Бөтә яңылыҡтар

Аҫыл йәрем инең...

Мәктәп тамамлағанда һуғыш башланды. Ығы-зығы, илаш, көн дә һуғышҡа яҡындарын оҙаталар. Сәфинәнең дә ағаларына повестка тоттороп ҡайтарҙылар. Кис еткәс, юлға йыйынғандарында, Сынтимер ҙә улар менән бер көндә һуғышҡа китә икәнен ишетеп ҡалған Сәфинә таң атҡансы илап сыҡты. Ағалары өсөн бер ҡайғырһа, һөйгән кешеһе өсөн йөрәге уғата әрнене. Исмаһам, Сәфинә үҙен өҙөлөп ярата икәнен дә белмәйенсә китәсәк бит!

Аҫыл йәрем инең...
Аҫыл йәрем инең...


-Эх, Сынтимер... Яңғыҙымды ҡалдырып, киттең дә барҙың шул, мәңгелеккә... Еңеү көнөндәге байрам тантанаһына икәүләшеп барырға йыйына инек бит! Ҡулға – ҡул тотоношоп ҡына алты тиҫтә йыл Еңеү яҙын бергә ҡаршыланыҡ, быйыл да бергә барырға йыйынғайныҡ... Эх, Сынтимер, Сынтимер...
Иренең ҙурайтып эшләнгән фотоһы янына килеп баҫҡан Сәфинә Абдулла ҡыҙы, үҙенә үтә ҡәҙерле булған кешеһенең был донъяла юҡлығына әлегәсә ышанып етмәгәндәй, мөлдөрәмә йәш тулған күҙҙәрен уға төбәп, оҙаҡ ҡына моңайып баҫып торҙо.


Иламаған көнө юҡтыр хәҙер Сәфинәнең. Ҡәҙерле кешеһе тураһында һүҙ ҡуҙғатыуы ла була, күҙҙәренән йәштәре ағыла башлай.
Һай, матур йәшәнеләр Сынтимере менән. Биш балаға ғүмер бирҙеләр. Бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған фронтовик уҡытыусы ҡатынын өрмәгән ергә ултыртмай, ҡәҙер - хөрмәттә генә йәшәтте. “Мин алдан ҡуҙғалырмын инде, ауырыуҙан сыҡмайым, һин тороп ҡалырһың...”- ти торғайны Сәфинә иренә. Юҡ икән шул. Бөйөк Еңеүҙең алтмыш йыллығына бер ай ҡалды, тигәндә генә мәңгелек йортона китеп барҙы Сынтимере.


...Ҡәһәрле һуғыш башланыр йылда Сәфинә унынсы класты тамамлай ине. Мәктәп уҡытыусылары Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Аҫылйәр” исемле драмаһын сәхнәләштереп ҡуйҙылар. Төп ролдә уйнаған йәш уҡытыусы Сынтимергә Сәфинә ошо спектаклдә ғашиҡ булды. Тик был турала серен бер кемгә лә асманы.
Мәктәп тамамлағанда һуғыш башланды. Ығы-зығы, илаш, көн дә һуғышҡа яҡындарын оҙаталар. Сәфинәнең дә ағаларына повестка тоттороп ҡайтарҙылар. Кис еткәс, юлға йыйынғандарында, Сынтимер ҙә улар менән бер көндә һуғышҡа китә икәнен ишетеп ҡалған Сәфинә таң атҡансы илап сыҡты. Ағалары өсөн бер ҡайғырһа, һөйгән кешеһе өсөн йөрәге уғата әрнене. Исмаһам, Сәфинә үҙен өҙөлөп ярата икәнен дә белмәйенсә китәсәк бит!
Шул көндән ун һигеҙ йәше лә тулмаған Сәфинә военкомат юлын тапай башланы. Тәү сиратта тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтағы датаны төҙәтте. Тәүге мәлдә “Кәүҙәң бигерәк бәләкәй бит әле, ундағы ауырлыҡтарҙы нисек күтәрерһең һуң?” - тип мәрәкәләп кире борҙо военком. “Шәфҡәт туташы итеп ебәрегеҙ, санитарка булырмын!”- тип ныҡышмал ҡыҙ военкомат юлын тапауҙан туҡтаманы. Тик Сәфинә үҙе һаҡлап йөрөгәндә генә Сынтимере иҫән – һау әйләнеп ҡайтыр төҫлө уға. Бына уға элемтәселәр курсына йүнәлтмә биреп ҡайтарҙылар. Өйҙәгеләргә – ләм-мим. Белеп ҡалһалар, былай ҙа улдары өсөн йөрәге өҙөлгән әсәһе нишләр? Курсты тамамлағас, фронтҡа китергә повестка тотторҙолар. Өйҙәгеләргә: “Ауылдаш егеттәрҙе оҙатышырға барам!”- тип, әйтмәй генә китте Сәфинә фронтҡа. Хушлашыуы үтә ауыр булыры билгеле бит инде.


Сынтимерҙе тап итермен, тигәйне лә. Ҡайҙа һуң, ул мәхшәрҙә кем кемде осратһын да, кем кемде тап итһен...
Яраланып, контузия алғас, элемтәсе Сәфинәне һауығып, нығынып килһен өсөн бер айлыҡ ялға ҡайтарҙылар. Ана шунда инде әсәһенең өҙгөләнеүҙәре! “Кире ебәрмәйем! Ҡуй, ҡыҙым, башҡаса йөрөмә!”
Бына оҙон –оҙаҡ дурт йылға һуҙылған һуғыш тамамланды. Сәфинә өйөнә ҡайтып еткәс кенә ағайҙарының һуғышта һәләк булғанлығын ишетте. Сәфинәнең иҫән – һау әйләнеп ҡайтыуына әсәһенең, һеңлеләренең ҡыуаныуы! Бер нисә көн үткәс, иртәнге сәйҙе эсеп ултырғанда Асия һеңлеһе:
– Ниндәйҙер хәрби кеше беҙгә табан килә! Апай, һинең арттандыр ул? – тип хәбәр һалды. Ҡобараһы осҡан әсәһе:
– Ебәрмәйем баламды! Башҡаса бер ҡайҙа ла ебәрмәйем! Бар, Сәфинә, мейес артына йәшенә һал! Өйҙә юҡ, тиермен! – тип, албырғап ҡалған Сәфинәне этеп – төртөп тигәндәй, мейес артына йәшерҙе.
Бына бер мәл өй эсендә ир кеше тауышы ишетелде. Таныш ҡына тауыш кеүексе? Хатта, үтә таныш кеүек... Өйҙәгеләр менән хәл-әхүәл белешкәндән һуң, уны әйҙүкләп өҫтәл артына саҡырҙылар. Бер аҙҙан хәрби кеше тағы һүҙ ҡушты:
– Ә ҡайҙа һуң Сәфинә ҡыҙығыҙ? Ул да фронттан ҡайтҡан, тигәйнеләр ҙә һә?
Өйҙәгеләр шымып ҡалды. Хәрби кеше яңынан:
– Уның менән осрашып, һуғыш хәлдәре тураһында һөйләшеп ултырырмын, тип килгән инем дә... – тип өҫтәне.
Шунда һеңлеһе Асия мейес артына килеп:
–Әйҙә инде, апай, сыға һал, Сынтимер ағай һине таптыра! – тип, Сәфинәне етәкләп алып сыҡты. Ни сәбәптән мейес артында йәшенеп торғанын белгәс, Сынтимерҙең ихлас көлөүе шул саҡта...
Шул көндән алып улар гел бергә булдылар. Сынтимер Сәфинәне һәр саҡ мәрәкәләр ине:
– Мейес артынан табып алған кәләшем бит һин минең!
Ә Сәфинә ғүмере буйына уға иркәләп “Аҫылйәр” тип өндәште. Спектаклдәге төп герой Шәрәф һөйгән ҡыҙы Ләләгә шулай өндәшһә, Сәфинә өсөн Сынтимер ғүмерлеккә “Аҫылйәр” булып ҡалды...

Бөйөк Еңеүгә арналған митингтан ҡайтҡан фронтовик Сәфинә Абдулла ҡыҙы йәһәтләп шкаф ишеген асты. Сынтимеренең унда эленеп торған орден – миҙалдар тулы костюмын сығарып, залдың уртаһында торған байрам һыйы тулы өҫтәлдең иң түрендә торған ултырғысҡа ҡәҙерләп кенә элеп ҡуйҙы. Йоҡо бүлмәһенә барып, иренең тальянкаһын алып килде. Уны ла йәтешләп кенә шул уҡ ултырғысҡа ҡуйҙы. Ҡәҙерле костюмды ла, талъян гармунды ла наҙлап ҡына һыйпаны. Күңеле тулышып, күҙҙәре йәшкә төйөлдө. Ҡулъяулығы менән күҙҙәрен һөртөп алды ла, тулҡынланып өндәште:
– Тиҙҙән туғандар, дуҫтар килеп етер. Еңеү көнө менән ҡотларға. Ә һин, һәр ваҡыттағыса, үҙеңдең урыныңда, түрҙә генә ултырырһың, Сынтимер! Беҙ был көндө гел бергә ҡаршылай инек, бынан ары ла тик шулай буласаҡ. Еңеү көнө менән һине, ҡәҙерлем! Сынтимерем, Аҫылйәрем минең...
( Радистка Нәсимә Фәтҡуллинаға бағышлайым).
15 июнь, 2023 йыл, Учалы.

СӘЛИӘ ҒАТАУЛЛИНА

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: