– Алтыным! Күгәрсенем! Бер генәм! Күҙ нурым! Ни булды? – тип өтәләнә. Мин уның һайын нығыраҡ аҡырам. Кәнфит онотолдо былай булғас. Әсәй мине үбергә тотона. “Йәнең нимә теләй, бәпсегем?” – тип өҙгөләнә башлай. Ә мин илау көйөнә ҡушылып:
– Шокала-а-ад! – тим.
Әсәй магазинға сығып йүгерә...
Ун йәш
... Йәнә мәсьәләне сисеп булмай. “Әсә-ә-әй! Мәсьәлә-ә-ә!” – тим мин, беҙҙең быуынға ғына хас бойороу тоны менән. Әсәй, иҙән йыуған еренән, башын бороп:
– Көн һайын ниндәй мәсьәлә ул тағы?! – тип тартҡылашырға маташа.
Шул саҡ атайым ауыҙын минең ҡолаҡҡа терәй:
– Ә һин, улым, илап ҡара, илаһаң, теләһә ниндәй мәсьәләне сисә ул.
Иларға тиһәң, мине ҡуш. Ун йыллыҡ тормош тәжрибәмә таянып, илап ебәрәм. Әсәй уйлап та бирмәҫкә итә. Бер аҙ хәл алам да, яманыраҡ аҡырам. (Ҡайҙан шул тиклем тауыш сыға тиген әле!) Әсәй, ниһайәт, яныма йүгереп килә. Биттәремдән һыйпап, иркәләй башлай.
– Алтыным! Күгәрсенем! Үҫкәнем! Күҙ нурым! Нимә булды?
Ә мин уның һайын нығыраҡ аҡырам. Мәсьәлә онотолдо былай булғас. Әсәй мине үбергә тотона. “Нимә кәрәк? Нимә етмәй? Нимә теләйһең?” – тип өҙгөләнә башлай. Ә мин, илау көйөнә ҡушылып:
– Инша я-я-яҙ! Һыҙым һы-ы-ыҙ! Шиғыр ятла-а-а! – тим.
Әсәй, эшен ташлап, минән бушаған ултырғысҡа ултыра.
Егерме йәш
... Йәнә папа менән мама нервыла уйнайҙар. “Аҡылға ултырырға ваҡыт һиңә!” – тиҙәр, үҙ быуындарына ғына хас итәғәтлелек менән.
Мин, компьютер мониторынан башымды бороп:
– Көн һайын все то же, все то же, как вам не надоело, в конце концов?! – тим. – Чо, на психологию давите?
Шул саҡ папа ауыҙын маманың ҡолағына терәй.
– Ә һин илап ҡара, илаһаң, тыңлай ул, – ти буғай.
Һәм мама, ҡырҡ йыллыҡ тормош тәжрибәһенә таянып, илап ебәрә. Уға папа ҡушыла. Мин уйлап та бирмәҫкә итәм. Улар, бер аҙ хәл ала ла, яманыраҡ үкерә. (Ҡайҙан шул тиклем тауыш сыға тиген әле!) Мин, ниһайәт, магнитофонымды эшкә ҡушам. Улар уның һайын нығыраҡ үкерә. Күңел асыу онотолдо былай булғас.
– Ну, чо вы орете? Чо вы хотите? – тип һораған булам. Улар, илау көйөнә ҡушылып:
– Аҡыллы бул! Тәүфиҡлы бул! Итәғәтле бул!.. – тип теҙеп китә.
– Ладно, не орите, все будет как вы хотите, – тим мин һәм йәнә магнитофонымды тоҡандырам.
Магнитофон тауышы тегеләрҙең илау тауышын күмеп китә...
Мәғнәүи МӨҒӘЛЛИМОВ.