Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
2 Ноябрь 2022, 16:10

Биш кешене бәхетле итте!

"Ейәнсура таңдарының" юбилей тантанаһында гәзитебеҙ дуҫы Марат Сәйфулла улы Түләбаев киләһе ярты йыллыҡҡа биш кешегә подписка эшләргә вәғәҙә биргәйне. Егет һүҙе бер булыр, тип, дүшәмбе килеп тә етте. – “Ейәнсура  таңдары” гәзитенең 90 йыллыҡ  юбилейы уңайынан гәзитебеҙ йәшәһен, халҡыбыҙ рухын  күтәрһен, телебеҙҙе, берҙәмлекте һаҡлауҙа изге эшен дауам итһен, тигән ниәттә биш гәзит яҙҙырам.  Тулыраҡ сайтта һәм гәзит битендә уҡырһығыҙ.

Биш кешене бәхетле итте!
Биш кешене бәхетле итте!

Эшләгән  дәүеремдә Новониколаевка мәктәп-интернаты проектланып, планға индерелеп, төҙөлөш башланғайны. Эште Рәил Сәлих улы тамамлап ҡуйҙы, Ошо мәктәп-интернатына бер дана башҡорт баҫмаһын яҙҙырам. Шулай уҡ әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан райондашыбыҙ Илнар Иҫәнсуриндың Иҫәнғолда әсәһе һәм өс һылыуы йәшәй. Әсәһе Лениза Миңлебай ҡыҙына ла ошондай бүләк эшләгем килә. Был операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ  иҫән-һау һәм еңеү менән ҡайтыуын Хоҙай  насип  итһен!   

Яңы Себенле мәктәбендә уҡыным, бер йыл уҡыттым да. “Большевик”  колхозында, “Инәк” совхозында  эшләнем. Шуға ла ауыл китапханаһына  килеүселәр район хәлдәре менән таныш булһын тигән ниәттә Яңы Себенле ауыл китапханаһына “Ейәнсура таңдары”на подписка бүләк итәм.

Йәнә бер дананы М. Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернатына тәғәйенләйем. Был гимназия минең өсөн шулай уҡ бик яҡын. Уны асыу, етәксеһен тәғәйенләү, уҡыу кластарын, дөйөм ятаҡ мәсьәләләрен  хәл иттеү, яңы гимназия бинаһын проектлау, планға индереү, финанс бүлеү һәм башҡа эштәрҙә минең дә өлөшөм бар. Гимназияға иғтибарымды ағайым Зәйнулла рухына бағышланым. Ул 1940 йылда Ырымбурҙа рабфак, Амурҙағы Комсомольск ҡалаһында хәрби училище тамамлаған кадровый офицер ине. 1942 йылдың 22 июлендә фронтта һәләк булған. Бөгөн дә гимназия  менән бәйләнештәмен. Уҡыусылар! Мәктәп йылдары бер генә мәл. Уҡыуҙың  ҡәҙерен  белегеҙ! 

Үргендә өс йыл уҡыу дәүеремдә аҙна һайын тиерлек ҡайтып йөрөнөм. Шуларҙың береһендә генә атта килеү насип булды, ҡалғанында һәр саҡ йәйәү. Уҡытыусыларыбыҙ бик кешелекле, иғтибарлы булды. Уҡырға, йәшәүгә, илһам-дәрт бирҙеләр. Уларға әле лә  рәхмәтлебеҙ! Үрген мәктәбе оло тормош юлына сығарҙы. Мәктәптә  нисек уҡығанмындыр, уныһын әйтә алмайым. Әммә 70 йәшлек юбилейым   уңайынан: “Тормошоңда гел шулай булып ҡал!”  тип яҙылған ҡотлау открыкаһы  килде. Ул 51йыл элек уҡытҡан уҡытыусыларым Маркс Әхәт улы менән Миңзиә Ризван ҡыҙынан (ауыр тупраҡтары еңел булһын!) ине. Шуға ла бишенсе гәзитте үҙем  1958 йылда тамамлаған, минең өсөн ныҡ яҡын булған Үрген  урта мәктәбенә яҙҙырам.

 

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: