөгән Йәмилә лә үҙенә урын тапмай. Ни тиһәң дә, ҡыҙҙар буй еткән. Хәҙер, атайҙың рөхсәтенән тыш сығарып ебәрһә, тауыштан ҡурҡа. Ҡыҙҙары тыңлаулы, тәрбиәле генә лә, тик уларҙы ныҡ тоторға кәрәк шул. Йомшаҡлыҡты әҙ генә тойһалар, һорамайынса ла, ҡасан теләйҙәр, шунда сығып китеп, һуңлап ҡайтып йөрөүҙәре лә бар. Ошо хаҡта ла уйлап, Йәмилә ҡыҙҙарынан күҙҙәрен алмай. Имен-һау ғына уҡыуҙарын тамамлап, эшкә урынлашып, тормоштарын ҡороп ебәрһендәр инде, тип теләктәрен теләй әсә йөрәге. Ҡатын-ҡыҙ бәхете эштән дә ирҙән икәнен ул яҡшы белә. 

Бер аҙҙан, кемуҙарҙан ҡысҡырышып һүҙ көрәштергән өс ҡолонсағын эйәртеп, Ишморат аласыҡҡа килеп инде. Күптән киске аш ашаһалар ҙа, атайҙары менән бергә күмәкләшеп балалары ла өҫтәл уратып ултырҙы. Шул арала Рәмилә тиҙ генә сәйен эсеп бөтөп, сынаяғын түңкәрҙе лә, атаһына ҡарап: 

– Рәшиҙәне киске уйынға алып сығып йөрөтөп киләйем әле, – тигән булды. 

Тиктормаҫ Ишғәле: 

– Юҡтыр, һиңә күрше ауылдан дуҫтарың килһә, Рәшиҙә ҡайғыһы китер, мин ҡарауыллап йөрөй алам бит уны! 

Рәшиҙә ҡыҙарынды. Ишғәленең тағылыуы ғына етмәгәйне! 

Ишморат өс балаһына текләп ҡараны. Уның ҡарашы был мәлдә уҫал ине. 

– Йә, кемегеҙ кемен ҡарап йөрөй, тураһын әйтегеҙ. 

Ҡыҙҙар телһеҙ ҡалды. Ошоно ғына көткәндәй, Ишғәле йылмайып һөйләргә кереште: 

– Рәмилә апайға күрше ауылдан бер бөҙрә сәсле егет матай менән килә. Рәшиҙәгеҙҙең артынан һаман теге Данир ҡалмай йөрөй. Шуны ла белмәйһегеҙме ни? 

– Үҙең тураһында ла әйт, шәп булғасың, – Рәшиҙә ярһығайны. 

– Илгиз олатайҙың алма баҡсаһына төшөүеңде лә һөйләргә онотоп ҡуйма! – Рәмилә лә ҡыйыуланды. 

Йәмилә тыныс баҫып балалары эргәһенә килде: 

– Ҡайҙа йөрөһәгеҙ ҙә, яҡшы кешеләр араһында йөрөгөҙ. Бер-берегеҙгә күҙ-ҡолаҡ булырға ла онотмағыҙ. Йәш саҡта киске уйынға сығаһың инде ул. Ҡайтҡанда ла бергәләшеп ҡайтығыҙ, беҙ бында йоҡламай көтөп ятмайыҡ. Рәмилә, һин онотоп ҡуйма, иртәнге автобус менән Сибайға сығабыҙ. 

– Кем балаһы – шуныҡы, үҙегеҙҙе белеп йөрөгөҙ. Артығыҙҙан һүҙҙәр эйәреп ҡайтмаһын! Барығыҙ, – тип аҙаҡҡы һүҙҙе атай кеше әйтте. 

Оло туғандары ипләп баҫып сығып киткәс: 

– Мин дә сыға-а-ам, – тип Нурия һуҙып илап ебәрҙе. 

Атай менән әсәйҙә был ҡыҙыҡтан көлөү ҡайғыһы китте. Икәүләшеп ҡыҙыҡайҙы әүрәтә башланылар. 

– Иртәрәк бит әле, балаҡайым, әҙерәк үҫһәң былай ҙа, уныһы ла, быныһы ла һин тип килер, тип ҡурҡып торабыҙ. Һин сыға башлаһаң, Ишмырҙа ла өлгөрөр инде. Уның үҫкәнен көтәйек, исмаһам... 

Атаһы ҡыҙын алдына алып ултыртты: 

– Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙ кеше, 

Ҡыҙыма килер йөҙ кеше. 

Йөҙ кешегә бирмәҫмен, 

Алып китер бер кеше, – тип таҡмаҡлағайны, тегеһе йылмайып ебәргән булды. Уңайын тапҡандай, апаһын йәлләп, Ишмырҙа ла иларға етеште. Атаһының ҡарашын тойоу менән ирендәрен бүлтәйтеп, күҙҙәрен ышҡыны. 

– Йоҡолары килгән быларҙың, әсәһе. Һуң бит инде... 

Йәмилә, ике баланы ике ҡулына күтәреп, өйгә инеп китте. Ул арала Ишморат, донъя хәлдәре менән танышайым тип, тәҙрә төбөндәге гәзиттәрҙе алып ҡараштырҙы. Бәләкәстәрен йоҡларға һалып, ҡатыны сыҡты. Ҡашыяҡтар йыуған арала егәрле ҡатын иренең хәлдәрен һорашты. Ишмораты өйҙәгеләренең көндө нисек үткәреүҙәрен белеште. 

– Ишғәлене әйтәм, әллә ни мал йәнле бала. Ул эргәлә йөрөһә, һыйырҙарҙың һөтө мул сыға. Тиктормаҫ Танаҡай ҙа ыңғай ғына һауҙыра, – тип тағы шул бер шатлығы менән уртаҡлашмай булдыра алманы Йәмилә. 

– Бәләкәсенән шулай бит! Эргәһендә гел бесәй, эт уралды. Иҫләмәйһеңме һуң, кәзә бәрәстәрен үҙе менән йоҡларға алып ятҡайны бер… 

– Мал яратҡан бала насар юлдан китмәҫ, Аллаһы бойорһа! 

Шулай һәр балалары хаҡында оҙаҡ итеп һөйләште атай менән әсәй. Уларҙың һүҙгә килешеүҙәре, шуҡлыҡтарын Йәмиләнең балалар роленә инеп һөйләүен ишетеп рәхәтләнеп көлдө Ишморат. Өлкән ҡыҙҙарҙың дуҫлашып-һөйләшеп йөрөгән егеттәрен дә һорашты. Ишғәленең баяғы “күрше ауылдан килгән бөҙрә сәсле” тигәненең кем балаһы булыуы, ни менән шөғөлләнеүен ҡыҙыҡһынды. Шулай сөкөрләшеп, хужалар ярты төн үткәс кенә йоҡларға ятты.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: