Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
18 Ноябрь 2022, 16:15

Хыянатты кисерергә түҙ йөрәгем, түҙ генә...

Әхирәте: «Мәңге юлда йөрөгән иргә ышанып, өй һаҡлап ғүмерең үтте инде, үкенерһең әле!» — тип йәненә тейергә тырышып ҡараны. Тик Нурзилә уның һүҙҙәренә иғтибар итмәне. Һәр һүҙенә көлөп кенә яуап бирҙе, йә өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе. Ҡайтҡас, ҡатын оҙаҡ уйланып ятты. Һуңғы ваҡытта ҡайһылай беҙҙең тормош менән ҡыҙыҡһыныусан булып китте әле әхирәте. Әллә ирем тураһында берәй һүҙ ишеттеме икән?

Хыянатты кисерергә түҙ йөрәгем, түҙ генә...
Хыянатты кисерергә түҙ йөрәгем, түҙ генә...
 

Фәнисә менән нисек, ҡасан йән дуҫтарға әйләнеп китеүҙәрен һиҙмәй ҙә ҡалды Нурзилә. Бер-ике тапҡыр кафеға саҡырҙы, өйөндә лә ҡунаҡта булдылар. Һуңынан ул гел генә телефондан: «Сәләм! Һин әле ҡайҙа йөрөйһөң, нисәләрҙә ҡайтаһың?» — тигән һорауҙарҙы бирер өсөн генә шылтырата ине.

Әллә ниңә һуңғы арала ире менән аралары һыуынып киттесе, әллә эс бошҡанда Фәнисәгә барып ултырырға инде, тип уйлап та өлгөрмәне, әхирәте үҙе шылтыратты: «Шарап ҡына алып, килеп сыҡ әле. Көн үтмәй, эс боша», — тине ул уфтанып.

Барып ингәндән алып сығып киткәнсе һүҙ уның турала ғына барҙы. Ҡасан кем менән осрашҡан, ҡайһы ире менән ни сәбәптән айырылған...

Һүҙ араһында: «Ә һеҙ нисек йәшәп ятаһығыҙ? Көнө-төнө рейста йөрөгәс, иреңде күрмәгән саҡтарың булалыр әле. Үҙеңә берәй йүнле генә ир тотоп алмай. Быға тиклем нимә ҡарап йөрөйһөң ул?» — тигән һорауы менән иҫен китәрә яҙҙы. Тәүбә, Нурзиләнең хәләленә хыянат итеү уйына ла инеп сыҡҡаны юҡ.

Әхирәте: «Мәңге юлда йөрөгән иргә ышанып, өй һаҡлап ғүмерең үтте инде, үкенерһең әле!» — тип йәненә тейергә тырышып ҡараны. Тик Нурзилә уның һүҙҙәренә иғтибар итмәне. Һәр һүҙенә көлөп кенә яуап бирҙе, йә өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе. Ҡайтҡас, ҡатын оҙаҡ уйланып ятты. Һуңғы ваҡытта ҡайһылай беҙҙең тормош менән ҡыҙыҡһыныусан булып китте әле әхирәте. Әллә ирем тураһында берәй һүҙ ишеттеме икән? Юҡ, булмаҫ — ул үҙе йөрөмтәл ирҙәрҙе тәнҡитләүҙән бушамай торғайны ла баһа!

Иренең һуңлап ҡайтҡан саҡтары ла күп инде ул. Шофер кешенең эше лә шулай бит, тип үҙен йыуатҡандай итте. Тик барыбер күңелендә ниндәйҙер бер шик пәйҙә булды ла ҡуйҙы. Бер нисә тапҡыр өй телефонына шылтыратып, өндәшмәй трубканы һалып ҡуйыуҙар йышайғас, Нурзилә түҙмәне, почтанан «распечатка» алды. Таныш номерҙарҙы күргәс, аптырауҙан иҫе китә яҙҙы. Сөнки ул ҡағыҙҙағы номерҙар Фәнисәнеке ине. Йә таң менән, йә төндә Нурзиләләрҙең өйөнә шылтыратҡан булған. Нимә кәрәк булды икән был ҡатынға? Бәлки кем кәрәк булғандыр?

Ошо көндән алып Нурзилә Фәнисә йәшәгән йорт янына йыш барып урар булды. Бер-ике тапҡыр уның өйө янына килеп туҡтаған машинаһында иренең кире боролоп ҡайтҡанын да күргеләне.

Күңелдәге ауыр тойғоларҙан түҙер әмәле ҡалманы. Ире менән мөнәсәбәттәрҙе асыҡлай башлағас, көн дә иреш тә талаш китте.  Бер көндө донъяһын күтәреп һуғып, ситкә эшкә сығып китте. Тик ике көн дә эшләп өлгөрмәне — киҙеү эләктереп, ҡайтырға тура килде. Автобуста температура менән һелкенеп ҡайтып килеүенә үҙенең йәне көйҙө. Шоферға Фәнисәнең өйө алдында туҡтатыуын һораны ла, тура баҫып, шунда ыңғайланы. Иң алда үҙен ҡулға алды, нисек һүҙ башларға әҙерләнде. Шаҡыған ыңғайы ишек асылды – унан Фәнисәнең башы күренде.

— Мин эштән ҡайтышлай ғына индем әле — өй номерын беләһең бит. Өйөбөҙҙөң телефон һандарын көнөнә күп тапҡырҙар  йыйғас, онотмағанһыңдыр әле, моғайын. Әйҙә, тағы бер тапҡыр шылтырат әле минең иргә. Мин һеҙгә барам тигәйнем, тышта буран икән — үҙең кил тип әйт, — тигәс Фәнисә аптырап ҡалды. Бер телефонға, бер Нурзиләгә ҡарап тора биргәс, номерҙы йыйҙы ла, һөйләшә башланы. Ул нимә әйтһә, шуны һүҙмә һүҙ ҡабатланы ла, ултырғысҡа барып ултырҙы. Ул артабан нимә булырын көтә ине.

Ҡатын, күңелендә йыйылып, йөрәген өйкәп торған һүҙҙәрен әйтеп ҡалырға ашыҡты.

— Ҡурҡып-боҫоп йөрөгәнсе, индереп кенә алһаң, яҡшыраҡ булыр. Һинең тәжрибә елле бит. Дуҫ, имеш. Бөтә район белә һине. Минең ир дүртенсеме, бишенсеһеме шул? Әллә ирҙәреңден һанын да оноттоңмо? — тине тура күҙенә ҡарап.

«Хәҙер ирем килеп етер — мин унан алда сығып өлгөрәйем. Ҡайтарма! Мин һиңә уны үҙем бирәм, уға ла шулай тип әйт!», тип, ишеген шарт ябып, сығып та китте. Тыштағы буран да баҫыла биреп, ни буласағын ҡыҙыҡһынып көткәндәй тойолдо уға. Нурзилә оло эш башҡарғандай, йүгерә-атлай өйөнә таба йүгерҙе генә. Янынан үтеп киткән ирен дә шәйләмәне. Ә мөхәббәт уттарында янып, һөйәркәһе ҡосағына ашҡынған ирҙең күҙенә бер нәмә лә күренмәй ине. Тик шатлығының оҙаҡҡа булмауын ғына аңламай ине ул.

Нурзилә өйөнә ҡайтып ингәс тә йылҡы итенә ҡаҙ түшкәһе ҡушып, аш һалды. Үҙе шул арала ғаилә дуҫы булған оло йәштәрҙәге Зәүрә апайын ҡунаҡҡа саҡырҙы. Йырлай-йырлай йөрөп туҡмас ҡырҡты. Зәүрә апайы ла тиҙ генә килеп етте.

— Ауылдан сығып киткән ирен ташлап, эш тапҡан икән, тип ишеттем дә, үҙем килеп белешәйем, тип тора инем. Кеше әллә барҙы, әллә юҡты һөйләй, — тип хәбәрен һөйләй-һөйләй өҫтәл әҙерләшә башланы. Әйтергәме-юҡмы тип аптырап торғанда, ишек асылып китте. Унан ҡара тиргә батҡан иренең башы күренде.

— Ә һине бында кем саҡырҙы? Бар-бар, юлыңда бул! Мин һине үҙ ҡулым менән бирҙем бит инде. Йөрөмә бисәләр башын ҡаңғыртып. Ирһеҙ ҙә үлмәҫбеҙ! — тип арҡыс-торҡос һөйләшеүенә Зәүрә апайы ла, ире лә аптырап ҡалды. Ә Нурзилә башынан үткәндәрен түкмәй-сәсмәй теҙҙе генә. Уны тыйыусы ла юҡ ине шул. Һөйләр һүҙе бөтөпмө, әллә арыпмы, ҡатын өҫтәл артына барып ултырҙы. Сумкаһынан баяғы юлда һатып алған араҡыһын сығарып ултыртты: «Әйҙә апай, ирҙе икенсе ҡатынға биреүемде ихлас ултырып йыуып алайыҡ әле. Барған ерендә таштай батһын, кире ҡайтырға юлын да ябып ҡуяйыҡ!» —тип Зәүрә апайына рюмка тотторҙо. Бер ваҡытта ла эсеп ултырғанын күрмәгән апайы Нурзиләгә иҫе китеп, бер килке ултырғас: «Әйҙә һуң», — тип төп күтәрә эсеп тә ебәрҙе...

Икәүләп бер яртыны яйлап ултырып эсеп бөткәс, Зәүрә апайы үҙҙәренә саҡырып алып ҡайтырға булып китте. Сығыр саҡта Нурзилә: «Мин ҡайтҡанда өйҙә духың да булмаһын!»  — тип аҡырҙы иренә. Зәүрәләргә барғас, баяғы яһил Нурзиләне алмаштырҙылармы ни, күҙ йәштәренә ирек биреп, илап та алды. Дуҫ булып ҡыланып, нигеҙҙәренә йылан эйәләшеүендә үҙенең генә ғәйепле булыуын әсенеп һөйләне. Утһыҙ төтөн булмай икән ул, кешеләрҙең бушты һөйләмәүен дә аңлауын бәйән итте.

— Улай уҡ ҡыҙып китмә әле, балаларығыҙ бар бит. Бала хаҡына ғәфү итергә кәрәк булыр. Нишләп әле һин үҙ иреңде биш иргә барып та йәшәй алмаған бисәгә бирергә тейеш?! Бына, күрерһең, йыл да тулмай асарбаҡ кеүек магазин алдында хәйер һорап торасаҡ, — тип, нисек кенә ауыр булмаһын, иренең хыянатын ғәфү итергә кәңәш бирҙе апаһы.
Уның ошо һүҙҙәре Нурзиләнең аңына йәшен уғы кеүек тәьҫир итте лә ҡуйҙы.

— Әйе шул... Үткән һайын күреп, йәнем әсер. Балаларымдың атаһы булған өсөн генә ғәфү итергәме икән әллә?! Ата-әсәһе лә: «Әллә инде, үҙең беләһең, балам. Үҙеңдән тора барыһы ла. Тота алһаң, йәшәп ҡара», — тип кәңәш бирҙе ҡыҙҙарына.

Бик оҙаҡ Нурзиләнең өйөндә һағыш ҡатыш ҡайғы кеүегерәк эс бошорғос тойғо өйөрөлөп йөрөнө лә йөрөнө. Ауыр кисерештәрҙе йүгәнләр көс таба алмауҙарынан, күрәһең, ирҙең дә, ҡатындың да йөҙҙәрендә нур әҫәре лә ҡалманы. Әгәр Әмир алдына бер-бер артлы ауыр һынауҙар килеп баҫмаһа, һәр кем үҙ уйҙарына бикләнеп, әллә күпме йөрөр ине . Әле генә һап-һау йүгереп йөрөгән атаһына бер көндө инсульт булды. Был ҡайғыны ҡатыны менән бергә кисерҙе. Атаһының һуңғы көнөнәсә янынан китмәнеләр. Бер бүҫелһә йөй һүтелә, тигән кеүек, унан һуң ике апаһы гүр эйәһе булып, тағы ла оло ҡайғы өҫтәне Әмирҙең йөрәгенә. Ошо ауыр мәлдәрендә Нурзиләһе булмаһа, нишләр ине икән?! Ире ҡатынын Хоҙай бүләк иткән бәхете икәненә яңы ғына төшөнгәндәй, күҙҙәрен ала алмай, Нурзиләгә текәлгәйне...

Нуриҙә ИЛҺАМОВА.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: