Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
24 Октябрь 2022, 12:20

Хәҙер кәләштең йөҙөнә нисек күренәйем?

Уянып китһәм, тышта яҡтыра башлаған. Йөрәк жыу итеп ҡалды. Сәғәткә ҡарайым — ете тулып бара. Кәләшем туғыҙҙа ҡайтып етергә тейеш. Ә мин кешеләрҙә йоҡлап ятам. Ҡайҙамы? Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге ҡыҙҙар ятағында!

Хәҙер кәләштең йөҙөнә нисек күренәйем?
Хәҙер кәләштең йөҙөнә нисек күренәйем?
 

Ҡайҙан килеп сыҡтым бында? Нимә етмәне? Өйләнешеүебеҙгә бер ай ҙа түгел, ә мин әллә ҡайҙа күңел асып йөрөп ятам. Кемдер тыуған көнөнә саҡырҙы шикелле. Кем икәнлеген аныҡ ҡына иҫемә лә төшөрә алмайым. Кәләш алдында ояты ни тора! Мәсхәрәгә ҡалдым бит!

Дөбөр-шатыр кейендем дә тиҙ генә туҡталышҡа һыпырттым. Кәләш ҡайтҡансы өлгөрөргә кәрәк! Үлтерә бит хәҙер! Унан да бигерәк ғәрлеге ни тора. Йәп-йәш кәләшең бар өҫтөнә ҡыҙҙарға ҡунаҡҡа китеп бар инде...

Туҡталышҡа етәрәк аяғыма ҡараһам, береһенә – ботинка, икенсеһенә итек кейгәнмен. Ай Алла! Ни эшләргә? Йүгерҙем кире дөйөм ятаҡҡа. Барҙым. Йән асыуына ишектәрен дөбөрҙәтәм. Асыусы юҡ. Сәғәт һигеҙ тулып бара. Йәнә ишекте туҡмайым.

– Ҡыҙҙар, асығыҙ! Аяҡ кейеме буталған. Асығыҙ, тим, зинһар! Асығыҙ!

Әммә ишекте асыусы булманы. Аптырағас, күршеләренә барып, уларҙыҡын да дөбөрҙәтәм. Бер һылыу килеп ишекте асты.

– Теге бүлмәләге ҡыҙҙарҙы күрмәнегеҙме? – тим өндәрҙе йота-йота.

– Ауылға ҡайтҡандарҙыр! – Был һүҙҙе ишетеүгә, йөрәгем өҙөлөп төшкәндәй булды.

– Ауылға тиһегеҙме? Асҡыстарын ҡалдырманылармы?

– Юҡ.

Инде ни эшләргә? Бүтән аяҡ кейеме генә алыр инем дә, аҡсаһы ҡайҙа! Шулай ҙа ҡабат туҡталышҡа йүгерҙем. Бәлки, ҡайтып өлгөрөрмөн дә аяҡ кейемен йәшереп ҡуйырмын. Их, нимә генә тип был ҡыҙҙар ятағына килдем! Шулайтып йөрөмәһәм, бындай мәсхәрәгә лә ҡалмаҫ инем. Хәҙер кәләштең йөҙөнә нисек күренәйем? Ғәрлеге ни тора!

…Уянып киткәндә, йомшаҡ диванда ята инем. Хатта бер килке күҙемде асырға ла ҡурҡтым. Төш кенә булһа ярар ине, тип теләйем эстән. Эргәмдә кәләшем мышнай-мышнай йоҡлай...

Ярай, төш кенә булған икән. Шулай ҙа шаҡтай ваҡыт тыныслана алманым, йөрәгем урынынан сығырҙай булып дөпөлдәй. Ә ҡыуанысымды әйтеп тә аңлата алмайым. Был тиклем дә ҡурҡыныс төш күргәнем юҡ ине әле...

Венер Исхаҡов.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: