1. "Сал ҡартлығын һаҡлап ҡарттарымдың,
Һылыуҙарын һаҡлап илемдең..."
Шиғырҙың һәм уның авторының исемен яҙығыҙ.
Мостай Кәрим "Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!"
2. Башҡорт теле белгесе, филология фәндәре докторы, профессор, башҡорт телен өйрәнеүгә күп көс һалған билдәле яҡташыбыҙҙы атағыҙ?
Башҡорт Үргене ауылынан Мөхтәр Хөснолхаҡ улы Әхтәмов
3. Ҡасандыр барыбыҙ ҙа мауығып, айырыла алмай уҡыған "Кеше-күсермә" романының авторын һәм төп геройының исемен атағыҙ.
Авторы - Фәниҙә Исхакова авторы, төп геройы - Айвар Илбәков
4. 2017 йылда ҡайһы яҡташыбыҙға "Башҡортостандың халыҡ шағиры" исеме бирелде?
Таулыҡайҙа тыуып үҫкән шағир Хәсән Назар
5. "Батшаның тыу биҙәге -
Ҡара ҡоҙғон ҡошо бар,
Шул ҡоштарҙы йыл һайын
Һыйлай торған көнө бар.
Ана, егет, күрәмһең,
Ул ҡоштарҙы беләмһең,
Килеп тауға ҡунғандар,
Ем булырын белгәндәр.
Ҡойоға ҡыҙҙар һалған һуң,
Ҡыҙҙар шунда үлгән һуң,
Барыһын алып ҡойонан
Ҡоҙғондарға ташлайҙар,
Улар шунда ашайҙар."
Бирелгән өҙөк ниндәй әҫәрҙән?
"Урал батыр" эпосы
6. Ике йәки бер нисә ябай һөйләмдән торған һөйләм нисек атала?
Ҡушма һөйләм
7. Башҡорт теле ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, беренсе башҡорт әлифбаһы авторҙашы, тәүге орфография һүҙлеге һәм юғары уҡыу йорттары өсөн башҡорт теле әсбабы авторы, Һамар башҡорто. Кем ул?
Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшин
8. "Нисәмә йөҙ быуын зат-ырыуым
Тас башҡортса ғына һөйләгән…
Минең дә шул һәр бер молекулам,
Туған телем һиңә көйләнгән."
Был юлдарҙың авторы кем?
Әсхәл Әхмәт - Хужа
9. Фәтихә, Әһлетдин, Прокудин, Гөлшат, Кәримә - был геройҙар ниндәй әҫәрҙән?
Сабит Фазлыев "Ҡара этап"
10. Яҙғы Һүрәм - ярһыу Һүрәм,
Бар торошо ғәйрәтле.
Шырпы һымаҡ йығып һалған
Өс ҡоласлыҡ тирәкте.
Ҡеүәтенә юл асылған,
Иркенәйгән һулышы.
Әллә ҡайҙан ишетелә
Тауҙар ярыр тауышы.
Ярһыуынан баҫылыр ҙа
Үҙенә ҡайтыр әле.
Яҙғы йылға - ярһыу йылға,
Баш бирмәй шашыр мәле.
Был шиғыр юлдарының авторы кем?
Рамзай - Рамаҙан Ҡолмөхәмәтов
11. Яңыраҡ 90 йәшлек юбилейын билдәләгән башҡорт яҙыусыһының исемен атағыҙ. Хикәйәләре йыш ҡына "Ейәнсура таңдары"нда баҫылды.
Йыһат Солтанов
12. "Бәпләп-әрләп тел менән
Кеше иткән инәбеҙ
Эшле иткән инәбеҙ...".
Был юлдар ниндәй әҫәрҙән?
Рәми Ғарипов "Аманат" ҡобайыры
13. «Яҡтыға» трилогияһы ниндәй романдарҙан тора?
Зәйнәп Биишеваның трилогияһы "Кәмһетелгәндәр", "Оло Эйек буйында", "Емеш" романдарынан тора
14. «Мин уларҙы ныҡ ярата инем, улар менән яҡыныраҡ танышырға теләгем ҙур ине, ләкин, үҙемдең көсһөҙлөгөмдө аңлап, был эште мин ташларға булдым.»
Д.Юлтыйҙың был һүҙҙәре кем тураһында ?
Дауыт Юлтый үҙен тәржемәсе роленда һынап ҡарай, М. Ю. Лермонтов менән А. С. Пушкиндың шиғырҙарын тәржемә итеп ҡарарға була, был һүҙҙәрҙе тап ошо рус шағирҙары тураһында әйтә.
15. Ослобаш, тупар һүҙҙәре нимә аңлата?
Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында еләкте шулай атайҙар.
16. Түбәндәге өҙөк ниндәй әҫәрҙән:
"...Хоҙай ҡушмаған эш булмаҫ әле тип, оҙаҡламай Алдар менән Сәйет, мәкерле Бирҙеғолдоң вәғәҙәһенә аҙмы-күпме ышанып, үҙ яҙмыштарын уның ҡулына тапшырҙы. Уларҙы Һамар ҡалаһына алып барып, әйләнеп ҡайтҡанға саҡлы оҙатып йөрөү өсөн, аманат тәртибендә Бирҙеғолдоң улы Йомағужа, Һатлыҡ Йәүкәев, Аптыраҡ Яуғастин һәм Күсекбай тигән тағы бер кеше барырға тейеш ине. Киткән саҡта Алдар уларға күҙ ташлап:
– Минең ун улым бар, Сәйетбайҙыҡы – дүртәү. Бөтәһе лә әҙер ҡалды, – тине. –Беҙҙе алдап, унда оҙаҡ тотһалар, үҙеңә үпкәлә, Бирҙеғол!"
Ғәли Ибраһимовтың "Кинйә" романынан.
17. Бөгөнгө мәсьәлә шундай: “Башҡортостан” һүҙендәге хәрефтәрҙе ҡулланып, башҡортса һүҙҙәр яҙырға кәрәк. Һәр хәреф “Башҡортостан” һүҙендә нисәү булһа, һәр һүҙҙә шунан артыҡ ҡабатлана алмай, йәғни “а” һәм “о”, ике тапҡыр була ала, ҡалғандары берәр. Кем күберәк һүҙ таба, шуға тәңкә.
18. «Йөк күтәреп, бил бөктөрмәй,
Хахылдап ҡан төкөрмәй,
Иҙел кисмәй, ут үтмәй,
Хәләл ҡаныңды түкмәй,
Башҡортҡа тиң ирек бармы ни?»
Шиғыр юлдарының авторы кем?
Салауат Юлаев.
19. Нурулла, Фәрхинур исемле геройҙар райондаш яҙыусыбыҙ Гөлсирә Ғиззәтуллинаның ниндәй әҫәренән?
Гөлсирә Ғиззәтуллинаның "Яратам тип әйтеп өлгөрмәнем" хикәйәһенән.
20. Ташморон ауылының һәүетемсә генә йәшәп ятҡан көнө. Тәү ҡарашҡа бүтән башҡорт ауылдарынан әллә ни яғы менән айырылмай ул".
Был юлдар ниндәй әҫәрҙән? Авторы кем?
Ноғман Мусиндың "Һайлап алған яҙмыш" романы.
21. Был бөжәктең төрлө исеме бар. Ҡайһы бер яҡтарҙа мәсет тараҡаны тип тә йөрөтәләр. Беҙҙә нисек атайҙар?
Деңгәсәй.