Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм – бергенәм
29 Ғинуар 2023, 10:15

Ижадсылар, конкурстан ситтә ҡалмағыҙ!

“Ейәнсура таңдары” гәзите редакцияһы һәм Иҙрисовтар ғаиләһе арабыҙҙан иртә киткән талантлы шағир Шаһивилдан Вилдан улы Иҙрисовтың яҡты иҫтәлегенә арнап, шиғыр ижад итеүселәр араһында уның исеменә конкурс иғлан итә.

Ижадсылар, конкурстан ситтә ҡалмағыҙ!
Ижадсылар, конкурстан ситтә ҡалмағыҙ!

Был ижади конкурста Ейәнсура районында тыуып үҫкән, йәшәгән һәр кем үҙ көсөн һынап ҡарай ала. Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй һәм улар “Ейәнсура таңдары” гәзитенә мотлаҡ яҙылған булырға тейеш.

Ижади эштәрҙе гәзиттең “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөнә ебәрергә лә, ҡағыҙҙа редакцияға килтерергә лә була. Үҙегеҙ тураһында мәғлүмәт: исем-шәрифегеҙ, телефон номеры кәрәк. Конкурсҡа ебәрелгән эштәр быға тиклем бер ҡайҙа ла баҫылмаған булһын. Һәр ҡатнашыусы өс ижади эшен тәҡдим итә ала.

Шиғырҙар 13 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Конкурсҡа йомғаҡ Бөтә донъя шиғриәт көнө алдынан яһаласаҡ. Өс урын һәм номинациялар билдәләнәсәк. Уларҙы Дипломдар һәм иҫтәлекле бүәлктәр көтә. Лауреаттарҙың эштәре “Ейәнсура таңдары” гәзитендә донъя күрәсәк.

Белешмә өсөн телефон: 2-15-26.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: