Бөтә яңылыҡтар

Рухлы балалар – милләт киләсәге

“Бөгөн туған башҡорт телендә һөйләшкәндә, рәхәтләнәм генә. Был тойғо, күрәһең, минең күңелемдә йәшәй.” 2021 йылдың 28 декабрендә Башҡортостан Башлығы 2021 йылда республика үҫеше йомғаҡтары буйынса биргән ҙур интервьюла шулай тигәйне.

Рухлы балалар – милләт киләсәге
Рухлы балалар – милләт киләсәге

 “Ал елкән” балалар һауыҡтырыу базаһында эшләп килеүсе “Йәйләү” лагеры бына инде күп йылдар Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан, хатта республиканан ситтәге төбәктәрҙән башҡорт балаларын йыя. Телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу, үҫтереү, балаларҙы боронғо йолалар, уйындар менән таныштырыу, илһөйәрлек, рух тәрбиәләү маҡсатында булдырылған “Йәйләү” күптән билдәлелек яуланы. Унда бер тапҡыр булған бала йыл һайын ашҡынып тора, йәйге каникулдарҙы түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Был аңлашыла ла. Сөнки бындағы кеүек үҙенсәлекле атмосфера, күңел, рух күтәренкелеге башҡа бер ерҙә лә юҡ.

Быйылғы “Йәйләү” профилле сменаһында 111 бала ял итә. Төрлө ерҙәрҙән килгәндәр: Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Мәләүез, Учалы, Йылайыр һ.б. Ә шулай ҙа күпселекте Ейәнсура балалары тәшкил итә. Ял итеүселәр өс ырыуға – Үҫәргәндәр, Юрматылар, Ҡыпсаҡтарға бүленгәндәр. Һәр ырыуҙың үҙенең ҡор башы, йыры бар. Өлкән әйҙәүсе Борис Мәхмүтов, әйҙәүселәр Илнара Бакирова, Гөлсөм Исмәғилева, Дилара Дәүләтбәкова, Роксана Нияҙғолова, Ынйы Фәйзуллина, Азалия Шаһмөхәмәтова, музыка етәксеһе Илдар Кинйәбулатов, физкультурник Ильяс Ҡансурин балалар файҙалы, күңелле ял итһен өсөн бөтә күңелдәрен биреп эшләйҙәр. Береһенән-береһе һәләтле, әүҙем балалар барлыҡ сараларҙа, бәйгеләрҙә ҡатнашҡандар, үҙҙәрен күрһәткәндәр. Ҡыҙҙар араһында үткәрелгән “Йәйләү һылыуы” бәйгеһендә Өфөнән Әминә Әхмәтшина еңеп сыҡһа, Стәрлетамаҡтан Айтуған Әбделғужин (сығышы менән Ейәнсуранан) “Йәйләү батыры” исемен яулаған. Башҡортостандың тарихын, мәҙәниәтен белеү кимәлен тикшереүгә ҡоролған “Алтын тирмә” уйыны, Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы, “Йәйләү һәләттәр аса”, “Бейеү көнө”, “Йыр көнө” сараларында балалар ҙур теләк менән ҡатнашҡандар. Марат Түләбаев үткәргән Үҫәргән ырыуы тарихы тураһындағы сара ла малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы бик ҡыҙыҡтырған. Миҙхәт Аҫылбаев үткәргән шашка һәм шахмат ярыштары иң башлы уйынсыларҙы асыҡлаған.

5 августа “Урал батыр мәктәбе” тип аталған күркәм сара үткән. Унда “Урал батыр”ҙы яттан һөйләүселәр көс һынашҡан. Шулай уҡ эпосты сәхнәләштергәндәр, унда Сыңғыҙ Мәхмүтов исемле егет төп ролде башҡарған. Йолалар көнө лә файҙалы, фәһемле үткән: һәр ырыу бер йола сәхнәләштергән.

- Шул тиклем һәләтле, ҡыйыу балалар ял итергә килгән. Сәхнәгә ынтылып тороуҙары бик яҡшы! – ти өлкән әйҙәүсе, М. Фәйзи исемендәге Ырымбур татар драма театрының баш режиссеры Борис Мәхмүтов.

- Үҙем 2017, 2019, 2021 йылдарҙа “Йәйләү”ҙә ял иттем, уның тәмен белдем. Бөгөнгө көндә ҙур кинәнес менән ял итер инем дә... Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһын тамамланым, студент булырға торам. “Йәйләү”ҙе ныҡ һағынғас, әйҙәүсе булып килергә булдым. Балалар менән эшләүе шул тиклем ҡыҙыҡлы, әүҙемдәр бит әле үҙҙәре, ҡыҙыҡ ваҡыттар күп булды. Мин эшләгән “Ҡыпсаҡ” ырыуында айырыуса һәләтле балалар йыйылған кеүек. Үҙемдең ҡасандыр сәнғәт мәктәбенең хореография бүлеген тамамлауым, һуңынан ике йыл ансамблдә бейеүем бик ярҙам итте: балаларға бейеүҙәрҙе бер ауырлыҡһыҙ һалдым. Алдағы йылда ла “Йәйләү”ҙә эшләргә ине, балалар “Апай, зинһар килегеҙ, ант бирегеҙ!” тиҙәр, - ти әйҙәүсе, Иҫәнғол ҡыҙы Илнара Бакирова.

- Балалар, бигерәк тә малайҙар шуҡ та, шул уҡ ваҡытта һәләтле лә. Үҙем “Йәйләү”ҙә ҡасандыр ял иткән бала булараҡ, миңә бында шул тиклем оҡшай. Мин алып барған йыр түңәрәгенә балалар бик теләп йөрөй. Киләһе йылдарҙа ла эшкә килергә теләгем көслө, - ти әйҙәүсе Гөлсөм Исмәғилева.

“Йәйләү”ҙә һалынған тәрбиә, йыр-моң, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, изгелек орлоҡтары балаларҙың күңелендә мәңгелеккә ҡалһын ине. Малайҙар һәм ҡыҙҙар бында килергә ашҡынып торһон, рухлы, моңло булып үҫһен!

Айнә Иманғолова.

Автор фотоһы.

 

Сыңғыҙ Мәхмүтов, Стәрлетамаҡ районы, Наумовка ауылы:

- “Йәйләү”гә игеҙәгем-апайым менән беренсегә килдем, шул тиклем оҡшай. Стәрлетамаҡтың 2-се лицей-интернатының 8-се класын тамамланым. Бейеү, театр түңәрәктәренә йөрөүҙән тыш, спортҡа ла ваҡыт табам: армрестлинг менән шөғөлләнәм. Бында яңы дуҫтар таптым.

Тамсы Үтәбаева, Өфө ҡалаһы:

Был матур урында мин ике йыл элек булғайным, тағы ла килдем. М. Кәрим исемендәше 158-се башҡорт гимназияһының 7-се класын тамамланым. “Дуҫлыҡ” өлгөлө ансамблендә бейейем, бейеү менән 2-се кластан дуҫмын, ҡумыҙҙа ла уйнайым. Волейбол уйнарға яратам. Бында миңә ныҡ оҡшаны! Әхирәттәрем менән килгәйнем, тағы ла күп дуҫтар таптым. Күп бәйгеләрҙә ҡатнаштым, “Йәйләү һылыуҡайы”нда 1-се урын алдым.

Айтуған Әбделғужин, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:

Й. Кейекбаев исемендәге гимназияның 4-се класын тамамланым. Волейбол, футбол уйнарға яратам. “Йәйләү”гә өсөнсө тапҡыр килдем. Быға тиклем апайым менән килә инем, быйыл үҙем килдем. “Йәйләү батыры”нда Гран-при яуланым, унда бейенем, спорт буйынса ла маһирлығымды күрһәттем. Гимназияла башта бейеү түңәрәгенә йөрөй инем, хәҙер спортты һайланым. Атайым Үрге Муйнаҡтан - көрәшселәр ауылынан бит, шуға күрә милли көрәш менән шөғөлләнәм.

Айлина Ибраһимова, Лилиә Хажиева, Юлиә Баязитова, Өфө ҡалаһы:

- Беҙ – класташтар. Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының 6-сы класын тамамланыҡ. Бейеү менән ныҡлы шөғөлләнгән ҡыҙҙар булараҡ, бында беҙ һәләтебеҙҙе күрһәттек. Бейеүҙе үҙебеҙ һалабыҙ, башҡортса, заманса бейеүҙәр бейейбеҙ. Бында икенсе тапҡыр килдек, күп дуҫтар таптыҡ. Тәбиғәт шул тиклем оҡшай.

Илүс Мозафаров, Иҫәнғол ауылы:

Бәләкәй сағымда, “Йәйләү”ҙә ағайым менән апайым ял иткәндә, уларға күстәнәстәр менән килгәндә, “Их, ҡасан мин дә ошонда ял итәм инде!” – тип уйлай торғайным. Инде ҙурайҙым, бында икенсе тапҡыр килдем. Иҡтисад көнө булғанда, беҙ ырыуыбыҙ менән ҡорот тураһында проект төҙөп, уны яҡланыҡ. Мин директор булдым. “Йәйләү батыры”нда өсөнсө урын яуланым. “Һаумы, һаумы, әкиәт!”, шиғырҙар һөйләү бәйгеләрендә лә ихлас ҡатнаштым. “Йәйләү”ҙә тағы ла ҡалыр инем әле, булмай шул...

Мәрйәм Бураҡаева, Салауат Юлаев ордены кавалеры:

Башҡорт халҡы шәжәрәһен ағас рәүешендә яҙған. Әгәр ҙә ағастың тамыры булмаһа, ҡамғаҡҡа әйләнер инек. Ә нимә ул халыҡтың тамыры? Ул – тел, тарих, йола. Ошо өс төшөнсәне белмәгән халыҡ киләсәкһеҙ.

Ә иң мөһиме - туған тел. Туған тел - кешенең тотош рухи донъяһының асҡысы. Шуның өсөн мин туған телен белмәгән балаларҙы “Йәйләү” ял итеү үҙәгенә йыйып, тел өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйып, программа эшләнем. Телде ябай ғына юл менән түгел, ә уйын, бейеү, йыр, ырыуҙарға бүлеп атрибуттар ятлатыу, йомаҡтар, мәҡәлдәр, әйтештәр, моң аша бала күңеленә   һеңдереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым. Беҙ үҙебеҙҙе һаҡларға тейешбеҙ. Сөнки беҙ үҙебеҙ өсөн генә түгел, ә ер йөҙөндәге башҡа милләттәр кеүек үк, кешелек донъяһы өсөн дә кәрәк беҙ. Беҙҙең рухи донъябыҙ бай.  Тик башҡорт халҡында ғына иң тәү ҡулға эйәләштерелгән аттарҙың тояҡ тауышына ыңғайлатып тыпырлатыу, башҡорт халҡында ғына тәбиғи музыка ҡоралы - ҡурай моңо.  Быуаттар элек барлыҡҡа килгән тыпырлатыу һәм ҡурай моңо дауам итһә,  милләтебеҙ ҙә һаҡланыр. Беҙҙең тамырыбыҙ тәрән һәм ныҡлы. Бына ошо бөтә йолалар, сәнғәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ беҙҙең рухыбыҙҙы нығыта. Әлбиттә, 21 көн эсендә генә балаға әллә ни биреп булмай. Ләкин ошо ваҡыт аҙ ғына булһа ла ҡанына һалынған башҡортлоҡто уятып ҡайтарабыҙ икән, башҡорттоң ниндәй милләт икәнлеген аңлатабыҙ икән, беҙ инде маҡсатыбыҙға ирешәбеҙ. Һис юғы, маҡсатҡа ирешеү өсөн юл асабыҙ. “Йәйләү” программаһында баланың оялыуын, тартыныуын бөтөрөү ысулдары алынған. Программалағы һәр һүҙ, һәр аҙым, һәр хәрәкәт - баланың үҙен-үҙенә танытыу һәм үҙ тәрбиә менән шөғөлләнеү өсөн нигеҙ һалыу. Ошо маҡсатҡа өлгәшәбеҙ икән, тимәк, “Йәйләү” бушҡа эшләмәй. Ошо юҫыҡта эш алып барыусы район хакимиәтенә, мәғариф бүлегенә, “Ал елкән” лагеры директоры Байрас Ҡансуринға ҙур рәхмәт! Артабан да ошо йүнәлештә эшләһәк, халҡыбыҙ өсөн ҙур эштәр башҡарасаҡбыҙ.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: