Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
5 Сентябрь 2022, 18:45

Йыуаш кейәү

Йыуаш кейәү Риф МИФТАХОВ (Хикәйә) Әсәһе Әсмә, атаһы Ал­тынбай улдары Усманды өйләндерергә булды­лар. Утыҙҙы уҙып китте бит. Үҙенең уйында ла юҡ. Элегерәк китап­тарҙан айырыла алмаһа, хәҙер компьютерға текәлеп тик ул­тыра.

Йыуаш кейәү
Йыуаш кейәү

 

Дөрөҫ, һуңғы бер-ике йылда экрандан ир-ат менән танышырға теләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙҙәре хаҡында фәстереүҙәрен уҡыштырып, мыҫҡыллы ғына йылмайып ҡуя. Шунан уҙмай. Берәйһенең компьютерына хат яҙып, ҡылын тартып ҡараһа икән дә бит. Уйында ла, ҡылығында ла юҡ.
Шуны һиҙеп, Алтынбай бер кис:
– Улым, һинең менән етди һөйләшәһе бар, – тип һүҙ баш­ланы. – Йәшең бара, бер техни­кум, ике институт бөтөрҙөң, ғаилә ҡорорға ла ваҡыт бит.
– Мин нимә эшләргә тейеш? – Усман, аптырап, яурындарын һикертеп, күҙлеген ҡулдарына алып, быялаларын һөртөп ҡуй­ҙы. – Урамда осраған берәй ҡыҙҙы алып ҡайтайыммы?
– Улай ҙа була, тик үҙең бел­гән ҡыҙ булһын.
– Урамдан алып ҡайтҡас, мин уны нисек беләйем ти. Вообще, мин ҡатын-ҡыҙ менән таныша ла, һөйләшә лә белмәйем. Нисек һүҙ башлайым да, нимә әйтәйем мин уларға?
– Ярар, – тине Алтынбай, улын тынысландырып, – таныш­тырыуҙы үҙ өҫтөмә алам. Мин дуҫтың һылыу ҡыҙын ҡарап ҡуйҙым. Һөйләшергә килгәндә, улым, артыҡ иҫең китмәһен. Бер нәмәһе лә юҡ уның. Ҡатын-ҡыҙға иғтибарлы бул, ғаиләләре хаҡында белеш, төрлө компли­менттар әйт, шаярт, мөхәббәт хаҡында һөйлә, унан, яйына килтереп, философияға төшөп кит. Ул тиклем йыуаш булма!
Улы менән һөйләшеүгә аҙна-ун көн ваҡыт үтеүгә, июль айы­ның аяҙ көндәренең береһендә, Алтынбай үҙе етәкселек иткән ойошма хеҙмәткәрҙәрен, ғаи­лә­ләре менән, ял итергә Ҡа­риҙел ярындағы бер яланға алып барҙы. Усман бармаҫҡа тартҡылашып ҡарағайны ла, ата-әсәһенең үпкә һүҙҙәренә, апаһы менән еҙнәһенең шая­рыу ҡатыш мыҫҡыллы көлөү­ҙәренә түҙмәне – бирелде: егеткә уларға эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Төрлө уйындар ойошторолған мул һыйлы та­бын, тәүҙә бөтә йыйылған ха­лыҡ менән үткәрелһә лә, тора-бара айы­рым төркөм булып тарҡала башланы. Өс кеше­нән торған Алтынбай Ғәли­мовтар ҙа, үтә күңелләнеп алған Сә­лиховтар ғаиләһе лә бер ҡы­уаҡ күлә­гәһенә, ҙур ашъ­яулыҡ­ҡа яңынан һыйҙар теҙеп, түңәрәк яһап ултыр­ҙылар. Усман, үҙе лә аңла­маҫтан, Гөлназ исемле ҡыҙ эргәһендә булып сыҡты. Шунда ғына теге саҡ атаһы­ның "дуҫтың һылыу ҡыҙын ҡарап ҡуйҙым" тигән һүҙҙәре уның башына барып етте. Насар ҡыҙ ҡара­маған икән атаһы: ул, ысынлап та, сибәр ҙә, шаян да ине. Күп тә үтмәй, бәләкәй та­бындың олораҡ йәштәге ху­жалары, йөрөп, елләп ала­йыҡ, тип урын­дарынан ҡуҙ­ғалдылар. Усман менән Гөлназ ғына урында­рында ултырып ҡалды­лар. Ата-әсәһе янынан киткәс, ҡыҙ ниңәлер шым булды. Усманға был тынлыҡ шундай ауыр ине. Һүҙҙе нисек дауам итергә бел­мәй алйығас, ата­һының "ғаилә­ләре хаҡында белеш" тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп:
– Һеҙҙең ағайығыҙ бармы? – тип һораны.
– Ағайым юҡ минең,– тине ҡыҙ, аптырабыраҡ.
Шул саҡ Усман ҡыҙҙан ҡапыл ғына, ниңәлер, яратыу-яратмау тураһында һорашырға булды.
– Һеҙ макарон яратаһы­ғыҙмы?
– Юҡ, яратмайым.
«Бына һиңә, – тип уйлап ҡуй­ҙы егет, – нисек инде макарон­ды яратмау мөмкин? Туҡта, бәлки, был хәлгә фәлсәфәүи яҡтан килергә кәрәктер?»
– Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ,– тине егет, башын артҡараҡ ташлап, – әгәр ағайығыҙ булһа, ул макарон яратыр инеме икән?
Ҡыҙ, шарҡылдап көлөп ебәр­ҙе лә, бер һүҙ өндәшмәй уры­н­ынан ҡуҙғалды. Аптырауҙа ҡалған Усман уға эйәрҙе...
Гөлназ оҙаҡ ҡына икеләнеп йөрөһә лә ике яҡтан да ата-әсәләрҙең ныҡышлығы, көтмә­гәндә Усмандың ҡыйыуланып китеүе арҡаһында, йәштәр туй яһауға барып еттеләр. Ҡыҙҙың атаһы ҙур заводтың генераль директоры икән. Бер көндө кейәүен заманса йыһазланды­рылған күркәм офисына саҡыр­ҙы ла:
– Минең ҡыҙым берәү генә, уның өсөн бөтәһен дә эшлә­йем, һине, кейәү, ғаиләбеҙгә тулы хоҡуҡлы ағза итеп алам, – тине. – Мин һиңә үҙ бизне­сымдың 50 процентын бирәм. Бының өсөн һин заводҡа килер­гә, мин ҡушҡан эштәрҙе эш­ләргә тейешһең.
– Заводҡа?!– тине Усман, аптырап. – Булмай, миңә тауыш ярамай!
– Улайһаң, бына ошо офисҡа кил, бухгалтерияның иҫәп-хисап эштәрен тикшерерһең.
– Донъялағы иң күңелһеҙ эш. Көнө буйы ултыр бер урында. Юҡ, бармай был миңә,– тигәс йәш кейәү, ҡайныһы, асыу­ла­нып:
– Туҡта әле, мин һиңә ярты бизнесымды бирәм, ә һин заводта ла, офиста ла эшләргә теләмәйһең, – тип күҙлеген өҫтәлгә ырғытты.
– Ярай, – тине Усман, ҡай­ныһын тынысландырып,– һеҙ минең өлөштө үҙегеҙгә яңынан һатып алаһығыҙ. Шуның менән мәсьәлә хәл ителә!
Усман сығып киткәс, ҡайны кеше көрһөндө лә:
– Бына һиңә йыуаш кейәү!– тип, күҙлеген яңынан алып кейҙе һәм башлаған эшенә тотондо.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: