- Айгиз Рәжәп улы, беҙ, милли гәзиттә байтаҡ йылдар эшләүсе кеше булараҡ, һеҙгә фекерҙе белергә ине. Донъя үҙгәрә, алға бара, шуның шикелле, баҫмалар ҙа үҙгәреш кисерә. Бөгөн беҙҙе интернет киңлектәрендә башҡорт телен нисек үҫтереү (һис юғы, юғалтмау) тигән һорау борсой. Билдәле, кемдер был өлкәлә киң билдәлелек яулай (һүҙ гәзиттәр хаҡында ғына түгел, ғөмүмән, башҡортса интернетта сығыш яһап, үҙенең аудиторияһын булдырғандар хаҡында), әммә бөтәһе лә "Башкирская домохозяйка" булып китә алмай. Нисек итеп, һеҙҙеңсә, юғары конкуренция ваҡытында интернет киңлектәрендә үҙеңдең урыныңды табырға?
- Тарихҡа сәйәхәт. Элек, мәҫәлән, бер кеше бер генә кешене хеҙмәтләндергән. Йәғни, бер кешегә бәлтәне бер кеше теккән. Торараҡ хәл үҙгәргән - фабрикалар барлыҡҡа килгән һәм улар меңәрләгән кешегә бәлтә тегә башлаған. Гәзиттәр менән дә шулай. Бер гәзит сыға, ул меңләгән кеше тәғәйен. Ошолай күп йылдар дауам итте, әле тарих кире ҡайта (спираль буйынса тиергә була), хәҙер бер үк контентты дөйөм халыҡҡа таратырға ярамай - һәр кемгә "үҙенең бәлтәһе" кәрәк. Кешенең ҡыҙыҡһыныу даирәһе, өлкәһе төрлөсә, кемгәлер спорт кәрәк күберәк, икенсеһенә сәйәсәт. Интернетта башҡортса яҙғанда ла ошоно иҫтә тоторға кәрәк. Мәҫәлән, телеграмм каналығыҙҙа махсус бот булырға тейеш, ул һәр бер уҡыусығыҙға айырым тәғәйенләнә - бәлтә тегә. Миҫал. Салауат Юлаев командаһы бөгөн уйнай, уйнаны, еңде тип хәбәр иттегеҙ, күрәһегеҙ: кемде был яңылыҡ ҡыҙыҡһындыра, кемде юҡ. Артабан персональ рәүештә ошо уҡыусы менән эшләйһегеҙ, уға күберәге спорт тураһында яңылыҡтар ебәреп тораһығыҙ (бот ебәрә). Барыһына ла бата ул, теләмәһә, уҡымаһын тип, бөтәһен бер ҡаҙанға һалып эшләүҙән ситләшергә кәрәк. ChatGPT тип атала баяғы әйткән боттың эшен. Уны эшләтеү өсөн махсус программа кәрәк, әле ул һеҙҙә юҡ, мин Хөкүмәт кешеләре менән аралашып йөрөйөм, был идеяны атҡарырға (ChatGPTты эшләтеп ебәрергә) ярҙам итермен. Ул бик аҡыллы программа, һеҙҙең өсөн, әйтәйек, Күмертау, Көйөргәҙе яңылыҡтарын, бөрйәндәр өсөн Бөрйән яңылыҡтарын, айырып, тәғәйен кешегә еткерергә һәләтле. Тағы ла бер нәмә өҫтәйем. Хәбәрсе элекке һымаҡ сәғәттәр буйы яфаланып, ваҡытын түгеп, мәҡәлә яҙып этләнмәһә лә була. Быны уның өсөн интернет үҙе эшләй - мәҡәлә яҙа. Бары тик бер-ике һөйләм менән уға команда бирергә генә кәрәк. Әлбиттә, башҡорт телендә һөйләшеүселәр, рус теле менән сағыштырғанда, аҙыраҡ, шулай ҙа беҙҙең әле яулайһы үрҙәребеҙ бар.
Сығанаҡ: https://youshatir.ru/news/s-m-tele-s-s-n-tele/2024-07-10/r-kemde-b-lt-e-3843289