Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
1 Сентябрь 2022, 18:50

Ялҡаулыҡ бәләһе

Бер фәҡир йәшәгән. Көн күргән өйө лә бигерәк насар икән – үҙе бәләкәс, бысраҡ, унда керләнеп бөткән әйберҙәр тулып ятҡан, түбәһен үрмәксе ауы һырып бөткән, ти. Хатта бер мөйөштә сысҡандар ҙә оя ҡорған. Күрше-тирәһе лә был хәйерсенең өйөнә инеп йөрөмәгән.

Был көндө уға иҫ киткес матур сәскә һауыты бүләк иткәндәр.

-Был көршәк миңә нимәгә инде, һатһам, аҡсаһы булыр, исмаһам, - тип баҙарға юллана.

Тик ни эшләптер уйы килеп сыҡмай. Ул кире өйөнә борола. Юлда сәскә өҙөп алып, ҡайтыу менән шул һауытҡа ултырта. Өй йәмләнеп киткәндәй була.

-Ҡара әле, шундай гүзәллекте үрмәксе ауы йәмһеҙләп тора, -тип, йортон йыйыштыра башлай. Тәүҙә тараҡан, сысҡандарын бөтөргән, мейесен аҡлаған, иҙән-түбәләрен ялтыратып йыуғас, өйөнәң эме матурайған дә киткән!

Бына шул мәл тәрән уйға ҡалырһың да инде. Әллә был кешегә тылсымлы һауыт бүләк иткәндәр, әллә өйҙәге бысраҡлыҡ, емереклек бөтәнләй ҙә хәйерселек түгел, ә ялҡаулыҡ бәләһеме икән?

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: