Сөләймән ауылындағы "Ал елкән" лагерында яҡташыбыҙ Мәрйәм Бураҡаеваның программаһы буйынса ойошторолған "Йәйләү" сменаһында Ейәнсура районынан ғына түгел, башҡа райондарҙан да, хатта сит өлкәләрҙән дә балалар ял итә. Сменаның программаһы йәш быуында башҡорт теленә, халыҡ ижадына, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн ҡыҙыҡлы итеп төҙөлгән. Шуға ла, ғәҙәттә, бығаса башҡортса матурлап һөйләшмәгән ҡыҙҙар-малайҙар ҙа "Йәйләү"ҙән һуң туған телдә йырлай, һөйләшә башлай.
Бына бөгөн дә балалар өсөн ҡыҙыҡлы сара ойошторолдо. Балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре “Башҡорт халыҡ фольклоры иленә сәйәхәт” исемле уйын программаһын үткәрҙе. Сарала менән башҡорт фольклоры, уның жанрҙары тураһында әңгәмә үткәрелде.
Башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләү буйынса ярыш та ойошторолдо. Балалар үҙҙәре белгән әкиәттең ҡыҫҡа йөкмәткеһен һөйләне, йомаҡтар систе, тәҡдим ителгән мәҡәлдәрҙең икенсе өлөшөн уйлап әйтте.
Сараның икенсе өлөшөн башҡорт халыҡ уйындары дауам итте. Балалар төрлө уйындар уйнап етеҙлектә, иғтибарлыҡта, мәргәнлектә көс һынашты. Аҙаҡтан инде һәр береһе дөрөҫ яуаптар, уйындар өсөн тәмлекәстәр алып күтәренке кәйеф менән таралыштылар.
Гөлсиә Илтенбаева, китапхана мөдире.
Бураҡаева Мәрйәм Сәбирйән ҡыҙы, "Йәйләү" программаһының авторы:
-Йәшәйеш кеше алдында төрлө һынауҙар ҡуя. Ә был һынауҙарҙы рухи яҡтан көслөләр еңеп сыға. Рухи көс кешенең эске донъяһының ныҡлығынан килә. Рухи яҡтан көстө ҡайҙан алырға һуң? Ниндәй кешегә рухи көслө тип әйтәбеҙ?
"Йәйләү" лагеры балаларҙы физик яҡтан да, рухи яҡтан да көслө итеп тәрбиәләү йүнәлешендә эшләй. Уңышлы эшләй тип әйтә алам, сөнки хәҙер хатта сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә балаларын ял итергә алып килә.
Кеше тулы ҡанлы йәшәргә, сәләмәт тормош алып барырға теләй икән, иң элек үҙ баһаһын үҙе белергә тейеш. Үҙ баһаһын белгән кеше бөгөлмәй ҙә, һынмай ҙа. Үҙ баһаңды белеү өсөн, тәбиғәт ҡанундарынан тайпылмаҫҡа, тәбиғәт ҡаныңа ниндәй һәләт
һалған - шуны үҫтерергә кәрәк. Ҡандағы һәләтте үҫтереү өсөн, тәбиғәт беҙгә иҫ китмәле мөмкинлек биргән. Ул - туған телеңдә һөйләшеү, туған телеңдә йырлау, туған халҡың көйҙәренә бейеү, донъя моңон туған телеңдә тыңлау, ҡаныңа һалынған ризыҡ менән туҡланыуға өҫтөнлөк биреү, туғандарың менән үҙ телеңдә аралашыу, балаларыңды туған телеңдә иркәләү. Ошо шарттар кешенең физик сәләмәтлегенең дә, рухи ныҡлығының да нигеҙе.
Һәр кеше үҙен үҙе тәрбиәләй. Беҙ баланың һәләтен асып, рухи көсөнә юл ярып, үҙтәрбиәгә йүнәлеш бирергә тырышабыҙ. Маҡсатыбыҙ шул. Сәләмәт тормош алып барығыҙ! Уңыштар һеҙгә!"