Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
31 Август 2022, 14:21

БУРАН

Быға тиклем Мɵхтəрəмəгə кɵндəш тип, ғəйеп эҙлəп кенə ҡарап ɵйрəнгəн Фатима йəнə ғəжəплəнде. Уның Мостафа менəн һɵйɵшɵүҙəн, Фатиманы əрнетеүҙəн башҡа ла шɵғɵлдəре, хəсрəт-ҡайғылары булған икəн дə баһаң тигəн кеүегерəк сəйер тойғо ташламаны. – Йəш кенə булһам да, мəрхүм иремдəн дə ҡурҡмағанмын. Ул бит тракторҙан тапалғайны, үҙемдең ҡулымда йəн бирҙе, – тине Мɵхтəрəмə уйсанланып. Күргəн ҡайғылары береһенə береһе эйəреп күмəклəп ҡалҡып сыҡты, ахыры – Уға ят кешене ҡағылдырғым килмəгəне иҫемдə. Яратышып та туймаған саҡта китеп барғас, ни бигерәк тə аяулы булғандыр, күрəһең...

Кискə табан Солоҡло тамағынан күтəрелгəн буран, тɵнɵ буйы ауылдың буп-буш ҡалған урамдары буйлап олоп йɵрɵнɵ. Мейесенə ҡыҙыу итеп яҡҡайны, шуны томаларға кɵтɵп ултырып, һуң ғына йоҡлап киткəн Фатима əбей, ыжғыр ел солан ишеген йəн асыуы менəн тартҡылағанға уянып, оҙаҡ ҡына тыңлап ятты.

Ɵйɵ һыуынып ɵлгɵрмəгəн, килеп тороп рəхəт. Етмəһə, кисə мейескə кɵршəк менəн тығып ҡалдырған ашҡабаҡлы тары бутҡаһының еҫе тəмле булып таралған. Саҡ ҡына ҡаҙ ите лə юнып һалғайны, ашап туйғыһыҙҙыр инде. Ҡаҙ мамығынан яһалған йомшаҡ күпмəһенə сумып мас булып ятҡан əбей рəхəт кенə итеп асыҡҡанын тойҙо, тик, торорға йыбанып, бер ҡабырғаһынан икенсеһенə боролоп ятыу менəн сиклəнде. Тəҙрə ҡапҡасының егенəн тышта ҡəҙимге генə таң һыҙылып килгəне күренə. Нимə генə тимə, март уртаһы. Ҡышҡы оҙон тɵндəр үтте. Шунан, ҡабалан-ҡарһалан йəшəлгəн йəш сағы түгел. Ике рəхəттең ҡайһыһын һайларға белмəй иркəлəнеп ятырға форсат бар.

Етмеш бишен ҡыуһа ла, Аллаға шɵкɵр, тамаҡҡа шəп, йоҡоға ла зарланырлыҡ түгел. "Ауырыуым ҡаты, ултырһам ашап, ятһам йоҡлап барам", – тип зарланған ҡарттыҡы кеүек. Былай, ғүмер буйы ла эштəн иҙелеп, йонсоп йəшəмəне. Шуға тəн туҙмаған. Тик һуңғы ɵс йылда ғына түшəккə йығылған бабайын ҡарап ныҡ миктəлде. Улай тиһəң, үтə рəхəт йəшəлгəн, тип тə əйтеп булмай. Кеше балаһын уҡытам тип, ɵҫтəүенə, мир хəстəре менəн йɵрɵп – уҡытыусы ни, агитатор ҙа, пропагандист та, депутат та ине бит элгəре. Фермаһы, ырҙан тамағы ҡалмай торғайны. Унан, аҡсаһына ҡыҙығып, пенсияға сыҡҡас та оҙағыраҡ эшлəп ташланған. Декретҡа киткəн йəш уҡытыусылар урынынан саҡыртты ла алдылар, саҡыртты ла алдылар шул.

Шулай ҙа ҡуҙғалырға кəрəк. "Малым юҡ аранда, ҡайғым юҡ буранда" түгел. Һарайында бына-бына быҙауларға торған буралай һыйыры бар. Ана, бабайы, сəлəмəт сағында, мал хаҡы бар, тип кəртəгə сығып урамайынса иртəнге сəйгə лə ултырмай торғайны .

Əбей үҙе кейенгелəгəнсе, электр самауыры борхолдағын сығып ҡайнап та сыҡты. Бығып ҡына бешкəн тары бутҡаһын да аҙыраҡ һалып ашаны. Соланға индереп йоҡлатҡан этенə лə, мейес башынан үҙе кеүек үк йыбанып, һуҙмаңлап ҡына килеп тɵшкəн бесəйенə лə: "Бына, был – беҙҙең кеүек тешһеҙҙəр ашы", – тип һɵйлəнə-һɵйлəнə мул ғына ɵлɵш сығарҙы.Тик бер хəүеф үтə рəхəтлəнеп китергə ирек бирмəйенсə күңелен ҡымырйытып тик торҙо. Урынынан ҡуҙғалып кейенгəндə лə, сəй эскəндə лə күҙе урам ашаһында ҡыяраҡ ултырған ɵйҙə булған икəн. Мал ҡарарға сығырға əҙерлəнгəндə лə тəҙрə ҡапҡасы ярығынан үрелде лə ҡараны, урелде лə. Ярым ҡар баҫҡан тəҙрəлəрҙə ут-маҙар һаман күренмəгəс, мɵрйəһенəн тɵтɵн сыҡмаймы, тип эйелеберəк тə байҡаны.

Шунан мəрəкəлəп үҙ-үҙенəн кɵлə биреп тə ҡуйҙы. Ҡыҙыҡ инде. Ғүмере буйы шул ɵйҙɵ һағалап тəҡəте ҡороно. Кейек аңдыған һунарсы кеүек. Ҡарамайым, тигəндə лə ҡараштары шул яҡҡа тартылды ла торҙо. Быға тиклем күҙе ҡылыйланмағанына аптыраҡ.

Ҡабарып та ɵлгɵрмəгəн яңы дебет шəленə уранып, иҫкеһен башына бəйлəне, бабайының кɵпɵһɵн, һырыған салбарын кейҙе, тɵплəнгəн олоғара быймаһын элəктерҙе. Шунан яуға ташланған һалдат тойғоһо менəн соланға сыҡты.

Солоҡло буранының ғəҙəте билдəле: бɵтə ҡарҙы ишек тɵбɵнə генə алып килə лə ɵйə. Бабайҙың зирəклеге булмаһа, берəйһенең иҫенə тɵшɵп, соҡоп алғансы ҡар аҫтында ятыр инең, тип Мостафаһына рəхмəт уҡыны. Соландың эскə табан асылған ишегенең келəһен генə ысҡындырғайны, уныһы тыштағы ҡар ауырлығына үҙенəн-үҙе асылды ла китте. Ɵрпəк ҡар ɵйɵмɵ иҙəнгə ауҙарылып тɵштɵ. Ҡарҙың күплегенə хайран ҡалып ҡарап торған Фатима əбей, тəүəкəллəп ап-аҡ ҡар диңгеҙенə ажарланып ташланды. Кɵрт йоп-йомшаҡ, батаһың да китəһең, батаһың да... Етмəһə, əсе еле яман. Шулай ҙа артыҡ ныҡ кейенелгəн. Илла-алла менəн һарайға барып етеп, ишеге тɵбɵндəге һырынтыны арлы-бирле таратып ингəнсе ҡара тиргə батты. Ҡапҡаһын артынан яба һалғас, бер килке тын алып торҙо. Һарай эсе йылы. Боҫо борҡоп тора.

Малы ишле генə Фатиманың. Ɵс кəзə, биш һарыҡ. Тɵптəн, һыйыр ятҡан мɵйɵштəге бүлкəттəн, ҡаҙҙары тауыш бирҙе. Əбей һыйыры эргəһенə бара һалды: быҙаулап-бəлəн ята күрмəһен. Былай йылы, ҡоро, тɵндə быҙаулаһа ла бирешмəҫ. Шулай ҙа күҙ-ҡолаҡ булырға кəрəк инде. Һыйырының янбашынан иркəлəп кенə яратып алды ла, еленен һəрмəгəс, тынысланды: аҙна тирəһе йɵрɵр əле. Ошо Солоҡло бураны баҫылғанса сыҙаһа, афарин була.

Бүреклектəн бесəн тɵшɵрɵп, ҡаҙҙарға ем биргелəгəнсе хатта тирлəп тɵштɵ. Йəнə мəрхүм бабайының бɵтмɵрлɵгɵнə рəхмəт уҡыны. Донъяны матур итеп кɵтə белде шул. Ҡышҡы бурандарҙың ҡайһыһы ҡайһы яҡтан һырынты ɵйгəненə тиклем күҙ уңында тотоп һалдырҙы бит ул ɵйɵн дə, һарайын да. Бисəлəр эше менəн генə булашып, элек быға иғтибар ителмəһə, һуңғы бер нисə йыл мал араһында йɵрɵй башлағас тɵшɵндɵ Фатима.

Бына бит, һарайында ла бɵтɵн нəмəне шул тиклем уйлап эшлəгəн. Бер ингəндə барлыҡ ҡош-ҡортто, мал-тыуарҙы бағып сығылды. Бесəнен дə мул тɵшɵрҙɵ. Кискəрəк ашлы һыу алып сығып эсерҙениһə етə лə ҡуя. Икмəк ɵмɵт итеп тɵрткɵлəгəн бəрəн һарығына кеҫəһенəн ҡаты-ҡото сығарып ҡаптырҙы ла, ɵҫтɵнə һырыған бесəнен һыпырғылаштырып, иркəлəп ярата-ярата еленен тотоп ҡараны.

– Бɵгɵн-иртəгə бəрəслəйһең дəбаһа һин, – тип һɵйлəнеп йəнə бер һыныҡ тешлəтə һалды. Тəмле еҫ һиҙеп леһерлəшеп йыйылған башҡаларына: – Ана, бесəн ашағыҙ, ҡайһылай улар... Хуш еҫ борҡоп торған тау бесəне оҡшамай, имеш, һеҙгə... – тип һуҡранды.

Йəш саҡта Зɵлҡəғиҙə тигəн бер əбейҙе, малдары менəн кеше кеүек һɵйлəшə лə йɵрɵй, тип кɵлə торғайнылар. Һɵйлəшəһең икəн шул. Ниңə, улар ҡайһы бер ауһар кешенəн аҡыллыраҡ, күҙ ҡарашыңдан аңлап торалар. Үҙенə күрə иптəш тə əле.

Шулай һɵйлəнə-уйлана байтаҡ йɵрɵп ташланы Фатима. Йылы тотһон ɵсɵн тəпəш кенə итеп һалынған, стеналарын һəр яҡлап ҡар күмгəс тағы ла ышығыраҡ булып киткəн һарайҙа ел бɵтɵнлəй баҫылған шикелле күренгəйне. Шуға эшен бɵтɵрɵп, еңелсə генə уранып сыҡһа, буран тағы ла нығыраҡ ҡотора башлаған. Ҡар ɵйɵрмəлəренəн ер менəн күк тоташҡандай тойола. Фатиманың ɵй менəн һарай араһындағы эҙҙəре бɵтɵнлəй тигеҙлəнгəн, əйтерһең дə, бɵтɵнлəй булмаған. Шулай ҙа əбей йылы ɵйɵнə инеп сумырға ашыҡманы, кɵрт йырып ҡалҡыуыраҡ ергə барҙы ла йəнə теге ҡыялағы йортҡа ҡараны.

Эсендə йəне булған кеше был арала тороп мейесенə яғыр ине. Ана бит Зɵлəйха ҡарсыҡ менəн Мəкəрим ҡарт та, тышта малдары мɵлдɵрəп баҡырышып тормаһа ла, ҡуҙғалғандар: торбаларынан тɵтɵн сыға. Ə бит Мɵхтəрəмəнең малы бар. Башҡа ваҡыт булһа, күптəн тороп асыр ине. Асыр ине лə, оҙон мɵгɵҙлɵ, маңлайында бɵҙрəлəре ɵлтəйеп торған тəкəббер кəзə тəкəһе кɵрт баҫып барған əүеҫлəгенең башына суҡайып менеп, тирə-яҡты эре генə байҡап торор ине. Текə ҡаяларҙың ҡаҡ түбəһенəн киң донъяны күҙəткəн ҡыр кəзəлəре затынан бит инде мəхлүк.

Ошо кɵнгə тиклем малын ҡарамағас, мɵрйəһенəн тɵтɵнɵ күренмəгəс, тигенгə түгел был. Хəүефтəн йɵрəге ɵшɵп киткəн Фатима əбей барып хəл белергə тəүəкəллəне. Ишек алдына ɵйɵлгəн ҡарҙы билдəн кисеп, ҡара тиргə батып урамға сыҡты. Ундағы һырынты ҡатҡылыраҡ күренгəс ирəүəнрəк баҫҡайны, ауыр кəүҙəһен күтəртмəне, бер быймаһы менəн бот тɵбɵнəн тɵштɵ. Ул аяғын һурып алам тип туңҡаңлаған арала, икенсеһе батты. Етмəһə, бер быймаһы һурылып ҡалды. Уны алам тип байтаҡ ҡыялды. Арманһыҙ булып ҡар ɵҫтɵнə ултырып алды. Берəй шəүлə генə шəйлəнһəсе, исмаһам, тигəн ɵмɵт менəн һаман теге ɵй яғына теклəне. Бер үткəн юлына, бер бараһы еренə ҡараны – кɵс етмəҫлек алыҫ тойолдо. Ə бит шул араны һелəүһен кеүек ике-ɵс һикереүҙə уҙған йылғыр саҡтары бар ине. Ҡапыл шул ялҡынға тағы сумғандай булды.

Август аҙағы ине. Тəүгə генə ҡырау тɵшкəйне. Шуға күрə əрəм булмаһындар ɵсɵн йəшел помидорҙарҙы аласыҡ башына, йылыға ташып йɵрɵй ине. Биҙрə тотоп баҫҡыстан менеп барышлай əллə нисек боролоп ҡарайһы итте бит шул ҡыя йорттоң яҡты тəҙрəлəренə. Ҡараны ла ҡатты: Мостафаһы менəн Мɵхтəрəмə иҙəн уртаһында, электр нурына ҡойоноп ҡосаҡлашып тора. Күҙҙəренə ышанмайынса аңшайып торҙо бер килке. Йɵрəге боғаҙына тығылып тынын быуғас ҡына аҡылына килде. Баҫҡыстан нисек тɵшкəнен дə абайламай сығып атылды. Үҙе югерə, ə артынан ялҡыны ялпылдап барғандай тойола. Нимəгəлер абынып, ялпашып барып ятҡан ыңғайға ҙур ғына бер ташты һəрмəп алды ла ɵйгə етер-етмəҫтəн бирьяҡ тəҙрəгə йəн кɵсɵнə килтереп бəрҙе. Тəүҙə бер тəҙрəнең быялаһы ҡойолоп тɵштɵ, шунан икенсеһенең. Тɵпкɵ яҡтағы ҡараңғы тəҙрəлəргə лə элəгə ине, эйелеп усына таш йомарлағайны инде. Əллə ҡайҙан арттан килеп сыҡҡан ире яурынынан ҡосаҡлап ҡайтыу яғына тартты:

– Ҡуй, Фатима, – тине. – Кеше кɵлдɵрмə. Ана уҡыусыларың кинонан сығып килə.

Əле генə ɵй эсендə Мɵхтəрəмəне ҡосаҡлап торған Мостафаның үҙҙəренең ɵйҙəре яғынан килеп сығыуына ғəжəплəнеүҙəн, йомшаҡ тауышынан, наҙлы, əммə талапсан ҡағылыуынан һеңгəҙəп тɵштɵ Фатима. Яңылыштан эш боҙған бала кеүек башын эйеп ɵйɵнə табан атланы.

Ҡыя ɵйҙəн дə сарбайлап сыҡҡан кеше булманы. Мɵхтəрəмə торараҡ башҡа һауынсылар менəн бергə йɵк машинаһында киске һауындан ҡайтып инде. Быны күреп бɵтɵнлəй аптыраны Фатима. Шигенең нахаҡлығын аңлап, байтаҡ оялып йɵрɵнɵ. Əле буран əйтерһең дə бер услам ҡарҙы түгел, теге ваҡытта шауҙырлап ҡойолоп тɵшкəн быяла онтаҡтарын битенə һирпте: əбей бер ни тиклем тын ала алмай һеңгəҙəп торҙо.

Ə шулай ҙа, хəҙер бына илле йыллап ваҡыт уҙһа ла ул ваҡиғаның əрəсəһенə һаман тɵшɵнə алмай Фатима. Яңлыш түгел ине бит, яҡты тəҙрəлəрҙең мыҫҡыллап кɵлɵп тороуы ысын ине.

Иренең битəрлəп бер һүҙ ɵндəшмəүе, Мɵхтəрəмəнең талашып йɵрɵмəүе – уларҙың ысынлап та ғəйепле булыуҙарын раҫлаусы дəлил булған. Ошо дɵрɵҫлɵк кɵрт ɵҫтɵндə ултырған Фатиманың башына саҡ барып етте. Ə ул, иҫəр, яҙа күреп мəсхəрəгə ҡалғандан һуң үҙенең һиҙемлəүенə, ҡолағына сала-сарпы ишетелеп ҡалған ғəйбəткə оҙаҡ ҡына ышанмай йɵрɵнɵ. Дɵрɵҫɵрəге, ышанмаҫҡа тырышҡан. Ə шулай ҙа күҙе гел шул яҡта булған...

...Фатима əбей əсе күҙ йəштəре менəн бергə битен еүешлəп аҡҡан ҡар һыуҙарын һыпырып алды ла ҡуҙғалырға самаланы. Илла-алла менəн тороп баҫҡайны, кɵслɵ ел уны тағы ялпаштыра һуҡты. Аяғында торорлоҡ булмағас, мүкəйлəп ҡарамаҡсы булды. Һыуыҡ та үҙəгенə үтə башланы.

Йəштəн генə килеп тɵплəнеп, биш тиҫтə йылдан ашыу ошонда йəшəгəс, йылдың-йылы марттың урталарында ɵс-дүрт кɵн буйы Солоҡло буранының ҡотороуына күнегеп бɵтɵлгəн. Ул бүтəн яҡтарҙа ла була микəн, əллə ауылдан сығып бара биргəс тə баҫыламы? Ниңəлер шул хаҡта белгеһе килеп китте. Сɵнки бɵтə донъя ошо аяуһыҙ елдəрҙең ихтыярындалыр кеүек тойолдо.

Мүкəйлəп бара биргəс, хəле бɵтɵп ҡарға тағы туңҡайҙы. Берəйһе тəҙрəнəн күҙəтеп торһа, атаҡ-атаҡ, Фатима əбей иҫереп аунаҡлай ҙа баһа, тиер ине.

Ҡуйсы, күрмəйҙəрҙер. Туңып ҡалһаң да береһе-бер абайлар тимə. Урыны матур, йылға бɵгɵлɵ тип ошо урынды һайлағайнылар был ауылға уҡытырға килгəс. Ə хəҙер йəштəр аръяҡҡа, оло юлға яҡыныраҡ ултырыуҙы ҡулай күрə. Шуға элек гɵр килеп торған урам тоҡосланып, дүрт кенə йорт тороп ҡалды. Зəйнəп əбейҙе балалары ҡышҡылыҡҡа алып китə, шуға уның ɵйɵ буш тора. Мəкəрим ҡарттарҙың улдары ғына ата-əсəһен ҡаҙып сығарырға килмəһə, тигəн ɵмɵт менəн буран үтəһенəн секрəйеп ҡарап маташты. Юҡтыр, ялҡауҙан тыуған уңған булмаҫ. Бɵтɵнɵһɵ əсəлəренə, ғүмер буйы балаларының тамағын ҡайғыртмай билəмселəп, ɵй боронса тамаҡ туйҙырып йɵрɵгəн Зɵлəйха ҡарсыҡҡа тартҡан. Шулай тип уйланы ла, йəнə “тɵтɵнɵң сыҡһасы һуң инде”, тип Мɵхтəрəмəнең мɵрйəһенə ялыныслы теклəне. Тик бушҡа ғына. “Ултыр инде ҡартайған кɵнɵңдə кеше балаларынан мəрхəмəт ɵмɵт итеп!” Ажарланып йəнə аяғына баҫты. Икəүһенең дə кеше кɵнлɵ булғандарына үртəлеп...

Ə бит заманында Мɵхтəрəмəнең буйға уҙғанын Фатима шунда уҡ абайланы. Теге, моғайын, үҙе лə ныҡлап аңлап ɵлгɵрмəгəн булғандыр, ə Фатима белə ине инде. Үҙе йəштəн йыуантыҡ булғас, Мɵхтəрəмəнең буйсанлығына, ҡырыҫ һылыулығына бығаса һанға һуҡмайыраҡ ҡарай ине. Сирағы ла нəҙек, түше лə юҡ, кəүҙə түгел, ҡаҡ таҡта. Ул мəлдə бит, һуғыштан һуңғы əле тамаҡ яңы-яңы туя башлаған йылдарҙа, хəҙерге йəштəр кеүек ябығабыҙ тип һаташыу юҡ ине.

Шул Мɵхтəрəмə ҡапыл сəскə атып балҡыны ла китте. Ҡаҡса кəүҙəһе тумалаҡланды, күкрəктəре тулышты. Йəш бейə кеүек уйнаҡлап ҡына йɵрɵй башланы. Əллə ҡалай эстəн нурланып, йылҡылдап киткəн кеүек булды. Ғүмер буйы йонсоп, ҡараға батып йɵрɵгəн кеше йɵҙɵ ағарып, бит остары йомарланып, хатта ал ҡыҙарып янып китте. Мостафа ла сəйер генə итеп үҙ алдына гел мɵңрəп йырлаусанға əйлəнде.

Бына ҡасан кɵндəрен ҡара һɵрɵм солғаны Фатиманың. Гүйə Мɵхтəрəмə, тумпайып килеп сыҡҡан эсен тағы ла кирə биреберəк, аҡ донъяны, яҡты ҡояшты ҡаплап килеп алдына баҫты.

Һыҙып ҡына əрнеүгə батты ҡатын. Кешегə лə һɵйлəп булмай, үҙеңдə тотоуы ла ҡыйын Балалар йортонда үҫкəнгəмелер, Мостафаһына йəштəн бауыр баҫҡайны. Ауылға ситтəн килгəн, һҫтəүенə белемдəре менəн айырылыбыраҡ торған булараҡ, бик оҙаҡ башҡаларға ылыҡмай йəшəнелəр. Серҙəрен дə тышҡа сығармай торғайнылар. Шуға күрə Фатима башҡа саҡтағы кеүек күҙмə-күҙ ҡарашып, бɵтəһен дə уртаға һалып, асыҡтан-асыҡ һɵйлəшергə уҡтала ла ҡурҡып тыйыла. Ире күҙенə туп-тура ҡарап: "Мин уны яратам", – тиһə, ни ҡылырға? "Һинең яныңда бəхетһеҙмен", – тип тура ярып торған кешене, ни намыҫ менəн яныңда тотаһың? Ə былай һиҙмəмешкə һалышыуҙан да уңайлыһы юҡ.

Ə, бəлки, был тикле тəрəн итеп уйларға башы ла етмəгəндер, зирəк күңеле шулай тойғандыр.

Тыйылды. Ҡурҡты. Ауыҙҙан һүҙ сыҡмаған икəн, сигенергə урын бар. Ə утыҙ ике теш араһынан остомо, кире тотоп алып булмаясаҡ.

Ауылда иһə ят иттелəрме, ихтирамлап, абруйын һаҡланылармы – килеп ғəйбəт һɵйлəп китергə баҙнат иткəн кеше табылманы. Ел генə ташыны уға хəбəрҙе ғүмер буйы.

Бер кɵндɵ һыйыр ҡыуып ҡайтып барған ике бисəнең һɵйлəшкəне ҡолағына салыгды: "Ирҙəр бер урында табындаш булған. Шунда əсегəн бал уртлағас теле сиселеп киткəндер инде, Мостафа ағай: "Оҙаҡламай минең дə улым була, егеттəр, – тип ҡыуанып ултырған тисе", – тине береһе. Икенсеһе нимə тип яуап ҡайтарғандыр, ишетелмəне. Хəйер кəрəкмəй ҙə ине. Фатиманың күңелендə моронлап ятҡан шиге иҫбатланды.

Мɵхəббəт тигəн алышта бала – иң мəкерле ҡорал. Арттан килтереп ҡаҙаған хəнйəр ул. Ун йыл йəшəп, балалары булыуҙан тɵңɵлɵп барған был ғаилəлə Мостафаны албырғатып алырлыҡ берҙəн-бер сəбəп ана шул ине. Бала тыуһа, ире уны уйлап та тормай ташлап китəсəк. Был хаҡта уйлаһа, аҡылдан шашыр сиккə етə Фатима. Шул тиклем бɵлɵндɵ, шул тиклем бɵтɵрɵндɵ, үлем сигенə еткəйне, йɵрəк ɵйəнəгенəн больницаға барып юлыҡты.

Айға яҡын ятып, йонсоп ҡайтып тɵшɵүенең икенсе кɵнɵнə яйлап ҡына эшенə китеп бара ине, алдына Мɵхтəрəмə килə. Ғəҙəттəгесə кəүҙəһен тɵҙ тотоп, һеңкелдəтə баҫып атлай. Йɵгɵ ҙурайған. Фатиманың башына ҡан һикерҙе, күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Ə Мɵхтəрəмə килə. Ошонда, эйе, тап бына ошо тəңгəлдə осрашҡайнылар.

Фатима был күренеште айырым-асыҡ күҙ алдына килтереп, эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Нисек түҙгəн ул саҡта йɵрəгенең һыҙлауына!

Ə Мɵхтəрəмə бер ни булмағандай, баш ҡағып һаулашты. Уңайһыҙланманы, яһалмалыҡ та юҡ ине. Туп-тура ҡарай. Ҡарашы тыныс, яғымлы.

Ул ваҡытта Фатима Мɵхтəрəмəнең ҡыланышын үҙ файҙаһына юрап: "Бəлки Мостафанан түгелдер. Əгəр йɵгɵ унан булһа, миңə шул тиклем теклəмəҫ, бəлəкəй тартыныр ине", – тип үҙен йыуатырға тырышҡайны.

Бер нисə кɵндəн серҙе Мɵхтəрəмəнең əсəһе һатты. Шарҙыуан Тəслимə əбейҙең аңын-тоңон абайламай урамда илаулап үткəн бер кешегə:

– Бынау оятһыҙ Манька əйлəнə лə бер нəмə һорап килə, əйлəнə лə. Шул кафырға баҫып ултырған тауығын күкəйҙəре-нийе менəн тотторҙо ла сығарҙысы был Мɵхтəрəмə! – тип хəбəр һала. Кемдер аптырай, кемдер, хəлде сырамытһа ла ɵндəшмəйҙер инде, нимə тиһен, ҡушылып сɵңкɵлдɵгəн була. Фатима иһə шунда уҡ аңланы.

Бисəлəрҙең ауырға ҡала алмағандарын мунсаһында һылап, əмəллəп түлле итə, йɵгɵнəн ҡотолорға телəгəндəрен дə əүеш-тəүеш ҡыландыра тигəн даны таралған мəрйəнең ниңə əрһеҙлəнгəнен тɵшɵнɵү ɵсɵн артыҡ зирəклек кəрəкмəй.

Ике-ɵс кɵндəн Мɵхтəрəмə менəн йəнə тап булыштылар. Бығаса балҡып торған ҡатын шул арала йəнен һурып алған һымаҡ һарғайып кипкəйне.

"Теге ваҡыттағы тыныслығының сере лə шул инде. Бер ҡарарға килгəн булған, – тип əле килеп аңлай мүкəйлəп барған Фатима əбей. Тыны ҡыҫылып, башы əйлəнеп китə. – Сабыйының йəнен ҡыйырға хəл иткəн булған. Выжданының ɵнɵн тыҡҡанға ҡарашы салт булған инде, баҡһаң".

Кɵндəшенең бынан илле йыл элек кисергəн əрнеүенəн əле килеп күңеле тула, күҙенəн сɵптɵрҙəп йəштəре ҡойола.

Оҙаҡ йɵрɵнɵ Мɵхтəрəмə һарыһына ҡатып. Ҡанаты ҡайырылған ҡоштай башы түшенə һəленде. Ҡыя йорттан рəхəтлəнеп, башты артҡа ташлап, сыңғырҙатып кɵлгəн тауыш бик оҙаҡ ваҡыт ишетелмəй торҙо. Мостафа ла йырлауҙан туҡтаны. "Аһа, – тип саҡ абайланы Фатима əбей əле килеп, – шунан һуң бит ул бер тапҡыр ҙа йырламаған". “Кеше ҡалай яман була, – тип уйлай эсе бошоп. – Үҙ күңелем тынысланғас, янымдағы икəүҙең ҡара ҡайғыһы хаҡында уйлап та бирмəгəнмен”.

Үҙенə йəне кɵйɵүҙəн айбарланып йəнə алға ынтылды. Хəҙер барып етə инде. Етə. Күп тə ҡалмаған. Тɵпкɵ ɵйɵнɵң тəҙрəһе ана ғына тора. Ҡул һуҙымында ғына.

Ауыр мəлдəрендə бына ошо тəҙрəгə ярҙам ялбарып килер ҙə ҡапланырмын, килер ҙə ҡапланырмын, тип кем уйлаған?

Хатта фəжиғəле кɵндɵң иртəнсəгендə əйтһəлəр ҙə, кит алйот, тип асыуланыр ине. Ə Мостафаһы хəлен алдан самалап йɵрɵгəн, күрəһең. Əбейен аяғанға күрə əйтмəгəндер. “Мине əллə нимəһенə ғүмере буйы бала кеүек ҡурсаланы инде, бахыр. Бына ул юҡ, ə мин йүрмəлəп йɵрɵп ятам”, – тип эстəн генə иламһыраны əбей.

Эйе, уйсан ине ул кɵндɵ ҡарты. Əйтерһең дə гел генə нимəгəлер ҡолаҡ һалған кеүек. Шулай ҙа кискеһен мал биклəргə тип сығып киткəн булды. Ярай соланда йɵрɵгəн Фатиманың кəртə-ҡура яғына күҙе тɵштɵ. Шунда утлыҡса янында илəмһеҙ йығылып ятҡан бер ҡара нəмə шəйлəп: "Бабай, бабай", – тип ҡысҡырып килеп сыҡһа, аяҡ-ҡулын ҡыбырҙата ла, һɵйлəшə лə алмай, күҙе менəн генə ымлап ята Мостафа.

Шунда Фатима күҙенə аҡ-ҡара күренмəй тотҡан да йүгергəн Мɵхтəрəмəгə. Нишлəп урамдан үтеп барған кɵслɵ ир-атҡа ɵндəшмəгəн, фельдшерға түгел, нисəмə йыл ҡанын ҡарайтып торған ошо ҡыя йортҡа ташланған, аһылдап килеп ошо тəҙрəлəргə ҡапланған?

Ғүмер буйы үҙ-үҙенə генə ышанып, үҙенə таянып ɵйрəнгəн Мɵхтəрəмə ни сос. Шунда уҡ бер баланы: "Мостафа олатаң йығылған", – тип фельдшерға йүгертте, кемделер күрше ауылдан "Тиҙ ярҙам" саҡыртырға матас атландырып оҙатты. Үҙе əмəлгə күрə урамдан үтеп барған əзмəүерҙəй ике ирҙе эйəртə һалып килеп етте.

Мостафа больницала байтаҡ ятып, теле асылып, исмаһам, үҙ йомошона йɵрɵрлɵк булып ҡайтҡас та ташламаны, гел ярҙам итер булып китте Мɵхтəрəмə. Мостафа ла: “Кеше микəн тиһəм, быныһы ла үҙ əбейем икəн”, – тип ара-тирə мəрəкəлəп алған була торғайны.

Мостафаның һуңғы кɵнɵндə, кискə табан бик насарлағас та Фатима Мɵхтəрəмəгə атлыҡты. Тегенеһе һүҙһеҙ ҙə аңлап тора. Фатима кеүек мырш-мырш иламаны. Ашығып килеп инеү менəн ауырыуҙың түшəген рəтлəштерҙе, мендəрен уңайлабыраҡ һалды, шунан эргəһенə ултырып, ҡулынан тотто. Бер һүҙ ҙə əйтмəне. Əммə бар булмышында, ҡарашында: "Ниҙəр генə ҡылайым да, хəлдəреңде нисек еңелəйтəйем һуң?" – тигəн мəрхəмəтле һорау ине. Əжəл алдына һəр кем үҙе килеп баҫа, Ғазраилға яуапты үҙе бирə, əммə мəңгелеккə китер алдынан, һуңғы һулышыңда йəндəй күргəн кешең оҙатһа барыбер саҡ ҡына булһа ла еңелерəктер ул. Мɵхтəрəмəнең сабыр аҡылы янында шуны тойҙо Фатима. Сыҙамһыҙлығы ɵсɵн оят булып китте. Үҙен ҡулға алып, бабайының икенсе яғынан ултыра һалды. Хатта шул мəлдə лə кɵнсɵллəшеү, ярышыу телəге əллə ҡайҙан һис урынһыҙға былҡ итеп килеп сыҡҡайны, икенсе ҡулын элəктерə һалды.

– Ясин сығырға Сабиръян мулланы саҡыртайыҡмы? – тип бышылданы ултыра биргəс.

– Запойҙан сыҡмағандыр əле ул. Элеккегɵн мас булып йɵрɵп ята ине, – тине Мɵхтəрəмə. – Риза булһаң, үҙем сығайым да ҡуяйым. Сабиръян мулла бисəлəргə ярамай, тигəн була ла һуң. Шəриғəт эсеүҙе лə ҡаты тыя бит. Заманы шулай булғас, ҡалайтаһың.

Кɵндəшенең был һɵнəрен белмəгəн Фатима аптырап баш ҡаҡты.

Мостафа үткəс тə Фатима кеүек һозлап иламаны күршеһе. Кəрəгенсə тəрбиəлəп һалды.

– Кеше саҡырайыммы? – тип һораны Фатима кɵндəшенең сабырлығы янында һынатмаҫҡа була үҙен тыйырға тырышып.

– Ҡурҡһаң, саҡыр, – тине уныһы. – Былай мин шомланмайым. Əсəмде лə үҙем тəрбиəлəнем. Һаҡларға кеше лə саҡырманыҡ, Ҡолғизəр инəм менəн икебеҙ генə һɵйлəшеп, үткəндəрҙе уйлап, əсəмде хəтерлəп, кɵңгɵр-ҡаңғыр һɵйлəшеп таң аттырҙыҡ. Рухы риза булып ҡалған кеүек булды. Былай бит, кеше тере саҡта күп нəмəне əйтмəйһең.

Быға тиклем Мɵхтəрəмəгə кɵндəш тип, ғəйеп эҙлəп кенə ҡарап ɵйрəнгəн Фатима йəнə ғəжəплəнде. Уның Мостафа менəн һɵйɵшɵүҙəн, Фатиманы əрнетеүҙəн башҡа ла шɵғɵлдəре, хəсрəт-ҡайғылары булған икəн дə баһаң тигəн кеүегерəк сəйер тойғо ташламаны.

– Йəш кенə булһам да, мəрхүм иремдəн дə ҡурҡмағанмын. Ул бит тракторҙан тапалғайны, үҙемдең ҡулымда йəн бирҙе, – тине Мɵхтəрəмə уйсанланып. Күргəн ҡайғылары береһенə береһе эйəреп күмəклəп ҡалҡып сыҡты, ахыры – Уға ят кешене ҡағылдырғым килмəгəне иҫемдə. Яратышып та туймаған саҡта китеп барғас, ни бигерәк тə аяулы булғандыр, күрəһең...

Хəсрəтле хəтирəлəренə бирелеп бик оҙаҡ ултырып ташлаған күрəһең, үҙен ҡар баҫҡан кəбəн хəҙəрлем тойҙо Фатима. Урам уртаһында суҡайған килеш үлеп ултырыуың бар ҙаһа, тип əрлəй-əрлəй аяҡ-ҡулын ҡыбырҙарға мəжбүр итте. Балалар ҡарҙан йомарлап яһаған ҡыш бабай ише тумарлап килеп инде, ниһайəт Мɵхтəрəмəнең ишек алдына.

Ғүмерҙə ир ҡулы, ир хəстəре күрмəгəн донъяһы кəртə аҫты яғынан шар асыҡ. Буран бында айырыуса кинəнгəн: бɵтə ҡарҙы ɵйɵрɵлтɵп тыңҡыслап тултырған. Бульдозерға ғына ла ярты кɵнлɵк эш бында əрсəлəйем тиһəң. Ихатала күптəн кеше-маҙар йɵрɵгəнгə оҡшамаған. Быны күреп Фатиманың борсолоуы тағы ла артты. Ишеккə йомолдо. Етмəһə, солан ишеге тыш яҡҡа асмалы булып сыҡты. Мостафаһын орошто. “Ошоно ҡаса-боҫа күпме асып инеп йɵрɵгəн, бер тапҡыр кəңəш бирһə, йə үҙе матур итеп эшлəп ҡуйһа булмағанмы ғүмер буйына”, – тип бурылданы. Ишекте ныҡ дɵбɵрлəтте, эстəн тауыш ишетелмəгəс, тағы тирə-яғына ҡаранды. Буйтым яҡтырған. Тик берəйһе үтеп барһасы шунда. Элекке заман түгел шул хəҙер. Таңғы биштəн тороп, ямғырына, буранына ҡарамай колхоз малы тип фермаға йүгергəн һауынсылар юҡ. Йəштəр һуң ҡуҙғала.

Ике ҡуллап ишек тɵбɵн ҡарҙан таҙалай башланы. Ҡара тиргə батты. Ныҡ кейенгəненə үҙен əрлəй əрлəй ирлəн кеүек соҡоп инə барҙы. Фатима тырышты, унан былай ел тырышты. Саҡ ҡына асҡан ергə, ҡарын килтереп ɵйɵргə ҡыр талашты.

Хəлһеҙлəнеүҙəн Фатиманың күҙ алдары ҡараңғылана башланы. Бына ишек ҡыҫылып ҡына асылыр хəлгə килде. Тик ҡыпыштай итеп кейенгəн Фатима һыйыу ҡайҙа! Аҡтыҡ кɵсɵн йыйып йəнə соҡорға керешеп китте. Башы һыйырлыҡ булғас, кейемен сисеп бырғаны ла, шаҡара-шаҡара эскə инде. Ɵйɵнɵң ишеген, эстəн биклелер тип һелкетə тартҡайны, саҡ йығылып китмəне. Ҡар һырыған быймаһын ишек тɵбɵндə ырғытып, тɵпкɵ ɵйгə ашыҡты.

Мɵхтəрəмə карауатында ап-аҡ булып һуҙылып ятҡан. Фатиманың ҡурҡыуҙан быуындары йомшарҙы. Ауа-түнə битенə барып ҡағылды, тегенеһе күҙҙəрен асып ебəргəс, ҡыуаныстан илап ебəрҙе.

– Тауышыңды баянан бирле ишетеп ятам, яуап ҡайтарырға тамсы хəлем юҡ, – тип бышылданы Мɵхтəрəмə кипкəн ирендəрен саҡ ҡыбырҙатып.

Ə Фатима сəй ҡуя һалды, шартлатып мейескə яғып ебəрҙе. Ауырыуға дарыу ҡаптырҙы. Баллап сəй эсергəс, маңлайына бɵрсɵк-бɵрсɵк тире сыҡҡанын күргəс, аяҡ осона килеп ултырҙы. Башҡаса тыйыла алманы.

– Шул заманда бер нəмəгə ҡарамай табып алһаң, бɵгɵн былай кеше кɵнлɵ булып, ташландыҡ ултырмаҫ инек. Икебеҙгə бер бала булыр ине əле, исмаһам, – тип һозлап иланы ла ебəрҙе.

Мɵхтəрəмə ɵндəшмəй ята бирҙе. Бер аҙҙан бышылданы:

– Һиҙгəнеңде белə инем. Асығы ғына мəғлүм түгелдер, тип ɵмɵтлəнгəйнем. Тəүҙə табырмын тип уйлағайным бит. Һине үлем хəлендə район больницаһына алып киткəндəрен белгəс, ихтыярым һынды. Гүрҙəге тамуҡ утынан ерҙəге намыҫ ялҡыны аяуһыҙраҡ тойолғандыр.

Йɵҙɵңə үлем күлəгəһе тɵшɵп ҡайтып тɵшкəсең, ныҡ йəллəнем. Осрашҡас та битемə түгел, эсемə теклəнең. Шунда күҙҙəрең атылып сығыр ҙа аяҡ аҫтыма тəгəрлəп тɵшɵр кеүек тойолдо. Кешене иза тапап үтеп, рəхəт күреп булмаҫ барыбер, тип ҡурҡтым. Ғүмер буйы етемһерəп, ҡағылып-һуғылып йəшəгəн мин бахырға шул тиклем ҡыуаныс барыбер килешмəҫ, гонаһ булыр, тип тə уйланым, – Мɵхтəрəмə сикəһенəн ағып тɵшкəн күҙ йəшен һыпырып алып бер килке ҡаршы яҡ стенаға эленгəн фоторəсемдəргə теклəп ятты. Дауам итте: – Тормошомдо үҙгəртергə лə ҡурҡҡанмындыр. Тəүҙə ауылдан ҡасып ҡына китəйемме əллə, тип уйлағайным. Ҡартайған кɵнɵндə ауырыу əсəйем кемдең күҙенə ҡарап ҡала, тинем. – Ауыр һуланы. – Ир бала ине...

– Ир бала ине, – тип уйсан ҡабатланы Фатима. – Ике ɵй араһында йɵрɵп үҫер ине əле. Мин дə яратып китер инем. – Шунан үҙенəн-үҙе шиклəнеп ҡабатлап һорап ҡуйҙы.– Яратыр инемме икəн?

– Яратыр инең. Бала йəнле кеше бит һин. Ете яттарҙың балаларын уҡытам, кеше итəм тип күпме кɵс түгəһең. Ə бында яратҡаның, Мостафаңдың ҡаны.

Быны ишеткəс, Фатима түҙмəне мендəргə арҡаһын терəп ярым ултырған Мɵхтəрəмəне ҡосаҡлап алды. Ҡорбандарын йəллəп ҡан-йəш түккəн ике йəллəт кеүек йəнə үкһенелəр.

– Тас уға оҡшап торһа, ибет, – тип ҡапыл хыялланып китте Фатима. Əйтерһең дə əле бер нəмə лə хəл ителмəгəн, барыһы ла алда.

Əммə Мɵхтəрəмə ҡырыҫ ҡына бүлдерҙе:

– Шулай яҙғандыр. Булғанына шɵкɵр итəйек. Уллы ла илай, улһыҙ ҙа... Ҡайҙан белəһең?.. Əсəлəренəн ҡан-йəш түктереп йɵрɵгəн бала-саға үҙебеҙҙең ауылда аҙмы...

Фатима уға нимəлер əйтеп ҡаршы тɵшɵргə уйлағайны, тегелəй булһа, былай булһа, тип яраға тоҙ һалыуҙан фəтүə юҡлығын иҫенə тɵшɵрɵп телен тешлəне.

Мɵхтəрəмə башын артҡа ташлап, тəрəн кɵрһɵндɵ:

– Ҡалай еңел булып китте, – тине. – Нисəмə йыл йɵрəгемде йəнсеп баҫып торған олоғара таш ирене. Ташты иретерлек тə ҡɵҙрəт бар икəн дə. Ошо ауырлыҡ менəн ҡəбергə керермен, бында ғүмерем буйы ɵҫтɵрəп йɵрɵгəнем етмəгəн, мəңгелеккə лə шуны алып китермен, тип ҡурҡҡайным, – тине. –Ə Мостафа һине ныҡ ярата ине бит. Һеҙ икегеҙ ҙə тиң, белемегеҙ, һɵнəрегеҙ – бер үк.

"Йəне миңə, тəне һиңə тартҡан инде", – тип əйткеһе килде Фатиманың. Ɵндəшмəне. Күңеленə йылы, рəхəт ине был һүҙҙəрҙе ишетеүе.

– Һеҙҙе үҙемдəн ныҡ юғары ҡуйҙым, – ти дауам итте Мɵхтəрəмə. – Мостафаны, ирем булыр, бергəлəп тормош кɵтɵрбɵҙ тип уйлау ҡайҙа. Балабыҙ тыуһа ла ул һине ташламаҫ ине.

“Балабыҙ тыуһа”, – тип ҡабатланы Фатима эстəн генə. Башҡаһын ишетмəне. Ҡапыл солан ишеге шығырҙап ҡуйғанға, бына-бына ишек асылыр ҙа, ишектəн Мостафаның йəп-йəш кенə сағын хəтерлəткəн һылыу егет килеп инер кеүек тойолдо Ошо хыялы алдында ҡасандыр ɵсəүһен дə борсоған уй-хəүефтəр, ҡурҡыу, намыҫланыуҙар шул тиклем əһəмиəтһеҙ, ваҡ булып күренде. Əммə файҙаһыҙ үкенескə үҙен ɵтɵп алырға ирек бирмəне, уны йылы тойғоға əйлəндереп ҡарашын кɵндəшенең йɵҙɵнə күсерҙе.

– Ɵй йылынып китте, – тине Мɵхтəрəмə маңлайына бɵрсɵк-бɵрсɵк булып сыҡҡан тирен һɵртɵп.

– Эйе, – тине Фатима уйҙарына батып:”Донъя рəхəт булып, йылынып китте”. – Бер-беребеҙгə терəк булып йəшəйек əле, күрше, йəме.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: