1990 йылда иһә юғары белемле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып, хеҙмәт юлын Яңыбай мәктәбендә дауам итә. Йәш уҡытыусы һәр уҡыусының күңелендә туған телгә һөйөү уятыу өсөн бар көсөн һала, был йәһәттән маҡсатлы эш алып бара.
Бер нисә йыл эшләү осоронда Фәймә Әхмәтсәғит ҡыҙының ойоштороу һәләтен, яуаплылығын күргән етәкселек уға директорҙың уҡыу һәм уҡытыу буйынса урынбаҫары вазифаларын, ә 2015 йылда иһә тотош мәктәпте етәкләүҙе ышанып тапшыра – директор итеп тәғәйенләй. Ә уҙған уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә Фәймә Әхмәтсәғит ҡыҙына мәктәпте етәкләгән йылдарҙағы уңыштары өсөн Республика Башлығы Радий Хәбиров указы менән “Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелеүе – күп йыллыҡ хеҙмәтенә лайыҡлы баһа.
Әйткәндәй, быйыл да Фәймә Әхмәтсәғит ҡыҙы етәкләгән белем усағы яны участкаһын яңы уҡыу йылына әҙерләү буйынса район мәктәптәре араһында беренсе урын алды.
– Ниндәй генә вазифала булһаң да, иң мөһиме эшеңде яратырға кәрәк. Ҡул аҫтында эшләгәндәргә талапты ҡуя белергә лә, шул уҡ ваҡытта хөрмәт итергә, фекерҙәрен ишетергә лә, улар менән бергә ҡулға-ҡул тотоноп эшләргә лә кәрәк. Бөгөн беҙҙә уҡыусыларға илһөйәрлек, хеҙмәт тәрбиәһе биреү беренсе урында тора. Ата-әсәләр инде төп кәңәшселәребеҙ, улар менән бөтә нәмәне килешеп, кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Улар беҙҙең бөтә башланғысты хуплап, үҙҙәренең тәҡдимдәрен әйтеп торалар, – ти тәжрибәле етәксе.
Әлбиттә, һәр етәксенең артында ышаныслы тылы булыуы мөһим. Бигерәк тә етәксе – ҡатын-ҡыҙ булһа. Был йәһәттән Фәймә Ишмөхәмәтованың күңеле тыныс, янында ныҡлы терәге, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер торған тормош иптәше бар. Ғайса Харис улы ла балаларға туған телгә һөйөү тәрбиәләгән башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, мәктәп тормошон да, директорҙың яуалылығын яҡшы аңлай. Бер-береһен аңлап, йөктө бергәләп тартҡас, эш тә һөҙөмтәле була шул!
Айгөл Ҡылысбаева. Автор фотоһы.
“Һәр төрлө шарттарҙа ла башҡорт телен һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ”.
Республика Башлығы Радий Хәбировтың V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайындағы сығышынан.